+14 °С
Облачно

Көнкүреш Май майы

Хәйбулла районы Сиҙәм ауылынан Солтановтар ғаиләһе хужалығында күпләп мал аҫрай. «Оҙайлы ҡышты йылы  һарайҙарҙа үткәргән мал да яҙғы иркенлекте көтөп ала ул», – тип һөйләй хужабикә Маһинур Ҡыяметдин ҡыҙы. Быйыл яҙ иртә килеү сәбәпле, март аҙағында уҡ сығарғандар. Апрелдә инде көтөүгә ҡыуғандар.

Көнкүреш Май майыКөнкүреш Май майы
Көнкүреш Май майы

Беләһегеҙҙер, хөрмәтле журнал уҡыусыларыбыҙ, май айының майы юғары баһалана. Уны бигерәк шифалы тип билдәләйҙәр. Һалҡын ерҙе тишеп яҙғы ҡояшҡа үрелгән күгүләндә витаминдар айырыуса күптер, күрәһең. Шуға ла әлеге май үләне менән туҡланған һыйырҙың һөтөнән яһалған май ҙа һап-һары була ул. Был хаҡта беҙгә Маһинур апай һөйләй:

– Май майын эҙләүселәр күп. Дауа урынына тотоноу йә мәлендә был тәмле ризыҡты ашап ҡалыу өсөндә алалар. Былтыр килограмы 1100–1200 һум самаһы булғайны, быйыл тағы ла күтәрелмәҫ тимә. Бының сәбәбе – хәҙер ауылдарҙа ла халыҡтың мал тотмауындалыр. Һыйырҙы аҫрау мәшәҡәтле шул, әммә ул биргән аҡтың ризығы ла мул.

Май майы ла ғәҙәти май кеүек итеп бешеп алына. Айранын да сөсө һәм майлы икмәк бешереүгә ҡулланалар. Майҙың үҙен инде элек сөгөнгә таҫлап һалып, һалҡын баҙҙа һаҡлаһалар, бөгөн уның урыны – туңдырғыста.

Май майының иретелгәне, йәғни һары майы ла популяр. Һары майҙы ашауҙан, ризыҡ ҡыҙҙырыуҙан тыш балаларҙы һылауға ла, сәскә битлек итеп тә файҙаланалар. Баш ауыртҡанда ла түбәгә, ҡолаҡ төптәренә һылағандар, ҡоро тирене ебетеп алғандар. Уны хатта серәкәй-ләпәкәйгә ҡаршы ла һөртөнгәндәр. Бына шундай файҙалы ул йылына бер генә мәлдә була торған май майы.

 

Роза ӘҘЕҺӘМОВА.

 

Фото героиняның шәхси архивынан.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас