+30 °С
Болотло

Юғары уҡыу йортона инергә ярҙам итә

Алмас Азамат улы Садиҡов – Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы егете. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлап, бөгөн Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында физиканан уҡыта һәм «Башҡортостан кванториум»ы республика балалар технопаркында БПЛА, робототехника, хайтэк, лазер һәм аддиттив технологиялар буйынса өҫтәмә белем бирә.

Юғары уҡыу йортона инергә ярҙам итәЮғары уҡыу йортона инергә ярҙам итә
Юғары уҡыу йортона инергә ярҙам итә

– Һеҙ һөнәри йүнәлеш тә бирәһегеҙ, юғары уҡыу йорттарына инергә ярҙам итәһегеҙ, шулай бит?

– Эйе, әгәр бала техник йүнәлешле вузға уҡырға инергә теләһә, уға өҫтәмә белем алырға кәрәк, сөнки унда БДИ имтихандары ғына етмәй, эске имтихан да бирәләр. Ул имтихан шунан ғибәрәт: ике сәғәт эсендә физиканан мәсьәләләр сисергә кәрәк, улар мәктәп программаларына нигеҙләнгән, әммә тағы ла тәрәнерәк. «Кванториум»да шөғөлләнеү юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеген күпкә арттыра. Бында беҙ физиканан уҡыусыларҙың белемен тәрәнәйтәбеҙ, практикала ҡулланырға өйрәтәбеҙ. Балалар менән проекттар эшләйбеҙ. Уҡыусыларҙың фекеренә лә ҡолаҡ һалам, сөнки балаларҙың башында идеялар шул тиклем күп, улар әллә ниндәй машиналар уйлап сығара ала. Проектҡа кәрәк булған эш материалдарын беҙ атай-әсәйҙәр менән бергә һатып алабыҙ һәм конкурсҡа тиклем ваҡыт әҙ ҡалһа, улар менән бергәләшеп, тиҙ генә эшләп бөтөрөп ҡуябыҙ. Уҡыусыларым менән етенсе кластан алып вуз һайлайбыҙ һәм унда инеү өсөн маҡсатлы рәүештә шөғөлләнәбеҙ, сөнки конкуренция ҙур. Техник белем алырға ниәтләгән абитуриенттарға түбәндәге вуздарҙы тәҡдим итәм: Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник универси-тетының космос факультетының ракета-космос техникаһы бүлеген, Мәскәү физика-технология институтын (МФТИ), Өфө дәүләт нефть техник университетының торба үткәргес транспорты факультетын, Өфө фән һәм технологиялар университетының (элекке Өфө авиация техник университеты) двигатель яндырыу, авиация двигателе бүлектәрен. Уларҙа физика, инженер белеме яҡшы бирелә, матди базалары шәп. Ғөмүмән, БДИ, ТДИ-нан ҡурҡмаҫҡа, күберәк предметтарҙан имтихан бирергә, документтарҙы төрлө вуздарға тапшырырға кәңәш итәм. Минең унлап уҡыусым, техник вуздарға инеп, күптәре уҡып бөтөп, инженер һөнәренә эйә булды инде.

 

Роза Хөснуллина

Фото А. Королев

Юғары уҡыу йортона инергә ярҙам итә
Юғары уҡыу йортона инергә ярҙам итә
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас