+15 °С
Облачно

Рәсәй көнө менән!

Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе ысын күңелдән Рәсәй көнө менән ҡотлайбыҙ!

Рәсәй көнө менән!Рәсәй көнө менән!
Рәсәй көнө менән!

Рәсәй көнө – илебеҙҙә йәшәгән барлыҡ кешеләрҙең дөйөм байрамы ул. Кемгә Тыуған иле ҡәҙерле, кем уның күп быуатлыҡ тарихы, ата-олатайҙарының бөйөк батырлыҡтары
һәм замандаштарының ҡаҙаныштары менән ғорурлана - уларҙың барыһын да ошо байрам берләштерә. Сәйәси ҡарашҡа, ниндәй милләттән һәм диндән булыуға ҡарамаҫтан, беҙ барыбыҙ ҙа – берҙәм дәүләт граждандары. Уртаҡ йортобоҙ тураһында хәстәрлек күреү, ололарға ярҙам итеү, балаларыбыҙ өсөн шатланыу, тарихыбыҙға ихтирам күрһәтеү – ошоларҙың барыһы ла һәр беребеҙҙең тыныслыҡ һәм ғәҙеллек өсөн индергән өлөшө.

Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе дәүләтебеҙҙең төп байрамы – Рәсәй көнө менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләрегеҙгә тыныслыҡ, бөйөк илебеҙгә тотороҡлоҡ һәм уның сәскә атыуын теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас