+30 °С
Облачно

“ҠЫРЫМ ЕҘНӘ”. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова.

Тик ауыҙын асып өлгөрмәне, хужа телефонына көй ҡуйып, бейергә саҡырҙы. Талғын ғына әйләнә башланылар. Ир йыуан көслө беләктәре менән ҡатындың биленән хужаларса ҡармап алды, үҙенә ҡыҫты. Гөлсөм хатта тын ала алмай ҡалды. Етмәһә шарап һәм ит еҫе бөркөп маңлайына йөҙөн терәне. Юҡ, осрашыуҙы саҡ ҡына икенсерәк итеп күҙ алдына килтергәйне Гөлсөм. Ярымяланғас һәм ярымһуҡмыш ир менән булырмын тип түгел, ә аҡ күлдәктә, аҡ салбарҙа, аҡ кепкала булған, тәмле одеколон еҫтәре аңҡытҡан... --Ебәрегеҙ... Етәр, -- торған һайын нығыраҡ ҡыҫып ҡосаҡлаған ирҙең ҡулдарына йәбеште ҡатын, сөнки уныһы үбешергә үрелгәйне. Тик ир уны ысҡындырманы, ә киреһенсә көслөрәк тартып, билен өҙә яҙып ҡыҫты. --Һеҙ нимә?.. --Шундай татлыһың, тәмлеһең... Өйгә инәйекме? – ир уны ишетмәгәндәй үҙенекен мығырлап һаман һылашып килде. Шул саҡ Гөлсөмдә, ниһайәт, ирке уянып, ике яҡта сәбәләнгән ҡулдарын йоҙроҡтарға төйнәп, ирҙең күкрәгенә ҡуйҙы: --Ебәр, тинем! Уның был ҡылығынан ир бер секундҡа ғына шаңҡығандай булды ла, унан оторо ярһып үбешергә, битен-муйынын яларға кереште. Ҡатын хәҙер инде бөтә кәүҙәһе менән тулап ҡаршылашты: --А-а-а! Аааа! Һин дурак мәллә?! Ҡоторған ир уны өйгә һөйрәкләне: --Риза булмағас нимәгә килдең бында? Килерен килгәс нимәгә ҡыланаһың? Шул саҡ Гөлсөмдөң башына бер күнәк һалҡын һыу ҡойолғандай булды. Ишеткәненән тыуған ғәрлек һәм асыу унда ниндәйҙер ҡөҙрәтте уятты ла, ҡатын ҡулын ҡармауҙан тартып алып, киҙәнеп тороп көсләүсенең битенә сапты. Был хәлдән күҙҙәре аҡшайған ир уны этте лә ебәрҙе, ҡатын артына һөрлөгөп ҡолап киттең. Тик ергә ырғытылған бесәй сапсанлығы менән йәһәт аяғына баҫты һәм ҡасырға ынтылды. Өҫтәлгә йүгереп барып етеп, шунда ятҡан кескәй аҫмалы сумкаһын эләктереп өлгөрҙө, ир уны ҡыуып етеп бер ҡулы менән биленән, икенсеһе менән муйынынан алды: --Эх, һин, кәнтәй, миндә ашап-эсеп ҡасмаҡсы булдыңмы? Һинең һымаҡтар бында аҙна һайын ял итә. Сапсышҡандарын анауындағы шарап мискәһенә лә тығып ала...  

“ҠЫРЫМ ЕҘНӘ”. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова.“ҠЫРЫМ ЕҘНӘ”. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова.
“ҠЫРЫМ ЕҘНӘ”. Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова.

Ошолай ғашиҡ булырын белгән булһа икән! Ун туғыҙ йәшенән кейәүгә сығып, ун биш йыл эскән ирҙе тәрбиәләп тә ыҙаланмаҫ, әллә ни төрлө уй-пландар ҡороп тормошон ҡайһы ыҙанға төшөрөргә белмәй аҙапланмаҫ та һәм тағы әллә нимәләрҙе эшләмәҫ тә ине. Ҡайҙан беләһең инде? Алдағыңды түгел, иртән торғас көнөңдә ни булып китерен белеп булмай. Ҡыҫҡаһы, шулай булды. Ҡыҫҡаһы тип, Гөлсөм был хәлде баштан башлап һөйләргә ярата. Ләззәтләнеп, илай-көлә, ентекләп бәйән итә ул әхирәттәренә, һәм артыҡ әхирәт булмағандарына ла инде, мөхәббәт тарихын.

 

Иргә иртә барҙы ул. Артынан тотам ҡалмай йөрөгән егеттең һалдат салбары ла туҙып өлгөрмәгән ине улар өйләнешкәндә. Ир ошолай була икән дә, уның менән тормош шулай икән тип йәшәне лә китте. Яйлап айырым сыҡтылар, мал үрсеттеләр, бала-сағалы булдылар. Барыһы ла һәүетемсә кеүек ине лә, ир тигәне тәүге йылдары ҡунаҡтарҙан ҡыҙмасалап ҡына ҡайтыр булһа, тора-бара эштә эсә, бырҡылдап килеп туҡтаған тракторы кабинаһынан да ҡолап уҡ төшә башланы. Гөлсөм уны өҫтөрәп индереп һала, сисендерә, ҡоҫһа түгә... (ошо урынға “тысһа йыуа” тип тә өҫтәп ебәрергә булыр ине, уныһын геройыбыҙ әйтмәне).

Үтер кеүек ине ҡатынға был хәл, бер-ике булыр ҙа үтер ҙә китер кеүек ине. Эскелек арҡаһында өҙлөкһөҙ һуғышып, эт-бесәй булып йәшәгән күршеләре түгел дә инде улар йәки алкаш иренән туҡмалып күҙенән күк китмәгән һатыусы апай түгел. Матур итеп һөйләшер, бик булмаһа әрләп алыр, хатта бер-ике көн үсегеп тә йөрөр әле. “Алтыным” тип өҙөлөп торған ире, ихласлап тотонһа, тыңламай- күнмәй ҡайҙа барһын? Тик... ире уны инде тыңлауҙан үткән булып сыҡты. “Мин эсәмме? Кем эсә? Алкаш што ли мин һиңә?”- тип ажғырып ятмаһынмы шул кисә алып килеп кәйкәләткән еренән. Ир менән ҡатын беренсе тапҡыр “тас та тос” ирешеп китте. “Бисмилла” тип ирешмәйҙәр бит инде, күп кенә аяуһыҙ һүҙҙәр ҙә ысҡынды. Тәүге раунд ҡатын сеңләп илап ебәреү һәм ирҙең атылып тышҡа сығып китеүе менән тамамланды. Унан инде... был раундтарҙың икенсеһе лә, өсөнсөһө лә, йөҙөнсөһө лә булды. Була торҙо, аҙағынан үкенес һурпаһы эселә торҙо, “ничья”лары ла, еңеү-еңелеүҙәре лә һәм хатта ир ныҡ иҫеректә ҡатындың нокаутҡа киткән саҡтары ла булды. Бары булды инде, булды... Ир эскән, ҡатын шуға ҡаршы торған ғаиләлә нимәләр генә сыҡмаҫҡа мөмкин?.. Дауаланыуға ла тиклем барып еттеләр, улары ла иң оҙоно бер йылға тыныслыҡ биреп торҙо ла, унан тағы ла ҡоторғосораҡ булып кире әйләнеп килде.

Ун биш йылдың үткәнен дә, улы менән ҡыҙының үҫеп еткәнен дә һиҙмәй ҡалды ҡатын ир менән айҡашып йәшәп. Бер мәл ян-яғына ҡарап ебәрһә, балалар сығып китеп бөткән, ғүмер геүләп үткән дә, көҙгөнән һурылып, һарғайып кипкән бер ҡатын йораты ҡарап тора, имеш. Шул мәл Гөлсөмдө, мәңге иҫерек ирен күрмәҫ өсөн туҡтауһыҙ баҡсала соҡонған еренән ниндәйҙер ҡөҙрәтле көс ҡулынан тартып туҡтатҡандай булды бит. Ул, нимәлер иҫенә төшкәндәй, ашығып мунсаға инеп китте лә, соландағы боронғо көҙгөгә текәлеп ҡарап ҡалды. Сағылыштағы үҙенә түгел, ә үҙенән дә аша нимәнелер күрергә, аңларға теләгәндәй күҙ алмаһын да шылдырмай, керпеген лә елпетмәй торҙо. Унан... төпкә үтеп сисенеп ташланы ла, һыуынған һыуҙарҙы ҡойоп алып, йүкә йыуғысты күпертеп тороп ышҡынырға кереште. Йәйге көн булһа ла эңер һалҡыны ла, яғылмаған бура һыуығы ла бар, сайынып бөткәндә теше тешкә теймәй ҡалтырап, шунда торған халатҡа уранып өйгә йүгерҙе. Ингәс һаҡ ҡына баҫып йоҡо бүлмәһенә үтте лә, һөртөнөп-кейенеп алғас, оло сумаҙанын һөйрәп сығарып, кейемдәрен тултыра башланы. Йыйыныуға ярты сәғәттәй генә ваҡыт етте. Йә, инде ошонда бәйләп ҡуйылғандай булып бер ғүмер йәшә лә, китәм тиеүеңә утыҙ минут та етә... Сығыр алдынан өйөн байҡап сыҡты. Бындағы һәр нәмәне үҙ ҡулдары менән йыйнап, бөхтәләп, яратып ҡына барлап тотҡан бит ул. Һәр нәмә иҫтәлекле, ҡәҙерле. Шулай хисләнеп килеп төпкө бүлмәләге иҫерек янына инде. Нисек тә йәлләргә, аярға тырышып ҡараны, күңеленең әле бер, әле икенсе еген ҡапшаны, тик күңел тигәнең инде бик ҡаты бикләнгән һәм асылырға ла, йомшарырға ла телмәй ине. Шайығы ағып хырылдап ятҡан ирҙең шыуып төшкән юрғанын ҡалҡытып һалып, йорт ишеген һаҡ ҡына ябып сығып китте. Йортоноң ғына түгел, үткәненең ишеген япты ул. Бында кире әйләнеп ҡайтмаҫын ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙға ғына хас тойомлауы менән тойоп, белеп китте...

Ире телефондан шылтыратып бер-ике иреште лә, шул йәйҙе иркенләп һабантуйлап йөрөп үткәрҙе. Унан үҙе һымаҡ бер ҡатынды табып алып йәшәне лә китте. Гөлсөм хатта ишетеп хайран ҡалып ултырҙы. Уның ун биш йыл йыйған донъяһына ниндәйҙер эскесе бисә хужа булды ла ҡуйҙы. Ярай, йортто улына яҙҙырған да, уныһы артыҡ ҡайғы түгел, ә һуң ҡатынының ун биш йыллыҡ ғүмерен аяҡ аҫтына һалып тапауын бер айныҡҡанында уйлаһасы икән ул йүнһеҙ? Шулай тип әсенгән әсәләрен балалары үҙҙәренсә йыуатҡан булды:

--Һин үҙеңде ҡара, әсәй, һаулығыңды ҡайғырт, матур итеп кейен, концертҡа йөрө, ял ит.

Ял итеп кенә ятманы инде, ауылдағы китапханаһынан сығып, ҡала китапханалары буйлап эш эҙләп китте. Һәм тапты ла. Бәләкәй генә коллективҡа яғылып, өйрәнгән хеҙмәтен дауам итеп алып китте. Ҡыҙы, улы килеп-китеп йөрөнө, улар икенсе ҡалала уҡыны, Гөлсөм ярайһы ғына шәһәр ҡатынына әүерелеп алды. Баҡса, мал, ҡош-ҡорт булмағас, иң мөһиме уттан-һыуға ташлар ғауғалар, шөбһәләнеп-һағайып көтөүҙәр булмағасмы, ҡапыл ярһып китеүҙәре, илаҡлығы, ҡурҡаҡлығы юҡҡа сыҡты. Хәҙер ул күңелсәк кенә мөләйем апайға  әйләнде. Матурлыҡ салонына, бассейнға, сәйәхәттәргә ваҡыт бүлергә өйрәнде. Тормош дауам итте.

 

Бер мәл уның контагына һуң ғына ниндәйҙер кешенән смс килде. “Һеҙ миңә оҡшайһығыҙ. Әйҙә, танышайыҡ.” тигән был. Һуңғы йылдары интернет менән эшләү талап ителгәс, ошо шөғөлдө лә өйрәнеп алып, ярайһы ғына йөҙә ине инде был киңлектә. Һәм яңғыҙ ҡатынға ир-егет тә яҙмай, мөрәжәғәт итмәй тормай. Ундайҙарға иғтибар бирмәй, юя ла ташлай ине, әлеге яҙманан тертләп киткәндәй булды. Һәм шул аңлайышһыҙ хис солғанышына эйәреп яуап яҙҙы: “Танышайыҡ һуң”. Шунан башланды ла инде яҙышыу. Ҡайҙалыр Ҡырым яҡтарында, диңгеҙ буйында йәшәгән ир менән өс көн эсендә утыҙ йыл белгәндәй булып аралашты ла китте. Һәр икеһе түгелеп үҙ яҙмышын һөйләне. Бер-береһен шул ҡәҙәрем яҡшы аңланылар, шул хәтлем яҡшы тойҙолар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, яҙышып төндәр етмәне. Һәм тора-бара ҡатын был ирҙән хат-хәбәр алмайса бер көн дә тора алмай башланы. Ике күҙе телефонда булып, эргәләгеләрен ишетмәй-күрмәй китте. Ул яҙһа шатланды-көлдө, яҙмаһа ҡайғы-хәсрәткә баты. Ул яҙһа аяғы ергә теймәй йөрөнө, яҙмаһа хәле бөттө лә ултырҙы. Әлеге мөнәсәбәттәргә шундай мохтажға, хатта ки ауырыуға әүерелде. Ярты йылдан Гөлсөм ул ирҙең бөтөн тормошон ғына түгел, шәхси хужалығында миҙгеленә нисә тонна виноград алыуын да, уны ҡайҙа күпмегә һатыуын да, кемдәр менән ҡайһы ваҡытта һәм нимә һөйләшеүен дә, һәм башҡа ваҡ нәмәләрен дә, ятлап алған ине.

Тиҫтә кешенән генә торған коллективта, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар ғына булғанда, кемдеңдер айырым сере булыуы мөмкинме инде? Һәр көн иртән килеп ингәс тә, улай-былай итәләр ҙә, төшкө ашҡа тиклем һыуһын араһында сәйләп алалар. Шунда кемдең өйөндә нимә булған да, ире ни әйткән, ҡалай ҡыланған, балалары, туғандары, ҡәйнәләре... күршеләре йәки урамда... кемдер... нимәлер... ҡайҙалыр тураһындағы хәбәрҙәр башлана ла, хушлашып таралышҡанға тиклем дауам итә. Аңлайһығыҙҙыр инде? Ҡатын-ҡыҙ коллективы...

Гөлсөмдөң дә сере таш ҡапсыҡта ҡала алманы. Уның хыялый булып йөрөгәнен аңғарған бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡын “ай-вай”ына ҡуймай, үтен һығып сығарып тигәндәй һөйләтеп алды.

--Ҡайҙан?

--Ҡырымдан...

--О-о! Диңгеҙ буйынанмы?

--Шулай шикелле...

--“Шикелле” булмаһын. Точноһын бел, диңгеҙе булмаһа сразы бер илегә баһаһы төшә.

--Кем? Нисә йәш?

--Илле...

--Ҡартыраҡ түгелме? Бабай нимәгә һиңә, Гөлсөм апай?

--Мин үҙем дә йәш түгел инде...

--Ярай, ир кешенең олораҡ булғаны яҡшы ул, -- быныһын өлкәнерәктәре әйтә.

Һорау алыу дауам итә:

--Нимә менән шөғөлләнә?

--Виноград үҫтерәм тип яҙа.

--Ҡатыны юҡмы?

--Ҡатынлы кеше сит ҡатындар менән яҙышмаҫ инде.

--Э-эй! Яҙышмаҫтар! Интернетта фейк битенән биш ҡатынға хат яҙып ятҡан ирҙәр бар хәҙер.

--Әлләсе... Алдаҡсыға оҡшамаған да ул...

--Ярай, уныһын асыҡларбыҙ. Һиңә нимә тип яҙа?

Гөлсөм уңайһыҙланыуҙан ҡыҙарып-бүртенде. “Оҡшайһың, бер күреүҙән ғашиҡ булдым, һин минең идеалым” тигәндәрен үк төпсөнмәҫтәр ҙә инде. Тик ҡатын-ҡыҙ халҡы яуыз, ишетергә теләгәнен әйттермәй ҡалмай.

--Яратам тейме һуң?

-- ...

-- Гөлсөм апай, хистәрен белдерәме, әллә һеҙ виноград үҫтереү тураһында ғына һөйләшәһегеҙме?

-- Белдерә былай...

-- Шунан, күрешәйек тейме?

-- Тимәй, так то.

-- Но ул һеҙгә оҡшай, шулай бит?

-- Оҡшаймы тип...

-- Улай бешмәгән булмағыҙ, уй-теләктәрегеҙҙ тура әйтеп өйрәнегеҙ, юғиһә, ир-егет төртөп күрһәтмәйсә аңламай ул.

-- Минең улай берәүгә лә әүрәгәнем юҡ. Әллә нимәһе бик яҡын, күптән белгән, көткән кеше һымаҡ.

-- Понятно. Һеҙ, апай, интернеттағы фотоларығыҙҙы алмаштырығыҙ әле, әллә ниндәй ауыльский үҙешмәкәр фотолар ҡуйғанһығыҙ. Хәҙер беҙгә ул ирҙе һуштан яҙҙырыр фотолар кәрәк буласаҡ. Салонға барып, матур кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп... только шулай!

Шул көндән башлап теге бер ваҡытта ла күрмәгән, әммә Гөлсөм аша бар хәлен дә белеп торған иргә “Ҡырым еҙнә” тип исем ҡушылды ла, ул да әлеге коллективтың бер ағазаһына әүерелде.

 

Аралашыу бер йыл барҙы, ике йыл барҙы... өс йыл... Ҡыҙыҡһыныусылар ҙа, уларҙы хәбәр менән тәьмин итеүсе лә арыны тамам. Арыны ғына түгел, был хәл-ваҡиалар ҡыҙығын юғалта төштө. Хәҙер инде эштәге ҡыҙҙар ҙа унан “Ҡырым еҙнә ни яҙа әле?” тигән һорауҙы бирмәй. Улар ҙа ялыҡты, моғайын, һорашып. Гөлсөм дә көтөк булды. “Әйҙә, кил” тип кенә өҙөп әйтергә ҡыйманы. Теге яҡ “ана киләм, бына киләм” тиһә лә офоҡта күренмәне.

Бер көн эштә сәй эскәндә ҡыҙҙар нисектер шул “Ҡырым еҙнә”гә әйләнеп ҡайтты ла, аранан берәүһе:

--Гөлсөм апай, нишләп һин унда үҙең барып ҡаймайһың әле? Бар ҙа, күр ҙә, хәл ит! – тимәһенме.

Башҡалары ла күтәреп алды:

--Нуу! Күпме яҙышырға була?

--Если гора не идет... Бар ҙа төш, оҡшамаһа ҡайтыр ҙа китерһең. А то былай ҡартайырһығыҙ ул хат яҙышып.

Гөлсөм сәбәләнде:

--Ҡуйсәле, ир эҙләп килгән тейер. Хәҙер мин яҙышып ҡына йәшәүгә лә күндем инде, бара миңә.

Ҡыҙҙар ҡуйманы:

--Может ул бер һантыйҙыр! Ә һеҙ уға ваҡыт әрәм итәһегеҙ. Нисә йыл әле? Өс? Ө-ө-өс!

-- Ыстағайым! Һуғыштан улай көтмәйҙәр!

-- Бер һылыу принцын көткән көткән дә, бер мәл почтальон уға пенсия алып килгән, ти. Шуның һымаҡ һин, әй.

--Һеҙҙең унда барып килгәнегеҙҙе кем белә?

--Давай, отпускыңда уйла, һис юғы шул яҡҡа ялға барып кил, шунда күрешерһең нейтральный территорияла.

Барыһына бер юлы яуаплай алмай баш сайҡап ҡына ултырһа ла, ошо идея башынан сыҡманы хәҙер Гөлсөмдөң. Тәүге йылдары алҡымынан алып килгән ғорурлығы ла инде ыуалып төшкәйне. Инде көтөп-көтөп тә диуана булғайны. “Была-не была, - тип уйлан ул хәҙер, -- йәш ҡыҙмы мин яусы көтөп ултырырға, былар әйтмешләй, кем белә лә кем күрә. Исмаһам бер күрешеп, кафе-фәләндә ҡара-ҡаршы ултырып сәй эсеп булһа ла сығыр, унан... төңөлөр...”

 

Отпускыһына Ҡырымдың бер ял йортона путевка һатып алды, бер аҙнаға ғына. Мөхәббәтенә хәбәр иткәйне (хәҙер бит улар шулай “мөхәббәт” кимәленә күтәрелгән), һикереп төштө: “Кил! Көтәм!” тине. Унан, ултырҙы ла китте поезға.

Тәҙрәнән иҫ киткес күренештәргә шаһит булып бара. Башҡортостандың гүзәллеген артта ҡалдырып китеүҙәренә, икенсе донъя матурлығы асылды. Ул алма баҫыуҙары, груша яландары, виноград плантациялары... Тик бынау купелаш бер ир генә йәнде көйҙөрөп тота ла һүҙ ҡуша. Уның тағы ла нимәлер тип борсоуына Гөлсөм ризаһыҙ йөҙөн борҙо:

--Нимә тинегеҙ? – “Нимә кәрәк һиңә?” тигәнде аңлатты был төҫ.

Ир уның сырайын аңғарҙы, шулай ҙа хәбәрен ҡабатланы:

--Был станцияла оҙаҡ торабыҙ, сығып йөрөп киләйек, ҡала матур бында.

--Сығығыҙ һуң, – әйтерһең уны тотоп ултыра, әйтерһең улар бергә сыҡҡан юлға. Ошо һонтор ирҙе Өфө вокзалында уҡ аңғарғайны ул Гөлсөм, Өфө-Симферополь поезы юлына ла бер-бер артлы төшөп торҙолар. Һәм, бына, хатта бер купела китеп баралар. Уйҙарына сорналып, йөҙ төрлө икеләнеп, үҙ алдына үҙе ҡаңғырып килгән ҡатынға урай ҙа өндәшә, урай ҙа өндәшә уныһы. Гөлсөм уның әйткәнен ишеткәндә рыя ғына баш ҡаға йәки бөтөнләй аңғармай утырып ҡуя. Өҫтәге полкалағы ике йәш кеше телефондарынан айырыла алмай, унан йә йоҡлайҙар, йә тартырға сығалар. Ә Гөлсөмгә бынау әҙәм тынғылыҡ бирмәй. Икеһе лә бер-береһенең башҡорт икәнлектәрен дә, хатта төҫ-йөҙгә ҡарап бер яҡтыҡы булыуҙарын да аңғара, әлбиттә. Әммә ҡатын һыр бирмәй, ә ир артыҡ ныҡышырға ҡыймай, ахыры.

 

Йорттары ла, ере лә аҡ мәрмәрҙән булып, һәр мөйөшөндә сәскәләр баҙырашҡан ят ҡаланың төнө лә көндәй яҡты. Вокзалда халыҡ һис йоҡларға уйламағандай ҡайнашып йөрөй. Ашарға, эсергә теләгәндең йөҙ төрлөһө һатылып ята. Тимер юлдары араһындағы был сағыу баҙарҙы тамаша ҡылып йөрөй ине, артында ғына башҡортса өндәштеләр:

--Әйҙә, һыйланып алайыҡ.

“Йәлп” итеп әйләнһә теге һонтор тора. Ҡулында туңдырма.

--Р-рәхмәт..., -- туңдырма яратмаһа ла, бынау эҫелә хәҙер генә иреп ағырын да, ташларға тура килерен уйлап, алды, -- кәрәкмәҫ ине лә...

--Эҫе бит, -- ир үҙенең туңырмаһын асып яртыһын тигәндәй тешләп ҡапты, -- аҙ булһа ла эскә һыуыҡ төшөрәйек.

Унан ҡатындың теләр-теләмәҫ кенә ашағанын күреп өҫтәп ҡуйҙы:

--Бәлки, поезда ресторанға инербеҙ, унда һалҡын һыра йәки квас була торған.

“Һыра”нан Гөлсөмдөң ҡолағы “ҡарп” итте, ирҙе баштан-аяҡ көйҙөрә ҡарап сыҡты, мейеһенән: “Әһә! Бына бер алкаш” тигән уй үтте лә, боролоп китеү яғын ҡараны. Тик яңы танышы бер ни аңламай ҡуша атланы ла китте. Бына һиңә бер бәйнәт әҙәм!

Һөйләшмәһәләр ҙә йәнәш барҙылар. Ҡыҙҙар кеүек сыпранлап килә лә алмай, юлдашы ла йәш кеше түгел, тәртип һаҡлап йөрөй бирҙе Гөлсөм. Ҡулдарҙағы туңдырмалар ашап бөтөлдө, тик һүҙ ялғанманы. Бара борғас аллы-ҡыҙыллы яулыҡтар һатылған ергә килеп сыҡтылар. Сепрәк-сапраҡ күргәндә ҡатын-ҡыҙ барып тотҡолап ҡарамайса сыҙай буламы – Гөлсөм дә әле бер косынканы һыйпаны, әле ебәк шарфты алып яурынына һалып ҡараны. Ҡояшта янып көрән төҫкә ингән һатыусы ҡыҙ өгөтләргә лә кереште:

--Һеҙгә бик ныҡ килешә! Ҡара сәсегеҙгә ошо зәңгәр сәскәләр яғылып ятҡандай ғына.

Килешкәнен үҙе лә күрә Гөлсөм, тик алыҫ юлға сыҡҡанда яулыҡ ҡайғыһымы, аҡсаһы ашап-йәшәп йөрөп ҡайтырлыҡ ҡына. 

--Рәхмәт, икенсе юлы... – тип яулыҡты кире һондо ла, ҡырҙараҡ баҫып торған ирҙең һаман уны күҙәткәнен аңғарып, уңайһыҙланып та, асыуы ла ҡабарып, вагонға табан юлланды.

 

Ҡалған көн ярымда ир нисек кенә иғтибарын яуларға тырышмаһын: сәй алып килһенме, туҡталыштарҙа нимәлер тотоп инеп һыйларға маташһынмы, гәзит-журнал һонһонмо – ҡатын ыжламаны. Ул бит һөйгәне янына китеп бара. Юлда ниндәйҙер икенсе әҙәмдең әүрәтеүенә әүмәй инде. Еңел холоҡло бисә түгел дә ул. Шуға ла был юлдашына күҙ һалғанда ла яндыраһынан өҙөп ҡараны ла, һыйлауҙарынан баш тартып, рәхмәт әйтеү менән генә сикләнде. Ахырҙа теге ир: “Ошо беҙҙең башҡорт ҡатындары ҡырыҫ инде ул” тип көрһөнгән булып, ҡул һелтәне. “Шулай булмаһа кәрәк, - тип эстән генә һүҙ көрәштерҙе уның менән Гөлсөм, - ҡатындың күңелен аңлай торған халыҡмы һеҙ...”

 

“Ҡырым таңдары”на урынлашып, ял йорто менән танышып, төшкө ашҡа төшһә, мыйығының буйының буйына ауыҙы йырылып теге юлдашы тора. Гөлсөмдөң ризаһыҙлығын белдереп ирен бүлтәйтеүенә ла яуабы әҙер:

--Сит ерҙә ике башҡорт булып турһайышып йөрөмәйек инде. Бергә ял итәбеҙ значит. Әйҙә, танышайыҡ: мин – Булат.

Ирҙең һуҙылған ҡулын күрмәмешкә һалышып үтеп китеп, аҙыҡ-түлек алып өҫтәлгә ҡунаҡлағас, шулай ҙа ҡаршыһына килеп ултырғанға яуап бирҙе:

--Гөлсөм.

--Өфөлә йәшәйһегеҙме?

--Эйе.

--Мин дә. Путевка менәнме бында?

--Юҡ, -- Гөлсөмдөң был мәғлүмәттәрен сығарғыһы килмәй, әммә бер нәмәне асыҡларға булды, -- бер аҙнаға ғына, үҙ эштәрем менән.

--Шулай ғынамы ни?.. – Булат ысынлап аҙарынды, -- Ниңә улай? Бәлки, уйларбыҙ ҙа оҙайтырбыҙ ялды?

--Мин үҙем өсөн үҙем уйлайым.

Гөлсөмдә аш ҡайғыһы ла, бигерәк тә был яңы танышы ҡайғыһы ла түгел. Ул әле һөйгәненә килеп етеүен хәбәр итмәгән. Ашыҡ-бошоҡ ҡапҡылап номерына ҡайтты ла шылтыратып ебәрҙе:

--Алло-о...

--Да! Тыңлайым! – теге яҡтан көр тауыш ҡолаҡты ярҙы. Ниндәйҙер шау-шыу араһында тора ине, ахыры, телефон хужаһы.

--Был мин – Гөлсөм...

--Эйе, Гөлсөм, сибәркәйем, сәләм-сәләм! Нисек хәлдәр?

--Яҡшы...

--Нисек тормоштар, аппағым?

--Яҡ-шы...

--Сәләмәтһеңме, гүзәлем, ниндәй яңылыҡтарың бар?

Бәтәс... Был ниндәй һорауҙар һаман?..

--Яңылыҡтар тип... мин – бында... Ҡырымда.

--Ҡырымда?.. Ә-ә-ә! Һылыуым, бөтөнләй баштан сыҡҡан! Ғәфү-ғәфү! Йөҙ тапҡыр ғәфү! Әлеге эш бит, мәшәҡәттәр.

--Шунан?..

--Беләһеңме нимә, рауза гөлөм? Һин мине унда бер-ике генә көн көтөп тор инде, йәме? Мин Әстрәханда баҙарҙамын әле. Сауҙаның шәп барған мәле. Ике көндән шунда булам. Йәме, гүзәлем?

--Я..рай, -- ишеткәндәренә ҡарата ниндәй мөнәсәбәт белдерергә тип баш ватҡан арала теге яҡ тауыш-ғауға араһында ҡысҡырып хушлашып һалып та ҡуйҙы.

Бына һиңә, алдыңмы кәрәгеңде?.. Ул һинең килереңде онотҡан. О-нот-ҡан! Башта ҡапыл шулай ярһып алһа ла, яйлап Гөлсөм уны үҙе алдында аҡлай башланы:

--Оноторға ла мөмкин... эше ҡайһындай уның.

--Буш йөрөгән әҙәм булһа ҡырҡ шылтыратып ҡаңғыртыр ине, ә был деловой.

--Эшлекле ирҙәр шулай булалыр инде ул...

 

Ялының беренсе кисен номерынан сыҡмай бөгәрләнеп ятты. Әллә ниндәй ҡабарынҡы хыялдар менән аяғы ергә теймәй йөрөгән булһа, әле улары бушай төшөп, шул сәбәпле ныҡ ҡына кәйефен дә ҡырып, берәүҙе лә күргеһе килмәне. Ял йорто хеҙмәткәрҙәре көндөҙ, ингән-сыҡҡанда, кистәрен төрлө кәйеф асыу саралары булырын, ҡайҙа нимәләр күререгә мөмкинлеген, ҡайҙа йыр-моң, ҡайҙа уйын-көлкө барасағын иҫкәртә ине. Ҡараңғы төшөүгә асыҡ тәҙрәләрҙән эскә күңелле музыка урғылды. Гөлсөм шул дәртле көйҙәр аҫтында һис килешмәгәнсә бойоғоп китеп ятты ла ятты. Йә инде... нимәһен йөрәге арбалған һуң шул иргә? Магниты тартҡан һымаҡ булды ла торҙо бит... Үҙе, исмаһам, ҡаршы берәй аҙым яһаһасы? Ниңә улай булды һуң әле? Нисек улай?..

 

Икенсе көн ял йортоноң паркында килеп тапты уны Булат. Былай ҙа ҡылтым ғына ҡатындың бөгөн үтә лә кәйефһеҙ икәнлеген дә аңғарҙы. Шулай ҙа боролоп китмәне. Иллә ныҡыш та инде үҙе! Бер генә лә үҙһаҡланыу инстинкты юҡ әллә? Улай тиһәң, ярамһаҡланып, ярап, ҡуштанланып өйрәнмәгән күп ирҙәрҙә юҡ ул ундай төшөнсә. Улар ҡатын-ҡыҙҙан ниндәй туҡмаҡ алырҙарын да, аҙағы нимә менән бөтөрөн дә уйлап тормайса тура һәм дөрөҫтө генә һөйләй ҙә ҡуя. Эй, бер ҡатлы ир халҡы...

--Сәләм, -- тине ул әле лә яҡын уҡ килеп. Гөлсөм баш ҡына ҡаҡты. Хатта ҡарамай ҙа китеп бармаҡсы ине, ир уны бөтөн кәүҙәһе менән боролоп баҫырлыҡ итте, -- Паркта кәлеп һуғыр өсөн килдеңме инде? Күпме йөрөргә була бында?

“Миндә  һинең ни эшең бар?” тимәксе ине лә ҡапыл, унан аҙыраҡ әҙәпте иҫләп тыйылды. Бер яҡтан уйлаһаң, был әҙәм хаҡлы ла инде. Ул бит ял итергә, донъя күрергә, диңгеҙҙә йөҙөргә һәм .... Ярай, уныһы...

--Ә нимә тәҡдим итәһегеҙ? – үҙенә лә көтөлмәгән һорау бирҙе ҡатын.

--Әйҙә, диңгеҙ күреп киләйек.

Илар хәлгә етеп тулышҡан, сәсен йолҡҡослар сиккә етеп көйгән һәм үтә лә, үтә лә бәхетһеҙ ине был мәлдә Гөлсөм. Ҡаршыһына шайтан үҙе килеп баҫһа ла, йәһәннәм сигенә китергә саҡырһа ла барыр ине, моғайын. Барыр ҙа бөтөн ояларын туҙҙырып, ен-пәрей илен еңеп ҡайтыр ине. Шундай уҫалланған, яһилланған сағы ине. Бәхетһеҙ ине сөнки. Ә бәхетһеҙ ҡатын ул иң яман көс.

Парлашып сығып киттеләр. Һөйләшмәйҙәр. Асылда янындағы ир нимәлер һөйләй шикелле. Тик Гөлсөм уны ишетмәй. Хәле кеше хәбәрен тыңларлыҡ та, аңларлыҡ та түгел. Һауаға олғашҡан тауҙар итәгендә ултырған йорттан түбән төшөү ҙә оҙаҡ ҡына ваҡытты алды. Бына алдарында өҫкә шауы ғына ишетелгән диңгеҙ киңлеге асылды. Хозурлығы! Мөһаббәтлеге! Яр буйына баҫтылар ҙа ҡарап ҡалдылар. Тулҡын толпарҙары ярһып сабып килеп ярға ырғыйҙар ҙа, төрлө төҫлө ваҡ ҡырсынды тере нәмәләрҙәй итеп йыбырлатып шылтыра-шылдыра кире сигенәләр. Бәреләләр ҙә сигенәләр, бәреләләр ҙә сигенәләр... Был күренешкә бер ҙә генә ялыҡмай ҡарап торорға ла торорға була икән. Һоҡланыуҙан, арбалыуҙан ҡатындың асыуы ла шул тулҡынға ҡушылып шылды әллә, ул яҙылып киткәнен дә һиҙмәне.

--Ҡалай матур!.. Иҫ киткес, ивет?.. Иҫ киткес...

--Эйе. Диңгеҙ ул бер сихри донъя инде. Тәүге тапҡыр күрәһеңме?

-- Эйе, -- тине Гөлсөм, -- ә һеҙ... һин?

-- Мин йыш килдем. Бында ла, башҡа диңгеҙҙәргә лә барғаным булды.

Ҡатын иргә һынаулы ғына итеп бер күҙен ҡыҫа биреп ҡарап ҡуйҙы:

--Ҡайҙа эшләйҙәр улай диңгеҙҙәргә генә йөрөй торған кешеләр?

--Хәрби мин. Капитан запаса. Беҙгә путевка бирелә.

--Ҡалай рәхәт.

Ҡарап ҡына тороуға мөрхәтһенмәне ир, ярҙа ҡыҙыныусылар араһында нимәлер теләнселәп йөрөгәне егетте саҡырып алды:

--Йәш кеше, асыҡ диңгеҙгә сығыу күпме тора?

Был шул диңгеҙгә сәйәхәтселәр йыйып йөрөүсе икән. Йәһәтләп яуаптарын яуҙырҙы:

--Ике кешегә өсәр меңдән! Төркөм менән сыҡҡанда бер кешегә мең ярым тура килә. Катерҙа һыу, һут, шампан һәм еләк-емеш була. Бөтөн төрлө һаҡланыу саралары ҡаралған, хәүефһеҙлек гарантиялана. Сығағыҙмы?

--Сығабыҙ.

--Ниндәй шарттарҙа?

--Ике кеше.

--Отлично! Улайһа, әйҙәгеҙ, минең арттан!

Гөлсөм аңын-тоңон аңлағансы Булат уны етәкләп алып та китте. Иҫенә килгәндә шортиктағы егет артынан ашығып атлайҙар ине инде.

--Ҡарағыҙ әле... Туҡта! Мин бит... минең янымда... миндә карта ғына... ҡулда аҡса юҡ!

--Аҡса миндә бар, уныһына борсолма.

--Кейенмәгәнмен бит һуң!

--Яланғас түгелһеңдә инде. Унда катерҙа ултыраһың ғына, ошо уҡ кейемдә.

--Уф! Һин мине яйһыҙ хәлгә ҡуяһың!

--Диңгеҙҙә аҙыраҡ елләнәбеҙ ҙә киләбеҙ. Бәлки күңелең асылыр. Бөтәһенә яман ҡарап, арҡыры һөйләшеп йөрөп кенә үткәрмәҫһең дә инде ялыңды, -- тип ҡатынды катер баҫмаһына ла этәреп тигәндәй мендерҙе ир. Вәт, яуыз, ҡалай теле әсе, тигән уй үтте Гөлсөмдөң башынан да, тик иғтибарын икенсе нәмәләр яуланы. Егет уларға ҡотҡарыу күкрәксәләре кейҙерҙе, автоматтан атҡан шикелле итеп тейешле тәртиптәрҙе аңлатты ла, йомшаҡ эскәмйәһенә килеп терәлгәс, алдарына һый-хөрмәт алып килеп теҙҙе. Күп тә тормай уның командаһы менән катер геүләп елеп сығып та китте. Биткә дымлы ел бәрелде... Өҫтә аҡсарлаҡтар саңҡыны... Һулыш алған һайын күкрәк киңәйгәндән киңәйә барып, бына-бына ярылып китерҙәй булды... Әллә баш әйләнде, әллә диңгеҙ шулай сайҡаны... Бара торғас улар менән уҙышып дельфиндар сапты... Гөлсөм палуба арҡанына сат йәбешеп, бөтөн был илаһилыҡты күҙ ҙә йоммай күҙәтте. Катер менән бергә осто, дельфиндар менән бергә сумды, ел менән бергә иңләне диңгеҙ өҫтөн...

Ярға сыҡҡанда ла әле ярһыуы баҫылмаған ине:

--Ой! О-ой! Иҫ киткес булды! Ҡурҡыныс та, матур ҙа! Бындайҙы күргәнем юҡ, валлаһи!

Булатҡа уның көтөлмәгәнсә былай шаулы булып китеүе мәрәкә, ахыры.

--Оҡшанымы? – тип тыйнаҡ йылмая.

--Оҡшамай һуң! Рәхмәт һиңә.

--Бер ашарлыҡ булдыҡ, шулаймы?

--Булдыҡ.

Инде Гөлсөм ҡарышмай. Диңгеҙҙәге ҡыҙыҡтарын һаман һөйләй-һөйләй ир менән йәнәш атлай. Бик яҡын дуҫтар, күптәнге таныштар кеүек көлөшә-көлөшә яр буйына теҙелешкән ашханаларҙың береһенә барып инделәр. Яндарында официанттар йүгереште. Тәмле аш йәйелде өҫтәлгә. Һалҡын һуттар килде. Талғын көй ағылды. Диңгеҙ һауаһы ысынлап ныҡ асыҡтырғанмы, аҙыҡ та үтә тәмле, һыуҙары ла татлы тойолдо.

Туйынғас, баяғы тойғолар шауҡымы баҫыла төшкәс, был ике осраҡлы осрашҡан ир менән ҡатын тағы ла нимәлер хаҡында һүҙ ялғарға тейеш булып ҡалды. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуын, күпте белергә теләүен еңә алманы.

--Ял йортона хәрбиҙәр ҡатынһыҙ ғына йөрөймө?

--Ҡатыны булғаны ҡатыны менән йәки ғаилә менән.

--Ә һеҙ... һин?

--Ҡатынлы саҡта мин дә ғаилә менән йөрөнөм. Хәҙер яңғыҙ...

-- Ни эшләп... яңғыҙ?

-- Ҡатыным рус милләтенән ине, мин хеҙмәт иткән ҡала ҡыҙы. Ул шунда ҡалды... мин ҡайттым. Отсавкаға сыҡтым да, тыуған яҡтарыма юлландым, ул теләмәне.

-- Ә балаларығыҙ?

-- Улыбыҙ бар. Сит илдә йәшәй. Ә һин?

-- Нимә мин? – Гөлсөм тертләп китте, -- мин бер нәмә лә түгел.

Булат уға төбәлә бирҙе:

--Ниндәй эштәр менән бер аҙнаға ғына?

Ҡатын хатта ҡулы менән сәбәләнә яҙҙы:

--Былай ғына... Үҙ эштәрем, личные дела.

Ирҙең ҡаштары өҫкә һикерҙе:

--Личные? Шәхси тормошто хәл итәһең, тимәк?

Нисектер мыҫҡыллы итеп әйткәндәй булды Гөлсөмгә быларҙы ҡаршыһындағы ултырған әҙәм. Көлөп, тикшереп, кәмһетеп әйткәндәй. Бәлки, икенсе ҡараштан был улай уҡ булмағандырҙа. Бәлки, икенсе күҙлектән ғәп-ғәҙәти генә фараз булғандыр. Әммә ҡатын уны үҙ кисерештәре аша ғына күрҙе һәм ишетте. Ул башҡа төрлө баһалап ултырыр хәлдә түгел ине. Һәм... ирҙе албырғатып һикереп тороп баҫты ла:

--Кеше тикшергәнсе, үҙегеҙҙең шәхси тормошто яйға һалығыҙ! Йүнле ирҙең ҡатыны һис сәбәпһеҙ тороп ҡалмайҙыр әле, -- тигәндәрҙе ырғытып китеп тә барҙы.

Булат уға, башын ҡыйшайта биреп нисек аптырап төбәлгән булһа, шул килеш ултырып ҡалды. Хатта ҡымшанманы ла. Был ҡатын-ҡыҙҙы аңлап булмағандың айышын төшөнгәнлек һәм шулай ҙа сираттағы тапҡыр сараһыҙланғанлыҡ ине.

 

Өсөнсө көн Гөлсөм Булатҡа, Булат Гөлсөмгә ҡараманы ла, яҡын да килмәне. Ашханала осраштылар, бассейн юлында, унан ял итеүселәрҙе йыйып океанариумға алып барҙылар. Унда ла ят кешеләрҙәй булып йөрөнөләр. Бөгөн инде Гөлсөмгә оят та, ҡыйын да ине. Уға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итеп, һыйлап ултырған кешегә тота килеп ябырыл да, етмәһә шунда ташлап кит... Хатта көлөп маташҡан булғанда ла, улай ҡыланырға тейеш түгел ине тәрбиәле ҡатын-ҡыҙ. Рәхмәт әйтергә лә, ғәфү үтенергә лә китергә мөмкин ине бит? Мөмкин ине... их... Тик һөйгәненән шылтыратыу  булмауы ҡатындың башын тағы ла бутап, ҡайнатып ебәрҙе. Телефонынан бер секундҡа ла айырылмайса, бер сың килгәндә лә өмөтләнеп төбәлгән экранда кискә тиклем дә таныш исем сыҡмағас, Гөлсөм тағы аҡылдан шашыр хәлгә етте. Унда Булат алдындағы ғәйеплелек тойғоһо бөтөнләй икенсе кешегә ҡарата булған хистәргә алмашынып, башта эстән ялбарыуға, унан асыуға, тора-бара инде тәрән төшөнкөлөккә бирелеүгә әүерелеп, мендәргә үкһеп ятып, йоҡлап китте...

 

Дүртенсе көн ашхананан сығып барғанда Гөлсөм танышын ҡыуып етте.

--Булат... Һеҙ, зинһар, мине ғәфү итегеҙ инде, йәме, теге мәл өсөн...

Ир көлдө генә:

--Ярай, үткән-бөткән. Һин дә үпкәләмә, мин бер нәмә лә уйламай әйттем.

-- Аңлашылды...

--Ҡарале, Гөлсөм, кисә кис һиңә киноға барайыҡ, тип, тәдим итәйем тиһәм, шылтыратырға телефоның юҡ, барып шаҡып торһам, килешмәҫ тинем. Номерҙарҙы алмашайыҡмы?

--Алмашайыҡ һуң.

Ҡатын телефонының һандарып әйтеп яҙҙырҙы ла, унан шылтыратыуҙы ҡабул итеп, номерын һаҡлап маташа ине, ҡапыл... ул шылтырата! Тертләүҙән ҡулындағы телефоны ни ғиллә менәндер өҫкә һикереп китеп, уны ҡаршыһындағы ир саҡ тотоп ҡалды. Ныҡ тулҡынланған Гөлсөм һаман зыңлаған телефонын Булаттан тартып тигәндәй алып, ситкә йүгерҙе:

--Алло! Алло!.. Мин тыңлайым?..

-- Рауза гөлөм, һин ҡайҙа, йәнем?

-- Бында! “Ҡырым таңдары” ял йортонда.

--Күрешәбеҙме, гүзәлем?

--К-күрешә-йек...

--Әйҙә, улайһа, адресты яҙып ал...

Гөлсөм Булатты ла, Булатты ғына түгел бар донъяһын да онотоп номерыны йүгерҙе. Ашығып душ йыуынғас ял йортоноң парикмахерскийына барып сәсен ҡупылатып һалдырҙы, еңелсә генә макияж һылатты. Үҙе менән алып килгән һәм нисә көн буйына был сәйәхәттәге үҙ ролен көтөп торған матур күлдәген кейеп, беҙ үксәләрендә тыҡылдап сығып та китте. Санаторийҙың коридорында, паркында уны аңғарған ир-ат ирекһеҙҙән боролоп ҡараны, ҡатын-ҡыҙ һынсыл итеп баштан-аяҡ һөҙөп ҡалды. Ә ул үҙе артынан һиҙелер-һиҙелмәҫ татлы хушбуй еҫе ҡалдырып, бер илаһи нур солғанышында атланы ла атланы.

 

Тел осонда туҡтауһыҙ өйөрөлгән адресты эҙләп тапты ҡатын. Бер-береһенә сырмалышып үҫкән ағастар һәм гөлдәр араһындағы ҙур булмаған ике ҡатлы йорт икән. Ҡапҡаһындағы зыңғырлаҡҡа баҫҡайны, эстән һауылдап эттәр өрҙө, уларҙы тынысландырып өндәшә-өндәшә... УЛ килеп ишек асты. Гөлсөм шул саҡ һушын юйып йығылыр һымағыраҡ булып китте лә, ҡапҡа яңағына терәлә биреп ҡалды. Өс йылдан ашыу фотоларынан күҙен ала алмаған, йөҙөндәге һәр һырын белгән, ҡарашының әллә нисә төрлө сағылышын хәтеренә һеңдереп ҡуйған кеше, алдында тора, бына. Алсаҡ йылмайып, ҡоластарын йәйгән:

--Алтыным, килеп еттеңме?

