

Бөгөн интернет селтәрендә бер фотоһүрәт күргәс, үткән йылдарҙы тағы иҫкә төшөрҙөм.
Үзбәкстандың баҙар иҡтисадына күсеү осорондағы көрсөктө һәр кем үҙ аллы үткәрә башланы. Аслыҡ һәм һыуһыҙлыҡ арҡаһында хаҡтар үҫте, кешеләрҙең ашарға яраҡлы бойҙайҙары бөттө, магазин һәм тирмәндәрҙә лә бойҙайҙың дефицит тауарға әүерелде.
Беҙ ҡара михнәт эсендә әкренләп үҫмер йәшебеҙгә етеү менән бергә үҙебеҙҙең социаль хәлебеҙҙән ояла ла башлаған инек.
Ниһайәт, бер мәл тирә-яҡҡа иғтибар итеүҙән туҡтап, иңбашыбыҙға кәтмән аҫып, баҫыуҙа ҡара тиргә батҡанса эшләй башланыҡ. Урта Азияның ҡайнар ҡояшы Ҡара диңгеҙ буйында ял итеү түгел, әлбиттә. Бында эшләгән һәр кеше ҡот осҡос тирләй, йонсой. Был баҫыуҙарҙың беҙҙең өсөн бер генә уңай яғы бар: баҫыу буйлап ултыртылған тут ағастарының эргәһендә үк арыҡтар аға.
Ауыр баҫыу эштәренән һуң, һалҡын һыулы арыҡтарға һикереп һыу инеү һиңә яңы бер тойғо бүләк итә. Әйтерһең дә, һин ҡый үләндәрен кәметеп, гектарлап ерҙе эшкәртмәгәнһың, ә йомшаҡ елдәргә наҙланып, тал ағастары аҫтында ятҡанһың. Әле яңынан тыуған кеүекһең, ел иһә айырыуса наҙ менән сәстәреңде, яңаҡтарыңды һыйпағандай. Ә бына инде күктә иһә бөтөнләй илаһи бер тормош гүйә. Аҡ һәм күк болоттарҙан хасил күк аттары сикһеҙ яҡтылыҡ буйлап сабалар, төрлө бейеклектә осоусы ҡоштар һауала сырҡылдайҙар, үҙенән һуң нескә эҙ ҡалдырған самолеттар болоттар араһынан бер күренеп, бер юғалып, рәхәтләнеп осалар. Был гүзәллекте күҙәтеү әлбиттә, шул тиклем рәхәт, әммә ярлы хеҙмәткәр, колхозсы йәки күп балалы яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙың ысынбарлығы ғөмүмән башҡаса ине .
Бар тормош ауырлыҡтары әсәйемдең иңенә төшөүе сәбәпле, уның донъяһы бер аҙ икенсе төрлө ине. Был донъя ҡаты, һоро, ҡара һәм тәрән, бик әсе лә ине. Шунлыҡтандыр ул күҙҙәрендәге нурҙы, шатлыҡты һәм киләсәккә ышанысты үҙенең ауыр тормош юлы соҡорҙарының берәй ерендә төшөрөп ҡалдырған кеүек ине. Был юғалтыу сәбәпле әсәй беҙҙе артыҡ һөйөп иркәләмәй ҙә ине.Ҡайһы саҡта үҙ балаларын шул хәтлем яратып, наҙ менән һөйгән ата-әсәләрҙе күргәс, әллә беҙ әсәйҙең үгәй балаларымы икән, тигән уйҙар ҙа килә ине башҡа. Ул ваҡытта беҙ йәш инек. Бындай тормош ауырлыҡтары бер итәк бала менән тороп ҡалған йәш ҡатынға тулайым эләгеүен, әсәйебеҙҙең ир менән ҡатын бүлешеп эшләргә тейеш эште бер үҙе атҡарыуын, шуның менән бергә балаларҙы ла тәрбиәләргә тейеш икәнен аңлап етмәй инек тә баһа.
Хәҙер аңлауымса, ошо осорҙа бөтә кешеләргә лә тормош ауыр булған. Был хәл бер кемде лә аяманы. Ҡайһы бер йәш кешеләрҙе енәйәт урамдарына инәргә, Алла ҡушмағанын да эшләргә мәжбүр итте хатта...
II
Беҙҙең совхозда бойҙай келәте булғанлыҡтан, күрше совхоздарҙан миҙгел дауамында көн һайын ЗИЛ кеүек йөк машиналарында тонналап бойҙай килтерелә ине. Эшкәртелгәндән һуң был бойҙайҙы ҡала тирмәндәренә кире ебәрәләр, ә ағыулы ваҡ бойҙайҙы сәсеү өсөн ҡалдыралар ине.
Совхозыбыҙҙың бик уҫал һәм хулиган егеттәре беренселәрҙән булып бер шомлоҡ уйлап таптылар. Улар ил йоҡоға талған мәлдә йә әле әтәс тә уянмаған саҡта серле бер һунарға сығалар ине. Был алғыр ҡараҡ егеттәр иртә таңда хәрәкәттәге йөк машинаһы бортына һикереп менәләр ҙә, билдәренә йылан һымаҡ уралған тоҡто тартып алып, унда дөбөр-шатыр бойҙай тултыралар һәм шул тоҡтарҙың ауыҙын ашығыс рәүештә арлы- бирле бәйләп, борттан юл ситенә ырғыталар ине. Был эш тиҙ хәрәкәт итеүҙе һәм оҫталыҡ талап итә ине, сөнки артта икенсе йөк машинаһы килә һәм ҡайһы бер саҡта ул машинаның кабинаһында милиция булыуы ла ихтимал ине.
Ә артта ҡалған тағы бер төркөм егеттәргә иһә бишекле мотоцикл менән йөк машинаһын һаҡлап барыу һәм машина бортынан ташланған бойҙайлы тоҡтарҙы тотоп алып, мотоцикл бишегенә тиҙ генә йәшереү кеүек борыстар инә ине. Улар үҙ эштәрен эшләгәс, арттағы йөк машинаһы күренгәнсе, юл ситенә төшөп ҡасып ҡалалар ине.
Йөк машинаһы өҫтөндә барған алғыр егет иһә иң аҙаҡтан һикерә. Бындай һикереүҙәр һөҙөмтәһендә кемдер ҡулын йә аяғын һындыра ине. Был күренеш закон телендә “урлашыу” тип аталһа ла, колхозсылар телендә “йәшәү өсөн көрәш” тип атала ине.
Әгәр һин аяғыңды йәки ҡулыңды һындырһаң, был һинең көсһөҙлөгөң арҡаһында йәки урлашҡаның өсөн Алланан тапҡан язаң була, тип бер-береһен йыуата ине егеттәр. Ошондай серле һунарҙан килгән бойҙай төркөм егеттәре араһында үҙ ара бүленә ине.
Әсәйебеҙгә ярҙамсы булырға тейеш булған ағайым күптән инде беҙҙең менән баҫыуҙа эшләүҙән туҡталған, сөнки ул ғаиләбеҙҙең ярлылығынан һәм класташтарының мыҫҡыллауынан ояла ине. Шуға күрә ағайым да ошо алғыр ҡараҡ егеттәр төркөмөнә инергә булды. Егеттәр был төркөмгә ышаныслы, атайһыҙ йә әсәйһеҙ ҡалған, йә ярлы ғаилә балаларын индерәләр ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, теләһә кемде индермәйҙәр ине.
Ябыҡ кәүҙәле, урыҫтар һымаҡ һап-һары сәсле ағайым бер көн барып, ярты тоҡ бойҙай алып, әммә ҡулын да тайҙырып ҡайтты. Ашау етмәгәнгә ябығып киткән, елкә һөйәктәре тырпайып сыҡҡан әсәйем был эшкә ҡаршы килде, әлбитә. “Һин – минең берҙән-бер улым, ҡулыңды йәки аяғыңды һындырһаң, нимә булыр ине? Әгәр һине тотһалар, нимә эшләрмен? Юҡ, балаҡайым, яҡшыһы: өйҙә генә тик ултыр! Һинең һаулыҡ иҫәбенә икмәк ашағанса, икмәкһеҙ ултырыуым яҡшы булыр”, – тине ул һәм ағайҙы төнгө һунарҙан ҡайтарҙы. Ә беҙҙең икмәк тураһындағы сираттағы хыялыбыҙ ғәмәлгә ашманы.
III
Был ваҡиғанан һуң совхоздың бөтә ҡатын-ҡыҙҙары йәш балалар менән яҡын-тирәләге баҫыуҙарға сығып, ай яҡтыһында башаҡтар ҡайыра башланылар. Беҙ ҙә был эштән ситтә торып ҡалманыҡ, әлбиттә. Уҫал ҡатындар юл буйындағы ашлыҡ баҫыуҙарына эйәләп алдылар, минең әсәйем кеүек йыуаш ҡатындарҙыҙ “Беҙ барыбыҙ ҙа бер урында булһаҡ, дихкандар күреп ҡалыу ихтималы бар, шуға курә беҙҙән алыҫ китегеҙ йә икенсе баҫыуға барығыҙ”, – тип икенсе баҫыуға ҡыуҙылар.
Меҫкен етемдәргә бер ерҙә лә көн юҡ тигәндәй, беҙ өйҙән алыҫ булған баҫыуға юл тоттоҡ. Ниһайәт, бойҙай баҫыуына килеп еттек.
Төнгө басыу. Ағас куләгәһендә шайтан һымаҡ ҡара-ҡора нимәләрҙер күҙгә салына. Баҫыуҙа тәлмәрйен менән сиңерткә тауышы ғына, совхоз яғынан теге ҡараҡ егеттәрҙең мотоцикл тауыштары менән бер рәттән олоған эттәр өнө генә ишетелеп кала. Был мәлдә минең тиңдәштәр ай яҡтыһында осрашаларҙыр, бәлки бер-береһенә мөхәббәтле ҡарашып, йондоҙло асманға бағаларҙыр – белмәйем. Әммә беҙҙең кеүектәрҙең әлеге бурысы – һап-һары булып өлгөргән бойҙай башаҡтарын ҡайырыу.
Беҙ “бисмилла”быҙҙы әйтеп бойҙай ҡайыра башланыҡ. Баҫыу хужаһы күреп ҡалмаһа ярай ине, тип ҡурҡып-боҫоп, абына-төртөлә, ҡулдарға башаҡтың ҡылы сәнселһә лә, әсәйем, һеңлем һәм мин өс тоҡ бойҙай ҡайырҙыҡ.
Төн яртыһынән уҙған мәлдә елкәгә өс тоҡ башаҡ йөкмәп, өс шәүлә ҡайтып барабыҙ. Артыҡ тауыштар сыҡмаһын өсөн, арты ҡырҡылған галоштан эшләнгән тәпешкәләребеҙҙе ҡулыбыҙға тотоп алғанбыҙ.
Бөтә халыҡ ошолай итеп бойҙай урларға, башаҡ ҡайырырға сыҡҡан булһа ла, “Берәү күреп ҡалһа, бигерәк оят була бит. Эй Хоҙайым, үҙең һаҡла инде бындай ояттан”, – тип, әсәйебеҙ ҡурҡа-ҡурҡа доғалар уҡып килә. Беҙ бит ҡараҡ түгел, ә бик ас кешеләр генә инек. Әсәйем дә бик тоғро һәм намыҫлы ҡатын-ҡыҙҙарҙан. Алты баланы ашатыуҙан арығанлыҡтан, мөмкинлектәре булмағанлыҡтан, туған аға-энеләренән дә берәй өн сыҡмағас, аптырап башаҡ йыйырға мажбүр булған ине.
Шулай итеп, әсәй доғаларҙы бер ҙә юҡҡа уҡымаған булып сыҡты. Сөнки төндә беҙ урлаған өс тоҡ башаҡ өсөн түләү һәм әсәйебеҙгә биреләсәк яза әле алда үз сиратын көтөп тора ине.
IV
Төнө буйы башаҡ йыйып арығанға күрә, өйгә ҡайтҡас та шунда уҡ йоҡлап киттек. Таң менән әсәйемдең илаған һымаҡ тауышынан уянып киттем.
– Әсәй, тыныслыҡмы? Нимә булды?
– Тыныслыҡ түгел. Кисә төндә бойҙай баҫыуында минең паспортым төшөп ҡалған. Харап булдыҡ, балаҡайҙарым. Бөгөн бит балалар аҡсаһын алырға тейеш инем. Паспортһыҙ уны бирмәйҙәр. Хәҙер миңә нимә эшләргә? Әгәр баҫыу хужаһы табып алһа, оятҡа ҡалам бит.
Әсәйем менән бер шул үк көнө ҡабат баҫыуға барып, төндә йөрөгән ерҙәрҙән әсәйдең паспортын эҙләй башланыҡ. Бәхеткә ҡаршы, паспорт бер ҡайҙа ла юҡ ине. Документтарҙы беҙ бер ҡайҙа ла тапманыҡ. Был хәл тишек ыштанын ямағас , икенсе еренән тағы тишелеп сыҡҡан диуананың хәле кеүек аяныслы һәм рәхимһеҙ халәт ине.
Шунан һуң әсәй өс тоҡ башаҡ осон өс ай илап йөрөнө. Шул өс ай эсендә Хоҙайҙан өс мең тапҡыр ғәфү үтенгәндер моғайын.
Был ваҡиғанан һуң теге баҫыу хужаһы булған бригадир ағай ҡапҡа шаҡыны. Әсәй башта бик аптырай: имеш, нисек минең өйҙө таптығыҙ.Ҡурҡышынан паспортта өй адресы яҙылғанын да онотҡан ул.
Ярай, бригадир ағай яҡшы кеше булып сыҡты. Башта әсәйҙе илатҡандан һуң, атайһыҙ алты бала үҫтереп ятҡанын белгәс, “Ярай, балалар хаҡына һеҙҙе ғәфү иттем”, – тип паспортын кире биргән. “Минең баҫыуҙы улай итеп бүтәнсә тапамағыҙ, планым тулһа, хәйер өсөн берәй тоҡ таҙа бойҙай бирермен”, – тигән ул. Был эштән һуң ай яҡтыһында башаҡтар ҡайырыуға ла нөктә ҡуйылды һәм башҡалары кеүек был эш тә уңышһыҙлыҡҡа осраны.
© Анарҡолова Сәғәҙәт Бәхреддин ҡыҙы
13.04.2023 йыл
Фото Л. Закирова