

Ул әле лә ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, яңыраҡ донъя күргән «Башҡорт халҡының йыр сәнғәте» һәм «Йырҙарҙа халыҡ тарихы» китаптары – быға асыҡ миҫал. Алтмыш өс йыл ғүмерен халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын йыйыуға, өйрәнеүгә, туплауға арнаған фольклорсы 300-гә яҡын хеҙмәт авторы (шул иҫәптән 43 китап: монографиялар, фольклор томдары, тематик йыйынтыҡтар, һүҙлектәр һәм мәҡәләләр). Әйтеүе генә анһат, тауҙай хеҙмәтте атҡарыр өсөн күпме саҡрымдар үтелгән, айлап экспедицияларҙа йөрөлгән, күңел көсө һалынған, күҙ нурҙары түгелгән. Фәнүзә Айытбай ҡыҙының ғилми эшмәкәрлеге хаҡында күп мәҡәләләр донъя күргән, ә беҙ уның күңел донъяһына сәйәхәт ҡылдыҡ.
Фәнүзә апай – атаһы менән әсәһенең иркә төпсөгө, яратылып үҫкән бала. Ошо яратыу, яҡты бала сағы уны ғүмере буйы оҙата килә һәм донъяға һөйөп бағырға ярҙам итә. «Ғүмеремдең оҙонлоғо, яҙмышымдың ҡотло булыуы, бер яҡтан нәҫелемдән булһа, икенсе яҡтан, күңел яҡтылығынандыр, – ти ул әҙәми зат өсөн позитив ҡараштың һәм күркәм холоҡтоң ҙур роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алып. – Яҙмышым тураһында уйланған осраҡтарҙа тормошомдағы төрлө мәлдәр иҫемә төшә, бигерәк тә бала саҡ хәтирәләре. Күңелемде һаман да тыуған төйәгем – Ауырғазы районы Мораҙым ауылында Биллеғылыс йылғаһы буйында еҙ самауырҙы ялтыратып йыуыуҙарым, инәйемдең күмер һалып, шыжлатып сәй ҡайнатыуҙары, атайымдың ҡурай уйнауҙары тураһындағы иҫтәлектәр йылыта. Йәш саҡтағы тәьҫораттарымдың йыш иҫкә төшкәне: тәүге ҡыҙымды тапҡас бер ай буйы бала табыу йортонан сығарманылар, тәҙрә янында тороп кешеләрҙең ҡайҙалыр китеп барыуын күҙәтәм, шул саҡ аңланым: табаның ерҙе тойоу, күҙең күкте күреү – шул тиклем ҙур бәхет икән ул. Әле, олоғайғас, был тойғо айырыуса тәрәнәйҙе. Шуға ла ғүмерем буйы тормошто яратып йәшәнем, кешеләргә яҡты күңел менән ҡараным. Инәйемдең мәҡәл-әйтемдәре лә мәңгелек тәрбиә сығанағы булды. Ул: «Кеше үҙен үҙе белһә, йөрәге ярылып үлер ине», – ти торғайны – кешенең ҡылыҡ-фиғелен, һүҙен килештермәгән осраҡтарҙа. Башланған эште ташлап ҡуйыуҙы ла яратманы. «Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен», «Башланған эш – бөткән эш», – тиер ине. Сабырһыҙ булыуҙы ла өнәмәне: «балам, сәү-сәләк булма», тимәне, ә «сабыр иткән – моратына еткән», тип гел мәҡәл аша тәрбиәләне.
Мәктәптә яҡшы өлгәштем, башҡорт, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен яраттым, ә хыялым тарих уҡытыусыһы булыу ине. Шулай ҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡыған йылдарымда төп иғтибарымды рус теле һәм әҙәбиәтенә бирҙем, пединститутта ла шул йүнәлештә белем алдым. Рус һәм сит ил әҙәбиәттәре буйынса байтаҡ ҡына китаптар уҡылды, түңәрәктәргә йөрөнөм. Төрлө хәтирәләр иҫкә төшә. Бер саҡ нәфис уҡыу буйынса ойошторолған түңәрәккә Лев Толстойҙың «Анна Каренина» романынан Аннаның улы менән күрешеү эпизодынан бер өҙөк ятлап алып килдем. Уҡытыусы иғтибар менән тыңлағас: «Әлбиттә, һеҙ тасуири һөйләйһегеҙ, тик ошо матур йәшегеҙҙә ниңә күңелегеҙҙе ауыр тойғолар менән һуғараһығыҙ, үҙ күңелегеҙҙе үҙегеҙ яраламағыҙ!» – тип тәрән һабағын бирҙе.
Фольклорсы булыуым да көтөлмәгәнсә килеп сыҡты, институтты тамамлағас, Өфөгә аспирантураға Толстойҙың «Һуғыш һәм солох» романындағы Наташа, йә Джон Голсуорсиҙың әҫәрҙәрендәге образдар буйынса фәнни эш яҙырмын тип килгәйнем. Атаҡлы ғалим Жәлил Кейекбаев: «Быйылға урын юҡ шул, һылыу», – тип әйтте һәм бер аҙ һөйләшкәс: «Нишләп һеҙ был теманы һайланығыҙ, Наташа тураһында урыҫтарҙың, Голсуорси геройҙары хаҡында яҙырға инглиздәрҙең үҙ ғалимдары ла бар бит. Беҙҙең башҡорт әҙәбиәте һәм фольклорында ҡул теймәгән күпме эш тора, икенсе йылға ныҡлы уйлап килегеҙ», – тине. Жәлил ағайҙың һүҙҙәренән һуң уйлана төштөм, ысынлап та үҙ гәүһәрҙәребеҙ, хазиналарыбыҙ бар бит! Уйлау ғынамы әле, ул шул тиклем мейегә һеңдерерлек итеп әйтте! Шул көндә үк Фәндәр Академияһына ла һуғылдым, баҡтиһәң, фольклор белгесе Кирәй Мәргән үҙенә аспирант эҙләгән икән. Уның эшләгән урыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына юлландым. Ғалим ихлас ҡаршы алды. Фән тауына һуҡмағым шулай башланды», – ти ул хәтирәләр ебен һүтеп.
Аспирантурала белем алыу Фәнүзә апайға ауыр шарттарҙа бирелә, бер-бер артлы ата-әсәһе вафат була. Ҡәҙерлеләрен юғалтыу ғазабы ҡыҙҙың йөрәген яралай.
– Ҡомартҡы итеп әсәйемдең ҡайсыһын ғына алдым. Әсәйем оҫта тегенсе ине, күҙ яуын алырҙай балаҫтар һуҡты. Ауыр юғалтыуҙарҙан күңелемә шул тиклем ҡыйын, ярам бер аҙ баҫылмаҫмы тип, ер-һыу күреп ҡайтырға булдым. Профсоюздар йортона барғайным, Грузияға бер юллама бар, бараһығыҙмы, ти кассир. Барам, тием. Тик аҡсам тулманы, тиҙ генә институтҡа йүгерҙем. Аҡса алып килһәм, юллама һатылған. Күңелем тулып ҡына йөрөй, иланым да ебәрҙем. Ҡайҙа булһа ла бирегеҙ, зинһар, тигәс, хәлемде аңланылар. Шулай итеп, Карпат тауҙарына сығып киттем. Яҙмыштыр инде, шунда Мурманскиҙан килгән Михаил исемле егет менән таныштым. Хәйлә тигән нәмә юҡ: тауға үрләр алдынан биштәремә күп итеп әйбер тултырҙым, ә башҡалар еңел генә йөк менән артылды. Шул саҡта баяғы рус егете ярҙамға килде.Үҙенең иплелеге, кешелеклелеге менән йөрәгемде йылытты ул. Тау башында моңһоу йырҙар йырлайым, ә ул тыңлап йөрөгән икән, һуңынан, мин һинең йырыңа, телеңә ғашиҡ булдым, тине. Ҡайтҡас, хат алыштыҡ, бер йылдан Өфөгә килде. Әкиәттәге кеүек инде – 33 йыл бергә йәшәнек. Күркәм холоҡло ине, баҡса эштәрен эшләтмәне, үҙемде башкөллө фәнгә бағышлай алыуымда, донъя көтөү йәһәтенән иремдең ярҙамы ҙур булды. Ике ҡыҙ үҫтерҙек, береһе – генетик, биология фәндәре докторы, икенсеһе – филология фәндәре кандидаты, сит телдәр белгесе. Дүрт ейәнсәрем, ике бүләм бар, – ти ул һөйөнөп.
Фәнүзә апайҙың өйөндә һәр саҡ нәзәкәтлек, йылылыҡ хөкөм һөрә, ә үҙ-ара мөнәсәбәттәрен ғаилә – татыулыҡҡа, бер-береңде ихтирам итеүгә ҡора. «Тыныс йәшәнек, ғауғалашманыҡ, үпкәләшкән ваҡыттарыбыҙ ҙа булманы, тиерлек». Ошо мәлдә Фәнүзә апайҙың һүҙен ҡыҙы Элла ла ҡеүәтләп: «Шаярып-көлөшөү – күркәм ғәҙәт ине, әсәйем менән атайым тормошҡа гел позитив ҡарашлы булдылар. Үкенескә ҡаршы, атайым иртәрәк баҡыйлыҡҡа күсте», – тип һүҙгә ҡушыла.
...Бала саҡта Фәнүзә Айытбай ҡыҙы ҡаты ауырып китә, тора алмай ятҡанында әсәһе мәктәп директорын алып килергә атаһын ебәрә. «Төн йөҙөндә атайымдың ишекте шаҡылдатып сығып китеүен ишетеп, аңыма килдем. Улар ингәндә мин тороп ултырғайным инде. Аҙаҡ, үҫә төшкәс, шул мәлдәге хәлемде уйлағанда ошо ваҡиға «кешегә ауыр ваҡытта ышаныс тойғоһо бирергә кәрәк, һис ҡасан да кешенең өмөтөн өҙөргә ярамай» тигән хәҡиҡәтте аңғартты.
Айзилә Мортаева