--Йә, һаумы?.. – Гөлсөм ирҙең ҡосағына тура барып инергә ҡыймай, уның йыуан йөнтәҫ беләктәренә генә ҡағыла биреп ҡуйҙы. – Бына, яҙғас, күрештек.

Ир ҡатынды әйҙүкләп урамы эсендәге таш һуҡмаҡ буйлап алып китте. Ике яҡлап ике алаптай эте улар ыңғайына ҡуша юртып барҙы. Гөлсөм уларға һағайып ҡаранды. Ир бурҙайҙарын ҡыуҙы:

--Китегеҙ! Барығыҙ үҙ юлығыҙ менән, миндә ҡәҙерле ҡунаҡ бөгөн, китегеҙ.

Эттәре әллә ысынлап аңлап, тороп ҡалдылар. Күпереп үҫкән сиҙәмгә ятып уҡ алдылар.

Үҫентеләр менән уралтылған беседкаға үттеләр. Гөлсөм был яҡтағыларға хас булғанса йәйге йәшәү стиленә, уның үтә лә нәзәкәтле, йылы мөхит булыуына һоҡланып ҡараны. Ир өҫтәл әҙерләп үк ҡуйған, шарап та сығарған. Аҙыраҡ мәшәҡәттәренән бушағас ул Гөлсөмдө шаян, әммә шул уҡ ваҡытта бер тартыныуһыҙ ҡыйыу ҡараш менән сәсәтәренән алып аяҡ осонанаса байҡап сыҡты. Унан ҡәнәғәтлеген йәшерә алмай бармаҡтарын шартлатты:

--Сибәркәй! Был матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр ҙа һуң!

Ҡатын уңайһыҙланыуынан бөршәйә төштө. Бындай уҡты көтмәгәйне бит. Ир инде уны өйөнә әйҙүкләне:

--Әйҙә, матурым, йортомдо ла күрһәтәйем. Баҡсала аҙыраҡ экскурсия үтәйек. Унан беҙҙе өҫтәл көтә.

Ике ҡатлы йорт ҡиммәтле ялтыр мебель менән тултырылған, һәр йыһаз, һәр ваза хаҡына торошло булып балҡып ултыра ине. Был яҡ халҡының йәшәү үҙенсәлеге лә, өй-йорттарын биҙәү стиле лә, хатта мебелдәр ҙә икенсе төрлөрәк, тормош та күпкә байыраҡ һәм мулыраҡ икәне күҙгә ташланмай ҡалмай. Гөлсөм быларҙы беренсе ҡараштан уҡ төшөнөп өлгөрҙө.

Баҡсаһында гөл-сәскәләр ҙә, бер-нисә йәшелсә түтәле. Ә гөлдәре инде күҙҙең яуын алырҙай. Раузалары ғына ла тиҫтәләгән төрҙә.

--Мин сәскә үҫтерергә яратам. Ә һин? – тип һорай уның телһеҙ ҡалып торғанын тантана итеп күҙәткән ир.

--Мин дә, -- тигән булды ҡатын тартына биреп. Ысынында улар яғында сәскә үҫтереп алыу ул ауыр хеҙмәт. Уларҙы ҡырауҙарҙан һаҡлап, ҡурсалап, бәпләп кенә торорға кәрәк. Бындағы һымаҡ  шаулап ултырһындар өсөн ошо ҡояш менән ошо диңгеҙ булыуы мотлаҡтыр инде...

Бер килке йөрөп әйләнгәс ир ҡунағын кире беседкаға борҙо. Өҫтәл артына ултырыштылар. Шарап асып ҡойолдо.

--Йә, йондоҙом, осрашыу хөрмәтенә!

Аҙыраҡ бокалдағын ауыҙлағас, хуш еҫле салаттар тәмләнде, ниндәйҙер ят ризыҡтар ашап ҡаралды. Бына һиңә! Ҡайҙалыр яҡында ғына тулҡынған диңгеҙ шауын тыңлап, түңәрәк табын тирәләп һәм иң мөһиме йөрәгең түрендә йәшәгән кеше менән ҡара-ҡаршы ултырыу иң ҙур бәхеттер. Һәм был бәхет әлеге мәл Гөлсөмгә тәтегән. Кисә генә ул бер бисара хәлендә ине, бөгөн үҙен иң һөйөклө, иң ҡәҙерле ҡатын итеп тоя.

--Бына мин ошолай йәшәйем. Мин эш кешеһе, ҡалалағы йортома һирәк кенә ҡайтып китәм. Бында йорт ҡараусы бар. Үҙем ҡасабалағы виноград плантацияһындағы бәләкәй өйөмдә көн күрәм. Күберәк шул тауарҙы һатыу, урынлаштырыу мәшәҡәттәре менән йөрөйөм. Һин... китапханасы бит әле, шулаймы?

--Эйе.

--Ә китапханасы... ул китаптар һатамы?

--Юҡ, -- бындай хәбәрҙән Гөлсөм көлөп ебәрмәй түҙә алманы, -- китапханала халыҡҡа уҡырға китаптар таратып ултырам.

--Таратып? Бушлаймы ни?

Ҡалай мәрәкә был?...

--Әлбиттә, бушлай. Дәүләт китапханаһы ла һуң ул. Китапханала булғанығыҙ юҡмы ни?

Ирҙең йөҙөнән йылмайыу китмәй:

--Тура килмәне шул, аҡыллым. Мин бәләкәйҙән атай-ағайҙарыма эйәреп виноградта эшләп үҫтем.

Ҡатын уның был яуабын шаяртыу итеп ҡабул итте, сөнки уныңса китапханаға инеп ҡарамаған кешенең булыуы мөмкин түгел.

--Китаптарҙы буш таратып ултырған өсөн күпме аҡса түләнә һуң һеҙгә?  

Бындай һорау көтмәгән ҡатын уртлаған һыуына сәсәп китте. Ир йәһәтләп килеп уның арҡаһынан ҡаҡты. Сәсәүе үткәс тә, Гөлсөмгә хужаның ауыр усы уның иңендә оҙағыраҡҡа туҡталғандай булды һәм ул ситкә тартыла төштө:

--Рәхмәт... рәхмәт.

Ҡарышыһына ҡабат ҡунаҡлаған ир һөйләшеүҙе йорто тирәһенә күсерҙе. Был өйҙөң ерен ҡасан нисә тонна виноград йыйғандан һуң алыуын, нигеҙен ниндәй уңыштан, ҡыйығын нисәнсе йылғы урожай шарабын һатҡандан килемдән ҡаплап ҡуйыуы хаҡында бәйән итте. Уны тыңлап ултыра торғас тора-бара Гөлсөм бөтөн был математика әңгәмәһендә буталды. Тонналар һәм миллиондар тигәнен генә аңлаһа, сауҙа, баҙар, алыш-биреш тураһындағы өлөштәрен бөтөнләй һеңдерә алманы. Үҙенең шундай сикле һәм иҡтисад өлкәһендә бөтөнләй наҙан булыуына оялып, ер тишегенә инерҙәй булып ултырҙы. Ә ир һөйләне лә һөйләне.

Көн эңергә һарҡыуға, алдындағы шарап шешәһен тағы бер тултырып килтереп бушатҡас, ир яңы тәҡдми яһаны:

--Рауза гөлөм, әйҙә минең виноград баҡсаһына юлланайыҡ. Унда иркенлек, хозурлыҡ, бындағы ҡала шау-шыуы юҡ. Шешлек ҡурырбыҙ, сауна бар... Әйҙә!

--Ой... – ҡатын икеләнде, -- мине ял йортонда юғалтырҙар ул. Бөгөнгә ошо етәр ҙә...

--Ниндәй “етәр”? Ял йортона хәбәр итербеҙ. Бик теләмәһәң бер аҙыраҡтан такси менән ҡайтарырмын. Беҙ бит һинең менән нисә йылға бер осрашып торабыҙ, матурым?

Ир ай-вайына ҡуйманы Гөлсөмдөң. Ул арала таксиһы ла килә һалып етеп, тағы ла күңелсәгерәк, тағы ла телсәнерәк булып киткән хужа ҡунағын ҡултыҡлап машинаға әйҙәләне. Бына улар ап-аҡ мәрмәр ҡаланы сығып китеп, ялтыр асфальт буйлап диңгеҙ ҡырынан елделәр. Ун-ун ике саҡырымдай үткәс, тимер сымдар менән генә кәртәләнгән күҙ күреме еткеһеҙ виноград баҡсалары йәйрәп ятҡан ерҙәр буйлап бара биреп, бер ҡырға туҡтанылар. Унда йәтеш кенә өй һынланды. Хужаны ниндәйҙер эшсеһе ҡаршы алды. Уныһына күрһәтмәләр биргәс, ҡатынды тағы ла үтергә, иркенләргә, тартынмаҫҡа саҡырҙы, өҫтәл артына ҡоҙаланы был. Гөлсөм инде юлы табындан баш тартты. Эшсеһе шешлек ҡурыуға әҙерләнә башлағас, был икәү виноград рәттәре буйлап китте.

--Иң тәүҙә бына ошо ҡара сорт өлгөрә, улар миндә шунса гектар...

--Унан Виктория менән Деметра, уларҙы ҡыяҡта килеш кенә ҡырҡып алып ситкә оҙатабыҙ...

--Ркацители төрөн, унан бынау Пиноны һаҡлап була, уларҙы баҙҙа тотоп, көҙгәрәк сығарабыҙ...

--Мерло, Саперави, бынау аҡһыл Мускат, аныуы Шардоне сорттары шарапҡа китә...

--Нисә төрлө сорт бар ул бында? – Гөлсөм һанһыҙ ыҙандарға ҡарап усын ҡаш аҫтына ҡуйҙы.

--Илленән ашыу. Махсус шарап өсөндәре лә, шампанға ғына китә торғандары ла бар. Ниндәйҙер өлөш экспортҡа, баҙарға, сауҙа үҙәктәренә тапшырыла, -- хужа был өлкәне яҡшы белә һәм йырлаған шикелле генә итеп теҙеп бирә ала. Уның был оҫталығына һоҡланмау мөмкин түгел ине.

Плантацияның бер бүлеген генә ҡарап сыҡҡансы кис төшөп өлгөрҙө. Хужаға эшсеһе шылтыратып, шешелек әҙер булыуын хәбәр итте.

--Хәҙер, хәҙер киләбеҙ, -- ул ҡунағын яурынынан ҡосаҡланы, -- Әйҙә, гүзәлем, беҙҙең һый булған.

Ҡурылған ит еҫе тирә-яҡҡа таралған, шыйыҡ төтөн эңер ҡараңғылығына сихри төҫ өҫтәй, өй алдындағы ҡыйыҡланған урында тағы ла баяғылай матур табын әтмәләнгән. 

Былар ҡабаттан өҫтәл артында. Тағы ла күҙгә күҙ ҡарашып ултыралар.

--Бешергән кешене саҡырмайбыҙмы? – Гөлсөм тирә-яғын байҡап баяғы хеҙмәтсәнде эҙләне.

--Ул китте, -- ир ҡул ғына һелтәне, -- юҡҡа борсолма... бер нәмә лә уйлама, барыһын онот, бында һин дә мин.

Был юлы шарапҡа үрелмәне ҡатын. Бая ла ике шешәне бер үҙе эсеп бөткән ир әлегеһен ҡойоп алғас, эйәге менән ымланы:

--Һеҙгә күп булмаймы?

--Нимәне әйтәһең? Шараптымы ни? – хужа шарҡылдап уҡ көлдө, -- был бит күңел өсөн генә, йомшаҡ, наҙлы ғына... хас бына һинең кеүек.

Гөлсөмгә уңайһыҙ ҙа, рәхәт тә, ул берсә ҡыҙара, берсә был ирҙең иркә ҡарашы аҫтында иреп, юғалып ҡала. Шул ваҡыт ир “эҫе, хәйерһеҙ” тип күлдәген һалып ташлай. Уның бүлтәйеп һәлберәй төшкән ҡорһағы, ҡояшта ҡара янған йөнлө арҡаһы, яурындары ниндәйҙер хәүеф уята. Былай ярым-яланғас ҡалыуы ла яйлы түгел. Кеше тәүгә күргән ҡатын-ҡыҙ алдында шулай тормай бит инде, тигән уй мейеһен быраулаһа ла, был ҡалала күптәрҙең, хатта ҡатын-ҡыҙҙың да купальниктарҙа йөрөүенә күнеккәндәрҙер инде, тигәне  тынысландырыра төшә. Беҙгә ят булған хәлдәр бында ғәҙәти бит.

Өҫтәлдәге шешә бушап ҡалды...

--Минең тормошомда һинең кеүек сибәр ҡатын булғаны юҡ, -- ти, ир, хисләнеп.

--Минең дә тормошомда... һинең һымағы... юҡ...

--Мин һине алып ҡалам, -- ирҙең күҙ ҡарашы ҡатынды өтөп алып бара.

--Мин... мин бит эшләйем... минең балаларым бар.

--Эш һиңә бында ла етәрлек, ана, баҡсаларҙы күрҙең. Ә балаларың... бәләкәй түгел бит, йәшәрҙәр.

Бындай яуаптан томан эсендә йөҙгәндәй булған ҡатын айнып ҡалды. Нисек уның балалары “йәшәрҙәр”? Тик ауыҙын асып өлгөрмәне, хужа телефонына көй ҡуйып, бейергә саҡырҙы. Талғын ғына әйләнә башланылар. Ир йыуан көслө беләктәре менән ҡатындың биленән хужаларса ҡармап алды, үҙенә ҡыҫты. Гөлсөм хатта тын ала алмай ҡалды. Етмәһә шарап һәм ит еҫе бөркөп маңлайына йөҙөн терәне. Юҡ, осрашыуҙы саҡ ҡына икенсерәк итеп күҙ алдына килтергәйне Гөлсөм. Ярымяланғас һәм ярымһуҡмыш ир менән булырмын тип түгел, ә аҡ күлдәктә, аҡ салбарҙа, аҡ кепкала булған, тәмле одеколон еҫтәре аңҡытҡан...

--Ебәрегеҙ... Етәр, -- торған һайын нығыраҡ ҡыҫып ҡосаҡлаған ирҙең ҡулдарына йәбеште ҡатын, сөнки уныһы үбешергә үрелгәйне. Тик ир уны ысҡындырманы, ә киреһенсә көслөрәк тартып, билен өҙә яҙып ҡыҫты.

--Һеҙ нимә?..

--Шундай татлыһың, тәмлеһең... Өйгә инәйекме? – ир уны ишетмәгәндәй үҙенекен мығырлап һаман һылашып килде. Шул саҡ Гөлсөмдә, ниһайәт, ирке уянып, ике яҡта сәбәләнгән ҡулдарын йоҙроҡтарға төйнәп, ирҙең күкрәгенә ҡуйҙы:

--Ебәр, тинем!

Уның был ҡылығынан ир бер секундҡа ғына шаңҡығандай булды ла, унан оторо ярһып үбешергә, битен-муйынын яларға кереште. Ҡатын хәҙер инде бөтә кәүҙәһе менән тулап ҡаршылашты:

--А-а-а! Аааа! Һин дурак мәллә?!

Ҡоторған ир уны өйгә һөйрәкләне:

--Риза булмағас нимәгә килдең бында? Килерен килгәс нимәгә ҡыланаһың?

Шул саҡ Гөлсөмдөң башына бер күнәк һалҡын һыу ҡойолғандай булды. Ишеткәненән тыуған ғәрлек һәм асыу унда ниндәйҙер ҡөҙрәтте уятты ла, ҡатын ҡулын ҡармауҙан тартып алып, киҙәнеп тороп көсләүсенең битенә сапты. Был хәлдән күҙҙәре аҡшайған ир уны этте лә ебәрҙе, ҡатын артына һөрлөгөп ҡолап киттең. Тик ергә ырғытылған бесәй сапсанлығы менән йәһәт аяғына баҫты һәм ҡасырға ынтылды. Өҫтәлгә йүгереп барып етеп, шунда ятҡан кескәй аҫмалы сумкаһын эләктереп өлгөрҙө, ир уны ҡыуып етеп бер ҡулы менән биленән, икенсеһе менән муйынынан алды:

--Эх, һин, кәнтәй, миндә ашап-эсеп ҡасмаҡсы булдыңмы? Һинең һымаҡтар бында аҙна һайын ял итә. Сапсышҡандарын анауындағы шарап мискәһенә лә тығып ала...

