

Гүзәл Альберт ҡыҙы Нәзмиева – Федоровка районы Бала Сытырман ауылынан. «Бәләкәйҙән йөн тетеп, иләп, ҡул эшен белеп үҫтем. Әсәйем дә, өләсәйем дә, инәйҙәрем дә – ғаиләләге һәр ҡатын-ҡыҙ күмәкләп ойоҡ, шәл, бирсәткәләр бәйләй торғайныҡ. Бәйләү һаулыҡ өсөн файҙалы: стресс кимәлен түбәнәйтә, бәхет гормоны серотониндың бүленеп сығыуына булышлыҡ итә. Ә инде биҙәкләп нағышлаған ҡул эшең тамамланып, һөҙөмтәһен күреү кәйефте күтәрә, уникаль әйберҙәр булдырыу теләге уята, үҙеңә ышанысты арттыра», – ти ул.
Бәләкәйҙән күңеленә яҡын шөғөлө – бөгөнгө көндә Гүзәлгә килем сығанағы ла. Журналы-быҙға яҙылыусыға Гүзәл Нәзмиеванан бүләк – мамыҡтан бәйләнгән зауыҡлы жилет! Бүләкле булғығыҙ килһә, «Башҡортостан ҡыҙы»на яҙылығыҙ!
Сайт аша:
https://podpiska.pochta.ru/press/П2719
«Бәйләнештә» социаль селтәрендәге
төркөмөбөҙгә яҙығыҙ.
6 айға – 826 һум 56 тин
Фото А. Королев.