+30 °С
Болотло

Беҙҙең тышлыҡта ШАҒИРҘЫҢ АМАНАТЫ

Беҙ уҡып үҫкән «Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?» тигән Әлфиә менән бөгөнгө Әлфиә Мостай ҡыҙы араһында, әлбиттә, айырма ҙур. Улар араһында тотош ғүмер, хатта ки бер дәүер тарихы ята. Әлеге олпат мөләйем ханым – ҡырҡ йыллап Өфө дәүләт авиация техник университетында белем биргән доцент, синхрон тәржемәсе, сит телдәргә тиҫтәләгән фәнни-техник монографияларҙы ауҙарған белгес, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Шулай ҙа мин уның менән осрашыуға «Әлфиә мәҙәктәре»нең прототибын күреүгә лә өмөт итеп барҙым.

Беҙҙең тышлыҡта ШАҒИРҘЫҢ АМАНАТЫБеҙҙең тышлыҡта ШАҒИРҘЫҢ АМАНАТЫ
Беҙҙең тышлыҡта ШАҒИРҘЫҢ АМАНАТЫ

– Әлфиә апай, әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе һеҙҙең Мостай Кәримдең ҡыҙы булыуығыҙҙан башлайыҡ...

– Әйҙәгеҙ. Халыҡ араһында минең кемдең ҡыҙы булыуымды артыҡ белмәнеләр ул. Уҡығанда ла, эшләгән ерҙә лә, хатта бөгөн дә күптәр был хаҡта хәбәрҙар түгел. Күп осраҡта быны йәшерергә лә тура килде хатта (көлә). Атайым ябайлыҡты, баҫалҡылыҡты яратты һәм беҙҙе лә шуға өйрәткәйне. Үҙемде белә-белгәндән был исем менән файҙаланыуҙан бигерәк уға файҙа килтерергә тырыштым.

Бала саҡтан атайыбыҙҙың яҙыусы икәнлеген һәм был хеҙмәттең бик етдилеген аңланым. Быны әсәйебеҙ төшөндөрҙө. Атай эшләгәндә аяҡ остарында ғына йөрөнөк, уға фекерҙәштәре килгәндә шым булдыҡ, үҫә бара атайҙың дуҫтарын хөрмәтләүгә аш-һыу бүлмәһендә ҡуша ҡайнаштыҡ, ул юҡта ғына бүлмәһен таҙалап сыҡтыҡ. Артабан инде сит телдәр менән идара итә башлағас, атайыбыҙҙы һәм Яҙыусылар союзы ағзаларын тәржемәсе булараҡ сит илдәргә оҙата йөрөүҙә лә ҡатнаштым. Уларҙың ижадын тәржемә иттем. РСФСР-ҙың Юғары советы депутаты, Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһы советы рәйесе булғанында ла бөтөн төрлө күҙгә күренмәгән мәшәҡәттәрен башҡарыусы тылы инем. Беҙ ҙурайғансы әсәйебеҙ нисек иренең үҫеше өсөн уңдырышлы тупраҡ булһа, был бурысты ул миңә тапшырып, әлегә тиклем ошо яуаплылыҡты алып киләм. Йәғни, Мостай Кәрим ижадын, уның шәхси абруйын беҙ бала саҡтан хөрмәтләй, баһалай һәм күтәрә белдек.

-----------------------------------------------------

– Әлфиә апай, бына һеҙ ағайығыҙ менән шундай әҙәби донъяла үҫеп еттегеҙ, шул һауаны һулап, шул һыуҙа һуғарылдығыҙ һәм... бөтөнләй икенсе юлдар һайланығыҙ. Ҡәләмгә маһирлыҡ күсмәгән инеме һеҙгә, әллә артыҡ ҡыҙыҡһыныу булманымы?

– Ысынында мин дә, ағайым да йәшлектә шиғыр яҙҙыҡ. Үҙем өсөн генә әйткәндә, кемдәргәлер оҡшатып, хисләнеп сыймаҡлай инем. Быны етдигә алмайым. Ә китап уҡырға яраттым. Уҡыу мәҙәниәте беҙгә һеңдерелгән. Ижадҡа килгәндә, ундай маҡсатым булманы. Инглиз телен тәрән өйрәткән мәктәпте тамамланым, сит телдәр менән мауыҡтым. Шул уҡ ваҡытта физика, математика һымаҡ теүәл фәндәрҙе лә яҡшы белдем. Бер мәл хатта, юғары белем һайлағанда, ике уртала ҡала бирҙем әле. Аҙаҡ алтын урталыҡ таптым: авиация институтында уҡытыуҙан тыш, ҡаты есемдәр физикаһы буйынса фәнни тәржемәләр менән дә шөғөлләндем. Фәнни-техник стилдәге мәҡәләләрҙе, монографияларҙы руссанан инглизсәгә ауҙарҙым.

Интернет тигән нәмә күҙгә күренгәс тә, иң беренселәрҙән булып Америкаға барып уның программаларын үҙләштерҙем һәм ҡайтып студенттарыбыҙҙы өйрәттем. Компьютерҙың коммуникатив программаларын һәм төрлө методикаларын ғына нисәү яһағанмындыр – белмәйем. Ҡырҡ йыл йәштәр араһында булдым, һуңғы йылдары иһә бары тик аспиранттар менән генә эшләнем. Ошо хеҙмәт буйынса дөйөм алып әйткәндә, шул тиклем бирелеп, мөкиббән булып башҡарҙым һөнәремде. Эшемә ихлас барҙым һәм күңелем булып арып ҡайттым. Шундай бәхет яҙҙы миңә: эшемде яраттым. Унан ҡала атайымдың һәм уның яҡын дуҫтарының, мәҫәлән, Сыңғыҙ Айытматовтың, Рәсүл Ғамзатовтың ижадын руссаға һәм инглизсәгә лә тәржемә иттем. Яҙыусылар ҡатнашлығындағы ил-ара сәйәси сараларҙа, конференцияларҙа, уларҙың сит илдәргә барған сәфәрҙәрендә лә шул функцияла оҙата йөрөргә тура килде. Бер мәл хатта Мәскәүҙең Әҙәбиәт институты һорауы буйынса, Яҙыусылар союзы һәм Зәки Вәлиди исемендәге китапхана берлегендә, әҙәби тәржемәселәр төркөмө йыйып уҡыта ла башлағайныҡ. Үкенескә ҡаршы, был идея тормошҡа ашманы. Һәм был проблема бөгөн дә бар, башҡорт әҙәбиәтен ил һәм донъя кимәленә сығарыу өсөн профессиональ тәржемәселәр кәрәк.

-------------------------------------------------

– Мостай Кәрим исемендәге фондтың эшмәкәрлеге тураһында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт биргәндә...

– Фонд 2013 йылда беҙҙең ғаилә тарафынан ойошторолғайны. Уның бурысы – мәғрифәтселек. Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, шулай уҡ республиканың юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, крайҙы һәм тарихты өйрәнеү буйынса академик программалар булдырыуға булышлыҡ итәбеҙ. 2015 йылдан Башҡорт дәүләт университетының (әле Өфө фән һәм технологиялар университеты) башҡорт теле һәм журналистика факультетында белем алыусылар өсөн гранттар булдырылған. Улар йыл һайын иң яҡшы студенттарға – Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеүселәр менән бер рәттән башҡорт телен өйрәнгән һәләтле журналистарға тапшырыла. Шулай уҡ фонд атайыбыҙҙың юбилей даталарын билдәләй. Мәҫәлән, 100 йыллығы сиктәрендә Өфөлә, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда, Алматыла һәм Рәсәй Федерацияһының күп кенә башҡа ҡалаларында, шулай уҡ ҡайһы бер сит илдәрҙә Мостай Кәрим исемен мәңгеләштереүгә арналған байтаҡ мәҙәни саралар уҙҙы.

Фотолар Әлфиә Мостай ҡыҙының шәхси архивынан, тышлыҡ - А. Королев.

Беҙҙең тышлыҡта ШАҒИРҘЫҢ АМАНАТЫ
Беҙҙең тышлыҡта ШАҒИРҘЫҢ АМАНАТЫ
Беҙҙең тышлыҡта ШАҒИРҘЫҢ АМАНАТЫ
Беҙҙең тышлыҡта ШАҒИРҘЫҢ АМАНАТЫ
Беҙҙең тышлыҡта ШАҒИРҘЫҢ АМАНАТЫ
Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас