

– Үҙемде башҡаларҙан өҫтөн дә, кәм дә яҙыусы тип иҫәпләмәйем. Эсемдә нимә тулыша, нимәне яҙа алам, бары шуны ғына аҡ ҡағыҙға төшөрәм. Уңыш, ғөмүмән, нимә менән билдәләнә икән ул? Регалийҙар, дан, танылыу менәнме?(уйлана) Яҙыусы булараҡ, һис шикһеҙ, даланлымын: китаптарым күп телдәргә тәржемә ителгән, әҫәрҙәрем буйынса әллә күпме спектаклдәр ҡуйыла, әле бына ҡырғыҙ театрында премьера булды. Ижадымдың киң даирәгә сығыуы, танылыуы, таралыуы, ниндәйҙер кимәлдә, бәхетле осраҡтыр, күктәр насибылыр, бәлки. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡорт әҙәбиәте бик бай ул, талантлы әҙиптәребеҙ күп, һәр хәлдә, ҡайһы республикаға барһам да халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ кисереп йөрөйөм, беҙ бер кемдән дә кәм түгелбеҙ.
Ә ғөмүмән, уңышлы булыр өсөн кеше тәү сиратта шул һайлаған һөнәренең ысын фанаты булырға тейештер. Яҙыусы өсөн иһә әҙәбиәт, ижад «табынған Алла»һы булыуы мотлаҡ, уны яратыу һәм «ҡоло» булыу тәүшарт. Әгәр ҙә мин фанатик булмаһам, ижадҡа мөкиббән «суммаһам», бөгөнгө көндә Яҙыусылар союзында эшләмәҫ, «Шоңҡар» журналын етәкләмәҫ, йәш һәләттәрҙе эҙләп табып, уларға юл ярып йөрөмәҫ инем. Тик шул күңел инаныуы ғына, үҙ шөғөлөңә тулыһынса бирелгәнлек кенә мине халҡым алдында ҙур яуаплылыҡ тойорға һәм алға барырға ярҙам итә. Һәм мин, күптәр, бик күптәр үҙ һөнәрен яратҡанға хеҙмәтенә тоғро, тип уйлайым. Шул уҡ матбуғат йортонда хеҙмәт итеүсе коллега-ҡәләмдәштәрем дә – үҙ эшенең ысын энтузиастары ул.
Ә ижади һуҡмағымдың юл башы бала саҡҡа барып тоташа. Беҙ гел генә Әлиә апайым менән шиғыр-таҡмаҡ сығарыуҙа ярыша торғайныҡ, өйҙәгеләр баһалай, кемдеке матурыраҡ, яҡшыраҡ килеп сыға, шуға приз бирә. Балалар йортона барып эләккәс, ундағы малай-ҡыҙҙар йыш ҡына: «Айгиз, әйҙә, берәй ҡыҙыҡ һөйлә әле», – тип минән төрлө мажаралы хәлдәр һөйләтер ине. Сөнки киске туғыҙҙан һуң телевизор ҡарарға ярамай, радио, телефон юҡ. Шул саҡта барлыҡ фантазиямды эшкә егеп, төрлө ҡыҙыҡ тарихтар, уйҙырмалар уйлап сығарырға әүәҫләнеп алдым, уларға ҡай саҡ үҙем дә ышанып китә инем (көлә). Күрәһең, ижадтың тәүге ойотҡоһо ошо мәлдәрҙә һалынғандыр инде. Беренсе әҫәрем – «Ҡалдырма, әсәй!»ҙе 2012 йылда «Башҡортостан» гәзитендә эшләгәндә яҙҙым. Ул саҡта миңә ни бары 23 йәш ине. Ошо повеста минең барлыҡ күңел кисерештәрем, хис-тойғоларым, яҙмышым сағылыш тапҡан.
Айзилә Мортаева