+30 °С
Облачно

Һөнәрмән Түңәрәк кенә донъя

«Тормоштоң бәхетле йәрәбәһе төшкән миңә, – ти «Алексеевский» агросәнәғәт комплексы һатыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Даниса Шәмсетдин ҡыҙы Хисаметдинова. – Тағы бер ғүмер бирелһә, уны тап әлегесә, һис үҙгәртмәй үтер инем».

Һөнәрмән Түңәрәк кенә донъяҺөнәрмән Түңәрәк кенә донъя
Һөнәрмән Түңәрәк кенә донъя

Туғыҙ балалы ғаиләлә дүрт малайҙан һуң көтөп алынған ҡыҙ була ул. «Атайым ветеринар булып эшләгәс, өйөбөҙҙә шприцтар, төрлө медицина кәрәк-ярағы күп булды. Шуға ла, табип булырмын, тип уйлай торғайным. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ун йәшем тулған-да атай үлеп китте. Иң бәләкәсебеҙ ун дүрт көнлөк кенә булып ҡалды. Әсәйебеҙ һауынсы булды, егәрле ине, бал ҡортолай туҡтамай эшләне. Туғыҙ баланы башҡаса аяҡҡа баҫтырып ҡара», – тип һөйләй Даниса апай.

Яңғыҙ ҡалған әсәләрен һеңлеһе үҙе янына саҡыра. Ғаилә Хәйбулла районының Вәлит ауылынан Баймаҡтың Мерәҫенә күсеп килә.

Баймаҡ һөнәрселек-техник училищеһында уҡығанда Өфө районына практикаға алып киләләр. Йәшелсәләрҙе пикировкалайҙар, кәбеҫтә, помидорҙы 162-шәр рәт ултырталар. Яҡшы эшләгәндәргә ҙур аҡса ла вәғәҙә итәләр. Әсәһенә, кескәй туғандарына ярҙам итер өсөн эшкә сат йәбешә Даниса. Теплица комбинатына ла алып баралар практиканттарҙы. Суҡ-суҡ булып теҙелеп үҫкән ҡыярҙарҙы, ҡып-ҡыҙыл помидорҙарҙы тәмләтәләр, ятағын да күрһәтәләр. Киләсәгегеҙ матур булыр, беҙгә, өлгөлө совхозға эшкә килегеҙ, кейәүгә сығырһығыҙ, балалар табырһығыҙ, фатирҙар бирербеҙ, тиҙәр. «Ожмах бит бында, мин ҡалам! Эльвира Гулина һәм Риза Яхин кеүек Социалистик хеҙмәт геройы булам!» – ти Даниса.

Нескә генә ҡыҙ балаға ер ҡаҙыу еңел түгел. Әммә «йәшелсә-емеш үҫтереү оҫтаһы» дипломын тотоп килгән йәш белгес ауырлыҡтарға бирешмәй, бар күңелен һалып эшләй, сөнки хеҙмәт хаҡы ла яҡшы була, премиялары даими килеп тора. Баш ҡалаға яйлап туғандарын да урынлаштыра. Ял һайын күмәкләп йыйылалар бәләкәс кенә бүлмәһендә. 

Теге саҡта совхоз етәкселәре әйткән һүҙҙәр, ысынлап та, тормошҡа аша. Ошонда уҡ водитель булып эшләгән Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылы егете Хәмит менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Тәүге торлаҡтары – ятаҡтағы ике бүлмә хан һарайылай тойола. Тора-бара ул башта – ике, һуңынан өс бүлмәле фатирға әйләнә. «Бөтәһе ауыр итеп иҫләгән 90-сы йылдарҙа ла беҙ аҡсаһыҙ ултырманыҡ, алдыбыҙҙа һәр саҡ ҡалас булды. Көн-төн эшләнек, әммә хеҙмәт хаҡын да яҡшы алдыҡ», – ти героиням ҡәнәғәтлек менән.

19 йыл эшләй йылытмала Даниса. Шунан Йоматау ауыл хужалығы техникумында белем ала ла һатыусы булып күсә. Был һөнәргә эйә булыуына инде – 23 йыл. 

– Миңә кеше менән эшләү оҡшай. Шуға ла магазинға һатыуға сыҡҡас, кинәндем генә. Әллә ни хәтле танышым барлыҡҡа килде, – ти Даниса апай. – Төрлө һөнәр эйәләре менән аралашырға тура килә. Барыһына ла тигеҙ ҡараш, йылы мөғәмәлә күрһәтергә тейешһең. Һатып алыусылар араһынан ғаилә дуҫтары булып киткәндәре лә бар.

---------------------------------

 

– Ауыр саҡтарым булманы минең. «Депрессия» кеүек матур һүҙҙәрҙе беҙ белмәнек тә, көнөбөҙ эш менән үтте, һағышланып-борсолоп ултырырға ваҡытыбыҙ булманы, – тип яуап бирә ул ихлас һәм дауам итә: – Ә иң уңышлы мәлем тип 36 йәшем тулған йылҡы йылын атар инем. Тап шул саҡта техникум тамамлап, һатыусы булып киттем, өс бүлмәле фатир бирҙеләр. 42 йыл бер ойошмала эшләүем менән ғорурланам. Ғөмүмән, мин – бик бәхетле кеше. Үҙемә ышанам, һәр саҡ маҡсат ҡуям һәм ирешмәйенсә туҡтамайым. Кешегә ярҙам итергә яратам. Иртән уяныу менән көнгә план төҙөйөм. Үҙемә генә түгел, өйҙәгеләргә лә «эш бүлеп» сығам. Йоҡлап киткәндә лә Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт әйтәм, бөгөн барыһы ла яҡшы булды, һәйбәт кешеләр осраны, тим. Шөкөр итәм. Йәшәгән һайын донъямдың түңәрәклеген, бәхетемдең ҡәҙерен нығыраҡ тоям.

Быға өҫтәп тағы ни әйтәһең инде. Бәхетле икәнеңде тоя белеү үҙе бер һөнәр бит ул.

Нәғимә ИРСАЕВА.

Фото А. Королев

Автор:
Читайте нас