

Арбау.
Һөйөү белдереү
Вәғәҙәләшеү. Йәшәйештә әүәл-әүәлдән кешене, тере йәнде арбау күренештәре күҙәтелә. Мөхәббәт юҫығында был айырыуса мөһим. Күҙең төшкән ҡыҙҙы, егетте үҙеңә ҡаратыу, әүрәтеү, күңелен биләү өсөн тылсымлы һүҙ, сихри ҡөҙрәт менән тәьҫир итеү, яҡшылығыңды, батырлығыңды танытыу зарур. Дәртле егет тәүәккәллек ҡылып, йән һөйгәнен арбай, йәнәшәһе итә, йәре йән аҙығы була. Оялсан егет иһә оҙаҡ ваҡыт үҙенә йәр таба алмай ыҙалай. Ә бит алыусыға барыусы бар. Һис шикһеҙ, һөйгән һөйгәнен ала, һөйгән һөйгәненә бара.
Тормошта яман уй менән арбау осраҡтары ла осрай. Әйтәйек, «Урал батыр» эпосында туғыҙ башлы ҙур йылан, ҡыҙ төҫөнә инеп, Уралды арбамаҡсы, һәләк итмәксе. Аҡбуҙатты алыу, уға эйә булыу өсөн Әзрәҡә батшаға Һомайҙы арбау ҡеүәһенә эйә ир кәрәк. Ә үҙе егетте ҡыҙ, мал биреп, йә бей ҡылып арбамаҡсы.
Шулай итеп, арбау – ниәтеңә, теләгеңә ирешеүҙә йоғонтоло, ҡөҙрәтле көс. «Аҡбуҙат» эпосында ла Буҙатты бирмәҫ өсөн Һәүбәнде һылыу ҡыҙ менән әүрәтмәкселәр.
Урал иһә изгелеге, ярҙамсыллығы, батырлығы, ил ҡотҡарыр уйы менән Һомайҙың күңелен биләй. Халыҡ ҡарашынса ла, ир – эше, ҡыҙ ҡылығы менән һөйкөмлө; яҡшы ир менән ҡатын хур булмай; яҡшы ҡатын – ярты ырыҫ. Шуға ла Һомайға ир аҫылы Урал һиммәтле. Ә бит «арабыҙҙа яман уй, ҡанға батыр яман туй булмаҫ ул», тип уйлап, Шүлгән дә Һомайға һөйөүен белдерә. Һөймәгәнгә һөйкәлмә тигәндәй, Һомай серен сисмәй, Шүлгәнгә буй бирмәй. «Аҡбуҙат» эпосында һыу ҡыҙы Нәркәс үҙен йәр итергә теләгән Һәүбәнгә йөрәген аса.
«Ҡара юрға» эпосында Әбләй һөйөүен Маҡтымһылыуға белдермәй, сер тотоп, хәҙер яусылай башлаһа, ҡалымға малы юҡлығын уйлап аптырай. Әбләй ҡайтырға атын эйәрләй башлағас, Маҡтымһылыу, нисек тә Әбләйҙең үҙен яратҡанын белеү өсөн уға бүләк бирергә булып, былай ти:
– Нағышлы билбау теккәнмен,
Быуайымсы билеңә.
Аҫа балаҫ һуҡҡанмын,
Түшәйемсе юлыңа.
Һөйөү – үтә лә тәрән хис-кисереш, бөтә күңелдән ғашиҡ булыу, онотолоп яратыу. «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосында Һыуһылыуға иҫе китеп ғашиҡ булған Заятүләк бергә булыу, тормош ҡороу өсөн Аҡ шоңҡарынан да, Күк толпарынан да, күкрәк һөтөн имеҙгән инәһенән дә, атаһынан да биҙергә, хатта ки һыуға төшөп үлергә риза. Халыҡ әйтеменсә, мөхәббәт таш ярҙырта, мөхәббәт өсөн йән фиҙа.
«Таштуғай» риүәйәтендә йыйындарҙа мәргәнлеген танытҡан, ҡурай тартҡан Байғүбәк үҙенең матурлығы, йырсылығы менән дан алған Көнһылыуға шишмәгә һыуға барғанда һөйөүен йыр менән еткерә. Шул саҡ Байғүбәк ҡулындағы балдағын Көнһылыуға бүләк итеп бирә, егет – алырға, ҡыҙ барырға һүҙ ҡуйыша.
Халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙ күңелен яулауҙа йырҙың йоғонтоло сара булыуы күҙаллана. «Ҡарасәс» риүәйәтендә тол ҡалған Ҡарасәсте һоратып, тирә-яҡтан яусылар килә, мәгәр ул килгән берен кире бороп тора. Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү өсөн бер ир Ҡарасәс янына килә һәм уны йыр менән әүрәтә. Тол ир, тол Ҡарасәс туй уҙғарып, икенсе бәхеттәрен табып, донъя көтөп алып китәләр.
Вәғәҙәләшеп ҡуйған ҡыҙҙы алыу, егеткә барыу – борондан килгән ғәҙәт. Үтәргә инандырып, ышандырып әйтелгән һүҙҙе тотоу зарур. Вәғәҙә – ярты иман. Әкиәттәрҙә батшалар үҙ вәғәҙәләре буйынса батырҙарға ҡыҙын да, ярты батшалығын да бирә.
Һынау.
Шарт ҡуйыу
Йәр һайлау – үтә лә мөһим хәл-ваҡиға. Имен тормош ҡороу, етеш донъя көтөү, татыу ғүмер итеү өсөн ышаныслы йәнәш, иптәш кәрәк. Ҡылыҡ-тәбиғәтен асыҡлау, белеү өсөн егеткә, ҡыҙға һынау үткәрелә, уға бойомға ашырылырға тейешле шарт-талап ҡуйыла. Һынамай алма, һынамай барма, тигән боронғолар. Был – асылына оло мәғәнә һалынған бик тә фәһемле әйтем, аманат.
Халыҡ ижадында атай кешенең ҡыҙын ил батырына бирәм тигән нәҙере лә шарт ҡуйыу менән бәйле. Нәҙер теләктең, ниәттең ҡабул булыу шартына бәйләп әйтелә һәм уны әйтеүсе вәғәҙәһен, өҫтөнә алған бурысын үтәргә тейеш.
Ҡатын-ҡыҙҙы урлау, азат ҡылыу, иленә ҡайтарыу, батырға кәләш итеп биреү – боронғо башҡорт, шулай уҡ башҡа ҡәүемдәр эпостарына һәм батырҙар тураһындағы әкиәттәргә хас күренеш. Был, моғайын, нәфис заттың тыуҙырыусы, түл йәйеүсе, нәҫелде ишәйтеүсе, дауам итеүсе роле менән дә аңлатылалыр.
Ил күрергә сыҡҡан, үлемдән ҡотолорға Йәншишмәне эҙләгән Уралға Һомай бөтә ҡош төҫөн үҙ өҫтөндә биҙәгән ҡошто эҙләп табырға шарт ҡуя. Егет ҡошто (Айһылыуҙы) тыуған иленә алып килә. Ҡыҙ Уралдың яҡшылығын тел төбөнән тоя. Һомай әүәл аҡҡош тунында ауҙа ауланған мәлдә Урал уны ҡотҡарыу яғында була. Байтаҡ ваҡыттан иленә килгәс тә Һомай егетте таный, уның игелеген иҫләй.
Шүлгәндең дә күңел елкетеүен белгәс, аҡыллы Һомай уға Уралды һөйөү серен сисмәй, ҡырҡа яуап бирмәй, үҙенең шартын ҡуя. Аҡбуҙҙы менергә баҙнат итер өсөн егет тәүҙә көсөн һынарға, етмеш батман ауырлыҡты күтәреп күккә сөйөргә тейеш. Шүлгән уҡталып, һәрмәнеп, ҡутарырға серәнһә лә, көсөргәнеп маташһа, айҡашһа ла, етмеш батман ташты ҡуҙғата алмаған. Урал иһә уны йоҙроҡлап һуғып тәгәрәтеп, ҡулына алып, башта һауаға, шунан Әзрәҡә иленә атҡан. Буҙат килеп Уралға баш эйгән, буйһонған. Шул саҡта Самрау батша ла: «Кейәүем бул!» – тип уға ҡул биргән. Бөтә илде йыйып, ҙур туй ҡорғандар, ил батыры булһын, тип, Уралға дан биргәндәр.
Һынап барған, яҡшыны юлдаш иткән йәр менән генә тормош күркәм, ҡотло. Дейеү урлап, ҡурҡытып, унан һуң Урал ағаһын ҡыҙғанып, яҡшыға дошман булған Шүлгәнгә димләп бирелгән Айһылыуҙы иһә һары ала, күңелен ҡайғы баҫа, йөҙөнөң нуры кәмей. Ике батыр кейәүем ил өҫтөндә терәгем булыр тип шатланған, Шүлгәнгә туй яһарға күнгән, мәгәр унан алданған Самрау ҙа хурлана, ҡайғыһынан күҙҙән юғала. Айһылыуҙың һөйгәненә бүләк итер Һарысай аты ла Шүлгәнгә бирелмәй, туйы аман булмай.
Шулай итеп, аҡыллыға ишара: һәр ҡыҙылға ҡыҙыҡма; ат алһаң – ауылың менән, ҡыҙ алһаң – ырыуың менән кәңәшләш; атаһын күр ҙә – улын ҡос, инәһен күр ҙә – ҡыҙын ҡос; ҡыҙ һайлаһаң, күҙеңдән бигерәк ҡолағыңа ышан; белеп һөйһәң – йәр, белмәй һөйһәң – ҡар; ҡоҙа булғансы – ныҡ һораш; ҡыҙ яҡшыһы ҡылыҡтан билгеле; сәскәһенә алданып, сәнскеһенә ҡаҙалма; теле – бал, күңелен ҡарап ал...
Уралдың Аҡбуҙҙы, алмас ҡылысты, серле таяҡты ҡулға төшөрөүе, Йәншишмәне уртлағаны, тирә-яҡҡа һипкәне – ер йәнләнеп киткәне, һылыуҙарҙан һылыуға өйләнеүе уның батырлығының, данының, бәхетенең асылдары булып тора
Мәҡәләне тулыһынса "Башҡортостан ҡыҙы" жуналының 2026 йылдың 4-5-cе һандарында уҡый алаһығыҙ