+19 °С
Облачно

ЧАТ. Юмор. Миләүшә Ҡаһарманова

Баҡсасылар ойошмаһында кемдер чат асты ла мине шунда индерҙе. Класташтар, курсташтар, ауылдаштар, туғандар, балалар баҡсаһы, 4 «Б», оҫта ҡулдар, кино яратыусылар, матурлыҡ салоны һәм тағы ла үҙем белеп еткән һәм етмәгән егермеләп чатҡа тағы ла берәү өҫтәлде.

ЧАТ. Юмор. Миләүшә ҠаһармановаЧАТ. Юмор. Миләүшә Ҡаһарманова
ЧАТ. Юмор. Миләүшә Ҡаһарманова

Чаттың администраторы Динара Рәмил ҡыҙы тигән берәү яҙып та һалды:

– Хөрмәтле баҡсасылар! Һеҙҙе берләштереү өсөн чат астыҡ! Әйҙәгеҙ, танышайыҡ! Кем башлай?

Төрлө яҡтан яуаптар яуҙы:

– Мин – 132-се участоктан Рабиға. Кейәүҙә түгелмен.

– Ай, Хоҙайым! Тағы бер чат!

– Нишләп мине һорамайынса индерҙегеҙ бында? Юйығыҙ номерымды!

– Һыуҙы нисәлә бирәләр икән?

– Ҡайҙа һыра һатыла? Кем белә?

– Баҡсаға ингән ерҙә бесәй йөрөй. Ниндәй мәрхәмәтһеҙ мәхлүк бесәйҙе яҙмыш ҡосағына ташлап китте? Шул – эт!

– Был чаттан нисек сығырға? Нисек сығырға тием? Сығарығыҙ мине!!!

– 132-се участоктан Рабиға! Мин 72-се участокта. Исемем Радик. Өйләнмәгәнмен.

– Бөтөн баҡсала ямғыр яуҙы, минең участок алдында ғына һыу ята. Ни өсөн бындай тигеҙһеҙлек? Аңлатығыҙ?!

– Баҡсаға ял итергә килдем. Ниндәй чат тағы?

– Радик, әйҙә, кил. Участок һанын өҫтә яҙғанмын. Рабиға.

–  Мин аҡса йыймайым! Әсәйҙәр, һеҙ шашып киттегеҙ, ул ниндәй дүртенсе класта бөтмәҫ тыуған көн? Ой, чаттарҙы бутағанмын, ғәфү итегеҙ...

– Баҡсала интернет насар тота, алмағасҡа менеп яҙам. Кисә минең эргәнән ҡыҙыл «Ниссан Жук»-та елдереп үткән ҡыҙ, һеҙҙең машинала кардан туҡылдай. Ремонт – 12-се участокта.

– Еҙ самауыр һатыла. Ҡайын миндектәре.

– Төн уртаһында ниндәй иҫәр чат асты?

– Төн уртаһында ни эшләп инәһең һуң бында?

– Һинән һорайыммы инде? Нимә теләйем, шуны эшләйем.

Өйрәтмәгеҙ миңә!

– Дуҫтар, мәҙәниәтле булайыҡ!

– Мәҙәниәтлеләр йоҡлай был ваҡытта!

– 132-се участоктан Рабиға, мин һиңә сыҡтым. 20 минуттан булам. Радик.

– Кем һыра эҙләй ине? Таптығыҙмы? Беҙгә лә кәрәк.

– Бесәй балалары таратам. Бушлай.

– Кемдәрҙә баҡсаға бурыс бар, шуларға һыу туҡтатыласаҡ. Администрация.

– Хәйерле иртә, дуҫтар! Уңышлы көн барығыҙға ла!

Р. Шәйхелисламов һүрәте

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас