

"А" хәрефенә ниндәй һүҙҙәр беләһегеҙ?" – тип һораны уҡытыусыбыҙ. Балаларҙың ҡайһыныһы – "алма", ҡайһыныһы, "ат", тине, "аҙбар", "арыш", "ағай", тип әйтеүселәр ҙә булды. Мин – дини ғаиләлә үҫкән оялсаныраҡ бала инем, өндәшмәнем. Уҡытыусы апай минең янға үҙе үк килеп:
– Ә һин "А" хәрефенә башланған ниндәй һүҙ беләһең? – тип һораны.
– Аллаһ, – тинем мин. Быны ишеткәс, уҡытыусым, ҡорт саҡҡан кеүек, ҡапыл ситкә тайпылды ла, ыҫылдап:
– Был һүҙҙе башҡа телгә алаһы булма! – тине һәм:
– Йә, "А" хәрефенә ниндәй һүҙ беләһең? – тип һорауын тағы ҡабатланы. Ҡурҡыуымдан телем көрмәлеп, мин тағы ла:
– Аллаһ, – тинем. Өс тапҡыр шулай һораны, өсөһөндә лә шулай яуап бирҙем. Шунан уҡытыусым әсе тауыш менән:
– Совет мәктәбендә "Аллаһ" һүҙе була алмай, был – ҡоротҡослоҡ! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ә мин, әллә ҡайҙан үҙемдә көс табып:
– Апай, был бит мәсет, Аллаһ йорто, – тинем уға.
Был һүҙҙәрҙән һуң уҡытыусы апай асыуынан ҡалтырай уҡ башланы, дәрес онотолдо. "Тағы ла бер тапҡыр, "Аллаһ", тиһәң, мин һинең телеңде киҫәм!" – тип олоно. Шунан ул балаларҙы торғоҙоп, сафҡа теҙҙе лә, мине ҡаршыларына баҫтырып:
– Балалар, был мулла ҡалдығының битенә төкөрөгөҙ, Аллаһын оноторлоҡ булһын! – тип әмер бирҙе. Һәм уҡыусы балалар, берәм-берәм килеп, минең битемә төкөрҙө, күрше малай ғына төкөрмәне.
– Ә һин ниңә төкөрмәйһең?! – тип һораны унан уҡытыусы.
– Ҡурҡам, Аллаһ һуғыр, – тине күрше малай.
– Бында тағын бер дин ҡалдығы бар икән әле! Ҡайҙа Аллаһ, нишләп һуҡмай?! – тип, уҡытыусы апай, ҡотороноп, синыф буйлап йөрөп алып китте. Мин, битемдәге төкөрөктәрҙе еңем менән һөртөп, илай-илай баҫып торам...
Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды. Уҡытыусы бер серек иҙән таҡтаһының бер яҡ башына баҫҡан, ахыры – ул, һайғағынан ысҡынып, икенсе яғы менән уҡытыусының башына килтереп бәрҙе. Апай, "аһ" итеп, таҡтаһы менән бергә мәсеттең иҙәне аҫтына йығылып төшөп китте. Беҙ, ҡотобоҙ осоп, йүгереп барып аҫҡа ҡараныҡ – тәрән баҙҙан уҡытыусы апайҙың: "Аллаһ... Аллаһ..." – тип ыңғырашҡаны ғына ишетелә ине...
– Аллаһ һуҡты, – тине күрше малай. Беҙ бер нәмә тип тә өндәшмәнек..."
#ғибрәт #тарих #Аллаһ
Фото А. Королев