

* Еләк күләгәне, һыу йыйылып ятҡан ерҙе яратмай, уның өсөн иң яҡшыһы – көн әйләнәһенә ҡояш төшкән урын. Өй йә башҡа ҡаралтылар янында, ағас төбөндә ултыртыу ҙа килешмәй. Ел үтә өрөп торған ерҙә ҡышын ҡар йыйылмай, үҫемлектәрҙең туңыуы бар.
* Еләк бер урында дүрт йыл үҫергә тейеш, тип яҙыла китаптарҙа. Беҙҙең биш-алты йыл үҫтергәнебеҙ ҙә булды. Артабан инде алмаштырырға кәрәк.
* Ҡурай еләгендә булған ҡоротҡостар йыш ҡына еләккә күсеүсән, шуға ла уларҙы йәнәш ултыртмаҫҡа тырышығыҙ.
* Ер тигеҙ булһа, шул килеш ултыртырға мөмкин, бер аҙ һыу йыйыла торған ерҙә түтәлдәрҙе күтәртеп эшләргә кәрәк. Һөҙәк ерҙе тигеҙләйбеҙ, сөнки ямғыр туҡлыҡлы матдәләрҙе йыуып алып китәсәк.
* Еләк һыу ярата. Ҡоро көндәрҙә көн һайын, эҫе селләлә хатта көнөнә ике тапҡыр һыу һибәбеҙ. Тупраҡ ҡатмаһын, тығыҙланмаһын өсөн тамсылап һыу һибеү яҡшы, уның үҙ нескәлектәре бар, яҡшылап өйрәнергә кәрәк.
Эште еңелләштерергә теләһәгеҙ, еләктең төбөнә бесән, үлән һалырға мөмкин. Мульча дымды һаҡлай, сүп үләндәренә ҡамасаулай, еләктәр ҙә бысранмай. Тик үләндәрҙе орлоҡланмаҫ борон сабырға кәрәк. Өҫтәй барып, уның ҡалынлығын 5 сантиметрға еткерәбеҙ.
* Еләк бер аҙ әсерәк туҡлыҡлы тупраҡты ярата. Үҫентене ултыртҡанда төбөнә бер ус янған тиреҫ, бер ҡалаҡ көл һалыу яҡшы. Тәүге йылда еләк бирмәй, шуға ла уға комплекслы ашлама һибергә мөмкин.
* 15 июлгә тиклем еләктәргә – азот, артабан фосфор кәрәк.
Азотлы ашлама эшләүҙең бер ысулы: кесерткәнде йыйып, һауытҡа (тимер булмаһын) тултырабыҙ, үлән өҫкә ҡалҡып сыҡмаһын өсөн баҫтырабыҙ ҙа ябып ҡуябыҙ (ҡапҡасы булмаһа, шыптыр менән ҡапларға мөмкин). 7 – 10 көндән бер өлөш ошо төнәтмәне ун өлөш һыуға һалып үҫентеләргә һибәбеҙ. Быны аҙна һайын ҡабатлап торабыҙ.
Фосфор менән байытыу өсөн еләк янына гәрсис сәсергә йә тирә-яғына гәрсис онтағы һибеп сығырға мөмкин.
Яҙҙан көҙгә тиклем еләккә калий кәрәк. Ун литр һыуға ярты стакан көл һалып иретәбеҙ. Ваҡыт булмағанда көлдө төбөнә шул килеш һибергә лә мөмкин. Аҙнаһына бер, үҫемлектәр көсһөҙ булғанда ике тапҡыр туҡландырыу ҡамасауламай.
* Еләктең бешкәнен беҙ генә түгел, ҡоштар ҙа көтөп кенә тора. Уңышты шулай һаҡларға була: тимер дуғалар теҙеп, селтәрле туҡыма (ул баҡсасылар өсөн магазиндарҙа һатыла) менән ҡаплайбыҙ.
* Ҡоротҡостарҙан, ауырыуҙарҙан әрем һаҡлай. Унан кесерткәндеке кеүек төнәтмә эшләйбеҙ. Профилактик сара булараҡ аҙнаһына бер тапҡыр һибәбеҙ. Ямғырлы көндәрҙә пульверизатор менән бөркөргә мөмкин.
* Еләктең япрағын 15 июлдән дә һуңға ҡалмай сабып сығабыҙ. Тәүге ике йылда япраҡтарҙы өҙмәйбеҙ, бары боҙолғандарын ғына алып ташлайбыҙ. Ашламалап, һыу һибеп, мульчаһын алмаштырабыҙ. Ҡышҡа ул яңы япраҡтар үҫтереп, күпереп торған килеш инергә тейеш. Әйткәндәй, еләк – мәңге йәшел үҫемлек, ул ҡар аҫтында ла йәшел килеш ҡала.
* Еләктең мыйыҡтарын ҡырҡып торорға ҡушыла. Тик үҙем шуны күҙәтәм – бер ҡырҡылған мыйыҡ урынына бишәү барлыҡҡа килә, әйтерһең, үҫемлек, ҡурҡыныс тойоп, тағы ла тырышып үрсергә тотона. Шуға ла мин мыйыҡтарға ҙур иғтибар бирмәҫкә булдым. Мульча аша үтеп, үҫеп киткән, етмәһә, ҡышты уңышлы сыҡҡан көслө үҫентеләрҙе яҙын күсереп ултыртам.
* Ер туңған саҡта еләктең тамырҙарын өҫкә «этеп» сығара, шуға ла уны күмергә кәрәк.
Тупраҡтың составы, ерҙең һөҙәклеге, эргәһендә ниндәй үҫемлектәр үҫеүе, ниндәй кәртә йә ҡаралты тороуы... – еләк үҫтереүгә йоғонто яһаған факторҙар күп. Шуға ла барыһын да теүәл, «китапса» эшләп тә тиҙ генә уңышҡа ирешмәүең бар. Һәр кемдең үҙ тәжрибәһе йыйылыуын онотмағыҙ. Анализлап, сәбәптәрҙе аңлап, үҙгәрештәр индереүегеҙ, тырышлығығыҙ бушҡа булмаҫ. Бер төп еләктә яҡынса 30 сәскә була, бер ай дауамында көн һайын еләк бешеп сыға, тигән һүҙ. Бер саҡ иҫәпләп ултырҙым: бер төп еләккә йылына 90 тапҡыр «баш эйәбеҙ» икән – еләк егерлеләрҙе ярата. Уңыштар һеҙгә!
Нәғимә ИРСАЕВА яҙып алды.