

Зал тултырып килгән әсәйҙәрҙе "Ассоль" балалар коллективы сәләмләне. Йылы, иркен атмосферала ҡатын-ҡыҙҙар иң мөһим нәмәләр хаҡында — әсәлек, ҡатын-ҡыҙ көсө, рухи һәм матди үҫеш, хыял тураһында һөйләште. Тормошта үҙ юлын, тәғәйенләнешен табырға, күңел һалған эш менән шөғөлләнергә, уңышлы карьера төҙөргә — ғаилә һәм балалар һис тә кәртә түгел, ә, бәлки, киреһенсә, алға этәреүсе көс, стимул, тип белдерҙе уларҙың һәр береһе. Ғаиләне лә, карьераны ла берҙәй уңышлы алып барған, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән спикерҙар шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Түңәрәк өҫтәлгә ун ике, хатта утыҙ бала үҫтергән әсәйҙәр ҙә саҡырылғайны. Эйе, әсәй булыу бер осорҙа ла еңел булмаған, бигерәк тә бөгөнгө заманда, әммә ул — яҙмыш бүләге, ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше һәм тап әсәлек гүзәл затҡа иҫ киткес һөйөү, йәшәүгә көс, мәғәнә һәм ҡанаттар бирә.
Айзилё Мортаева
Фото автора