+14 °С
Облачно

31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары

Химия заводы һәм гүзәл заттар – һис кенә лә бер-береһенә тап килмәгән ике төшөнсә кеүек. Шулай ҙа илебеҙҙә химия тармағы үҫешә һәм сая, булдыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ уны ла үҙенә буйһондорған. Благовещен ҡалаһында урынлашҡан «Полиэф» – Рәсәйҙәге иң ҙур «СИБУР» нефть, газ һәм химия компанияһына ҡараған һәм экологик таҙа продукция етештергән предприятие. Ошонда көс түгә лә инде хәҙер бәйән итәсәк уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ.

31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары
31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары

Нимә етештерелә?

«Полиэф» терефталь кислотанан (ТФК) һәм полиэтилентерефталаттан (ПЭТФ) сеймал әҙерләй. Ул аҙыҡ-түлекте, һыуҙы һаҡлау өсөн полимер һауыт эшләү маҡсатында ҡулланыла. Улар эшләп сығарған сеймалдан һуңынан пластик шешәләр, бер тапҡыр ҡуллана торған һауыт-һаба, банк карталары яһайҙар. Заманса һәм һаулыҡҡа зыян итмәгән төрөү материалдары аҙыҡ-түлекте оҙаҡ сифатлы көйө һаҡлай.

2022 йылдан «СИБУР» «Полиэф»та, икенсел сеймалды ҡулланып, ПЭТ гранулалар эшләп сығара башлай. Яңы продукт – Vivilen rPET гранулаһы 30 процентҡа ҡабатлап ҡулланылған полимерҙан тора. Ябайлаштырып әйткәндә, айырым сүп-сар контейнерҙарына йыйған пластик шешәләр, бер тапҡыр ҡулланып ташланған һауыт-һаба, аҙаҡ «Полиэф»та яңы һулыш һала. Шулай итеп, был етештереү тармағы тәбиғәтебеҙҙе, экологияны һаҡлау йәһәтенән оло эш башҡара. Ҡулланылған пластик һауыттарҙы махсус контейнерҙарға  ырғытып, һеҙ ҙә тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ. Магазиндағы һыу шешәләрендә Vivilen rPET тигән яҙыу булһа, тимәк, «Полиэф»та сығарылған һәм уларҙан ҡурҡмай эсергә була.

Шулай уҡ 2022 йылдың 12 апрелендә предприятиеның ҡояш электр станцияһы (СЭС) эшләй башлай. Был – «СИБУР»ҙың энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм климат үҙгәреүенә ҡаршы көрәш өлкәһендәге стратегик өҫтөнлөктәренең береһе. СЭС предприятиеның экологик хәүефһеҙлеген арттырырға мөмкинлек бирә.

Ошо изге эште башҡарыу-сыларҙың 30 проценты – ҡатын-ҡыҙ. Химиктар көнөн билдәләү уңайынан, ундағы иң-иңдәрҙе журналыбыҙға яҙырға булдыҡ.

Динә Марат ҡыҙы Зәйнул-лина, органик таҙартылған терефталь кислота етештереү цехының смена начальнигы:

– «Полиэф»та атай-әсәйем дә эшләне: улар завод төҙөүҙә ҡатнашҡан. Ә мин БДУ-ның инженер факультетын тамамлағас, атай-әсәйемдең юлын дауам итеп, ошо уҡ предприятиеға эшкә килдем. Бына инде 18 йыл булып китте. Хеҙмәт юлын аппаратсы булып башланым, һуңынан компьютер аша технологик процесс менән идара итеп ултырҙым, быға хеҙмәткәрҙәрҙе лә өйрәтеп алдым. ТФК эшләп сығарабыҙ, ул – полимер эшләү өсөн төп продукт. Беҙ яһаған онтаҡтарҙан ҡаты бөртөктәр (гранула) барлыҡҡа килә. Икеһе менән дә һатыу итәбеҙ. Беҙ – Рәсәйҙә ТФК эшләгән берҙән-бер предприятие.

Мин хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын үҫтерергә ярҙам итәм. тәжрибәм менән уртаҡлашам. Аппаратсылар һәм операторҙар өсөн махсус программалар яҙам. Эш хаҡы һәйбәт, сөнки эш тә ауыр бит. Ярай өйҙә ҡыҙым ярҙамлаша. Ә компаниябыҙ, шөкөр, заман менән бергә атлай, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығына битараф түгел. Түләүле клиникаларҙа бушлай дауаланыу хоҡуғы, шифаханаларға, диңгеҙгә барырға юллама бирелә. Өфө һәм Благовещендан хеҙмәткәрҙәрҙе уңайлы автобустар йөрөтә, ашханала ташлама бар. Беҙҙә хеҙмәткәрҙәр бөтәһе лә ныҡлы, ғаиләле. Яңы килгән егеттәр ҙә төплө, ышаныслы. Йәш быуынға ҡарап һөйөнәбеҙ, киләсәк – өмөтлө йәштәр ҡулында.

Гөлназ Айрат ҡыҙы Апатова, таҙартыу ҡоролмалары етештереү цехының смена начальнигы:

– Тамырҙарым менән Ауырғазы районы Солтанморат ауылынанмын. «Полиэф»ҡа 2006 йылда килдем. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, бында оператор булып хеҙмәт юлын башланым, ҡатмарлы хәлдәрҙе анализларға һәм оператив ҡарар ҡабул итергә, үҙемдә яуаплылыҡты үҫтерергә, командала эшләргә өйрәндем.

2008 йылда ошонда буласаҡ ирем менән таныштым, бер-беребеҙҙе яратып өйләнештек. Ғаиләбеҙҙә ике ул үҫә.

Етәкселек, предприятиелағы хеҙмәтемде баһалап, «Почет грамотаһы», ә яңыраҡ «Иң яҡшы остаз» дипломы менән бүләкләне. Тормошомда «Полиэф»тың роле оло әһәмиәткә эйә: хеҙмәт осоронда Өфө дәүләт нефть техник университетында «Биотехнология» һөнәре буйынса икенсе юғары белем алдым.

Мин эшләгән таҙартыу ҡоролмалары бүлегендә беҙ бөтә заводтың бысранған һыуын тәбиғи нормаға килтерәбеҙ. Ағынты һыу физик-химик, биологик таҙартыу этаптарын үтә. Был – тирә-яҡ мөхит, экология, киләсәк быуын алдында торған ҙур яуаплылыҡ. «Сибур» холдингы – кешеләр, тәбиғәт хаҡында ҡайғыртҡан иң шәп компания, әлеге ваҡытта таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ.

Эльвира Хәсән ҡыҙы Кәлимуллина – ресурстарҙы планлаштырыу буйынса инженер:

– Мин ғаиләм  менән Благовещен ҡалаһында йәшәйем, ирем дә «Полиэф»та эшләй. Ул һәм ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Улым автоматлаштырыу буйынса инженер һөнәренә уҡыны, сәнәғәт автоматлаштырыу һәм технологик процестарҙы роботлаштырыу өлкәһендә эшләргә ниәтләй. Ә ҡыҙыбыҙ – балаларҙың теш врачы.

«Полиэф»ҡа 2006 йылда техник хеҙмәтләндереү һәм ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса эштәрҙе планлаштырыу бүлегенә килдем. Элек, етештереү автоматлаштырылмаған саҡта, барыһын да ҡул менән башҡара инек. Ә бөгөн яңы технологиялар хеҙмәтте еңеләйтте. Миңә башлыса ирҙәр коллективында эшләргә тура килде.

