

Сара Роза Хөснуллина башҡарған "Буранбай" башҡорт халыҡ йыры менән башланып китеүенең дә бер сәбәбе бар, ни өсөн тигәндә, егерме ике йәшлек М. Буранғолов "Хөсәйениә" мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгәнендә, ауылдан ауылға йөрөп, халыҡ йырҙарын, риүәйәттәр, ҡобайырҙар яҙып ала. Ошо ваҡытта ул йырҙың тәүге варианттарын да ҡағыҙға төшөрә, "Буранбай"ҙың бөйөклөгөн аңлай.
Был мәғлүмәт Г. Ҡасҡынова төҙөгән "М. Буранғолов. Тормошо һәм ижады" китабында яҙылған, документаль иҫбат ителгән.
Артабан китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Байморатова килеүселәрҙе сәләмләһә, З. Биишева исемендәге "Китап" нәшрите хеҙмәткәре Эльвира Яҡупова был китаптың әһәмиәте тураһында
һөйләне.
М. Буранғоловтың ижадын тергеҙеүсе, рәсми биографияһын ғилми әйләнешкә индереп ебәреүсе филология фәндәре докторы, профессор Зәйтәнә Шәрипова Мөхәмәтша Буранғолов тураһында нисек мәғлүмәт йыйыуы хаҡында бәйән итте. Сәсәндең замандашы Ҡасим Аҙнабаевты, ейәнсәре Луиза Лотфуллинаны үҙ күҙҙәре менән күргән ғалимәне тыңлауы бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.
Китапҡа мәҡәләләре инеп киткән тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, ғалим-этнолог Закирйән Әминев сәсәндең тормошо хаҡында ентекле һөйләп ишеттерҙе.
Ғалим-музыка белгесе, педагог‑методист Гөлназ Галина "Мәргән" операһын нисек табыуы хаҡында сығыш яһаны. Китаптың
башҡорт мәҙәниәте өсөн шул тиклем әһәмиәтле икәнен билдәләне.
Исем туйында М. Буранғоловтың туғаны - Рәхимә Сәйетова-Буранғолова ҡатнашыуы айырым бер нур өҫтәне: уның ҡартатайы Бәҙретдин менән М. Буранғолов ағай-энеле.
Сараны Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филалының алдынғы студенттары Илшат Ҡазыханов менән Юлай Хәйруллин бик матур итеп алып барҙылар.
Милли архив хеҙмәткәре Луиза Мидхәт ҡыҙы М.Буранғоловтың бик бай,мәғлүмәтле материалдар һаҡланыуы хаҡында әйтеп, Гөлнур Нуриман ҡыҙының архивта бик оҙаҡ йылдар ултырып, тәрән асыштар эшләүе хаҡында әйтте.
"Китаптың тышында М. Буранғоловтың Мәскәүҙә төшкән фотоһын бирҙек. Был ваҡытҡа ул "Урал батыр" эпосын яҙып алырға, шәхес блып формалашып етергә өлгөргән инде. Минеңсә, был бик уңышлы идея булды. Яҙмышы егерменсе быуааттың фажиғәле ваҡиғаларын тығыҙ бәйләнгән оло шәхесебеҙҙең документаль нигеҙҙә төҙөлгән портретын һынландырыуға ярҙам итеүсе, китапты лайыҡлы, затлы итеп сығарыусы З.Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенә, уның директоры Эльмира Иршат ҡыҙы Хәйретдиноваға, Зөлфиә Ҡарабаеваға, Олиә Ғиләжетдиноваға, Элвира Яҡуповаға, китаптың мөхәррирҙәренә, рәссамдарға, корректорҙарға - китапҡа ҡул тейҙергән бөтә хеҙмәткәрҙәргә, авторҙарға һәм бөйөк сәсәнебеҙгә ихтирамын белдереп, китап туйына килгән һәр ҡунаҡҡа ҙур рәхмәт", - тине китапты төҙөүсе Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова.
Гөлнур Ҡасҡынованың "М. Буранғолов. Тормошо һәм ижады" китабын әҙерләп сығарыуы - оло ваҡиға, уның башҡорт мәҙәниәте, уның рухи донъяһы, фәне өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Роза Хөснуллина