

Үҫентеләрҙе теплицаға ултыртҡандан һуң, кесерткән төнәтмәһен дә ҡулланыу яҡшы. Кесерткәнде ваҡлап турап, биҙрәнең өстән ике өлөшөнә һалып, һыу менән тултырып, бер аҙнаға ултыртып ҡуяһың, шунан үҫентеләргә һибәһең.
Насар үҫһә, ашлама итеп ағас көлө һалабыҙ. Ундағы калий һәм фосфор үҫемлектәр сәскә атҡан һәм емеш биргән осорҙа ла кәрәк. Бер стакан көлдө ике стакан ҡайнар һыуҙа эретергә лә бер тәүлек төнәтергә, ҡулланыр алдынан һөҙөргә һәм бергә ун иҫәбенән шыйыҡлатып һибергә кәрәк.
Һыйыр тиреҫе лә – яҡшы ашлама. Биҙрәнең яртыһына тиреҫ һалып, һыу тултырырға ла, бер аҙнаға йылы урынға ултыртырға. Шунан бергә ун нисбәтендә һыу менән ҡатнаштырып, һәр төпкә һибеп сығырға. Быныһы инде ҙурҙарына ергә ултыртҡандан һуң эшләнелә.
Сәскә атҡанда, емешләнә башлағас, калийлы, фосфорлы ашламалар ҡулланыу яҡшы. Мәҫәлән, көл һыуы, банан ҡабығы, бор кислотаһы. Бер-ике грамм бор кислотаһын биш литр һыуға ҡушып, үҫентеләргә һиптерәбеҙ.
Бер литр һыуға биш тамсы йод һәм 200 миллилитр ҡуйы булмаған һөт һалып эшләнгән ашлама ауырыуҙарҙан һаҡлай. Уны ике аҙнаға бер тапҡыр һибергә була. Уңышты арттырыу өсөн ун тамсы йодты ун литр һыуға һалып, һәр төпкә берәр литр һибеп сығырға мөмкин.
Нишатыр спирты ла популяр булып китте. Аммиак, ул азот ашламаһы ла булып тора, үҫемлектәрҙе үҫтерә, иммунитетын нығыта һәм бөтә төр ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Уның еҫе яман, шуға ҡоротҡостарҙы, ҡырмыҫҡаларҙы яҡын килтермәй. Әммә үҫемлек емешләнгән ваҡытта, азот менән үтә ныҡ мауығырға ярамай, артыҡ азот һабаҡ өлөшөн генә үҫтерә.
Шулай итеп, минераль ашламаларһыҙ, бары өйҙәге, ҡул аҫтында булған ябай рецептарҙы ҡулланып, ҙур уңыш алырға һәм иң мөһиме – сәләмәтлек өсөн файҙалы йәшелсә-емеш үҫтереп була.
Роза Хөснуллина яҙып алды.
Фото Зөһрә Фазуллинаның шәхси архивынан