+20 °С
Облачно

БАҠСА Бәләкәй ожмах

Баҡса – кем өсөндөр йәшәү-туҡланыу сығанағы, ә  ҡайһы бер кешеләр уға ижади күҙлектән, мөхәббәт менән ҡарай. Шундайҙарҙың береһе – Өфө ҡалаһында йәшәүсе Луиза Кәримйән ҡыҙы Әҙеһәмова. Уның баҡсаһында тәртип. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә баҡса шау сәскәгә күмелә. Матур таш һуҡмаҡтар һалынған. Ғаилә башлығы диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәс, үҙ ҡулдары менән карап-мангал эшләп ҡуйған. Арыраҡ якорь рәүешендә арт-объект ҡорған. Өй күләгәһендәге бәүелсәк-эскәмйәлә эштән арыған ваҡытта ултырып бер нисә минут бәүелһәң, бөтә арыуың юҡҡа сыға. Төптәрәк теплица эшләп ҡуйғандар. Уның иһә эсе тулы сер.

БАҠСА Бәләкәй ожмахБАҠСА Бәләкәй ожмах
БАҠСА Бәләкәй ожмах

– Ирем һыуҙы сарыф итмәҫ өсөн тамсылап һуғарыу системаһын эшләне. Көнөнә ике тапҡыр үҫемлектәрҙең төбөнә генә һиберлек итеп көйләнгән ул. Һыу мискәһе эсендә махсус ҡулайлама ҡуйылған, ҡалҡыуыс аҫҡа төшһә, һыу үҙенән-үҙе тула башлай. Шулай уҡ мискәгә реле ҡорҙо. Ваҡыты еткәс, реле эшләп китә, иртән һәм кис билдәле сәғәттә кран үҙенән-үҙе асыла һәм торбаларҙан һыу китә, тамсылап үҫемлек төбөн һуғара, – тип тормош иптәшенең оҫталығы хаҡында тәмләп һөйләй Луиза Кәримйән ҡыҙы.

Бынан тыш ғаилә башлығы Вилүр Дияс улы Әҙеһәмов теплицаның ишеген автоматик рәүештә асыла һәм ябыла торған итеп эшләгән. Эстәге һауа температураһы 16 градустан артһа, уның ишеге яйлап ҡына асыла. Ә һыуыта башлаһа, үҙенән-үҙе ябыла. Ошо система эстәге ҡыяр, помидор һәм боростан яҡшы уңыш алырға мөмкинлек бирә.

Ҡатынының һәр идеяһын, уй-ниәтен тормошҡа ашырырға әҙер хәстәрлекле ир уҙаманы. Ғөмүмән, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған, яратҡан был һоҡланғыс парға ҡарап тороуы – үҙе кинәнес. Бындағы һәр сәскә, йәшелсә-емеш ошо һөйөүҙән көс, наҙ ала, тиерһең.

Матур һәм тәрбиәле баҡсаның сере – мөхәббәт һәм хәстәрлек. Баҡсағыҙға ваҡыт һәм иғтибар бүләк итегеҙ, ул һеҙгә сағыулығы һәм мул уңышы менән рәхмәт белдерер.

Роза Хөснуллина.

 

А. Королев фотоһы

Автор:
Читайте нас