

Нурзидә Тайсина:
– Аталары бәләкәстән шундай ҡағиҙә ҡуйҙы: өй эсендә тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ! Урамға сыҡһағыҙ, ҡытайса һөйләшһәгеҙ ҙә була, тип шаярта ине, уныһы ла тормошҡа ашты – өлкәндәре хәҙер ҡытай телен дә өйрәнә (көлә).
«Бәпесем», «матурым», «аҡыллым» тип өндәшәбеҙ бәләкәстәребеҙгә. Тыуғандан алып шундай һүҙҙәрҙе ишетеп үҫкәс, үҙенән-үҙе телдәре башҡортса асыла. Был бит тәбиғи. Көн һайын кисен бергәләп ултырып сәй эсеп алабыҙ. Шул ваҡытта көнө буйы булған ваҡиғалар, мажаралар, ҡараған кинолар тураһында ла һөйләшәбеҙ.
-----------------------------
Таңсулпан Рәсүл:
– Әлбиттә, килешәм, тәрбиә өй тупһаһынан башлана. Әммә ул шунда уҡ тамамланмаһын ине. Телебеҙ ғаилә теле генә булып ҡалмаһын, тип әйтмәксемен. Урамда ла, башҡа ерҙә лә яңғырарға тейеш ул.
Саҡ ултыра башлаған сабыйға үҙебеҙ телефон бирәбеҙ ҙә һуңынан, диванға ҡырын ятып, шул уҡ телефондан, телебеҙ бөтә, милләт юҡҡа сыға, етәкселәр эшләмәй, тип лаф орабыҙ. Автобусҡа инеү менән әсәһе бер йәшлек кенә баланың ҡулына телефон тоттороп ҡуя. Ә бит тирә-яҡта шундай ҡыҙыҡ тормош! «Ҡара, ниндәй бейек йорт! Ана, эт йөрөй, ҡоштар оса» – әсәй кеше, тәҙрәнән бөтә нәмәне күрһәтеп, аңлатып барырға, балаһы менән һәр саҡ бәйләнештә булырға тейеш. Өләсәй-олатайҙар ҙа хәҙер «аҡыллы»: ейәндәре менән телен вата-емерә русса һөйләшеп маташа. Баланың ғәйебе юҡ, уны түгел, атай-әсәйҙе, олатай-өләсәйҙе тәрбиәләргә кәрәк, тигән фекергә киләм.
Беҙ бөгөн бик үк сәләмәт булмаған йәмғиәттә йәшәйбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр, ирҙәр ҡоро... барыһы ла эшләй кеүек, әммә проблемалар хәл ителмәй.
--------------------------------
– Ғәҙәттә балалар баҡсаға, мәктәпкә барғас, рус теленә күсә. Һеҙҙең улай булманымы? Бындай күренеш менән нисек көрәшәһегеҙ? Башҡорт төркөмөнә барыу ғына мәсьәләне хәл итәме? Ниндәй пландарығыҙ бар?
Таңсулпан Рәсүл:
– Зубов ауылында йәшәй башланыҡ. Яҡын-тирәлә башҡорт балалар баҡсаһы юҡ, ҡалаға көн һайын йөрөтөү бик ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙырасаҡ. Үҙем йәнем-тәнем менән ҡаршымын улымды сит мөхиткә оҙатыуға. Милләттәштәребеҙ йыйылған чатта был мәсьәләне күтәреп сыҡтым. Ата-әсәләрҙән ҡултамғалар йыйып, район мәғариф идаралығынан барып рөхсәт алдыҡ. Яңыһын асыу мөмкинлеге юҡ, һигеҙ төркөмдөң береһен башҡорт төркөмө итербеҙ, тинеләр. Әммә бер аҙҙан директор (киң күңелле икенсе милләт кешеһе!) шылтырата, башҡорт төркөмө асырға балалар һаны етмәй бит, ти. Баҡһаң, баяғы ҡултамға ҡуйған кешеләр ҙә балаларын унда бирмәгән. Ә бит араларында билдәле йырсылар, блогерҙар ҙа бар. Ултырып иланым да яңынан сығып киттем. Иптәшем менән өй беренсә инәлеп тигәндәй йөрөнөк, аңлатыу эштәре алып барҙыҡ, комплектациялау ваҡытына тиклем кәрәкле балалар һанын йыйып өлгөрҙөк.
-------------------------------------------
Нәргизә Тайыпова:
– Беҙҙең балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө юҡ. Сараның бер тәрбиәсеһе Гөлнара Ҡәнзәфәр ҡыҙы үҙ итеп башҡортса һөйләшә, шиғырҙар бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа милләттәштәребеҙ балалары менән русса аралаша.
Башҡорт төркөмө асыу ғына мәсьәләне хәл итәме икән? Йыш ҡына күп нәмә ҡағыҙҙа ғына ҡалғаны сер түгел бит. Бер бала ла үҙ телендә һөйләшмәгән башҡорт төркөмдәре булғанын ишетеп беләм. Шуға ла яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу кәрәктер барыбер.
--------------------------------------------
Нурзидә Тайсина:
– Беҙ ул яҡтан уңдыҡ: Шамонин ауылындағы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөнә йөрөнө балаларыбыҙ. Тәрбиәселәр Лилиә Фәһим ҡыҙы менән Айгөл Рәмил ҡыҙы эште матур алып бара, балаларҙа рух тәрбиәләй. Шундай хәл булды. Чатта тәрбиәсе яҙа: шул-шул балалар иртәгә башҡортса телмәр һөйләй, ти. Береһенең әсәһе, ул бит башҡортса белмәй, тип яуаплай. Һөйләшеп ҡарағыҙ әле, ул бик яҡшы аралаша башҡортса, тип яуап бирә тәрбиәсе. Тимәк, ул баланы ҡыҙыҡтыра алған, телгә һөйөү уятҡан, әкиәт, шиғыр өйрәткән. Әлбиттә, бындай тәрбиәселәр алтын бөртөктәре кеүек кенә.
----------------------------------------
Нәргизә Тайыпова:
– Әкиәттәр уҡыйбыҙ, йоҡлар алдынан үҙҙәре китап һайлай. Йырлайбыҙ. Сара бейеү түңәрәгендә бик ихлас шөғөлләнә, был да уның рухын үҫтерә. Дөрөҫөн әйткәндә, бер үк китаптар хатта үҙемде лә ялҡытып китә, шуға ла улар күберәк баҫтырылһын ине, тигән теләгем бар. Мин руссаларын да башҡортса әйләндереп «уҡыйым».
Нурзидә Тайсина:
– Эйе, балаларға яңынан-яңы әҫәрҙәр кәрәк. Был йәһәттән «Аҡбуҙат» журналы ярҙамға килә, уны көтөп алалар. Китаптарҙы күмәкләп ултырып уҡып ҡына ҡалмайбыҙ, шул турала фекер алышабыҙ.
Ауылда ҡалдырғанда яратҡан әкиәттәрен үҙ тауышым менән телефонға яҙҙырҙым, улар кисен шуны тыңлай ине.
-----------------------------------------
Таңсулпан Рәсүл:
– Улдарым ҡурай моңон ярата. Халыҡ бейеүҙәре ансамбленә йөрөйҙәр. Әкиәттәр һөйләшкәндә аҙағын ауыҙҙан тартып алып үҙҙәре тамамлап ҡуя. Йыр-моңдо бик яҡшы тоялар, ә минең музыкаль һәләтем самалы, шуғамы икән, бәләкәй саҡтарында үҙем яратҡан халыҡ йырын һуҙһам (ныҡ дөрөҫ йырламағанмындыр инде), киреһенсә илайҙар ине (көлә). Бала, губка кеүек, нимә күрә, ишетә – барыһын да һеңдереп бара.
----------------------------------
– Бала булған ерҙә батша юҡ, тиҙәр. Туған телгә һөйөү тәрбиәләйем тип ҡыҙыҡлы хәлдәргә осрағанығыҙ бармы? Бәлки, үкенестәрегеҙ булғандыр?
Нурзидә Тайсина:
– Кис сәй эсеп ултырһаҡ, аталары нимәнелер русса әйтеп һалды. Иң бәләкәсебеҙ эләктереп тә алды, тап атаһының тоны менән: «Атай, өйҙә тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ!» – тимәһенме. Өлкәндәре лә бер-береһенә ҡарап йылмайыша. Шулай бер-беребеҙҙе иҫкәртеп кенә торабыҙ.
Таңсулпан Рәсүл:
– Башҡорт алфавитын өйрәттем. Хәҙер, эй, китаптар уҡыйбыҙ. Донъя халыҡтары әкиәттәренең тәржемәһенә сират етте. Беҙ элек «ҡыҙыл башлыҡ» тиһәк, был китапта «кәләпүш» тип бирелгән. «Ү» хәрефен яңы өйрәнгән улым уны «кәләпю-ү-үш» тип һуҙып тороп уҡып ултырған була. Был һүҙ ныҡ иҫтәрендә ҡалған, хәҙер урамда атлағанда ҡыҙыл кепка булһынмы, эшләпәме кейеп китеп барған кешене күрһәләр, ана, ҡыҙыл кәләпүш кейгән, әйбит, тип күрһәтәләр.
Нәргизә Тайыпова:
– Танышыбыҙҙың балаһы «мама, папа» тип йөрөй. Тышта уйнап йөрөгәндә, ҡыҙыма эйәреп, миңә – «әсәй», Дамирға «атай» тип өндәшә башланы. Беҙҙең исемебеҙ шулай тип уйлаған. Башҡорт кешеһе өсөн ниндәй ҙур мәғәнәгә эйә «әсәй» һүҙе ул балаға һис ни аңлатмай, ул уны бөтөнләй сит кешегә лә әйтә ала. Иҫ киткес ҡыҙғаныс...
---------------------------------------
Һөйләшеүҙе Гөлшат ҠУНАФИНА ойошторҙо.
Фото А. Королев.