+14 °С
Облачно

Дәүләкән егете - Федераль телеканалда.

Дәүләкән егете - Федераль телеканалда. «Резо» позывнойлы яҡташыбыҙ федераль телеканал эфирында пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү мөмкинлектәре тураһында һөйләне. «Резо»ға 26 йәш. Ул 4 ай ярым элек кенә контракт төҙөп МХО биләмәһенә юллана. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә заман техникаһы менән оҫта идара итергә өйрәнеп кенә ҡалмаған, бөгөн хеҙмәттәштәренә уны көйләү, төҙәтеү оҫталығына ла өйрәтә. Яҡташыбыҙ бала саҡтан электроника менән ҡыҙыҡһынған, төрле приборҙарҙы һүтеп-йыйырға яратҡан. Ул идара иткән «Депеша» робот-техника комплексы — бөгөн фронтта иң кәрәкле ҡорамалдарҙың береһе. Оператор уның менән бер саҡрым алыҫлыҡтан идара итә. Кескәй генә машина разведка яһай, яугирҙәргә юл аса, аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ, ҡорал ташый, хатта яралыларҙы ла алып сыға. Дәүләкәндә иретеп йәбештереүсе һөнәрен алғас, егет Ҡазанда авиация заводында токарь булып эшләй. Ҡаланың торлаҡ йорттарына пилотһыҙ аппарат һөжүмен күргәс, ул эшен ташлап тыуған яғына ҡайта һәм контракт төҙөй. Яҡташыбыҙға уңыштар һәм тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Дәүләкән егете - Федераль телеканалда.Дәүләкән егете - Федераль телеканалда.
Дәүләкән егете - Федераль телеканалда.

Дәүләкән егете - Федераль телеканалда.

«Резо» позывнойлы яҡташыбыҙ федераль телеканал эфирында пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

«Резо»ға 26 йәш. Ул 4 ай ярым элек кенә контракт төҙөп МХО биләмәһенә юллана. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә заман техникаһы менән оҫта идара итергә өйрәнеп кенә ҡалмаған, бөгөн хеҙмәттәштәренә уны көйләү, төҙәтеү оҫталығына ла өйрәтә. Яҡташыбыҙ бала саҡтан электроника менән ҡыҙыҡһынған, төрле приборҙарҙы һүтеп-йыйырға яратҡан.

Ул идара иткән «Депеша» робот-техника комплексы — бөгөн фронтта иң кәрәкле ҡорамалдарҙың береһе. Оператор уның менән бер саҡрым алыҫлыҡтан идара итә. Кескәй генә машина разведка яһай, яугирҙәргә юл аса, аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ, ҡорал ташый, хатта яралыларҙы ла алып сыға.

Дәүләкәндә иретеп йәбештереүсе һөнәрен алғас, егет Ҡазанда авиация заводында токарь булып эшләй. Ҡаланың торлаҡ йорттарына пилотһыҙ аппарат һөжүмен күргәс, ул эшен ташлап тыуған яғына ҡайта һәм контракт төҙөй.

Яҡташыбыҙға уңыштар һәм тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

 

"Көнгәк" гәзитенән

Автор:
Читайте нас