+30 °С
Болотло

Алһыу Бәхтиеванан телеңде йоторлоҡ тәмле пирог

Алһыу Бәхтиева талантлы актриса, моңло тауышлы йырсы ғына түгел, ә иҫ киткес егәрле хужабикә лә. Тәмле итеп бешерә лә. Бөгөн беҙ уның күп һанлы рецептары араһынан тәмле бәлешен тәҡдим итәбеҙ.

Алһыу Бәхтиеванан телеңде йоторлоҡ тәмле пирогАлһыу Бәхтиеванан телеңде йоторлоҡ тәмле пирог
Алһыу Бәхтиеванан телеңде йоторлоҡ тәмле пирог

Ҡамыр:

Бер ҡап май;

Бер йомортҡа;

Сода;

Тоҙ;

Ярты стакан шәкәр;

Самалап он (ҡулдан айырылғансыға тиклем баҫырға).

 

Әҙер ҡамырҙы һалып торорға.

Эслек әҙерләйбеҙ:

200 грамм творог;

200 грамм – магазин ҡаймағы;

Бер йомортҡа;

Ярты стакан шәкәр;

Бөтәһен дә болғатабыҙ.

 

Ҡамырҙы табаға 0,5 см ҡалынлығында йәйеп, ситтәрен күтәреп ҡуйырға. Эсенә әҙер эслекте һалып, өҫтөнә үҙегеҙ теләгән еләу-емеште һалырға була (ер еләге, ҡарағат, сейә һ.б.) Бер ниндәй ҙә еләк һалмаһаң, сметанник була. Бер яғына – бер төрлө, икенсе яғына икенсе төрлө емеште һалырға була.

Автор:
Читайте нас