Ҡапыл ирҙең ҡармап тотҡан ҡулдары бушаны, күҙҙәре аҡайҙы, ауыҙы балыҡтыҡылай асылды ла, бөгөлөп төштө. Гөлсөм үҙен үҙе белештермәҫ хәлгә етеп, тубығы менән уның бот араһына типкәйне. Йә, хоҙай! Ярты секундтай улай-былай сәбәләнгәс, башы һуҡҡан яҡҡа торҙо ла сапты ҡатын. Йүгерҙе лә йүгерҙе... Битен, ҡулбаштарын виноград олондары һыҙырҙы, нимәләрҙәлер эләгеп ҡоланы ла кире тороп йүгерҙе, сәсенә сырмалсыҡ ҡыуаҡтарҙың ырғаҡтары эләкте лә йолҡҡолап алып ҡалды. Бер аунаған урында ергә батып тотҡарлаған үксәл туфлиҙарын да сисеп бәрҙе. Саба торғас, ниһайәт, сәсәп ҡолап, ҡурҡышынан хәле лә көсө лә бөтөп, бер ҡыуаҡ аҫтына һырынып тынып ҡалды. Ни эшләргә артабан? Ҡайҙа барырға?.. Ҡайһылай ғына итергә икән, эй, Хоҙайым?.. Шул саҡ ҡулындағы кескәй сумкаһы тауыш бирҙе: фррр-фррр-фррр... Телефоны! Уны теге эҙләй! Ҡатын, телефонын алып ташларға тип, ҡалтыранған ҡулдары менән сумкаһын асып сигнал биреп ятҡанды тартып сығарһа... Булат шылтырата!

--Булат! Була-а-ат...

--Гөлсөм?.. Мин һине юғалтып торам әле. Кис...

--Булат... мине үлтерәләр...

Теге яҡ саҡ ҡына телһеҙ ҡалды:

--Ә?..

Был яҡ аңлатырлыҡ хәлдә түгел ине:

--Үләм! Мин хәҙер үлә-әм...

--Гөлсөм! Һин ҡайҙа ул?

--Баҡсала... виноград араһында...

--Ниндәй виноград? Асыҡ ҡына әйт әле?

--Белмәйем... мин ҡастым... мин ағас араһында-ааа...

Ҡатындың илай-ҡысҡыра сарбаулағанын баҫырға тырышты ир тауышы:

--Гөлсөм! Тыныслан! Иламай ғына әйт: һин ҡайҙа?

--Мин бер кешегә килгәйнем... ул мине эҙләй... мин йәшенеп ултырам...

--Адрес? Адрес ниндәй?

--Белмәйе-е-емм...

--Телефоныңда геолакация юҡмы? Интернеттан шуны таба алаһыңмы?

--Ю-уҡ... ундайҙы аңламайым мин...

--Тә-әк... аңлашылды. Ул һине ниңә эҙләй?

--Белмәйем... Үлтерә инде-е-ее...

--Йә, илама. Һин уны күрәһеңме?

--Юҡ...

— Улайһа шаулама. Телефоныңдың яҡтыһы күренмәһен, ҡулың менән ҡаплап һөйләш. Ҡысҡырма, төнгө тауыш алыҫ китә. Тирә-яғыңда нимә бар?

--Ағас-та-ар...

— Баҫып ҡара. Ипләп кенә тор ҙа ҡаран әле...

— Ундаа... бер ерҙә... ут күренә.

--Нимәгә оҡшаған?

--Бинаға...

— Аңлашылды. Хәҙер, Гөлсөм, тынысланаһың, үҙеңде ҡулға алаһың. Булдымы?

--Б-булд-дыы...

— Шул бинаға ҡарай атлайһың. Әгәр эҙәрлекләүсе килеп сыҡһа, ҡурҡҡаныңды күрһәтмәйһең. Әйтәһең: мин полицияға шылтыраттым, хәҙер килеп етәсәктәр. Ҡаршылашмайһың. Бер ниндәй провакацияға бармайһың. Аңланыңмы?

--Эйе. Һин трубканы һалма...зинһар...

Ҡатын ҡыуаҡ теҙмәләре араһынан алыҫта яҡтырған уттарға ҡарай атланы.

--Юҡ-юҡ, мин бында, телефонда, һинең менән. Ҡурҡма, Гөлсөм, һин бит ҡыйыу ҡыҙыҡай, һин бит уҫал апай... Йә, бирешмә, йәме... Ниндәй тауыштар унда? Машиналар бит?

--Эйе.

--Трассамы?

--Юл...

--Ипләп кенә, юлға сыҡма...

--Был бензозаправка икән.

--Яҡшы. Бар ҙа заправканың адресын һора һәм миңә әйт. Үҙең шунда ут яҡтыһында, камералар аҫтында ғына тор. Адресты әйтһәң, мин тиҙҙән килеп етәм.

 

Күпмелер ваҡыттан Гөлсөм ҡаршыһына ултырғыс ҡуйып ултырған Булат алдында зыулап илай-илай яуап бирә ине инде:

--Мин уның менән бөгөн танышманым... Өс йыл ярым хатлаштым... Һәйбәт кеше кеүек ине... Мин уға ныҡ ышандым... Ул миңә ... ул әйткән...

Булаттың аптырауының сиге юҡ:

--Һин шул интернеттағы әҙәмде күрәм тип ошонда килдеңме? Ул ир кеше түгелме ни? Ни өсөн ул килмәне?

--Мин уның хәл итеүен көтөп тора алманым инде. Арыным...көтөп. Яңғыҙ булып та арыным...

--Уның... черт ти знает кем булыуы һине аҙыраҡ уйға һалманымы? – ирҙең тауышы күтәрелә төшә.

Был Гөлсөмдө ярһыта ғына:

--Һалманы! Бына һин ғүмереңде мәрйәгә биргәнһең бит! Үҙебеҙҙекеләрҙең иң яҡшылары мәрйәгә лә сыуашҡа өйләнгәс, беҙ бына алкаштары менән ултырып ҡалдыҡ. Бөгөн, ана, әйләнеп ҡара тирә-яғына – йүнле ир бармы? Яңғыҙҙары ғаиләләренән ҡыуылып урамда йөрөй, эскеселәр ҙә эшһеҙҙәр, ялҡауҙар ҙа моңһоҙҙар. Яҡшы ирҙәр бисә ҡулында.

Булат уға төбәлеп ҡарап, уйлана биреп тора ла, тағы һорау бирә:

--Һин ул кешене яраттыңмы?

Гөлсөм инде тыныслана төшөп устары менән күҙҙәрен һөртә, тәрән һулап, һыҙырылып-сыйылып бөткән ҡулдарына ҡарап яуаплай:

--Шулай тип уйлағанмын... Мөхәббәт ошо икән тип... Ниндәйҙер бер йылылыҡ... яҡынлыҡ эҙләгәйнем. Моғайын минең дә тормошомда бер матур ваҡиға булырға тейеш тә инде тип... һәм бына ошо икән тип... Яңылыштым... Мин яңылыштым.

Бер арауыҡ тынлыҡтан һуң Булат тороп баҫты:

--Ярай, Гөлсөм, һин ял ит, — ҡатындың бысраҡ ялан аяҡтарына, һыҙырылып ҡанаған тубыҡтарына, күҙ йәшенә тупраҡ ҡушылып буялған йөҙөнә ымлап көлөмһөрәй бирҙе, — йыуын, рәтләнеп ал. Мин дә үҙемә ҡайтайым.

— Булат! – ҡатын уға аҫтан өҫкә ҡараны, — Ҙур рәхмәт һиңә. Белмәйем... һин булмаһаң был хәл нимә менән бөтөр ҙә, мин ни эшләр инем икән... Һүҙем юҡ башҡа... оят миңә.

--Борсолма юҡҡа. Әйҙә, иртәгәгә тиклем.

 

Иртәгәһенә Булат Гөлсөмдө вокзалға оҙата барҙы. Поезға ултырыр алдынан кеҫәһенән күкһелт ебәк яулыҡ сығарып ҡулына тотторҙо:

--Теге мәл... килгәндә алғайным. Ошо һиңә лә оҡшаған һымаҡ ине.

Гөлсөм яулыҡты алып яҙып ебәрҙе лә, танып, хисләнеп ирҙе ҡосаҡлап уҡ алды:

--Булат! Ниңә улайттың? Кит инде!

--Һин ныҡ ҡарағайның кеүек булғайны...

--Уф! Үлтерҙең. Рәх-мәт!

Юлда ҡатын ике тәүлек буйына һуңғы өс йылдан ашыу ваҡытындағы күңел донъяһы кисерештәрен яңынан барлап, тикшереп, анализлап, һығымталар яһап уйланып ҡайтты. Ялған хистәр, буш өмөттәр, ҡанатһыҙ хыялдар, ҡыҫыр пландар менән алданып, томан эсендә аҙашҡандай йәшәгәнлеген дә, йәшәп-йәшәп тә һис кенә лә тәжрибә тупламағанлығын да таныны. Ауыр ине уға, ҡыйын ине. Әммә ысынбарлыҡтан ҡасыр хәл юҡ ине...

 

Отпускыһының ҡалған аҙналарын ауылда, әсәһе янында үткәрҙе. Улы менән ҡыҙы ла каникулға ҡайтты. Бергәләп бесән эшләнеләр, еләк йыйҙылар, һыу инделәр. Донъяның, кешеләр яҙмышында ни булғанда ла, һаман да һоҡланғыс хозур, йәшәүҙең ҡабатланмаҫ һәм берҙән-бер булыуына тағы бер ҡат инанды. Яҡындары менән һөйөндө, шуларҙың булғанына ҡыуанды, әллә нисек күп нәмәнең ҡәҙерен белгәндәй булды. Ял итеп, онотолоп, барлығына-булғанына күнеп, тынысланып килде. Ярай, шулай ҙа булған, ти, артабан йәшәргә, эшләргә, тереклек итергә кәрәк.

Эшкә килеп инһә, ҡыҙҙар сыр-сыу итеп ҡалды:

--Гөлсөм апай килде!

--О-оо! Гөлсөм, сәлә-әм!

--Ҡалай янған бит әле! Батрак итеп тотҡандар быны!

--Ябығып, матурайып... ҡыҙҙар һымаҡ, әй!

--Гөлсөм апай, һин ни эшләп недоступна ул? Һине бит Ҡырым еҙнә эҙләй!

Ҡосаҡлашып үбешеү менән мәшғүл булған Гөлсөм туҡтап ҡала:

--Ниндәй... Ҡырым еҙнә?..

Ҡыҙҙар кем уҙарҙан шаулай:

--Как ниндәй? Уже ике тапҡыр килеп китте!

— Беҙ: “Кем һорай тип әйтергә”, - тигәйнек, “Ул үҙе белә, “Ҡырымдан” тип әйтерһегеҙ” тине.

— Ҡырым еҙнә бында, был ҡайҙа йөрөй, тип, аптырайбыҙ!

--Телефоның тотмай, үҙең юҡ! Адресыңды бирҙек – бикле, ти! Табып алып булмай, что за женщина?

--Кешене барып тороп әүрәткән дә, үҙе ҡасҡан!

--Ҡырым еҙнә тас башҡорт икәндә! Беҙҙекеләр һымаҡ ҡап-ҡара ла мыйыҡлы!

—Һа-һа-һай! Беҙ уны тәҙрәнән төшә яҙып күҙәттек, сәскә тотоп алған булған.

--Бөгөн килә! Һине бөгөн эшкә сыға тинек, так что – жди!

Гөлсөм күҙҙәрен сырт-сырт йомғоланы:

--А-а-а... Ә-әә...

...Тынысланып эш урынына үтеп ултырғас та әле көлөмһөрәп аптыраны:

--Дә-ә... вәт, әй... Ҡырымдан тиген... Ҡырым еҙнә, значит...

Ә ҡатын-ҡыҙҙар шауланы ла гөрләне.

 

УЛ

 

-- А-ай-йй! Алты йыл тейме?.. – Ғәлимә судьяның тауышын баҫып ҡысҡырып ебәргәнен дә аңламаны. Хөкөм сығарыусы саҡ ҡына пауза алды ла, ҡарарын уҡып бөтөп ҡуйҙы. Артабанғыларын ишетмәне ҡатын, битен ҡапланы ла ултырҙы. Аҙаҡ уны суд залынан балалары ике яҡтан ҡултыҡлап алып сығып, машинаға һалды. Һалды, сөнки арҡаһына терәлеп барырлыҡ та түгел ине.

-- Әсәй... бирешмә. Ҡулға ал үҙеңде, әсәй... – тип өгөтләне Йәмиле.

-- Ҡәйнәм, ҡана шәлеңде һалайыҡ... Йәле, аҙыраҡ сәй уртла, -- тип хәстәрләп килде килене Әлфиә. Тик Ғәлимә уларҙы ла тыңламаны. Ул ҡайғы-хәсрәт упҡынына осҡан да, һаман төбөнә барып етә алмай бушлыҡта сәбәләнгәндәй, әле ҡулдарын һелтәп, әле башын сайҡап өҙгөләнде:

--Улымды!.. Баламды... ҡалай ғына булды был?.. Ҡалай ғына...

--Әсәй... тыныслан...

--Рәмилемде... Алты йыл тине... алты...

Йәмил башҡа һүҙ тапмай, тешен ҡыҫа ла, газға нығыраҡ баҫа. Иренең эсендә тулаған хистәр солғанышын яҡшы һиҙгән ҡатыны, уның беләгенә ҡул осон тигеҙеп ала, был уның һағайтыуы. Ир аңлай ҙа, тиҙлекте аҙыраҡ кәметә. Көйөк һәм ғазап менән тулы еңел машина убалы-уйһыулы дала юлы буйлап елә. Көҙгө ҡамғаҡтар ярышып сабыша бирәләр ҙә, тороп ҡалалар. Уларҙың да был михнәтле төркөмгә юлдаш булғылары килмәй.

 

Ғәлимә тәүге улы Рәмилде ирһеҙ тапты. Әммә уның был яҙмышы әлеге хәйерһеҙ бер һөйләмгә генә һыймай. Ирһеҙ бала тапҡанға тиклем оло һәм ҡайнар мөхәббәте булды уның. Аҡылды юйҙырған, әллә ниндәй ҡорбандарға ла риза иттергән, онотолмаҫ үкенесле һөйөүе.

...Кер сайҡап торған ҡыҙ, йылға үренән һыуҙы болғандырып үткән йөк машинаһына ризаһыҙ ҡарап тора. Хәҙер ағын таҙарғанды көтөп торорға кәрәк. Тик машина ярға күтәрелә бирә лә, кире боролоп төшә һәм йылға уртаһында тигәндәй туҡтай. Кабинанан сыҡҡан ир, оҙон эрзинкә итектәрҙә булып, шаршы эсенән тороп алып тимер атын биҙрәләп ҡойондора башламаһынмы? Йәне көйгән Ғәлимәгә керҙәрен йөкләп машинан өҫкәрәк барып баҫырға тура килә. Мәшәҡәт тыуҙырған ят иргә яман-яман ҡарап ала. Ғәйебен белһен әле, йүнһеҙ. Күренеп тора, был ауыл кешеһе түгел, мәғәнә белгән ир-егеттәр улай итмәй ҙә. Был, моғайын, ураҡҡа ярҙамға килгән берәй әтрәгәләмдер.

Ҡыҙ керен сайып бөтөүгә, ир ҙә машинаһын йыуып, бер мәл һыу буйлап яҡынлашып килмәһенме? Ул килеп еткәнсе китә һалайым тип ҡабаланғанда, бер сепрәге саңлы таштарға төшөп тороуын әйт. Уныһын тотоп ҡабаттан һыуға инде. Ул арала ир янына килеп тә торҙо.

--Һаумыһығыҙ.

Ғәлимә башын ҡалҡытмай ғына һаулыҡ алды:

--Һаубыҙ...

Теге шаяртып та маташты:

--Был ауылда ҡыҙҙар сибәр икән, тик һөйләшмәйҙәр икән.

Яуапһыҙ ғына эшен тамамлап, биҙрәләрендәге керҙәрен ныҡлап баҫҡылап ҡуйғас, көйәнтәһен алып яурын аша һалғанда, ҡоро ғына ҡарашын теге әҙәмгә күтәргәйне... ҡапыл ғына күҙ ҡараларын шылдыра алмайыраҡ торҙо. Йөҙөнә ҡайҙандыр ҡайнар һауа бөркөлгәндәй булды – ҡыҙарҙы. Егет... егет шундайын... ябай һүҙ менән әйтеп, һөйләп аңлатҡыһыҙ һөйкөмлө, ирҙәрсә ҡырыҫ һылыу ине. Ҡабарып торған ҡара сәсен һыулап артҡа һыпырған, ҡоңғорт бите лә, муйыны ла һыу. Ҡыҫығыраҡ һоро күҙҙәре тонйорап көлөп тора, ҡаштары дуғалы, нәҙек мыйығы ҡош ҡанатылай ҡыйылған. Ҡыҫҡаһы, был бер һинд киноһының әртиселәй, бына-бына йырлап бейеп китер һымаҡ та, тик беҙҙеңсә һөйләшә:

--Күңелһеҙ ауылығыҙҙа. Йә клуб юҡ, йә кино килмәй... йә ҡыҙҙары уҫал ҡарай.

Ғәлимә ирекһеҙҙән йылмайҙы. Дөрөҫөрәге ауыҙы үҙенән үҙе йырылып, сикәләрендәге өйрөлмәктәрен уйҙы.

--Э-эй... битендәге соҡоро, -- тип аңғарҙы быны егет тә, унан күрешергә ҡулын һуҙҙы, -- Дәүләт булам.

Ҡыҙ һуҙылған ҡулға ҡарап ҡына алды, күрешмәне. Был яҡта ҡатын-ҡыҙҙарға ҡул бирелмәй, был ысынлап та ҡыр кешеһе инде.

--Ғәлимә, -- тине шулай ҙа, биҙрә ҡылыстарын көйәнтә элмәгенә элгәндә, аҫтан ғына көлөмһөрәп.

--Ҡайһы тирәлә йәшәйһең? Мин ферма йортонд. Беҙ инде... күмәкбеҙ, -- тип һөйләнеп, уны тотҡарларға тырышты егет.

--Ауылда йәшәйем.

--Ауылда икәнен беләм дә, ҡайһы йортта? – һаман ныҡыша ине:

--Уныһы һиңә нимәгә? – тип ауыҙын йомдороп та китте.

Дәүләт уның артынан ҡарап ҡалды ла, барып машинаһын ҡабыҙып, тәңгәленән ер яңғыратып сигнал биреп үтте. Ғәлимә уңайһыҙланып башын аҫҡараҡ эйҙе. Ә үҙенең йөрәге елпенеп-елпенде. Күҙ алдында баяғы нурлы ҡараш, нәҙек мыйыҡ, үҙенә һуҙылған ҙур ус тик торҙо. Быларҙың хәйерлегә түгелен эске бер тойомлауы менән һиҙҙе лә һиҙеүен, аҡыл уны тыңларлыҡ дәрәжәһен юйғайны инде. Ул йөрәккә буйһонғайны.

 

Ураҡҡа эшкә килеүселәр баҫыуҙарҙы гөрләтте. Комбайндар ура торҙо, йөк машиналары ташып ырҙынға тултыра торҙо. Юл ауыл эсенән үткәс, Ғәлимәләр тәңгәленә еткән һайын юрамал яйланы Дәүләт, ҡыҙҙы тәҙрәнән йә ҡапҡа алдында күреп ҡалыу менән пипелдәтте. Урамда күрһә туҡтаны ла, йүгереп килде, һүҙ ҡушып көлдөрҙө йә оялтты. Йә туғайҙан өҙгән сәскәһен тапшырып маташты, йә башҡа сәбәп тапты. Һәм, әлбиттә, уның был ҡылығын ауылдыҡылар хупламаны. Күрше еңгә иҫкәртеп тә ҡуйыуҙы кәрәк тапты:

--Бисәле ир тей ул. Бер балаһы бар тей...

Тик нишләптер шул ваҡыт Ғәлимәне был сәбәп туҡтата алманы. Аҙыраҡ бошоноп йөрөнө ул әлеге хәбәрҙән, әммә әллә ҡайҙағы, күренмәгән ҡатын уның өсөн кәртә була алмай һымаҡ ине. Көндән көн артып, ҡабарып, бөтөн булмышын яулап алып барған хистәре уны һаңғырау һәм һуҡыр иттеме, ҡыҙ был мөһим яңылыҡты, нисектер,  үткәреп ебәрҙе. Уның хәҙер ике күҙе юлда, күңеле ят шоферҙа ғына ине.

 

Ғәлимә менән Дәүләттең мөхәббәте, йәйге селләлә шатырлап кипкән күбәгә ут төрткәндәй, “гөлт”ләп тоҡанды. Тоҡанды ла икеһен дә ялмап алып ҡурҙы ғына. Улар шул тәүге осрашҡан кисеүҙә күрешә торған булып киттеләр. Егет йылға аръяғында көтөп ултыра ла, ҡыҙ кабинаһына инеп ҡунаҡлау менән, ауылдан ситкә елдерә. Төнгө ҡырҙа ут яғып, картуф өтөп ашап, ай нуры аҫтында һыу инеп йөрөүҙәр икеһен дә ысынбарлыҡтан айыра һәм яуаплылыҡ тигән төшөнсәләрен бөтөнләй юйҙыра ине. Йәй аҙағы улар өсөн ожмахты астымы ни?

--Минең бит ҡатыным бар... – тине бер төндә, йондоҙло күккә төбәлеп йәнәш ятҡанда, Дәүләт.

--Беләм, -- тине Ғәлимә, тыныс итеп.

-- Беләһең? – ир ҡапыл ҡалҡынып, ҡыҙҙың йөҙөнә төбәлде.

-- Эйе. Баштан уҡ...

-- Һәм?..

Ғәлимә күптән әҙерләнгән һәм йыш ҡына үҙенә ҡабатлар булғанын әйтеп һалды:

--Мин һиңә ҡатын булырға ынтылмайым... Талаптарым да юҡ. Бары... яратам һине...

Дәүләт уны ҡармап ҡосаҡланы ла, күкрәгенә ҡыҫты:

--Ғәлимә! Ғәлимәкәйем... мин дә һине яратам... Үлеп, өҙөлөп яратам...

Уларҙы тағы ла нығыраҡ яҡынайтҡан, бербөтөн иткән һәм һөйөүҙәрендә шик ҡалдырмаған төндәр ҙә, һөйләшеүҙәр ҙә була торҙо.

... – Йәнем... Ниңә беҙ баштараҡ осрашманыҡ?..

--Миңә бер ул табып бирһәң икән?..

-- Һинең менән бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел...

 

Ауырлы икәнен аңлағанда, Дәүләт күптән ҡайтып киткән, һағыш ғазабы үҙен һарғайтҡан ине инде. Хушлашҡандарына ай ярым ваҡыт үткән. Бер хат, бер хәбәр юҡ. Ғәлимә уға яҙа алмаһа ла, Дәүләт вәғәҙә иткәйне. Тик һүҙендә торманы...

Район дауаханаһына барып, йөклөлөгөн табип ауыҙынан дәлилләтеп сыҡҡас, Дәүләттең “бик ныҡ кәрәк булғанда” тип ҡалдырып киткән телефон номерынан ирҙең апаһына шылтыратты.

--Алло! – тинеләр теге оста, шундуҡ трубканы алып.

--Ал-ло... Һаумыһығыҙ... Мин Дәүләтте эҙләгәйнем...

--Дәүләтте? – ҡатындың тауышы бер аҙ һағая төшкәндәй булды, -- Ә кем һорай?

--Мин... танышы инем...

--Ә-ә... Дәүләт себергә китте, вахтала. Ике ай самаһы булалыр ул. Берәй төрлө мөһим хәбәр инеме?

Ғәлимә бөтөнләй тарҡалып төштө:

--Мөһим тип... Юҡ та! Артыҡ ашығыс эш түгел. Ярай... Ә адресы юҡмы һеҙҙә?

--Юҡ шул. “Себер” тине лә китте, адресын уның кем һораған...

Был хәсрәттән аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндә, бер көн әсәһе магазиндан сәсрәп ҡайтып инде лә, ҡосағындағы төргәктәрен урындыҡҡа быраҡтырып ебәреп, ҡобараһы осоп ҡыҙына текәлде:

--Һине ауыраяҡ тип әйтәләр, тей... Ысынмы-бушмы шул?

Усаҡ алдында ут тоҡандырып ултырған Ғәлимә лә, төшкө ашҡа инеп, гәзит уҡып ултырған атаһы ла, бер юлы ҡатып ҡалды. Унан Ғәлимә ауырлыҡ менән ҡалҡып торҙо, мөмкин тиклем тыныслыҡ һаҡларға тырышып, бер атаһына, бер әсәһенә ҡарап алды һәм саҡҡа һығып сығарҙы:

--Эйе...

--Йә-әә! Хоҙай!! – әсәһе ике услап ауыҙын ҡапланы ла, урындыҡ ситенә “лып” ултырҙы. Атаһы, киреһенсә, ҡапыл һикереп тороп баҫты. Унан ҡупты шау-шыу!

--Үлтерҙең! Әсәңде тереләй утҡа тыҡтың! Рисауай иттең би-ит!..

--Бер ҡыҙҙы ҡарай алманың! Һин ғәйепле, туңбаш бисә! Әйттем мин һиңә, әйттем! Ҡайҙа йөрөй шул ҡыҙ, тинем! Әхирәтендә лә өләпсәһендә!..

--Һин нимә ҡараның улай һиҙемле булғас, атаң башы?!

--Хәҙер... икегеҙҙе лә!..

Атаһы нимәгәлер үрелгәнсе, Ғәлимә сығып та ҡасты, кәртә артлап өләсәһенә йүгерҙе... 

Ғауғалар бер тынып, бер тоҡанып, бала тыуғансы барҙы был йортта. Атаһы ныҡ ғәрләнде, урамға сыҡмаҫ, мал артынан да йөрөмәҫ булды. Әсәһе, ҡалайтһын, оятын артҡа ташлап, ире менән дә айҡашты, башҡаларҙың да ауыҙын яптырып ҡыртлашты:

--Мирҙа булмаған хәл түгел әле. Урламаған, үлтермәгән, таламаған. Дүрт аяҡлы мал да һөрөнә. Һеҙҙең итәккә илтеп һалмаҫ, үҙебеҙ ҡарарбыҙ.

 

Йәмле майҙың аяҙ иртәһендә йоморо ғына малай тапты Ғәлимә. Акушерканың ҡулында сыйылдаған балаһына йотлоғоп ҡараны, таныш һыҙаттарҙы күрергә ымһынды. Һәм тапты ла! Бит яңағынан, ҡолаҡтарынан һәм хатта бармаҡ суҡтарынан уҡ Дәүләттең ҡанын аңғарҙы. Аңғарҙы ла бәхетле булып күҙҙәрен йомдо: йәнемдең сатҡыһы...

Бала табыу йортонан сыға торған көндө, рөхсәт һорап, табип бүлмәһенән, теге телефонға тағы ла шылтыратты, тағы ла Дәүләтте һораны.

--Ғаиләһе менән күсеп киттеләр. Шул - себергә, -- тине апаһы.

--Китте?.. – Ғәлимә трубканы ҡолағына нығыраҡ ҡыҫты.

--Эйе. Былай, хәбәрләшеп торабыҙ, эшләгән еренән шылтырата ҡайһы саҡ. Нимәлер әйтергәме?

--Әйтегеҙ... улы бар тип...

Дәүләттән хат булманы. Шулай ҙа, улы барлығын ишеткәндер, бер-нисә тапҡыр Ғәлимә исеменә аҡса һалды. Тик ҡатынға аҡса түгел, ә һөйгәненең йылы һүҙе, аҙ ғына иғтибары кәрәгерәк ине. Мөхәббәтен белдергән кескәй генә билге, ым, ишара ла уны сәскә аттыра, йәнен йәннәткә алып инә ала ине. Ә Дәүләт өндәшмәне. Ғәлимә көттө. Ир юғалды.

 

 

Рәмилен һушһыҙ булып яратты ҡатын. Йәш әсәләрҙең барыһына ла балаһын ҡыҙғаныу, уға мөкиббән китеү хастыр, әммә Ғәлимәнең улына булған һөйөүе шул тиклем дә сикһеҙ һәм тәрән. Ҡарап туя алмай, һөйөп туя алмай, бер генә лә ҡулынан төшөрмәй, күҙ яҙҙырмай. Улыҡайы бит уға Дәүләттең күҙҙәре менән баға, ул булып йылмая һәм әсәһен ирекһеҙҙән татлы хыялдарға сумдыра.

...Бына ул улын етәкләп Дәүләттең ҡаршыһына килә. Ир уларға ҡосағын йәйгән...

...Ишекте киң асып Дәүләт килеп инә. Улы уға ҡаршы йүгерә...

...Дәүләт уның хатын асып, улы менән төшкән фотоһын ҡарап тора. Ауыҙы ҡолағына еткән...

--Атлап йөрөгән баланы нимәһен ҡулыңдан төшөрмәйһең шул? – тип, һуҡрана әсәһе, бәпәйен күтәреп тәҙрәгә төбәлеп ҡалған ҡыҙын һиҫкәндереп.

--А-ай...  Ҡасан индең ул? – ти, Ғәлимә, ҡапыл уянып киткәндәй.

-- Дауна...

Ҡыҙының һыҙылып һағышланғанын белеп-һиҙеп йөрөгән әсә, үҙ алдына һөйләнеп ҡуя:

--Э-эй... Күрәсәген күрмәй гүргә инмәй инде һәр кем...

 

Улына дүрт йәштәр тигәндә Ғәлимәне һората килделәр. Күптән ғашиҡ булып йөрөгән Ислам, ҡыҙҙы ситтән күҙәтте. Күҙе төшкәненең килгән әҙәмгә тағылып йөрөүен дә, машинаһына ултырып киткәндәрен дә, аҙаҡ ауырлы булыуын һәм әле бала ҡосаҡлап ҡалыуын да көйә-яна күтәрҙе. Йөрәгенән йолҡоп ташларға тырышҡанда ла, булманы, ныҡ тамыр йәйеп өлгөргәйне һөйөүе. Һәм әле ул, инде Ғәлимәне теге кешеһе килеп алмаҫына инанғас, бәхетен һынап ҡарарға булды.

Исламдың яусыһы теле шымарған һәм был эштә инде ярайһы тәжрибәһе булған Разия еңгәһе ине. Ул ҡышҡы эңерҙә тупһаны аша атланы ла, түргә әйҙәгәндә лә, ишетә һалмағандай, тора бирҙе. Өйҙәгеләр шунда ғына уның тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итте.

--Нимәсә кейенеп алғанһың шул? – тип көлдө әсәһе, -- Ҡабаланғаның әллә?

--Бына: бер балағым тышта, икенсеһе эстә. Ҡыҙыл тауар эҙләп йөрөйөм. Һеҙҙең йортта бар тинеләр. Беҙҙә алыусыһы бар.

Шунда ғына хужалар килеүсенең ниәт айышын аңлап алып, ҡымырйышып киттеләр.

--Аһ-аһ... Бабай, ишеттеңме? Тор, сыҡ быяҡҡа, -- тип, төп яҡтағы диванға терәлеп торған ирен ҡуҙғытты, ҡыҙына бойороҡ бирҙе: -- Ғәлимә, сәй ҡуй.

Сәй артында Разия ҡәйнешенең етди ниәтен еткерҙе:

--Бөгөндән күсереп алыр йорто бар, донъяһы-малы вис теүәл. Баланы... баланы ла үҙ исеменә яҙҙыра. Ҡаҡмай-һуҡмай, бер ауыр һүҙ ишеттермәй йәшәтермен, тип, өҙөлөп тора инде.

