+30 °С
Болотло

Баҡса Белгән – өйрәтә, белмәгән – өйрәнә

«Йәшелсә үҫентеһен Зөһрәнән алам, уныҡылар көслө була, шәп уңыш бирә», – тигәндәрен йыш ишетергә була Баймаҡ районы Юлыҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙарынан. Ысынлап та, Зөһрә Марс ҡыҙы Фазуллина – тәжрибәле баҡсасы. Оҙаҡ йылдар мәктәп баҡсаһында етештереү бригадаһын етәкләгән белгес. Журнал уҡыусыларыбыҙға уның кәңәштәрен әңгәмәсебеҙ телмәре менән бирәбеҙ. Мин йәшелсәләрҙе һәр саҡ Айға ҡарап сәсәм. Шулай дөрөҫ була.  Ай үҫеүгә киткән ваҡытта ер өҫтөндә, (быйыл ул 17-30 майҙарға тап килә), ә ай кәмегәндә (2-15 майҙарҙа), ер аҫтында уңыш бирә торғандарын сәсәм.

Баҡса Белгән – өйрәтә, белмәгән – өйрәнәБаҡса Белгән – өйрәтә, белмәгән – өйрәнә
Баҡса Белгән – өйрәтә, белмәгән – өйрәнә

Баклажан, борос, «Бычье сердце» сортлы помидор үҫентеләрен февралдән алып майға тиклем, ә «Сибирский скороспелый», «Ямал», «Ракета», «Сибирянка» тигәндәрен марттан майға тиклем, ай – ай ярым өйҙә үҫтерәм. Оҙоная башлаһалар, һыу һипмәйерәк торам, шул саҡта уларҙың һабаҡтары әҙерәк йыуаная. Пикировканан һуң (үрсетмәләрҙең тамырҙарының осон өҙөп, иркенерәк булһын өсөн, икенсе һауыттарға бүлеп ултыртыу) бер аҙнанан, үрсетмәләрҙең тамыры нығынғас, тупраҡҡа азот менән фосфор индерергә кәрәк. Улар тауыҡ тиҙәгендә була. Ике өлөш тиҙәк, бер өлөш һыу һалып, ҡаплап, ике-өс көн тотам да, шуны ун өлөш һыу менән ҡатнаштырып, әҙ дозала һибәм. Был беренсе ашлама була.

Үҫентеләр насар үҫһә, тимәк, калий кәрәк. Ул банан ҡабығында күп. Ике-өс банан ҡабығын өс литр йылы һыуҙа өс көн төнәтергә. Ҡулланыр алдынан һөҙөп, үҫентеләргә һибергә кәрәк.

Тағы бер рецепт: өс-дүрт йомортҡа ҡабығын онтайбыҙ. Өс литр йылы һыуҙа эретеп, ауыҙын сепрәк менән бәйләп ҡуябыҙ. Өс көндән һуң яман еҫ сыға башлай. Был сероводород тарҡала. Шул төнәтмәне һыуға болғап, рассадаға һибәбеҙ.

Үрсетмә үҫтергән ваҡытта, айына бер тапҡыр, бер литр һыуға бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк – был һабаҡтарҙың иммунитетын күтәрә.

Май урталарында, йылытмалағы түтәлдәрҙең аҫтына биойылытыу маҡсатында тиреҫ индерәм. Ҡыярға оялар эшләйем дә шул оялар эргәһенә редис сәсәм.  Помидорҙарҙы бер мөйөшкә ултыртам. Июнь урталарында даими урынға, баҡсаға, теплицаға сығарам. Ҡыярға дымлыраҡ һауа кәрәк, помидорға – ҡорораҡ. Төнгөлөккә ҡаплайым, сөнки беҙҙә төндәрен һыуыҡ.

Ултыртҡандан һуң тамырҙары һәм япраҡтары нығынһын өсөн, азотлы, органик ашламалар, мочевина һибергә була.

 

Үҫентеләрҙе йылытмаға ултыртҡандан һуң, кесерткән төнәтмәһен дә ҡулланыу яҡшы. Кесерткәнде ваҡлап турап, биҙрәнең өстән ике өлөшөнә һалып, һыу менән тултырып, бер аҙнаға ултыртып ҡуяһың, шунан үҫентеләргә һибәһең.

Насар үҫһә, ашлама итеп ағас көлө һалабыҙ. Ундағы калий һәм фосфор үҫемлектәр сәскә атҡан һәм емеш биргән осорҙа ла кәрәк. Бер стакан көлдө ике стакан ҡайнар һыуҙа эретергә лә бер тәүлек төнәтергә, ҡулланыр алдынан һөҙөргә һәм бергә ун иҫәбенән шыйыҡлатып һибергә кәрәк.

Һыйыр тиреҫе лә – яҡшы ашлама. Биҙрәнең яртыһына тиреҫ һалып, һыу тултырырға ла, бер аҙнаға йылы урынға ултыртырға. Шунан бергә ун нисбәтендә һыу менән ҡатнаштырып, һәр төпкә һибеп сығырға. Быныһы инде ҙурҙарына ергә ултыртҡандан һуң эшләнелә.

Сәскә атҡанда, емешләнә башлағас, калийлы, фосфорлы ашламалар ҡулланыу яҡшы. Мәҫәлән, көл һыуы, банан ҡабығы, бор кислотаһы. Бер-ике грамм бор кислотаһын биш литр һыуға ҡушып, үҫентеләргә һиптерәбеҙ.

Бер литр һыуға биш тамсы йод һәм 200 миллилитр ҡуйы булмаған һөт һалып эшләнгән ашлама ауырыуҙарҙан һаҡлай. Уны ике аҙнаға бер тапҡыр һибергә була. Уңышты арттырыу өсөн ун тамсы йодты ун литр һыуға һалып, һәр төпкә берәр литр һибеп сығырға мөмкин.

Нишатыр спирты ла популяр булып китте. Аммиак, ул азот ашламаһы ла булып тора, үҫемлектәрҙе үҫтерә, иммунитетын нығыта һәм бөтә төр ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Уның еҫе яман, шуға ҡоротҡостарҙы, ҡырмыҫҡаларҙы яҡын килтермәй. Әммә үҫемлек емешләнгән ваҡытта, азот менән үтә ныҡ мауығырға ярамай, артыҡ азот һабаҡ өлөшөн генә үҫтерә.

Шулай итеп, минераль ашламаларһыҙ, бары өйҙәге, ҡул аҫтында булған ябай рецептарҙы ҡулланып, ҙур уңыш алырға һәм иң мөһиме – сәләмәтлек өсөн файҙалы йәшелсә-емеш үҫтереп була.

Роза Хөснуллина яҙып алды.

 

Фото героиняның шәхси архивынан

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас