

Маҡсат – бер, уны тормошҡа ашырыу – икенсе мәсьәлә. Халыҡ белмәй буҙаның ни икәнен, йәки боронғо хәтерен онотҡан. Эшләгәнен кешеләргә эсереп ҡарауға, аңлатыуға, күрһәтеүгә тотоноп бөтә күп осраҡта. Алмайҙар. Баҙарға ла сығара. Һөт һатыусы апайҙар араһында тора. Кемдәрҙер «фуу» тип йөҙ сира, кемдәрҙер «тапҡанһың һатыр нәмә» тип көлөп китә, үтмәгәнен кире алып ҡайта, әсегәнен түгә. Йәшереп кенә буҙлап та ала. Өйҙә атаһы уның күңелен күтәреү өсөн «ҡыҙым, баҙарҙы бер итеп һатыулашып ҡайттыңмы» тип мәрәкәләп көлдөрә, әсәһе «һатыу эше шулай ул, йәки ныҡ булаһың, йәки ғәҙәти эшкә тотонаһың» тип шарт ҡуя. Ә Гөлназ бирешмәй. Илап ала ла ҡабаттан сыға баҙарға. Илап ала ла яңынан тотона буҙаға. Илап ала ла тағы йәбешә шул хыялына.
Буҙаһы буҙа менән, ә бит Гөлназдың был иң матур сағы – сәскә атҡан, һутҡа тулышҡан, хискә төрөнгән мәле. Әлбиттә, тәүге тойғолар ҙа килә уға. Бер егет менән дуҫлаша һәм ғашиҡ була. Тик егеттең мөхәббәткә ҡарашы ҡәнәғәтләндермәй уны, ташлашалар, унан бер йыл ғазапланғандан һуң, осраҡлы күрешеп, кире ярашалар. Эштәр яҙмыштарҙы бәйләүгә табан бара. Ҡыҙ уны ата-әсәһе менән таныштыра. Тик нимәлер етмәй, нимәлер ҡамасаулай һымаҡ уға был мөнәсәбәттәрҙә...
Сираттағы тапҡыр дауаханаға ятҡанда, палатаға килеп ингәс тә ул шундай бер матур апайҙы күрә. Зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө сибәр ханым уны: «Был ниндәй саф башҡорт ҡыҙы?» – тип йылмайып ҡаршы ала. Дуҫлашып, хатта ки серҙәштәр булып китәләр. Апай ҡыҙҙың егете менән телефондан аралашҡанын тыңлап-күҙәтеп йөрөй ҙә, ҡайтыр мәлдә ябай ғына итеп кәңәш бирә: «Аҡыллым, был һинең ысын хис түгел, хаталанма. Һин бит йәш кеше, ҡабынмайһың, шатланмайһың уның тауышынан. Уйла, ашыҡма». Былай ҙа икеле уйҙар эсендә янып йөрөгән ҡыҙ баҙап ҡала. Ә бит унда әсәһе һандыҡ йыя...
Ҡайтырға сыҡҡанда Өфөнән Сибайға такси юҡ. Көнө буйы тапмағас, әхирәттәрендә ҡуна ҡалырға була. Ҡыҙҙар күңелләнеп кискә берәй ергә сығып ултырып килергә була, буянышып-кейенешеп йөрөгәндә, һуңлап ҡына Гөлназдың телефонына ят номер шылтырата: «Миндә бер урын бар, ҡайтаһығыҙмы?»
– Шул тауыштан йөрәгемдең бер ҡылы сиртте. Ышанаһығыҙмы шундай хәл булырына тормошта? – тип сыңғыратып көлөп ала әңгәмәсем хәбәренән туҡтап («Ышанам, әлбиттә», тием мин). – Ниндәйҙер эске интуицияма таянып, мин ҡапыл юлға йыйынып киттем, ҡыҙҙарым сыр-сыулашып тороп ҡалды. Машина янында һомғол буйлы бер егет ҡаршы алды. Таныштыҡ. Уның алғы урыны бушаған икән, һөйләшеп ҡайттыҡ. Бер тартыныуһыҙ, яһалмалыҡһыҙ, ихлас итеп. Мәңге беләбеҙ һымаҡ ине бер-беребеҙҙе. Уға үҙемдең ниндәй һынау алдында икәнлегемде лә әйттем. Яңы танышым да уйлы аҙым яһарға кәңәш итте. Беҙ шулай йылы ғына һаубуллаштыҡ.
Һаубуллашалар, әммә хушлашмайҙар. Сөнки икеһе лә бының мөмкин түгеллеген аңлай. Гөлназ ата-әсәһе һәм вәғәҙәләш-кән егете менән тыныс һәм ғәҙел аңлашып, йөрәге тартҡан әлеге юлдашына – Димгә шылтырата. Йәштәр араһында уларҙы берләштерер, аҙаҡ ғаилә, киләсәктә иһә өс балаға ғүмер биреп ата-әсә итер мөхәббәт уты тоҡана.
– Дим менән бер институтта уҡығанбыҙ, бер үк таныштарыбыҙ булған, бер ҡалала йөрөгәнбеҙ, тик юлдар киҫешмәгән икән. Аҙаҡ, дуҫлашҡанда ла, мин уға ауырыуҙарым һәм предприниматель булып маташыуымды һөйләмәгәйнем. Йыш ҡына шул киоскымдан тура киләм осрашыуға, кейемемдән пирәшки еҫе килә бит инде, ә ул мине ҙур ғаиләлә күп бешеренәлер, тип уйлаған. Килгәнендә минән алда бәләкәй биш туғаным шатланышып йүгерә лә сыға бит инде. Һәм аяғымдағы операциялар эҙҙәрен һыу инә барғанда күрҙе лә, «нимә булды?» тип кенә һораны. «Оҙаҡ хәбәр, әгәр һиңә был мөһим булһа һөйләйем» тигәйнем, «юҡ, мөһим түгел» тине. Шуның менән аңлаштыҡ та.
М. Ҡаһарманова