+30 °С
Болотло

Ҡорбан байрамы менән!

Хөрмәтле төркөмдәштәр!   Был изге байрам һәр берегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ алып килһен, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ, сәләмәт, оҙон ғүмерле булығыҙ! Хоҙай һаулыҡ, бәрәкәтлҽ тормош, ғаилә татыулығы, йорт-ил тыныслығы, бәхет, муллыҡ насип итһен! 

Ҡорбан байрамы менән!Ҡорбан байрамы менән!
Ҡорбан байрамы менән!

ҒӘЙЕТ ҠОРБАН

 

 Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым! Байрам бөгөн,
Ҡорбан бөгөн;
Һәр мосолман ҡәлбенә байрам ҡошо
ҡунған бөгөн.

 

Һайрай ул ҡош: “Аллаһ әкбәр,
Аллаһ әкбәр!” – тип ҡуя.
“Һөй, мосолман, байрамыңды –
Аллаһ яҡлар!” – тип ҡуя.

 

Һөй, һөйөн, йырлап ебәр, ырғыт
бөтә зар-моңдарың,
Аллаһ һаҡлар, һаҡлап уҙҙырһаң был
байрам көндәрен.

 

Аллаһ маҡтар, маҡтаһаң байрамды,
бик йәмле, тиһәң,
Аллаһ әкбәр, Аллаһ әкбәр,
Лиләхмәд, тиһәң.

 

Кил, туғандар, бер туған кеүек берләшеп
сайран итәйек,
Ҡайғы-хәсрәттәр таралһын, гөрләшеп
байрам итәйек.

 

Кил, мосолман, бир ҡулыңды, бир,
ҡыҫайым шат йән менән,
Ас иманлы йөҙкәйең, ҡотлап үбәйем
байрам менән!
(Ш. Бабич.)

 

Фото Д. Калимуллин

Автор:
Читайте нас