

Һуғыш тамамланыуға байтаҡ йылдар үтһә лә, инәй төшөндә һаман шартлау тауыштарына тертләп уяна икән. Йөрәгенә уйылып ҡалған үткәндәр шулай яңынан хәтерендә терелә яугир ҡатындың.
...Бына 1942 йылдың яҙы. Шаулап алмағастар сәскә атҡан мәл. Рабиға Ғәбдрәүеф ҡыҙы Ауырғазы районы Березовка мәктәбендә балаларға белем бирә. Таҡтаға аҡбур менән тема яҙа йәш уҡытыусы, ә тәҙрә аша яҙғы ҡояш нурҙары төшә. Шул ваҡыт ишек шаҡыйҙар һәм хәрби комиссариатҡа саҡырыу тотторалар. Һуғышҡа повестка алған Рабиға, мәктәбе, уҡыусылары һәм туғандары менән хушлашып, картанан ғына күреп белгән Волга йүнәлешендә юлға сыға. Шулай йәш ҡыҙҙың нескә генә иңенә ҙур бурыс һала яҙмыш.
«1942 йылдың 8 майы бөгөнгөләй күҙ алдымда. Йәштәр менән шығырым тулы поезд Сталинград перронына килеп туҡтаны. Эшелондарҙағы ҡыҙҙарҙың күбеһе ни бары 17-18 йәшлек. Ошо йәштәрҙең байтағы был ҡаланы һуңғы тапҡыр күреүен белмәй әле. Бөтә эшелондан ун кешене, шул иҫәптән мине, «1080 ЗАП» зенит-артиллерия полкына хәрби күнекмәләргә ебәрҙеләр. Ваҡыт тар, дәрестәр көнө буйы бара. «Бишле»гә өлгәшкән мине отделение командиры итеп ҡуйҙылар. Һабаҡташ ҡыҙҙарға нисек граната ырғытырға, мылтыҡ ҡорорға, тоторға, атырға өйрәтәм», — тип хәтер ебен һүтә ул.
Курстарҙан һуң ҡыҙҙарҙы зенитсылар батареяларына беркетәләр. Рабиға «Дивизион» полкына эләгә. Шунда ҡанлы һуғыш һәм уның бөтә аяныслы ысынбарлығы менән күҙмә-күҙ осраша. Немец ғәскәрҙәре Сталинградтың төньяғынан үтеп инеп, авиацияһы менән ҡаланы бомбаға тота башлай. Көслө шартлауҙар, зениткалар гөрһөлдәүе ерҙе тетрәтә, күк йөҙөндә – ҡара томан. Ә зенитсы ҡыҙҙар бөтә самолеттарҙы тауышынан уҡ айыра белергә тейеш! Күҙ алдына килтерегеҙ: бер секунд эсендә һауала — кемдең самолеты, ҡайҙа оса, ниндәй бейеклектә, яңғыҙмы әллә истребителдәр оҙатыуындамы — асыҡларға кәрәк. Бер генә хата ла ғәфү ителмәй.
104 йәшлек инәй был ваҡиғаларҙы бәйән иткәндә остоҡ ҡына деталде лә төшөрөп ҡалдырмай, тәфсирләп теҙә генә: «Халыҡ күп ҡырылды шунда. Мамай ҡурғаны ҡулдан-ҡулға күсте. 1942 йылдағы ҡаты алыштар Сталинград ҡалаһын ҡара ер менән тигеҙләне. Беҙ землянкалар буйлап күсеп йөрөйбөҙ. Туң ер дымы, әсе ел һыуығы үҙәктәргә үтеп инә, ҡалтыратып алып китә, шул килеш онотолоп, заданиеларҙы үтәргә йүгерәбеҙ. Беҙгә, йәш һалдаттарға, дошманды яҡынайтмау йөкләмәһе һалынғайны».
--------------------------------------------------------
«Ирем менән бергә 51 йыл татыу ғүмер иттек. Бәхетле, намыҫлы йылдар ине улар. Алтын туйыбыҙҙы ла билдәләнек... ә бер айҙан иптәшемде ерләнем... Әле бына миңә 104 йәш, ә барыһын да кисә генә булған кеүек хәтерләйем. Окоптарҙа йүгереп йөрөүемде, яуҙа ятып ҡалған хеҙмәттәштәремдең йөҙөн, шартлауҙарҙан ерҙең нисек ҡалтыраныуын... Еңеү салютын!» – уйҙарға бирелеп, ҡапыл шымып ҡалған Рабиға Ғәбдрәүеф ҡыҙының һаман теремеклеген юғалтмаған тәрән күҙҙәренә ҡарайым. Ҡасандыр Сталинград күгендә фашист самолеттарын күҙләгән, һәр һынды, һәр болотто хәтерендә ҡалдырған, үлемде өс үлсәмдә иҫәпләгән отҡор был күҙҙәрҙә тормошто яратыу ҙа, йылы наҙ ҙа һаҡланған. Ҡанлы һуғышты үтеп, күпте кисерһә лә, күңеле ҡатмаған, күҙ йәштәре кипмәгән уның. Йыйырсыҡлы сикәләре буйлап аҡҡан тамсыларҙа тәҙрәнән төшкән яҙғы ҡояш нурҙары ла сағыла ине...
Альбина Ғөбәйҙуллина.
Фото героиняның ғаилә архивынан