+19 °С
Облачно

Баланың телмәрен байытыу өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?

–  Баланың телмәрен байытыу өсөн ниндәй уйындар уйнатаһығыҙ? Ниндәй тапшырыуҙар, йәнһүрәттәр ҡарайһығыҙ?

Баланың телмәрен байытыу өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?Баланың телмәрен байытыу өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?
Баланың телмәрен байытыу өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?

Таңсулпан Рәсүл:

– Төрлө өҫтәл уйындары уйнайбыҙ. Беҙҙә бөтә геройҙар ҙа, хайуандар ҙа башҡортса «һөйләшә». Әйтәйек, шул уҡ «Доббль» уйынында карточкаларҙа һүрәттәр төшөрөлгән. Уларҙы үҙебеҙсә атап була бит. Гравити Фолздар ҙа башҡортса һөйләшә беҙҙә. Йәнһүрәттәргә килгәндә, «Урал һәм Шүлгән  мажаралары»  музыкаль йәһәттән бик уңышлы эшләнгән, минең балалар яратып ҡараны.

 

Нәргизә Тайыпова:

– «Бесәй, сәй, айыу, бал, май» уйыны. «Әлләсе»не ололар менән уйнайбыҙ, бәләкәстәр ҡушылып китә. «Балалар» проекты йәнһүрәттәрен ҡарайҙар.

 

Нурзидә Тайсина:

– Беҙ күберәк «Ҡасышлы», «Тотошло», «Уно» уйнайбыҙ. Махсус тел өйрәнер өсөн уйыныбыҙ юҡ. «Сәңгелдәк»те яраталар, компьютерҙа интернетты асалар ҙа бер-ике сығарылышын ҡарап алалар. Үҫмерҙәр өсөн «Тамыр»ҙың «Бирешмә» кеүек фильмдары бик шәп. Мин үҙем аңлата алмаған күп нәмәне кино аша төшөндөләр. Шундай фильмдар күберәк булһын ине, сөнки үҙебеҙҙең ерлектә сыҡҡас, беҙҙең менталитетҡа яҡын, тәрбиә ысулдары аңлайышлы. Киноларҙы бергәләп ултырып ҡарайбыҙ, мин балаларға, ҡарағыҙ әле, иғтибар итегеҙ, маладис, дөрөҫ эшләй, тип аңлатып барам.

 

– Тимәк, иң мөһиме – аралашыу. Ғөмүмән, беҙ, атай-әсәйҙәр, телебеҙҙе үҫтереү өсөн нимәләр эшләй алабыҙ? Ниндәй кәңәштәрегеҙ бар? Теләктәрегеҙ?

 

Таңсулпан Рәсүл:

– Беҙгә дөйөм идеология етмәй. Бына «Ай йола» төркөмө бөтә донъяға билдәле булып киткән ине, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, эпосыбыҙға башҡа милләт вәкилдәренең дә иғтибары артты бит. Ниндәй матур башҡорт теле, тип яҙалар комментарийҙарҙа, ҡурайыбыҙға һоҡланалар. Һомайҙар тыуа башланы. Тимәк, беҙгә, республика башлығы һүҙҙәре менән әйткәндә, башҡорт телен модаға индереү өсөн тырышырға кәрәк. Нисек, тип һорамағыҙ, белгән булһам, тотор ҙа эшләр инем. Етәксе әйтә, беҙ – халыҡ – янабыҙ-көйәбеҙ, нимәлер эшләп маташабыҙ, әммә ҡайҙалыр урталағы бер структурала нишләптер бер системаға һалынмаған кеүек эш.

Һеҙ урамда берәй үзбәк йә әрмән ғаиләһенең балалары менән русса һөйләшеп китеп барғанын күргәнегеҙ бармы? Мин юҡ. Улар үҙ телендә һөйләшә. Ҡаҙағстанда 16 милләт вәкиле менән бергә уҡыным. Шунда башҡа халыҡтарҙың үҙ милләте, теле, иле менән ни тиклем ғорурланыуын күрҙем. Ә беҙ ни өсөн урамда башҡортса һөйләшергә оялабыҙ һуң? Өс башҡорт ниңә русса һөйләшеп тора? Мин, мәҫәлән, магазиндағы һатыусыларға ла, автобуста кондукторҙарға ла үҙебеҙсә өндәшәм. Бер кем дә ауыҙыма һуҡмай. Тыймай. Киреһенсә, танып, үҙ итеп торалар. Ғаиләлә башҡортса һөйләшеп, урамға сыҡҡас башҡа телгә күсергә мәжбүр булған балаларҙы йәлләп тә ҡуям хатта.

Әле өлкән улым урта махсус музыка колледжында белем ала. Рәсәй халыҡтарының милли телдәре булараҡ башҡорт теле аҙнаһына бер дәрес өйрәнелә. Унда, әйтергә кәрәк, Дималар, Машалар ҙа йөрөй. Сөнки тотош илебеҙгә музыкаль элита тәрбиәләүсе уҡыу йортон тамамлап, ниндәй ҡалаға барһалар ҙа, улар Башҡортостандыҡы булып ҡаласаҡ. Милли оркестрҙа, опера театрында уйнаһа ла, ул башҡорт халҡы, композиторҙары әҫәрҙәрен башҡарасаҡ, ә уларҙы еренә еткереп уйнау өсөн халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен, телен белеү кәрәк. Бына шуны уйлап эш итә аңлы атай-әсәйҙәр. Балаһының киләсәген хәстәрләй. Шул уҡ ваҡытта байтаҡ замандашыбыҙ үҙ ерендә үҙ теленең ҡәҙерен белмәй.

 

Нурзидә Тайсина:

– Миңә тирә-яғымда башҡортса һөйләшкән ғаиләләр һаны арта, кешеләрҙең үҙаңы уяна кеүек. Бөгөн туған телебеҙҙә аралашыу өсөн мөмкинлектәр күп. Ниндәй генә саралар үтмәй: Урал батыр, башҡорт теле, ҡурай, милли кейем көндәре... Милләтебеҙҙең матур яҡтарын күрһәтеүҙә, абруйын күтәреүҙә, популярлаштырыуҙа ҡатнаш ҡына.

 

Нәргизә Тайыпова:

– Беҙгә өҫтән көтөп ултырыу хас, килешәм. Шул уҡ ваҡытта төрлө сәбәптәр менән бар кеше лә ҡайҙалыр барып, талап итеп йөрөй алмай. Мин, ябай әсәй булараҡ, нимә эшләйем? Балаларым менән көн һайын үҙ телебеҙҙә аралаша алам. Баймаҡта йәшәйһеңме, Йылайырҙамы, Өфөләме – бер кем дә һиңә өйҙә балаларың менән үҙ телеңдә һөйләшергә ҡамасауламай. Бер ҡарағанда, был шул тиклем ябай ғәмәл, уны, эшкә һанамай, «юҡҡа сығарырға» ла мөмкин. Әммә, икенсе яҡтан ҡарағанда, ул шул тиклем иғтибар һәм күңел талабы кәрәк булған ғәҙәти, көндәлек ҙур эш.

 

Фото А. Королев

 

Баланың телмәрен байытыу өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?
Баланың телмәрен байытыу өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?
Баланың телмәрен байытыу өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас