+12 °С
Облачно

Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡоясаҡтар

Республикала йәшәүселәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау мәсьәләһендә бронзанан скульптура композицияһын тергеҙеү яҡлы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: тап ошондай вариант архивта һаҡланған проект документацияһында ҡаралған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 июндә үткән оператив кәңәшмәлә мәсьәләгә һуңғы нөктә ҡуйҙы.

Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡоясаҡтарСалауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡоясаҡтар
Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан ҡоясаҡтар

- Апрелдә ҙур комиссия менән һәйкәлде реставрациялау барған майҙансыҡҡа барҙыҡ. Белгестәр әйтеүенсә, беҙгә һәйкәлдең 80 процентын үҙгәртергә, яңы элементтар эшләргә кәрәк, тигәйне. Был йәһәттән беҙ уйланыҡ, әммә унда металл бик юғары сифатлы түгел, – тине Радий Хәбиров. - Дискуссиялар барышында бер идея тыуҙы һәм беҙ уны республика халҡына тәҡдим иттек. Яңы һәйкәлде төп нөсхәнең тулы күсермәһе итеп бронзанан ҡойорға кәрәк. Был оҙаҡҡа етәсәк. Сосланбәк Тавасиевтың ейәне күптән түгел ҙур интервью биргәне, унда ул һәйкәлдең тәүге проекты тураһында һөйләне. Беҙ бөтә документтарҙы күтәрҙек, улар архивта һаҡланған. Һәйкәл бронзанан ҡойолорға тейеш булған. Әммә, һеҙ үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ: ул саҡта ауыр ваҡыттар булған. Төҫлө металл башҡа бурыстарҙы хәл итеү өсөн ҡулланылған. Шуға күрә бындай мөмкинлек булмаған.

  • Сөгөндән эшләнгән статуяны ла белгестәр ремонтлаясаҡ. Тергеҙелгәс, республика халҡы менән кәңәщләшеп, уға яңы урын табырбыҙ һәм купол аҫтына ҡуйырбыҙ, ул урын музейға әйләнәсәк, - тине Р. Хәбиров.

Радий Хәбиров һәйкәлде 2027 йылда урынына ҡуйырға һәм бының өсөн “юл картаһын” төҙөргә ҡушты.

 

Материал, фото https://glavarb.ru/ru/news/event/pamyatnik-salavatu-yulaevu-v-ufe-otolyut-iz-bronzy-89101/

 

Автор:
Читайте нас