2023 йылда компаниялағы «Тигеҙ мөмкинлектәр ширҡәте»нә етәксе итеп ҡуйҙылар. Унда төп йүнәлештәр: йәш һәм өлкән белгестәргә ярҙам, быуындар бәйләнеше булдырыу; ҡатын-ҡыҙҙар лидерлығы – менторлыҡ (үҙеңдән тәжрибәлерәк кешенән өйрәнеү) һәм карьера үҫеше; ғаиләгә һәм ата-әсәгә хәстәрлек саралары; инклюзив ярҙам. «Полиэф» –   тотороҡлолоҡ һәм иртәгәһе көнгә ышаныс; социаль сәйәсәт һәм хәстәрлек.

Елена Владимировна Конева, технологик ҡоролмалар операторы, 6-сы разрядҡа эйә:

– Мин «Полиэф»та 1998 йылдан эшләйем. Полиэтилентерефталат (ПЭТ)етештереүҙе башлап ебәреүгә күп көс һалдым, тырышлығым һәм оҫталығым һөҙөмтәһендә яңы этапҡа күстек. Сибур системаһын (ПСС) индереүҙә ҡатнаштым, ошо арҡала эш барышын һәм хеҙмәт хәүефһеҙлеген яҡшыртыуға өлгәштек. Артабан заманса һанлаштырыу технологиялары менән йыһазландырҙыҡ.

2020–2022 йылдарҙа ике проектты тормошҡа ашырҙыҡ, уның һөҙөмтәһендә Vivilen rPET барлыҡҡа килде. Икенсел эшкәртеүгә ике миллиардтан ашыу пластик шешә ҡулланыла. Ә бит ошо ҡый тәбиғәтте бысратып та ятыр ине!

«Һөнәри оҫталыҡ» конкурстарында эксперт булдым, шулай уҡ «Инструктаж, эшкә рөхсәт алгоритмы» программаһы буйынса тренермын.

Төп бурыстарыма өҫтәп, предприятиела сәләмәт һәм хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын булдырыуға ярҙам итәм.

Иң ҙур ҡаҙаныштарымдың  береһе – мин иҫ киткес ҡыҙым – Марияның әсәйемен. Беҙҙең ғаиләбеҙ дуҫ һәм татыу.

 

Рәлиә Рәил ҡыҙы Низамова, документтар буйынса яуаплы белгес һәм инклюзив йүнәлеште башлап ебәреүселәрҙең береһе:

– «Полиэф»та 2014 йылдан эшләйем. Колледждың икенсе курсында ишетеү һәләтен юғалттым, шулай ҙа уҡыуымды ҡыҙыл дипломға тамамланым. Финанс-иҡтисад колледжына эшкә урынлаштым. Кейәүгә сыҡтым, балаларыбыҙ тыуҙы.  БДПУ-ны бөткәс, «Полиэф»та документтар әйләнеше буйынса белгес булып киттем. Архив та – минең ҡарамаҡта.

Предприятиеның инвалид хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәрен асырға, һәләттәрен һәм оҫталыҡтарын үҫтерергә ярҙам итәбеҙ. Минең  бурысым – мөмкинлектәре сикләнгән коллегаларымды коллективҡа  яраҡлаштырыу. «СИБУР» компанияһында төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә, экологик өмәләрҙә, тирә-яҡты йәшелләндереүҙә һәм ирекмәндәр проекттарында ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Һөнәри оҫталыҡ буйынса йыл да «Абилимпикс» төбәк чемпионатында ҡатнашабыҙ. 2024 йылда мин дә, «Ырғаҡ менән бәйләү» бәйгеһендә ҡатнашып,    2-се урын, ә быйыл үҙ йүнәлешем буйынса  1-се урынға сыҡтым. Хәҙер Волга буйы федераль һәм Урал федераль округтарының «Абилимпикс» чемпионатының киләһе этабында ҡатнашырға ниәтләйем.

Тыуғандан алып һаулығың менән проблемаларың булғанмы, әллә улар аҙаҡ барлыҡҡа  килгәнме – мөһим түгел, үҙеңә бикләнеп ҡалмай,  ә маҡсаттар ҡуйыу һәм уларға барыу шарт. 

 

Гөлнара Фәнил ҡыҙы Нурсаяпова,  «Полиэф»тың энергия сеймалы етештереү цехының смена начальнигы:

– Заводыбыҙ эш урыны ғына  түгел – ғаилә тарихы: ул инде өс быуын дауам итә. Атайым Фәнил Ниғмәт улы Нурсаяпов бында 1991 йылда килә, ул саҡта предприятие «Химволокно» исемен йөрөткән. Мин 2005 йылда заводҡа 26-сы «Һыу әҙерләү» (хәҙер энергия сеймалы етештереү) цехына аппаратсы булып килеп, профессиональ яҡтан үҫеп, смена начальнигы кимәленә еттем. Мин эшләгән энергия сеймалын етештереү цехы – заводтың химик сылбырының йөрәге. Беҙ ТФК һәм ПЭТ етештереү өсөн бөтә төр сеймал – һыу, ҡыҫылған һауа, азот менән тәьмин итәбеҙ.  Ә быйыл, династиябыҙҙы дауам итеп, Тимур улым беҙгә эшкә килде.

Заводта технологиялар камиллашыу менән етештереү ҙә яңы кимәлгә күтәрелде; хеҙмәт шарттары яҡшырҙы. «Полиэф» ҡасандыр атайыма торлаҡ та биргән, ә мин балаларымды лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итә алдым. Беҙ – Рәсәйҙә генә түгел, ә донъя кимәлендә ошондай ышаныслы, файҙалы продукт етештереүсе.

Әлфиә  Әнүәр ҡыҙы Харисова, үҙәк завод лабораторияһында химик:

– Мин – Татарстандан. Һөнәр һайлағанда, атайым: «Химия — беҙҙең тормошобоҙ, киләсәгебеҙ», – тине һәм мин Ҡазан химия-технология институтында (хәҙер Ҡазан ғилми-тикшеренеү технология университеты) инженер-химик технолог һөнәре алып сығып,  ирем менән химия заводтарында ҡоролмалар эшләнек. Шунан иремде «Полиэф»ҡа саҡырҙылар (ул саҡта – «Химволокно»). Бына инде утыҙ йыл көс түгәбеҙ. Мин башта экология лабораторияһында эшләп, шунан ПЭТФ етештереү лабораторияһына күстем. Тикшереүҙәр үткәрәм,

заманса ҡорамалдарҙы өйрәнәм. Завод лабораторияһы – ул етештереү эшенең күҙе һәм ҡолағы. 2008 йылда ПЭТФ етештереүҙе башлап ебәреү мөһим ваҡиға булды. Продукцияның ГОСТ талаптарына тап килеүенә һәм хәүефһеҙлегенә инаныу өсөн анализдар һәм һынауҙар үткәрҙек. 2019 йылда, ТФК производствоһын яңыртҡандан һуң, ПЭТФ продукцияһын етештереү ҡеүәте, ә беҙҙә лаборатория һынауҙарының һаны артты. Vivilen rPET гранулалары яңы төргәк, кейем, аксессуарҙар өсөн материал була ала.

Төп эшемдән тыш, мин – ирекмән, йәмәғәт урындарында сүп-сар йыйыу, ағастар ултыртыу, йәнлектәрҙе яҡлау, һаҡлау буйынса дөйөм ҡала экология акцияларында ҡатнашам. «Донъяны үҙгәрткән кешеләр» Мәскәү ирекмәндәренең III форумында булып, биш йыл рәттән грамота менән бүләкләндем. Ҡазанда марафонда ҡатнаштым (унда «СИБУР» компанияһы экологик партнер булып тора). Марафонда спортсылар һыу эскән пластик шешәләр йыйыла, эшкәртелә, һуңынан уларҙы төргәк етештереү өсөн ҡулланалар. Мин сәләмәт йәшәү яҡлымын һәм экология өсөн көрәшәм: эштә лә, тормошта ла!

Сания Фуат ҡыҙы Ғәлимәрҙәнова,  заводтың үҙәк лабораторияһының химик лаборатория етәксеһе.

– Мин Баймаҡтан. БДУ-ның химия факультетында уҡығанда кейәүгә сыҡтым, икебеҙҙе лә Благовещенда яңы асылған «Полиэф»ҡа эшкә алдылар. Бында 21 йыл эшләйбеҙ. Химик лабораторияла карьера баҫҡысы буйлап күтәрелдем. Әле етәксемен. Завод эсендә заманса йыһазландырылған һәм күсмә лаборатория ла бар. Уның менән Ильино-Поляна ауылына барып, анализ алабыҙ, көн һайын һауаның һәм Ағиҙел һыуының таҙалығын тикшереп, анализ эшләйбеҙ. Был – тыуған ер. Беҙ ошо һауа менән тын алабыҙ, ошо һыуҙы ҡулланабыҙ, шуға уның таҙалығы үҙебеҙ, балаларыбыҙ, халҡыбыҙ өсөн кәрәк.

Үҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡайнамайбыҙ, ситкә командировкаларға йөрөйбөҙ, Түбәнге Кама, Тверь, Пермь ҡалаларынан коллегалар менән аралашабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Үткән йыл «Заманса индустрияла һәләтле ҡатын-ҡыҙҙар» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, дүрт кешебеҙ финалға сыҡты, икәү еңеүсе булды. Үҙебеҙҙең предприятие эсендә лә конкурстар үткәрәбеҙ. Еңеүселәргә грамоталар һәм премия бирелә. «СИБУР» гел үҫешә һәм хеҙмәткәрҙәрен ҡурсалай, алға әйҙәй ҙә белә.

 

Айгөл Муллайән ҡыҙы Шәйхетдинова, планлаштырыу һәм ресурстар менән тәьмин итеү буйынса инженер:

– 1995 йылда бында техник итеп ҡабул иттеләр, 30 йыл эшләйем инде. Коллектив ҙур, дуҫтарса ярҙамсыл. Биналар төҙөүгә бергә һыҙмалар эшләнек. Шул ваҡытта ТФК һәм ПЭТ корпустарын күтәрҙеләр. Ниндәй эш ҡушһалар ҙа, күңел биреп башҡарам. Ирҙәр коллективында ла көс түгергә тура килде.

Предприятиела төрлө цехтарҙа эшләү тәжрибәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә ярҙам итә. Миңә бында оҡшай, сөнки һәр ваҡыт яңы нәмәгә өйрәнәм, даими камиллашам.

2021 йылдан «Яҡшы эштәр формулаһы» проекты сиктәрендә ойошторолған ирекмәндәр сараһына ҡыҙыҡһынып йөрөй башланым. Благовещен районында үҫенте ултыртыуҙа, «Сүп-сарға һунар», «Өй янындағы күл» өмәләрендә ҡатнаштым. Эковолонтерлыҡ – компанияның тотороҡло үҫеш стратегияһының бер өлөшө. Был эшкә улымды ла йәлеп иттем, ул был идеянан илһам ала һәм хәҙер дуҫтарын да саҡыра.

 

Фотола: һулдан уңға Сания Ғәлтмәрҙәнова, Айгөл Шәйхетдинова,  Елена Конева, Динә Зәйнуллина,  Эльвира Кәлимуллина, Әлфиә Харисова, Гөлнара Нурсаяпова,  Рәлиә Низамова, Гөлназ Апатова

 

Роза ӘҘЕҺӘМОВА.

 

Фото А. Королев

31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары
31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары
31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары
31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары
31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары
31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары
31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары
31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары
31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары
31 май - Химиктар көнө. Химик ижад ҡыҙҙары
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас