

Бөгөн Өфөнөң "Йәштәр һарайы"нда Гөлназ Асаеваның концерты шаулап үтте.
Тыуған яҡ тураһында дәртле, заманса йыр менән башланып киткән концертты тормоштоң ҡәҙерен белеү, үҙ урыныңды
табып, олатай-өләсәй, атай-әсәй, дуҫтар-туғандарҙы яратып, матур итеп йәшәү тураһында йырҙар алмаштыҙы.
Йырҙың йөкмәткеләренә ҡарап,, сәхнә костюмдары ла уңышлы һайланған. Бейеүселәренең хәрәкәттәре лә урынлы, мәғәнәле, еренә еткереп башҡарыла.
Сәхнә йәшлекте ярата, ә Гөлназдың музыканттары ла, бейеүселәре
лә йәш. Йәш булһа ла, бик оҫталар.
Концертты һәләтле йырсы Айтуған Ғәйзуллин һәм Кәрим Ғәниевтың йырҙары биҙәне, тәмле генә булып ҡалды.
Халыҡ менән бәйләнеш тә бик оҫта - QR-код аша ҡоролған.
Теләгәндәр йырсыға телефон аша ғына хәбәр ебәрә. Гөлназ үҙе уларға яуап бирә һала.
Шундай тере диалогтар, матур йырҙар менән аралашып барҙы концерт.
Өфө тамашасылары Гөлназды бик ярата - зал тултырып килгәндәр, ихлас алҡышланы, сәскәләр бүләк итте.
Беҙ ҙә Гөлназға журналыбыҙҙы бүләк итеп, сибәр йырсының фотоһы төшөрөлгән матур календарға эйә булдыҡ.
Концерттың аҙаҡҡы өлөшө дәртле йырҙарҙан тороп, беҙ бәләкәй саҡтарҙа ишетеп үҫкән танһыҡ йыр -"Хушлашыу йыры" менән тамамланып ҡуйҙы.
Ә күнелдәрҙә матур тойғолар, изге хистәр ҡалды.
Рәхмәт һиңә, Гөлназ, тағы ла концерттарың менән кил, Өфө тамашасыһын ҡыуандыр!
Фото Р. Камалова