Атаһы менән әсәһе үҙ-ара ҡарашып алып, ҡыҙҙарына төбәлде. Тик Ғәлимә ситкә ҡараны. Уның күңеле хыялындағы күренештәренән азат түгел ине әле. Була ла алмай. Сөнки уларҙы көн дә-көн дә терелтеп тора торған улыҡайы бар.

--Йә? – тине уға әсәһе.

Яуап бирмәне ҡатын, балаһын ҡосаҡлап төпкө яҡҡа инде лә китте. Ололар бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы. Ахырҙа, яусы үҙе шымартып ҡуйҙы:

--Ярай... Ҡапыл өҙөп-йолҡоп ҡыла торған ғәмәл түгел. Ишетте... уйлар... үлсәп-нейтеп ҡарар. Беҙ, ней, көтәрбеҙ. Көтөр...

Разияны оҙатҡас, әсәһе, ҡыҙы ҡолағына еткереү өсөндөр инде, фекерен белдереп ҡуйҙы:

--Арыу заттан Балдыбайҙар. Уларҙың бисәләре, ана, балда-майҙа йөҙөп йәшәй. Дастуйын ир бит Ислам үҙе лә. Олораҡ булһа ней... Йәшәгән әҙәм йыш абынмаҫ.

 

Көттө Ислам. Сабыр булып, дәрәжә һаҡлап, баһа тотоп. Бер-ике тапҡыр әлеге еңгәһе аша саҡыртып сығарып та һөйләште. Ғәлимә уны артыҡ ҡыҙыҡһыныуһыҙ, әммә шым ғына тороп тыңланы.

--Ғәлимә, мин һине ихлас яратҡандан киләм... – тине, егет, өҫтән аҫҡа мөлдөрәп ҡарап, -- Һине бәхетле итеү өсөн әллә ниҙәргә лә ризамын.

Һәм шундай һөйләшеүҙәрҙең береһендә, бығаса һәр саҡ шым ҡалған ҡатын, шартын ҡуйҙы:

-- Әгәр минең улыма бер ваҡытта ла ҡырын ҡарамаҫ һәм ҡаты һүҙ әйтмәҫкә ант итһәң?..

Ислам күкрәк тултырып тын алды ла, өҙә һуҡты:

--Ант!

Бер аҙ ваҡыттан никах уҡытып, ҙур булмаған мәжлес йыйып билдәләп, йәшәп киттеләр. Исламдың яңы өйөндә ысынлап бөтә нәмә лә бар, кәртәлә малдары тулып тора. Бары тик ошо барлыҡҡа йән өрөүсе, ҡот алып инеүсе ҡатын ғына етмәй торған. Ғәлимәнең артыҡ дәрте булмаһа ла, кеше алдында йөҙ һаҡларға тырышып, килгәс тә йортто бер ҡат йыуып-йышып, үҙ бирнәһе менән биҙәп, сынъяһау итеп ҡуйҙы. Исламдың бәхетенең сиге булманы. Ул йәш ҡатынын һөйөп, иркәләп туйманы, күҙ ҡарашынан аңлап, теләгәнен алдына алып килеп һалыр мәжнүнгә әйләнде. Барыһы ла ал да гөл һымаҡ барҙы. Ғәлимәнең йәшерен һағышын, йөрәгенең иң төбөнә бикләнгән мөхәббәтен һәм улына булған сикһеҙ һөйөүен күҙгә элмәгәндә. Күпмелер ваҡыт йәшәгәс, Ислам ҡатыны өсөн беренсе урында балаһы торғанлығын ныҡлап төшөндө һәм шул бәләкәсте шатландырыу әсәһен дә риза итеү икәнде аңларлыҡ булды. Ҡатыны йөҙөндә саҡ ҡына бер йылмайыу, рәхмәт белдереп баш ҡағыу йә аҙ ғына йылы ҡараш тойоу өсөн ир малайҙы бүләктәр, уйынсыҡтар менән күмде, матайынан төшөрмәҫ булды.

Йыл самаһынан ҡыҙҙары тыуҙы, унан тағы бер ҡыҙ, өсөнсөгә малай. Балаларҙың береһе йүгереп китеүгә, икенсеһе ҡорһаҡта етешеп, аллы-артлы аяҡҡа баҫа килделәр. Һәр береһе татлы, һәр береһе ғәзиз булды уларҙың, әммә ни ғиллә менәндер, береһе лә әсә йөрәгендәге Рәмилдең йәнәшәһен биләй алманы. Ғәлимә өлкән улына иң тәмлене, иң яҡшыны иң беренсе тотторҙо. Унда ҡарашын оҙағыраҡ туҡтатты һәм был ҡараштан хәсрәт ҡатыш һөйөү түгелеп торҙо. Быны ул бер нисек тә йәшерә, ә башҡалар күрмәйсә булдыра алмай булып сыҡты. Ислам нисә йылдар үҙенә шул ҡараштың, шул хистәрҙең бер өлөшө булһа ла тәтерен көтөп зарыҡты. Тора-бара тамам өмөтөн өҙөп, оло аҡылы менән бынан уға зыян юҡ икәнлеген баһалап, күнде. Ҡыҙҙары ла Рәмилде өлкән ағайҙары итеп ҡабул итте һәм уға булған айырым иғтибарҙы ҡабул ҡылды. Ә бына кинйәләре Йәмил ризалашырға теләмәне.

--Һин ағайҙы нығыраҡ яратаң! Мине түгел! – тип янъял ҡуптарып алырға ла күп һораманы. Үҙенең ҙур ғаиләнең яратҡан төпсөгө икәнлеген белә башлаған сағы ине.

--Юҡты һөйләмә, -- тине уға Ғәлимә, -- Ағайың ҙур, шуға уға ла хөрмәт ҙурыраҡ булырға тейеш.

--Юҡ! Һин уны гел маҡтайһың, ә мине – юҡ! Уны һөйәһең, ә мине гел түгел...

Үс иткәндәй, Рәмил үҙе лә бәләкәйҙән бер тиктормаҫ, ҡулсыр бала булды, ҡайҙа ла йә күҙгә, йә телгә эләкте. Үгәй атаһының нимәһен генә боҙманы: сәғәтен дә, радиоһын да тиреп ҡараны, паспортына һүрәт төшөрҙө, аҡсаларын ҡайсыланы, фотоальбомын сыйғыланы, шахматттарын усаҡҡа тыҡты... Быларҙы ул, әлбиттә, балалыҡ ҡыҙыҡһыныуы менән башҡарҙы. Әммә бер нәмә өсөн дә әрләнеү, иҫкәртеү йә тыйыу булмағас, ярамай икәнлеген белмәне. Үҫә бара иһә төшөндө, тик инде үҙенсә ҡыланырға, һүҙен һүҙ итергә күнеккәйне. Күршеләрҙең ҡаҙ себешенә таш һелтәп торғанында, хужабикәһе күреп ҡалып, әрләп ҡайтарҙы. Илап килгән малайынан сәбәбен белешкән Ғәлимә, кер йыуып торған еренән, ҡулын да һөртмәйенсә күршеләренә йүгерҙе һәм ҡапҡанан инеү менән өлкән ҡатынға ябырылды:

--Рәйсә апай, нишләп минең улымды әрләнегеҙ ул? Илатҡанһығыҙ!

Бәпкәләрен йыйып маташҡан күршеһе аптырап китте:

--Аһ-аһ, килен... Күрәләтә таш ата бит... Былар ней, ыуыҙ ғыналар бит әле, хәҙер ятыр ҙа үлерҙәр, тигәйнем генә...

--Үлмәгән дә инде! Кеше балаһына улайтмағыҙ ҡабат.

--А-аһ... Ярай һу-уң... – тип кенә ҡуя алды тегеһе.

Мәктәптә лә Ғәлимәнән әрләнмәгән уҡытыусы һәм ата-әсә ҡалманы. Рәмил бер нәмә өсөн дә яуап бирмәне һәм ғәйепле булманы. Уға бындай хоҡуҡты әсәһе яулап алып бирҙе. Һәм өйҙә лә, ауыр эштәрҙә, утын-бесән-кәртә кеүек саңлы, бысраҡ мәшәҡәттәрҙә малайҙы ҡатнаштырманы. Исламдың: “Өйрәнер ине...” тип һүҙ башлауын да: “Үҙ балларыңды ек, минең улымды йомшама” тип кенә ҡырҡты. Ҡатыны менән һүҙгә килешергә яратмаған һәм шул сәбәпле генә ғаилә тыныслығын боҙоуҙан ҡурҡҡан ир, ныҡышманы. Тора-бара ярҙамсыһы ла булды, Йәмилен кескенәнән эйәртеп йөрөтөп барына ҡушты. Кинйәләре шуға беше, йылдам, эшлекле бала булып ҙурайҙы. Аталары шуға ҡәнәғәт булып, өлкәненә күҙ йомдо.

 

Ғәлимә баш балаһын саманан тыш яратты. Уға барыһын да ғәфү итте, бөтәһен дә рөхсәт итте, бер теләгенә лә ҡаршы килә, нимәнәндер мәхрүм итә алманы. Быларҙы ул йөрәгендәге ғүмер буйына ла үлмәй, юғалмай йәшәгән һөйөүенең талабы итеп ҡабул итте. Дәүләттең үҙе булмаһа ла, уның бер өлөшө бар, үҙен юғалтһам да, бер сатҡыһына эйәмен, тип уйлап йыуанды. Һәм шул бәхетен бәпләп, һаҡлап, ҡарауыллап ҡына йәшәне. Уның өсөн йәнен бирергә, ҡыйғыр бөркөттәй кемде лә өҙгөләп ташларға, кәрәк булһа әллә ниндәй ҡорбандарға барырға ла әҙер ине. Хатта бер ҡылығы менән күпкә иғтибар итмәҫкә күнеккән ирен дә аптыратты.

Ҡәйнәһе менән ниндәйҙер сәбәптән талашып киттеләр ҙә, Ғәлимә ныҡ ҡына үпкәләп, ҡайтып китергә булды һәм туҙынып йөрөп йыйынды. Уны өгөтләп-өгөтләп тә арыған ир, ҡул һелтәне. Шул саҡ ҡатын өлкән балаһын ғына кейендереп алды ла, сығыуға ыңғайланы. Бер ни аңламай илашҡан өс бәләкәсен, исмаһам, күҙгә лә элмәне.

-- Һин нимә? Быларын ташлап китергә итәһеңме? – тип, ышана алмай торҙо Ислам, -- Бәпәй имә лә инде!

--Ана, әсәң килһен дә имеҙһен. Мин үҙемә кәрәген алам!

-- Ғәлимә! Ғәлимә, улай ярамай, -- тип, инде ишеккә арҡыры торҙо ире, -- Тыныслан... Әсәй бында тормай, уның беҙҙә эше юҡ. Давай, сисен... Сисенегеҙ! Бер ҡайҙа ла бармайһың. Балалар ҡурҡты... йә-йә... бөттө...

Шул хәлдән һуң ҡатынының үҙенә лә, унан тыуған балаларға ла әсәгә һәм ҡатынға тейеш булғанса бәйләнмәгәнен төшөндө Ислам. Әгәр шундай һайлау торһа, Ғәлимә һис уйлап тормаҫтан улының яғын аласаҡ. Оҙаҡ әсенеп йөрөнө ир: шулай уҡ та теге ирҙе ныҡ яратты микән ни?.. Һаман онотмаймы?.. Ул ниндәй шауҡымлы мөхәббәт һуң ул?..

 

Рәмил менән Йәмилдең йәш араһы ете йыл. Улар үҙҙәренең бер атанан түгеллеген белмәй. Улар түгел апайҙары ла хәбәрҙар түгел ине әле, бер хәл сәбәпсе булды.

Ислам ике улы менән һарай ҡыйығын алмаштыра ине. Рәмилде өҫкә мендерҙе, Йәмилде таҡтаның бер осонан тотошоп килеүгә аҫта ҡалдырҙы. Түбәндән ябыуҙарҙы алып биреүгә быларҙың көсө етеңкерәмәй әле. Рәмил, армия йәшенә еткән булһа ла, көс ултырмаған. Бындай ауыр ҡара эшкә лә күнекмәгән. Ә Йәмил, әрһеҙ булыуы менәнме, бәләкәйерәк.

Малайҙар эштән уйын яһап ҡоторошто, ҡыйыҡ осонда ултырған Рәмил ҡулындағы сүкешен үргә сойорғотоп ҡустыһына фокус күрһәтеп аҙапланды. Ислам уға әленән-әле иҫкәртеү яһаны, әммә тегеһе ҡолағына элмәне. Уға урам яғынан үтеп барған бер төркөм ҡыҙҙарҙың сырҡылдашып уны күҙәтеүе лә дәрт өҫтәне, ахыры, һәм сойорғотҡан сүкешен тотам тип ситкә нығыраҡ ынтылды ла... мәтәләп килде лә төштө. “Лып” итеп кенә ҡалды ҡаҡ ергә. Аҫтағы ата менән ул хатта аңғармай ҙа ҡалды.

Аҙыраҡ иҫе инәлеүсығалы булып һеңгәҙәп ятты Рәмил. Атаһы уның яурынын ҡармап ҡалҡытып маташты:

--Улым?.. Рәмил! Нисекһең? Берәй ерең ауыртамы?

Егет “юҡ” тигәнде белдереп башын сайҡай ҙа, йоҡлап китергә теләгәндәй күҙен йома. Тырышып күҙ ҡабаҡтарын аса, тик улар ҡабаттан ҡушыла. Тап шул саҡ өйҙән Ғәлимә атылып килеп сығып, сүкәйеп ултырған Исламды яурынынан йән көсөнә этәреп ебәрә лә, улына эйелә:

--Улым!! Балам... Ни эшләттеләр һине, балаҡайым?..

Унан аптырап ҡалған ире менән кинйәһенә йәш тулған уҫал ҡарашын күтәрә:

--Юрамал өҫкә мендерҙегеҙме?.. Ҡолап төшһөн тинегеҙме? Минең улымдың башына етмәксе булдығыҙмы?! Нигә үҙ балаңды осҡа ҡуйманың? Минеке йәл түгелме?!!

Йәмил аңлап етмәһә лә, Ислам, ныҡ рәнйеп, тороп уҡ китте. Эре-эре баҫып сығып китте лә, ауыл фельдшерын эйәртеп ҡайтып инде. Ярҙам килгәндә Рәмил инде тороп ултырғайны.

--Башы әйләнә... Танауы ҡананы бына... – тип теҙҙе Ғәлимә илаулап.

Фельдшер ир егетте баҫтырып ҡуйҙы, умыртҡа һөйәген, аяҡ-ҡулдарын тикшерҙе, быялаһы менән күҙ алмаларын ҡараны, эйелтеп-иңкәйтеп алды һәм артыҡ зыян күрмәгән, ятып торғанда башы ла үтеп китәр, тип ҡуйҙы. Өйгә лә ауырыу үҙе инеп ятты. Ә өйҙә дауыл ҡупты.

--Һин минең улымды күрә алмайһың! Уны артыҡ күрәһең, һәр ваҡыт нимәгәлер тотонорға ғына тораһың! – тип ярһыны әсә.

--Ғәлимә, аҡылыңа кил! Ауыҙың нимә һөйләгәнен ҡолағың ишетәме? – тип ире уны баҫырға тырышты. Әммә ҡатын алйыр хәлгә еткәйне:

--Ғүмер буйы шуны яратмағаныңды һиҙеп йөрөйөм! Шуны тартмағаныңды!

--Ундайҙы һин үҙең уйлап сығарыһың. Егет булып бөткән нәмәне себен-серәкәйҙән дә аралап йәшәтәһең. Етәр инде!

Ата-әсәһенең ирешкәнен тыңлап ятҡан Рәмил, сыҙамай түрбашҡа килеп сыҡты:

--Нимә һөйләйһең ул, әсәй? Ни эшләп мин һинең генә... улың?

Атаһы уға төп яҡ ишегенә күрһәтте:

--Рәмил! Бар ин, юҡҡа иғтибар итмә.

