

Яуап (шәйех Ибне Ғөҫәймин[1]): Ир кеше был хәлде үҙгәртә алһа, үҙгәртһен. Әгәр был мөмкин булмаһа, мин ҡатын кеше ҡәйнәһе менән бындай хәлдә ҡалырға тейеш тип уйламайым. Сөнки был ҡатын кеше өсөн дә, ирҙең әсәһе өсөн дә, ирҙең үҙе өсөн дә ауыр тормош буласаҡ. Йөрәктәр быяла кеүек: әгәр ул селпәрәмә килһә, уны ҡабат йыйып алыу мөмкин түгел.
Шуға күрә, һеҙгә бер нисә эште эшләр кәрәк:
беренсенән, ғәйеп, хата кемдә икәнен асыҡлағыҙ,
икенсенән, мөмкин булһа, был хатаны төҙәтеп, хәлде яйға һалығыҙ,
өсөнсөнән, әгәр килеп сыҡмаһа, ҡатын кешенең ҡәйнәһе менән бындай хәлдә ҡалыуында яҡшылыҡ юҡ.
Лиҡа Әл-бәб әл-мәфтүх, 58.
___________________
[1] Әбү Ғәбдилләһ Мүхәммәд ибн Салих әл-Вүһәйби әт-Тәмими (ғәрәп. أبو عبد الله محمد بن صالح الوهيبي التميمي) — үткән быуаттың күренекле ислам ғалимы, хәнбәли мәҙһәбе фаҡиһы, мөфәссир, университет мөғәллиме. Ибне Ғөҫәймин (ғәрәп. ابن عثيمين) булараҡ билдәле. Бынан тыш шәйех аҡида, фиҡыһ, Ҡөрьән тәфсире өлкәләрендә күп һанлы хеҙмәттәр авторы. Һижри иҫәп менән 1347–1421 (миләди 1929–2001) йылдарҙа йәшәгән.
«Хаҡ юлда», 2026 (миләди)
Ихсан Башҡорт, тәржемә, 2026, 27 алағарай (һижри 1447 йыл, зөлҡағиҙә айының 10-сы көнө)
#һорау_яуап@xaq_yulda #ғаилә@xaq_yulda| #Ибне_Ғөҫәймин@xaq_yulda #Лиҡа_Әлбәб_әлмәфтүх@xaq_yulda #һорау_яуап #ғаилә #ҡәйнә #килен
"Хаҡ юлда. Ислам дине" төркөмөнән