+19 °С
Облачно

14 июнь - БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө

14 июнь – Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан күренекле журналист һәм билдәле сәйәсмән Шәһит Хоҙайбирҙиндың Матбуғат йорто алдындағы һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы ойошторолдо.

14 июнь -  БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө14 июнь -  БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө
14 июнь - БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Республикабыҙҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова:

- – Һеҙ – заман тауышы, тормошобоҙҙағы көнүҙәк мәсьәләләр тураһында яҙаһығыҙ. Әңгәмә ойоштораһығыҙмы, һүрәтләмә әҙерләйһегеҙме, яңылыҡтар бирәһегеҙме, барыһын да күңелегеҙ аша үткәреп ҡағыҙға төшөрәһегеҙ, - тип билдәне. 

"Республика Башкортостан" нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, бөгөн журналистарға, бигерәк тә баҫма матбуғатында эшләүсе хәбәрселәргә бигүк еңелдән түгел икәнлеген билдәләне. Был ваҡытлыса кренеш, күп һорауҙар почта хеҙмәтенә бәйле, тине ул. Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы  йәштәрҙең дә эшкә килеүен теләне.

Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов барыһына ла эштәрендә ижди уңыштар, бейеклектәр һәм үрҙәр теләп, бер төркөм журналистарға Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы, бер нисә хәбәрсе Башҡортостан Журналистар союзының ағзаһы итеп алынды.

Сара Шәһит Хоҙайбирҙиндың Матбуғат йорто алдындағы һәйкәленә сәскә һалыу һәм иҫтәлеккә фото төшөү менән тамамланды.

 

Фото Ю. Кәримов.

 

Автор:
Читайте нас