Тик Ғәлимә сарылдап ҡаршы төштө:

--Белһен! Һөймәгәндәргә һөйкәлеп йөрөмәһен һаман. Белһен кемдән һаҡланырға икәнде.

Ислам тамам көйөп, ҡул һелтәне лә сығып китте. Ә ҡатын улын килеп ҡосаҡларға итте, тик тегенеһе уның ҡулдарын яурынынан алып ташланы:

--Әйт! Нимә тинең һин атайға?

Ғәлимә улының был тупаҫ ҡылығынан аҙыраҡ иҫенә килгәндәй булды, ҡаушаңҡыраны:

--Улы-ым...

--Әсәй... Хәҙер үк...әйт, -- тип дәшһәтле шыбырланы Рәмил. Бөтөн был хәлгә шәһит булып торған Йәмил ҡурҡып мейескә һыйынды. Әсәһе менән ағаһы араһындағы асыҡлауҙар уның өсөн бығаса күрелмәгән ауыр күренеш ине.

Ғәлимә, инде артҡа сигенер, әйтелгәндәрҙе кире алыр әмәл юҡлығын аңлағас, устарын күкрәгенә ҡаушарып башланы:

--Улым... Рәмил. Һинең атайың башҡа... Һин минеке генә, аңлайһыңмы? Һине мин...

--Әсәй!..

--Ысын, улым... Ысынды әйтәм... Һин минеке...

--Кем? – егеттең күҙҙәре уҫал баҙланы.

--Нисек... кем?

--Атайым кем?

Ғәлимә, улының атаһын эҙләп алып киткәндәй, ян-яғына ҡаранды:

--Ул... Ул сит яҡ кешеһе ине...

--Ни эшләп... ул һине... мине алманы?

--Улым... шулай килеп сыҡты... Уның ғаиләһе бар ине.

Шул саҡ Рәмил әсәһен этә төртөп тышҡа ташланды. Ғәлимә ана тотам, бына тотам тип артынан йомолдо. Егет тышта ла туҡтамай, арт ҡапҡа яғына йүгерҙе лә, бер аҙҙан түбәһе картуф баҡсаһында күренеп ҡалып, бер аҙҙан баҡса аръяғындағы ереклеккә инеп тә китте.

--Туҡтат! Нишләп туҡтатманың? – тип ҡысҡырҙы ҡатын утынлыҡ бүкәнендә ҡулдарын һәлендереп ултырған иренә. Тегеһе өндәшмәне. Тағы нимәләрҙер тип сарылданы-сарылданы ла, тауышы ла, хәле лә бөтөп, һикәлтәгә ултырып буҙларға кереште Ғәлимә. Уның артынан сыҡҡан ике ҡыҙ һәм бер малай шаңҡышып артта баҫып тора бирҙе...

 

Рәмил уҡыманы. Армияға барып килде лә, нимә менән шөғөлләнергә белмәй ары-бире һуғылды. Төбәп кенә эшкә лә төшмәне. Был хаҡта Ислам һүҙ ҡуҙғатып, кәңәш итеп ҡарағайны ла, һаман ҡатыны ҡыҫылды. Егет кис клубҡа сығып китеп, ярты төн йөрөп ҡайтты ла, төшкә тиклем йоҡланы. Ә инде уның бесәйҙеке шикелле татлы йоҡоһон әсәһе дүрт күҙ менән һаҡланы. Йәмилен, ишекте ҡаты япҡаны өсөн дә ҡаш һындырып, бармаҡ янап шелтәләне. “Ағайың йоҡлай, шаулама, бар тышта йөрө, эшең юҡмы урамда” тип шыбырланы.

Шундай бер төрлө көндәрҙең йәйге иртәһендә Ғәлимәләрҙең урамына ауылдаштары килеп тулды. Ирле-ҡатынлы оло ғына пар, уларҙың ир ҡорондағы ике улы һәм силсәүиттән торған төркөмдө аптырап ҡаршыланы кәртә-ҡура араһында мәшәҡәтләнеп йөрөгән ғаилә.

Оло ир алға сыҡты:

--Ислам ҡусты, ҡайҙа һинең теге йүнһеҙ малай?

Ислам ҡатынына ҡарап алды:

--Йоҡлай...

Ғәлимә тертләп китте:

--Һеҙгә ул нигә әле?

Яуап быларҙы шаҡ ҡатырҙы:

--Кисә төндә ул шаҡшығыҙ минең ҡыҙҙың артынан эйәреп килеп... бәйләнгән. Ярай әле ағаһы ишетеп ҡалып...өлгөргән. Сығарығыҙ! Баҫһын алдыма!

Уға уландары ҡушылды:

--Сыҡһын ир булһа!

--Томшоғон онтайым хәҙер!

--Кисә ҡуян һымаҡ ҡасып ҡотолдо... хайуан...

Ата менән әсә таралып төштө. Шулай ҙа Ғәлимә ҡаршы торҙо:

--Юҡты һөйләмәгеҙ! Ул ниндәй тиктомалдан яла яғыу?

Араға силсәүит торҙо:

--Ғәлимә, сыҡһын улын, яуап бирһен. Ҡыҙға ысынлап бәйләнгән... ҡулдарын шаҡарып... күлдәген йыртып бөткән... Был уйын эш түгел.

Шул ваҡыт Исламдың сабырлығы һынды. Ул елләнеп өйгә инеп китте лә, Ғәлимәнең йоҙороҡлап арҡаһын төйөүенә лә ҡарамай, Рәмилде төрөсиксән көйө елтерәтеп алып сығып ҡуйҙы:

--Ни эшләнең төндә? Әйт!

--Теймә! Теймә минең улыма! Һатлыҡйән! – тип ҡысҡырҙы ҡатыны, әммә уны ишетеүсе юҡ.

--Яуап бир! – тип талап итте атай кеше.

Ҡаршыһындағыларҙы күреп бөтөнләй ҡойолоп төштө егет, хатта сүгеп төшә яҙҙы, уны Исламдың көслө ҡулы ғына тотоп ҡалды.

--М-мин... Бер нәмә лә эшләмәнем... Шаярттым ғына... Шая...

Оло ир етеп килде:

--Эт балаһы! Атаң-әсәң өйрәтмәгәнде һеңдерәм хәҙер! – ҡулына ҡамсы ла тотоп килгән булып, һыҙыра тартып та ебәрҙе. Ғәлимә улын ҡапланы:

--Милиция! Милиция ҡайҙа! Ҡарауы-ыл! Үлтерәләр!

--Ә-ә! Милиция кәрәкме? Хәҙер саҡырабыҙ! Шәһиттәр бар! Нисә йылға киткең килә?

Шул ваҡыт Ғәлимә ирҙең аяҡ аҫтына ҡоланы:

--Зинһар! Зинһар кисерегеҙ?.. Ағай?.. Апай...

Ирҙең ҡатыны ла телгә килде:

--Ғәлимә килен, улың ысынлап ныҡ яман ҡылыҡ ҡылған. Минең ҡыҙҙы дауна баҫтыра тип ишеттем. Балам менән серләшәм бит, барыһын һөйләй миңә. Һинең Рәмилеңде оҡшатмайым тей, ҡарамаған уға. Мына хәҙер үс алырға булған бының. Клубтан эйәреп килгән дә, йылға буйына һөйрәп әпкиткән. Ауыҙын ҡаплаған... Ярай балаҡай ысҡынып ҡысҡырып өлгөргән. Уның артынса килгән ағаһы тауышын ишетеп, йүгереп барып өлгөргән. Малайың ҡасҡан. Баламды талап маташҡан бит... Баслидный эш был, баслидный эш...

Ғәлимә башын тотоп һаман ерҙә имгәкләне:

--Ауылдаштар?... Апай, үтенәм, ярлыҡағыҙ... Хаталанған...  Яңылышҡан, йәш бит... Мөхәббәттән күҙе томаланған инде... Уйһыҙлыҡ... уйһыҙлыҡ... зинһар...

Урамдағылар барыһы ла тынып ҡалды. Ҡараштар ерҙә өҙгөләнгән әсәлә ине. Ахырҙа оло ир һүҙен әйтте:

--Ярар... Беҙҙең ҡыҙ ҡурҡҡан, әммә зыян күрмәгән. Зыян иткән булһа малайыңды ошо ҡулдарым менән быуа инем. Бер юлға ҡалдырам... Алйот булһа ла йәш кешенең тормошон боҙоуҙан беҙгә файҙа юҡ. Үҙе боҙа ул уны бер килеп... әгәр аҡыл инмәһә.

Ғәлимә биттәрен ҡапланы:

--У-уй!.. Рәхмәт, ағай, рәхмәт һеҙгә...

Ислам үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр Рәмилдең елкә төбөнә һуғып ебәрҙе:

--Ғәфү үтен!.. Йүнһеҙ!

Рәмил әсәһе эргәһенә ҡоланы:

--Ғә-фү... Ғәфү итегеҙ... Башҡаса ундай хәл ҡабатланмаҫ...

Ир уның танау төбөнә ҙур йоҙроғон төрттө:

--Эҙең булмаһын ауылда... иртәгә үк.

--Я-арай...

Төркөм нисек ҡапыл килеп ингән булһа, шулай уҡ сығып та китте. Ә ҡалғандар шул халәттәрендә ҡатышып ҡалды.

--Атай?..

Тауышҡа өсөһө лә әйләнеп ҡараны. Артта күҙҙәре шарҙай булған Йәмил баҫып тора ине.

 

Ғәлимәнең ҡалған ғүмере улын көтөүгә бағышланды. Рәмил бер заводҡа урынлашып, ятағынан бүлмә алды ла, шунда ҡалды. Онотҡанда бер ҡайтты. Уныһында ла дуҫтарына китеп олаҡты. Айнып, шешенеп иртәнсәк ҡайтты. Ауырып ятты ла, мунса төшөп, һурпа эсеп шәбәйеп, аҙыҡ-түлеген тейәп кире юлланды. Ғәлимә уның һәр ымын үтәп өлтөрәп торҙо.

--Улым... Улыҡайым минең, күҙ нурым... Арыйһыңмы эштә? Ҡыйын түгелме унда? – тип өҙгөләнде. Сәсенән һыйпарға үрелгәйне, тегеһе “теймә” тигәнде аңғартып ҡулын һелтәне.

--Улым... өйләнһәңсе?.. Исмаһам, өҫ-башыңды ҡарарға кеше булыр ине?

--Ты чье, мать? Үҙемде саҡ аҫырайым. Хәҙерге бисәләргә фатир кәрәк тә аҡса кәрәк.

--Йәки бында ҡайтыр инең? Үҙем тәрбиәләп алырмын. Эсеүеңде ташлап...

--Давай, мать, кәйефте ҡырма әле. Ана... тегеләреңде воспитывай.

--Тегеләр ни... күҙ алдында.

Рәмил йылмая биреп тә ҡуйҙы:

--Йәмил ҡусты маладис ул. Килеп сыға минең янға. Бүлмәмде таҙалап, ашарға бешереп китә, аҡса ла ҡалдыра әле, вәт сәпләк, әй... Шул уговаривать итеп ҡайтарта ошонда: “Әсәй көтә лә, әсәй илай” тип, теңкәне ҡорота. Буйтым ир булып бара, ә?

Ғәлимә стенала торған кинйәһенең карточкаһына һирпелеп ҡарап алды:

--Институтты тамамлай инде быйыл... Өйләнәм дә тей шикелле. Атаһына әйткән инде... миңә түгел...

 

 

Йәмилдең беренсе балаһы тыуған көндө, һөйөнсөнө ишеткәс, өйҙә табын яптылар. Күрше-тирә, туған-тумаса инеп-сығып ҡотлап, һыйланып китте. Кискәрәк өсөһө генә ҡалдылар. Ғәлимә килен менән бәпескә алып барыу өсөн кәрәк-ярағын төйнәште, тауыҡ һурпаһына туҡмас ҡырҡты. Атай булыу бәхетенән ярһып, әле инеп, әле сығып үҙенә урын тапмаған Йәмилде күҙәтте.

--Шулай ул... тәүге бала һушты ала, -- тип ҡуйҙы, ахырҙа.

Уның был һүҙенән улы шып туҡтаны. Әсәһенә текәлә биреп торҙо һәм асыуһыҙ ғына былай тине:

--Юҡ, әсәй, мин улай итмәйәсәкмен. Булыр балаларымдың барыһын да бер тигеҙ күреп яратасаҡмын. Һин миңә... беҙгә һабаҡ бирҙең.

Ғәлимә ҡылтайҙы:

--Әсәң ғәйепле инде барына. Ана, апайҙарың да ураған һайын әллә нимәгә үпкәләйҙәр.

--Үпкәләмәйбеҙ, әсәй. Апайҙар ҙа үпкәләй түгел, ә бары һинән аҙ ғына булһа ла йылылыҡ, иғтибар көтөп... әйтәләрҙер инде. Ә һинең бит күҙ алдыңда Рәмил ағай ғына.

--Ҡуйсы, улым, шул ағайыңа һүҙ тигеҙмә. Ул бит һеҙгә ағай кеше.

--Һүҙ тигеҙеп буламы инде? – Йәмил көлдө, әммә тауышында әсенеү, һағыш сағылды. – Һине йәлләйем бары... һине, әсәй...

 

Яман хәбәр Ғәлимәне аяҡтан йыҡты: Рәмил ҡулға алынған! Иҫереп ыҙғышҡандар ҙа, ике ир өсөнсө шешәләштәрен туҡмап үлтергән. Яңылыҡ йәшен тиҙлегендә ауылды ураны. Бот сабып аптыраған әҙәм булманы, бары ҡайғы бүлешеп һөйләнделәр генә. Һәр кем үҙенсә фекерләне:

--Йә, Хоҙай, үҙең арала... Әпсәһен уйламаған грам да...

--Ҡашҡа бала ҡайғы һала тип, баланы улай артыҡ яратырға ярамай шул... Боронғолар белмәй әйткәнме, баланы йоҡоһонда ғына һөй тип.

--Алдына алды ла торҙо шул улын...әллә ней. Һап-һау нәмәне... Мына, инде рузултәте...

--Бала ҡайғыһы күрһәтмә, Аллам?..

 

...Йәмил менән ҡатыны әсәләрен баяғылай ҡултыҡлап индереп өйгә һалды. Килене йәһәтләп дарыу иҙеп эсерҙе. Улы уның баш осонда булып, әле яулыҡ эсенән сығып туҙған аҡ сәстәрен, әле сирыш баҫа барған йомшаҡ битен һыпырҙы. Шым ғына килеп ингән ҡыҙҙары, йәшле күҙҙәрен йәшереп, ике яҡтан килеп ултырып, өшөп барған ҡулдарын өрөп йылттылар, йыуаттылар:

--Әсәкәйем... бөтөрөнмә улай...

--Әсәй, бирешмә... Беҙҙең өсөн йәшә инде, әсәй?..

Йәмил дә һүҙҙәрен һайлап ҡына теҙҙе:

--Ғүмерлеккә түгел бит, әсәй... Алты йыл үтер ҙә китер. Йыл һайын алып барып торормон. Инде сыҡһа, Алла бирһә, ағайҙы ошо өйҙән бер ҡайҙа ла ебәрмәбеҙ...

Был әйтелгәндәрҙән Ғәлимә сытырлатып йомған күҙҙәрен ҙур асты һәм баш аша кинйәһенә төбәлде. Ышанмау ҙа, өмөт тө, сараһыҙлыҡ та һәм тағы әллә ниндәй хистәр солғанышы ине был ҡарашта. Йәмил тамамлап ҡуйҙы:

--Бергә йәшәрһең улың менән. Атай ҙа юҡ, ағай һиңә иптәш булыр.

Ҡыҙҙары йөпләне:

--Эйе...шулай.

--Ағайҙы бергәләп көтөрбөҙ.

Ғәлимәнең ирендәре ҡалтыраны, күҙҙәренә йәш эркелде. Ул башта ике ҡыҙын тартып күкрәгенә һалды ла, унан улына ынтылып, барыһын да ҡосағына һыйҙырырға тырышты:

--Балаҡайҙары-ым... ғәзиздәрем минең... Әлдә һеҙ бар...

 

Фото А. Королев

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас