+30 °С
Болотло

ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ (Хикәйә) Гөлсирә Ғиззәтуллина

Оҙатып килгән иптәштәре уйын-көлкө менән сығып китеп, аҡ келәттә икеһе генә ҡалғас, Мәхмүт, ир менән ҡатын булып үткәрәсәк тәүге төн наҙын көтөп бер аҙ оялған да, тулҡынланған да кәләшенә тишерҙәй итеп ҡарап торҙо ла: – Ун бишебеҙҙең ҡалдығын алдың, тип күҙгә ҡарап ҡайһылай мыҫҡыл иттеләр! – тине, уҫал итеп көлдө. Фәриҙәнең нәфис күңеленә ҡанын сәсрәткәнсе ҡамсы менән һыҙырҙылармы ни?! Ә кейәү, һыҙланыуҙан шаңҡып ҡалған кәләшен, баҡаға ҡағылғандай сирҡанып ситкә этте лә артын ҡуйып ятты. Нишләп уның менән ҡалды Фәриҙә ошонан һуң? Кеше алдында намыҫланыуҙанмы, әллә күпме аҡса түгеп туй яһаған ата-әсәһен аяуҙанмы? 

ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ (Хикәйә) Гөлсирә ҒиззәтуллинаҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ (Хикәйә) Гөлсирә Ғиззәтуллина
ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ (Хикәйә) Гөлсирә Ғиззәтуллина

Ғазаплы йәненең йәшәргә теләге ҡалмаһа ла, балаларын етем итергә хоҡуғы юҡлығын аңы менән белә ине Фәриҙә. Шуға күрә таянысты киләсәгемдә тапмаммы тигән өмөт менән күрәҙәсегә барып ҡарамаҡ булды.

Ҡала уртаһындағы бейек йорттар артына боҫҡан ике ҡатлы ағас өйҙө һеңлеһе Сәриә менән саҡ эҙләп таптылар. Кеше күп ине. Сырайҙары борсоулы. Хәйер, күрәҙәсегә бәхетлеләр йөрөмәй инде, йәне яралылар килә. Ә үҙе ҡайғы күргән кешенең күңеле һиҙгер: Фәриҙәиең һарғайған йөҙөнән үк хәлен аңлап, иң алдан инергә тәҡдим иттеләр. Ә бер өлкәнерәге Сәриәнең ҡолағына:

– Был күрәҙәсе әҙәмдең күңелен уйламай, яҡшыһын, яманын бәреп әйтә лә ҡуя, тиҙәр. Апайыңды бергә алып инмәһәң, яҡшыраҡ булмаҫ микән? – тип бышылданы.

Нишләптер күрәҙәсене Мәскәй әбей кеүек шөҡәтһеҙ ҡарсыҡ тип күҙ алдына килтер-гәйнеләр. Зифа буйлы мөләйем ҡатынды күргәс, күңелдәре күтәрелеп китте. Бындай һөйкөмлө кеше ауыҙынан насар хәбәр сыҡмаҫ кеүек тойолдо.

Күрәҙәсе:

– Һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуапты мин үҙ башымдан сығарып бирмәйем. Берәй үлгән туғанығыҙҙың әруахына мөрәжәғәт итәм дә, һеҙгә уның һүҙҙәрен еткерәм. Ябай ғына әйткәндә, бынау телефон кеүек булам инде, – тип аңлатҡас, бер аҙ ҡаушанылар. Дүрт йыл элек ҡапыл вафат булған әсәләрен борсорға баҙнат итмәнеләр: уңалып бөтмәгән яраларҙы аҡтарыу булыр. Мәрхүмә өләсәләренең ҡайһыһына өндәшергә белмәй бер-береһенә ҡараштылар. Бағымсы ҡатын:

– Яҙмышты барыбер алдап булмай,– тигәс кенә, Фәриҙә:

– Мәҙхиә! Мәҙхиә өләсәйҙе саҡырабыҙ, – тип тәүәккәлләне. – Әбей уҫалыраҡ булды булыуын. Тик зирәк зиһенле ине.

Ҡараштарын әллә ҡайҙа, үҙенең булмышының төпкөлөнә, төбәгән күрәҙәсенең көсөргәнеп нимәлер тыңлағанын эске ҡалтыраныу менән ҡарап ултырҙылар.

– Хоҙай ғүмерҙе һәр кемдең үҙенә бирә, үҙенең көсөнән килерлек йөгөн дә күтәртә. Аллаһы Тәғәләнең үҙ язалары, үҙ талаптары бар. Эргәңдәге кешегә һынамаҡҡа йәки язаламаҡҡа ебәрелгән ғазапты еңеләйтәм тип ҡыҫылыу – гонаһ. Ул – Хоҙайҙың үҙен һанға һуҡмау, ихтыярына ҡаршы килеү. Ике кешенең йөгөн артмаҡлап, шул ауырлыҡтан иҙелеп, хәлдән тайып барҙың ғүмерең буйлап. Әле килеп миктәгән ат кеүек күтәрттең...

Бағымсының ҙурайып сөм-ҡара булып киткән күҙҙәрендә сәйер ут тоҡанған. Әйтерһең дә, унан үҙе түгел, башҡа берәү ҡарап тора,

Шомло. Шулай ҙа Фәриҙә, бәхәсләшкән кеүек, һорауын ҡыҫтырырға баҙнат итте:

– Яҡынына ярҙам итергә ярамай тигән һүҙме инде был? – тине.

– Ҡулыңдан килгән яҡшылыҡты ҡылмау ҙа гонаһ. Тик бөтә нәмәлә лә сама кәрәк. Ярҙамың, яҡшылығың файҙағамы? Яҡшының күңелен үҫтерәме, яуыздың бәйелен аҙҙырамы?.. Ҡыу сыбыҡты ҡаның менән һуғарһаң да, япраҡ ярмаясағын күптән аңларға кәрәк ине. Аңлау менән артыңа боролоп ҡарамайынса ҡасырға ине... Ғәләм һиңә ғүмер бүләк иткән икән, һин уны әҙәмгә генә түгел, Хоҙайға ла ҡорбан итергә тейеш түгел инең!..

Күрәҙәсе һуңғы һүҙҙәрҙе киҫкен, хатта асыулы итеп әйтте. Фәриҙә ирекһеҙҙән һеңлеһенә йәбеште. Ул арала ҡатын оҙонса матур ҡул устары менән битен ҡаплап торҙо ла күҙгә күренмәгән ауҙы йөҙөнән һыпырып ташлаған кеүек ишара яһағандан һуң, ҡабaт элекке хәленә ҡайтты.

– Эй Алла, иң кәрәген һорап өлгөрмәнек! Апайым һауыҡһын өсөн нимә эшләргә? – тип өҙгөләнде Сәриә. Тик бағымсы үкенгән тауыш менән:

– Мин дә һеҙ әле ишеткән хәтле генә беләм бит, – тигәс, ни ҡылырға белмәй алдан әҙерләгән аҡсаһын һондо.

– Кәрәкмәй, – тине тегеһе. – Яҡшы хәбәр еткереп ҡыуандыра алмайым бит.

Ғәҙәти ығы-зығы менән шау-гөр килгән урамға сыҡҡас, байтаҡ шым барҙылар.

– Һаташҡан кеүек әллә нимә һөйләне лә ҡуйҙы. Ярай, аҡсаһын алманы әле, – тип һөйләнгән һеңлеһе менән ризалашҡан кеүек баш ҡаҡһа ла, күрәҙәсенең сәйер хәбәре Фәриҙәнен йөрәгенә ҡармаҡ кеүек ҡаҙалғайны инде. Бер аҙ барғас, Сәриәне аптыратып:

– Мәҙхиә өләсәй гелән ҡырыҫ булды инде. Тураһын ярып әйтә лә ҡуя торғайны, – тип һүҙ башлағайны, өнөн тыҡҡандай ҡапыл туҡтаны. Күңеленең иң төпкөлөнә баһырау һалып йәшереп ҡуйған ҡурҡыныс бер нәмәне ысҡындырып ебәреүҙән өрккән кеүек тойҙо ул үҙен.

– Беҙ ҙә йөрөйбөҙ инде шырмыйланып, – тигән булып көлкөгә һабыштырҙы ла һеңлеһенең йомшаҡ йылы ҡулын ҡоро тарамышҡа ҡалған устарына ҡыҫты, ҡараштары менән магазиндарҙың ялтыр-йолтор исемдәрен, ҡоймаларҙағы афишаларҙы ҡапшаны. Бөтә иғтибарын күреп, тотоп ҡарап булған матди донъяға тупларға, үҙенән ҡасырға тырышты. Үҙен булмышының, хәтер даръяһына табан өҫтөрәгән көс менән тартышты.

Саф һауала оҙаҡ йөрөгәнгәме, яңы тәьҫораттар талсыҡтырғанмы – ул кисте башҡа ваҡыттарҙағы кеүек йоҡоһоҙ оҙаҡ борһаланманы. Мендәргә башы һеңеү менән онотолғайны, үҙе көнө буйы алышып бирешмәгән уйҙар упҡынына ҡоланы. Йылдар буйы оноторға, уйламаҫҡа, күңеленән төпкө аңға ҡыҫырыҡлап сығарырға тырышҡан рәнйеү, әрнеү, үкенестәре Мәҙхиә өләсәһенең: «Ҡасырға кәрәк ине!» – тип ҡысҡырыуынан өркөп эркелешеп килеп сыҡтылар ҙа тулышҡан шеште йыртып аҡҡан ҡанлы эрен кеүек бөтөн булмышын ҡойондорҙолар. Ҡара тиргә батып һаташҡан Фәриҙә, төн уртаһында ҡаты итеп ыңғырашыуына уянып китте лә, ҡараңғылыҡҡа текләп оҙаҡ ятты. Егерме йылға тәүге тапҡыр үҙе менән ҡасышлы уйнамаҫҡа ҡарар иттеме, өнөндә ирек бирмәгәс, төшөндә тотҡондан ысҡынған тойғоларын кире бикләргә тәҡәте ҡалмағайнымы – уйҙар тулҡынына бирелеп, яҙмышының даръяһын айҡаны. Дөрөҫөрәге, булмышын икегә бүлде. Бер яртыһы күҙәтсе булып ярҙа ҡалды кеүек... Сит кеше һымаҡ, ҡырҙан баһа биреп торорға...

...Ҡояш кеүек ине Фәриҙә. Көлөп ебәрһә, нурланып торған түңәрәк йөҙө тағы ла балҡып китә, ә былай ҙа мөләйем күҙҙәре бөтөнләй юғалып тора. Ҡайҙа килеп инһә лә кешеләр, йөҙҙәре яҡтырып, һулыштары иркенәйеп, уға табан борола. Көнбағыш кеүек.

Ҡарап торһаң, артыҡ сибәр ҙә түгел, ә күңелде арбай. Наҙ, ихтирам тулы ғаиләлә тыуғанға күрә, һөйөү уға һулар һауа кеүек тәбиғи күренгәндер.

Береһенә ун дүрт, икенсеһенә ун алты булғанда ғашиҡ булышып, шул тойғоно ғүмер буйы һаҡлаған ата менән әсә балаһы бит ул. «Тәү күргәндә һин миңә саҡ ҡына һаҡһыҙ ҡағылһаң да ыуалырға торған нәфис гәлсәр ваза кеүек булып тойолдоң. Эргәңдә тын алырға ла ҡурҡып тора торғайным», – тигән атаһы әсәһенә. Ә әсәһе өләсәй булғас та, төшкөлөккә тамаҡ ялғарға ҡайтҡан бабайын, егете менән күрешмәгә әҙерләнгән ун ете йәшлек ҡыҙ кеүек, төҙәнеп ҡаршылай ине.

Бына ошо һауаны һулап үҫкән ҡыҙ, эргә-тирәлә башҡасараҡ тормош, йәмһеҙ ҡылыҡтар ҡайнағанын белһә лә, уларҙың үҙенә ҡағылышы юҡ та, булмаҫ та тип уйлағандыр, күрәһең. Ә, бәлки, булмышындағы наҙ, йылы, һөйөнөс таш йөрәкте лә иретер тип үҙ-үҙенә артыҡ ышанғандыр.

«Ҡыу сыбыҡты ҡаның менән һуғарһаң да сәскә атмаясағын белмәнеңме ни һин?!» «Ҡыу сыбыҡ икәнен белмәнем, өләсәй. Биллаһи, белмәнем...»

Белгәйне бит ул, һиҙенгәйне. Алһыу-аҡ сәскәгә төрөнгән алмағас кеүек ине Фәриҙә туй көнөндә. Күңелендәге аңлайышһыҙ хәүеф, сәбәпһеҙ һағышты йөҙөндәге йылмайыу менән йыуырға тырышты. Уйһыҙ йәшлек менән хушлашыу шулай булалыр, тип уйланы. Борсолор өсөн сәбәп юҡ бит. Табын матур, барыһы ла көләс, алсаҡ...

– Ошонда ултырған һыу һөлөгө кеүек ун биш егеттең барыһының да күҙе төшөп йөрөгән иң шәп ҡыҙыбыҙҙы алдың, Мәхмүт, – тип тост әйтте курсташтарының береһе. Унан Фәриҙәгә ҡарап: – Бик һайландың. Бәхетле бул инде, – тип өҫтәне. Көтмәгәндә ҡара янып киткән кейәү, гөрләшеп ултырған табынды хафаға һалып, урынынан торҙо ла йүгерә-атлап сығып китте.

Барыһы ла аптырап ҡалды. Кейәү үңерҙәре, төп ҡоҙа менән ҡоҙағый уның артынан йүгерҙе. Әле әйтелгән һүҙҙәрҙән хилафлыҡ эҙләп, нимә эшләргә белмәй ултырып ҡалған Фәриҙәне үҙенең туғандары йыуатты. Күңеле ҡырылһа ла, һаман аңларға тырышты ул Мәхмүтте: «Һыу һөлөгө кеүек егеттәр араһынан бер зәғифте һайланың», – тип әйткән кеүек ҡабул иткәндер, тип йәне әсене.

Кейәүҙе, бала кеүек көйләп-сөйләп, саҡ кире алып инделәр. Тик туйҙың шат йөҙөнә, алтынһыу һурпаға төшкән ҡара тараҡан кеүек, һөрөм ятҡайны инде.

Оҙатып килгән иптәштәре уйын-көлкө менән сығып китеп, аҡ келәттә икеһе генә ҡалғас, Мәхмүт, ир менән ҡатын булып үткәрәсәк тәүге төн наҙын көтөп бер аҙ оялған да, тулҡынланған да кәләшенә тишерҙәй итеп ҡарап торҙо ла:

– Ун бишебеҙҙең ҡалдығын алдың, тип күҙгә ҡарап ҡайһылай мыҫҡыл иттеләр! – тине, уҫал итеп көлдө. Фәриҙәнең нәфис күңеленә ҡанын сәсрәткәнсе ҡамсы менән һыҙырҙылармы ни?! Ә кейәү, һыҙланыуҙан шаңҡып ҡалған кәләшен, баҡаға ҡағылғандай сирҡанып ситкә этте лә артын ҡуйып ятты.

Нишләп уның менән ҡалды Фәриҙә ошонан һуң? Кеше алдында намыҫланыуҙанмы, әллә күпме аҡса түгеп туй яһаған ата-әсәһен аяуҙанмы? Туй табынында уҡ әсәһенең хәүеф ҡатыш ҡыҙғаныу менән ҡараған әрнеүле күҙҙәрен күргәс тә үҙенең ни тиклем яңылышҡанын аңлағайны түгелме һуң ул? Нимә туҡтатты уны? Әле һуң түгел ине бит. Яратыу ҙа юҡ ине.

Бала саҡта яратып йөрөгән егетенең ихтыярһыҙҙан башҡаға өйләнергә мәжбүр булыуына шаңҡып ҡалған һәм үҙе өсөн бәхет бөттө, тип төшөнкөлөккә бирелгәнгә шулай кәмһетеүгә сыҙаны, үҙен бөтөнләй һанламаған кешегә рәнйешен йота алдымы?

Хәйер, яратыу юҡ ине, тип әйтеүе еңел. Ә бит яҙмышын бәйләргә тәүәккәлләгәс, ниндәйҙер тойғолары булған?..

Бәләкәй сағынан ташландыҡ бесәй, хужаһыҙ эт, ҡанаты ҡайырылған ҡош янынан вайымһыҙ үтеп китә алманы. Хатта баҙарҙа ла үтмәҫтәй тауарын тәҡдим итеп өңшәйеп торған әбейҙәрҙе әллә ҡайҙан күрә һалып, алманың ҡортлоһон, көнбағыштың көйгәнен һатып ала торған холҡо бар ине. Мәхмүткә лә шулай ҡаранымы?

Уны тәү тапҡыр күргән мәлен һис онотаһы юҡ: больницаның хирургия бүлегендә оҙон коридор буйлап арбала алып киләләр ине уны. Бында практика үтеп йөрөгән Фәриҙәнең һушһыҙ ятҡан был йәш кенә зәғиф егетте ҡыҙғаныуҙан йөрәге әрнеп ҡалғайны. «Бала кеүек күкрәгемә ҡыҫып, бөтә бәләләрҙән ҡурсалағым килде», – тип әсәһенә ҡайтып һөйләгәйне. Атаһының таныштарының улы булғанын, ҡулын фажиғәгә осрап өҙҙөргәнен белгәс, уның янына йыш ҡына инеп йөрөй башлағайны.

«Башҡаларҙы кем дә яратыр, был зәғифте минән башҡа кем бәхетле итер», – тигән тойғоно һөйөү менән бутағанмы? Ир булған кешеһен йәлләп түбәнһеткән икән, тегеһенең ғүмер буйы уны ғазаплауы тәбиғи түгелме?

«Алла ихтыярына ҡаршы төшөп, үҙеңде унан да мәрхәмәтлерәк тип кинәнеү – тәкәбберлек, – тигән кеүек булды өләсәһе. – Сабыр төбө гелән һары алтын түгел, һары һағыш, ҡара ҡайғы, әсе үкенес тә. Тәүге төндә үк үҙеңде сырмай башлаған ауҙы һирпеп ташлап тороп сығып китһәң, кем һине ғәйепләр ине? Ғөмүмән, кемдең кемдә эше бар. Бөгөн килеп һиңә берәү ҙә үҙ бәхетен, үҙ сәләмәтлеген бүлеп бирмәй бит. Бирә лә алмай. Кешеләр бер-береһен бәхетһеҙ итә генә ала. Ә үҙен бәхетле итеү-итмәү – һәр кемдең үҙ ихтыярында».

«Ошо аҡылдарың менән һин шул саҡта ҡайҙа инең, өләсәй?» Шунда ине бит. Ул Мәхмүтте тәү күреүҙән үк оҡшатманы. Тик сөңкөлдәк әбейҙең киҫәтеүенә кем ҡолаҡ һалған?

Ә ул ир ҡатыны тигән исем алған теге күҙ йәшле төндән һуң үҙ-үҙенә үкенеүҙе, икеләнеүҙе ныҡлап тыйҙы. Артабан егерме йыл буйы бәхетһеҙ икәнен кешегә генә түгел, үҙенә белдерергә лә ихтыяр итмәне. Түҙгеһеҙ булғанда күҙ алдары ҡараңғыланғансы тешен ҡыҫты. Шулай тешләнә-тешләнә, рәнйештәре ҡара ҡанлы эренгә әйләнеп, уртын серетә башлағансы түҙҙе түгелме һуң ул?

«Эш уҙғас, үкенеүҙән ни файҙа?» – тип хәтирәләренән арынмаҡсы була Фәриҙә. Тик тынғыһыҙ аңын нимәгә ҡушырға белмәй аптырай: киләсәге юҡ, бөгөнгөһө – ғазап, ә үткәне…

Кешенең яҡты, йылы иҫтәлектәре булырға тейеш. Тормоштоң елегенә үтерлек һалҡындарында уларҙы берәмтекләп кенә иҫеңә алаһың да, ҡыҙыу итеп яғылған мейес ҡуйынына һыйынғандай йылынаһың. Фәриҙә лә ҡотолоу эҙләп ҡыуаныслы мәлдәренә ҡасырға маташа. Тик тормошоноң иң бәхетле, иң йәйғорло саҡтарында ла ҡара һөрөм бар, иң ҡәҙерле, изге хәтирәләргә лә нәжес яғылған. Үткәндәрҙең аҡ нурынан көс алам тип, уларҙы яңыртһа, ҡыуаныс менән бергә бысрағы ла ҡалҡа.

...Йәшлектә йәшәү ҡөҙрәте артап торғас, тәүге рәнйешен тиҙ онотто Фәриҙә. Хәйер, берҙән-бер әрнеү булһа, бәлки, оҙағыраҡ әүәләргә лә булыр ине. Тик Мәхмүттең танышып, күрешеп йөрөгәндә мәрәкә тойолған, ныҡ яратыуының күрһәткесе итеп иҫәпләнгән ҡылығы – Фәриҙәне иҫкән елдән дә ҡыҙғаныуы – бергә йәшәй башлағас, ҡурҡыныс сир рәүешен алды, оло ғазапҡа әйләнде.

Врач булараҡ, ул Мәхмүттең көнсөллөгөнөң сәбәбе – һыңар ҡулы юҡлыҡтан килеп тыуған кәмһенеү тойғоһо икәнен аңлай ине. Шуға күрә унын шиктәрен үҙенең сафлығы менән тарата, йылыһы менән имшетә алыуына ышанды. Тыныс, ихтирамлы, ябай ғаиләлә үҫкән Фәриҙә үҙенең ниндәй емергес, ҡурҡыныс сиргә ҡаршы торорға маташҡанын ныҡлап күҙ алдына килтерә алмай ине шул. Тәүҙә ул быны күңелһеҙ, әммә күнергә кәрәк булған етешһеҙлек кенә тип ҡабул итте. Аңлатырға, үҙенең ғәйепһеҙлеген, сафлығын иҫбатларға маташты. Тик үҙеңдең уйнашсы түгел икәнеңде, теләһә ниндәй уйҙар башыңа инеп тә сыҡмағаным нисек иҫбат итергә мөмкин?

«Ни өсөн күрше ир иң тәүҙә һинән, унан ғына минән һаулыҡ һорашты? Урамда осраған егет нишләп йылмайып өндәште? Берәй яҡынлығың бармы әллә? Ни өсөн автобуста иҫерек ир һиңә бәйләнде? Уйнаш икәнең йөҙөңдән күренеп торамы әллә? Бәлки, үҙең форсат биргәнһеңдер?» Иртәнән алып ятып киткәнгә тиклем яңғыраған ошондай кәмһеткес һорауҙар Фәриҙәнең тормошон ҡара һөрөмгә әйләндерҙе. Иренең урынһыҙ шиктәренән, ырғытҡан бысраҡтарынан ни тиклем ялтанып ҡалырға тырышмаһын, «саф алтынға нәжес йоҡмай», тип Аҡмулланың һүҙҙәрен доға итеп күпме ҡабатламаһын, үҙен ытырғаныс итеп тоя. Үҙен генә түгел, күршеһен, урамда осраған һәм нишләптер һирпелеп ҡараған таныш булмаған ир-атты ла үҙенең ғазаптарына сәбәп тип һанап күрә алмай башлай.

Кешеләрҙе тиң күреп, ишле дуҫтар менән аралашып йәшәүҙе мәртәбәгә һанап, күңелле ғүмер иткән ғаилә ҡыҙы бына шулай тормошҡа сығып бер-ике йыл үтеүгә, кешегә һаулыҡ ҡушырға, өндәшергә биҙәр булып торған ҡурҡаҡ ҡатынға әйләнде. Тәүҙә таныштарға һүҙ ҡушмай, күрмәмешкә һалышып үтеп китергә тырышыу иҫәүәнлек булып күренһә лә, ғаиләләге тыныслыҡ хаҡына күнде. Тик гелән кеше менән аралашмаҫҡа, башты аҫҡа баҫып, ҡырағайҙарса ҡыланып йөрөргә мәжбүр булыуы ғәрлек ине.

Донъяла ҡатын-ҡыҙҙар менән ирҙәр араһында енси ҡыҙыҡһыныу, енси тартылыуҙан башҡа, иптәшлек, рухи яҡынлыҡ, ихтирам кеүек күркәм мөнәсәбәттәрҙең дә барлығын аңлата алманы ул шиксел иренә. Аптырағас, үҙ-үҙенә бикләнде һәм тәҙрәләре тыштан ырғытылған тиҙәккә бысранған йонсоу, бахыр йортҡа оҡшап ҡалды.

Мәхмүт үҙенең Иблестеке кеүек яуыз аҡылы менән уның бөтә юлдарын да быуып ҡуйҙы, хатта, мөмкин булһа, һулар өсөн һауаны ла үлсәп кенә бирер ине кеүек. Сөнки ул, Фәриҙә ҡайҙа ғына урынлашһа ла, эштән сығырға мәжбүр итә башланы. «Больницала ир- ат күп. Поликлиникала баш врач – ир кеше». Икенсеһендә һәйбәт кенә эшләй башлағас, сирле ирҙәрҙе ярым сисендереп ҡарайһың, тип бәйләнде. Балалар баҡсаһына урынлашып, инде тынысландыҡ тигәндә, балаларын алырға килгән атайҙарға быйтаңлауың ихтимал, тип йөҙөн йыртты. Уйында бары тик ғаилә: ире лә балалары ғына икәнен иҫбатлар өсөн башын ташҡа орорға әҙер ине ҡатын. Әгәр бынан берәй фәтүә сыҡһа.

Хатта тәүге балаларының тыуыуы ла ҡара ҡайғы, шик һөрөмө менән ҡаймаланған. Мәхмүт, тиҙҙән сабыйҙары тыуасағы хаҡында хәбәрҙе ишеткәс, кис буйы уйланып йөрөнө лә:

– Нишләп һин, өйләнешкәндән һуң йыл ярым буш йөрөнөң дә, әле килеп, атайым беҙҙә ҡунаҡ булып киткәндән һуң ғына ауырға ҡалырға булдың? – тип әйтеп һалды.

«Бала булһа, тынысланыр. Үҙен дә, мине лә сәбәпһеҙ шик-шөбһәләр менән ғазаплауҙан туҡтар», – тигән өмөтөнә йыуанып йөрөгән Фәриҙә көтөлмәгән хаяһыҙлыҡтан һөртөп торған сынаяғын төшөрөп ватты. Уның ҡаушауын үҙенсә юраған ире тағы ла шикләнеберәк төпсөнөргә тотондо.

«Был мәсхәрәне күтәрә, үткәрә алмам», – тип уйлағайны ҡатын. Кеше түҙә икән. Батып барыусы һаламға тотонған кеүек, башҡа яҙмыштарҙан үҙенә таяныс эҙләне. Уның ғына түгел, эргә-тирәһендәге бик күп ғаиләләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте насарлығынан ниндәйҙер еңеллек алған бахыр кешегә әйләнде ул.

«Мин иртәнге намаҙҙа ваҡытта әсәйең Ай аллаһы менән зина ҡыла. Уның хыянаты һалған яраны уңалтыр өсөн миңә әсәйеңдең, минең ҡатынымдың, башын ҡырҡып алып килеүең кәрәк». Бынан ике мең йыл элек йәшәгән һәм улына бына шундай йомош ҡушҡан көнсөл ҡарт менән атаһының бойороғон һүҙһеҙ үтәп, әсәһен салған улан хаҡындағы боронғо хикәйәт әҙәм балаһының булмышы быуаттар дауамында үҙгәрмәгәнен күрһәтеп, уға ғазабына сыҙарға көс бирә ине.

«Ярата, шуға туҡмай. Мине туҡмағанда уның үҙенә миңә ҡарағанда ла ҡыйыныраҡ бит», – тип ирҙәрен аҡлаған ҡатындарҙың тәүге ҡарашҡа аҡылһыҙлыҡ булып тойолған сикһеҙ фиҙәҡәрлеген үҙе кисереп белә ине хәҙер Фәриҙә.

Мәхмүттең хәленә инергә, уны аңларға тырышыуы арҡаһында ул хатта үҙ-үҙенән шикләнеүгә ҡәҙәр барып етте. Туҡталышта автобус көтөп йә сиратта тороп оҙаҡлаһа: «Ошо ваҡыт эсендә мин ысынлап та берәйһе менән күрешеп өлгөрә алыр инем бит», – тип уйлай ҙа, ире алдында үҙен ни өсөндөр ғәйепле тойоп, ҡайтып инер ине.

Ни өсөн ғәйепле? Был донъяға тыуғаны, йәшәгәне, һулыш алғаны өсөнмө? Кеше бындай шарттарға күпме сыҙай ала? Бөтөн булмышыңды бағышлап, яҙмышыңды бәйләгән хәләлең һине түбәнһетеүҙән ләззәт алғанда нимә эшләргә? Иң бысраҡ, иң әрнеткес һүҙҙәр төкөрөп, бәғереңде сала-сарпы телгеләгән ауыҙ үбергә үрелгәндә, ытырғаныс менән этеп йыҡҡан ҡулдар наҙ талап итеп тәнеңде һәрмәгәндә тағы ла йәмһеҙерәк рәнйетеүгә дусар булмаҫ өсөн, һөйөү ишараты сығарыр өсөн ҡайҙан көс табырға? Ата-әсәһе наҙлап үҫтергән ҡәҙерле баланан күңеле зәғиф бер әҙәм тарафынан типкеләнең ҡәҙерһеҙләнгән ҡатындың йәшәр өсөн түҙеме күпмегә етә? Ни өсөн ул талашманы, һуғышманы, ниһәйәт, өләсәһе әйтмешләй, ҡасып китмәне? Ҡурҡаҡ инеме? Бисара инеме?

Көрәшеп еңер өсөн дошманыңды күрә алмаҫҡа, уның бысраҡ алымдарын ҡулланырға кәрәк. Ә ул һөйөүҙә, күркәмлектә тәрбиәләнгәйне. Сәйер, хәҙер килеп, уны үҙенең һөйөүе үлтерҙе булып сығамы ни инде?!

Фәриҙә, медициналағы бик күп сирҙәрҙең нигеҙендә психологик сәбәптәр ята, тигән ҡараштың дөрөҫлөгөнә ышана ине. Әле үҙенең тормошона нисек бар, шулай ҡарарға ҡыйыулыҡ тапҡас, ауырыуының сәбәбен дә төшөнгәндәй булды.

Хоҙайҙың йәшәү, балалар үҫтереү, бәхет өсөн тип биргән ҡөҙрәтен, өҙөлгәнде ялғау, йыртылғанды ямау, йәрәхәттәрҙе уңалтыу өсөн, исрафлап бөткән ул. Аҡылы менән үҙ- үҙен «баҙға һыйынып та йылынып була» тип ышандырырға тырышҡан һайын, булмышы нығыраҡ өшөгән. Аңынан ҡыҫырыҡлап сығарылғас, төпкө аңға боҫҡан асылы, нисәмә йылдар ҡанһырағандан һуң, тонсоғоп һүнә башлаған.

Былай йәшәүҙең бер кәрәге лә юҡ, тип ҡарар иткән төпкө аң. Әҙәм зиһененең хәйләләрен, ҡапма-ҡаршылыҡтарын төшөнмәгән һәм сабый тәбиғилеген, сафлығын һаҡлаған төпкө аң ғәҙел туралыҡ менән шул фекерен тормошҡа ашыра башлаған. Йәндең йәшәргә сараһы юҡ икән, уйы ҡыҫыҡ ситлектән сығарыр өсөн тәнде емерергә кәрәк. Шулай итеп, йәшәргә ихтыяр бөтөү менән, организм үҙ- үҙен үлтерергә тотона.

Өнһөҙ сабырлығы менән үҙенә үҙе үлем язаһы сығарғанын аңлаған Фәриҙә ниндәйҙер ярҙам, таяныс булһа, батҡан һаҙлығынан ҡалҡып сығырҙай тойоп, иртәнсәк ағаһы менән еңгәһен саҡыртып алды.

Хәле бөтөнләй насарайғанын күреп, уны аҙна-ун көнгә булһа ла больницаға һалып алырға булдылар. Сәләмәтләнеренә бер кем дә ныҡлап ышанмай ине инде. Тик әле йәшәргә лә йәшәргә тейеш булған йәп-йәш туғаныңдың күҙ алдында һүнеүен күреү – һау кеше өсөн түҙгеһеҙ ғазап. Унан, өмөт тигән нәмә йән сыҡҡансы ҡала бит.

Сирҙең үҙе кеүек һорғолт һары стеналы больницаның оҙон коридорынан ағаһы уны бала кеүек кенә күтәреп алып китте. Ябығып, шалтыр-шолтор һөйәк кенә булып ҡалған һеңлеһен күтәреп барыу ир уртаһындағы кешегә ауыр түгел, тик үҙәкте өҙөп әрнетерлек ине. Уларҙың араһында туғанлыҡ хисе бәләкәйҙән үтә көслө булды. Ғаилә ҡороп, бала-сағалы булғас та ҡатнашып йәшәргә тырыштылар. Ағаһы һеңлеһенең ни тиклем ауыр йәшәгәнен һиҙемләһә лә, Фәриҙә үҙе зарланмағас, бер нисек тә ярҙам итә алманы. Мәхмүт менән яҡынайырға, уртаҡ тел табырға маташып та ҡараны. Тик кейәү кешенең зәһәр яһиллығы менәм йүнһеҙ бисәләргә хас ваҡсыл мыжыҡлығы уны сығырынан сығара: «Зәғиф булмаһа, Фәриҙәнең хаҡы булмаһа, һеңдергәнсе һуғыр инем инде!» – тип тешләнеп ҡайта торғайны. Бер ваҡыт: «Нисек түҙәһең шуға, һылыу? Яратаһыңмы?» – тип һорап та ҡараны.

«Уның янында ышаныслы, – тигән булғайны Фәриҙә. – Ул бер ваҡытта ла мине ташламаясаҡ. Битемдән көлөп, ситкә йөрөмәйәсәк». Ташламаясаҡ... Ҡорбанын алҡымынан умырып алған йыртҡыс кеүек...

Һеңлеһе ауырыуға һабышҡаны бирле ағаһы көн һайын, тормоштоң үҙе кеүек дәрт, нур, хуш еҫ аңҡытып, ун-ун биш минутҡа ғына булһа ла уның янына инеп сыға. Көслө, йылы устарына уның ҡоро һөйәк булып ҡалған һап-һары ҡулдарын йомоп хәбәрен һөйләй, үҙендәге һөйөү нуры менән йылытып, уның ҡороған ағас кеүек ҡатҡан булмышына һут өрөргә тырыша. Шул ваҡыттарҙа Фәриҙәгә был тормоштоң уға тип бүлгән мәрхәмәте ҡалғандыр кеүек булып китә.

Әле үҙен яратып та, йәлләп тә күтәреп алған ағаһының киң күкрәгенә һыйынып барғанда нимәнән мәхрүм булып, өшәнеп ғүмер һөргәнен аңлатырлыҡ хәтирә йәшен кеүек ялтланы ла, зиһенен үкенес менән ҡамсылап үтте. Уны тормош юлынан күтәреп үтеүҙе бәхет һанап, наҙлап йәшәтерлек кешеһе бар ине бит уның. Үҫмер саҡтың иң яҡты иҫтәлеген, тәүге (һәм һуңғы) яратыу, яратылыу шатлығын ҡалҡып сыҡмаҫлыҡ итеп, таш бәйләп аһ-зар, рәнйеш даръяһына үҙе быраҡтырғайны. Әле ул һис көтмәгәндә балҡып китте лә сөрөк кеүек ыуалап барған булмышын тотош ялмап алды.

Шул саҡ мейеһенең түренә, асылының үҙәгенә инеп оялап, ҡылығын ғына түгел, уйын шымсылап, аңдып ултырған ире бысраҡ һәрмәүестәрен ҡыбырҙатты. Тертләп, яҡты иҫтәлектәрен ситкә һирпә һалған Фәриҙә үҙенең тәне түгел, йәне ҡол икәненә тағы бер ҡат инанды.

Палатаның ап-аҡ түшәменә текләп ятҡанда ла эске ҡалтыраныуын туҡтата алмай йонсоно.

Булмышының ҡайһы тәңгәлендә ул үҙе, ә ҡайҙа Мәхмүт? Ошо һорауына яуап талмай тороп, йәне тынмаясағын тойҙо. «Нимәнән ҡурҡам мин? – тип өгөтләне ул үҙен. – Әжәлең үңәсеңдән алған мәлдә тағы нимәнән ҡурҡырға мөмкин? Әллә ҡолдоң йәне ул үҙе үлгәндә лә ҡол булып ҡаламы? Был донъяла һис бер нәмәң дә ҡалмағас, нисек ҡол булып ҡалыу мөмкин?»

Еңгәһенең шифалы ҡулдарының рәхәт итеп башына массаж яһауынан йоҡомһорағайны, ҡапыл тертләп уянды ла, әсе тауыш менән ҡысҡырып, урынынан торорға маташты.

Медсестралар янына сыҡҡан ерҙән йүгереп килеп ингән еңгәһенә, йәне сығырҙай булып сабырһыҙланып, мөйөштәге үрмәксе ауын күрһәтте:

– Үҙәк өҙгөс итеп безелдәй... – тине ул ялбарыулы ҡарашы менән бәғерҙе телеп. Ауға эләккән һәм йәшәү өсөн бирелгән бөтөн ҡөҙрәтен һалып әжәл менән алышҡан бисара себенде ҡанын эскән оло ҡорһаҡлы хәшәрәт үрмәксенән аралап алғанды балаларса түҙемһеҙлек менән көтөп алды Фәриҙә. Хәлгенәһе әптән бөткән бөжәкте тәҙрә төбөнә һалғас, күҙе сығырҙай булып көсөргәнеп, мәхлүктең, ҡыбырҙауын көттө. Себен бер генә тапҡыр тыбырсынып, ҡатып ҡалғас, төшөнкө тауыш менән:

– Был мин инем бит... – тип бышылданы ла шымды.

Ошо ваҡиғанан һуң үҙенең йәшәйәсәгенә өмөтө һүнде Фәриҙәнең. Бары шул саҡта ғына Мәхмүт менән бергә, Мәхмүт янында бәхеттең мөмкин түгеллегенә лә ышанды. Бына шул ныҡ әһәмиәтле ике фекер зиһененә һеңгәс кенә тын алышы иркенәйеп, күңеле күтәрелеп киткәнен тойҙо. Сөнки ғүмере буйы аңын, шул арҡала йәне менән тәнен дә ҡоршап торған ҡурҡыу бөттө. Әжәл боғаҙыңдан матҡып тотоп алғанда тағы нимәнән, кемдән ҡурҡырға мөмкин?!

Иренә рәнйешен ғүмерендә бер генә тапҡыр күрһәтте ул. Күрһәтергә батырлыҡ тапты – үлер алдынан...

Алмаш-тилмәш эргәһендә ултырған еңгәһе менән һеңлеһе, ауырыу ҡатыны янына килергә бер ҙә атлыҡмаған Мәхмүттән аҙға ғына булһа ла үҙҙәрен алмаштырып тороуын үтенде. Тик бер нисә минуттан Фәриҙәнең ҡот осмалы итеп әрнеп ыңғырашыуына йүгерешеп кире килеп инделәр.

– Уф, кейәү, ни эшләттең?

Йөҙөнә ризаһыҙлығы ҡып-ҡыҙыл тап булып тимгел-тимгел яғылған Мәхмүт стена эргәһендә баҫып тора, ә ҡоро һөлдә ҡатыны ҡул суҡтарын болғап уны һаман ситкә, алыҫҡараҡ этергә теләгәндәй...

Укол һалып саҡ тынысландырып алғандан һуң ғазаптарҙан тағы ла төпкәрәк батып киткән күҙҙәренән сыҡҡан йәштәре, күҙ соҡорҙарына тулып торҙолар ҙа, ситенән ашып ике сикәһенән ағып төштөләр.

– Башҡа эргәмә килтермәгеҙ, йәме, – тип бышылданы Фәриҙә бәғерҙәрҙе өтөр зар менән. – Аҡтыҡ йәнемде һурып алған кеүек.

Тәүге һәм һуңғы ризаһыҙлығы шул булды. Йәшәү, бәхет өсөн бирелгән ҡөҙрәтен рәнйеүҙәрҙе онотоу, йәрәхәттәрҙе уңалтыу өсөн исрафлап бөткәс, ҡара гүрҙе яҡты донъянан артығыраҡ күреп китеп барҙы.

II

...Ул киткәндә донъяны томалап рашҡы яуа ине. Әсе ел энә кеүек сәнскәк ваҡ ҡарҙы асырғанып тәҙрәгә бәрә лә бәрә. Ғүмере бөткәнен белгән ҡыш шул рәүешле һуңғы ажарын сәсә. Ә сибек кенә яҙҙың уға ҡаршы торорлоҡ әмәле юҡ та, мәңге булмаҫ та кеүек. Тәҙрәгә ҡарап ятҡан Фәриҙәнең үлемесле ауырыу аяуһыҙ теткеләгән тәне менән йәненә тәбиғәттәге был айҡашыу тағы ла нығыраҡ ғазап килтерә. Был донъяла үҙе өсөн йылы ла, өмөт тә ҡалмаған кеүек тойола уға. Шуға күрә тормош тип аталған ярһыу арғымаҡтың ялбыр ялыма һаман ҡырталашып аҫылынып барыуҙан файҙа юҡ. Наҙ өсөн тип тапҡан балаларын ҡан илатып яуыз атай ҡулына ҡалдырып китеүе әйтеп биргеһеҙ ауыр булғанға күрә генә бығаса серәшеп маташһа, әле һуңғы тәҡәте ҡороп, хәлһеҙ бармаҡтарының ихтыярһыҙҙан яҙылыуын тоя. Һуңғы тапҡыр Ер һауаһының татын тонорға теләгәндәй, ҡомһоҙланып һулыш ала...

Төндәр буйы баш осонда ултырып, ғазаптарын еңеләйтергә тырышҡан еңгәһе Зәлифә уның мәңгелек йәне мәсхәрәләнгән тәнен ташлап сыҡҡанын ана шул һуңғы һулышы өҙөлөүҙән генә абайлай.

Был йортҡа әжәлдең киләсәге ҡотолғоһоҙ икәне алдан уҡ билдәле булһа ла, тағы бер йән эйәһенең, бәхет күрмәй, бөткөһөҙ ғазап эсендә китеп барыуы – үҙәк өҙгөс.

Зәлифә еңгәһе күҙенән эркелгән йәштәрен усы менән һыпыра-һыпыра, Фәриҙәнең һуңғы көндәрҙә гел тыңлағыһы килгән ҡурай моңо яҙылған пластинканың икенсе яғын әйләндереп һалып, эшкә тотона. Яҡыныңды юғалтыу ни тиклем әсе булмаһын, тереләрҙең үлеләр алдында бурысы бар, хужаһыҙ ҡалған тәнде хәстәрләп ер ҡуйынына ҡуйырға кәрәк.

Әҙәм балаһы донъяға килгәндә кешенең күплеге кәрәк түгел. Кендеген ҡырҡыр берәү булһа – етә. Яңғыҙлығынан тәм тапҡан кеше ғүмер юлынан да бер үҙе үтә ала. Йән биреүгә лә шаһит кәрәкмәй. Үлем туйында иһә кешенең муллығы яҡшы. Хәҙер был йортҡа ла күҙ йәше, аһ-зар тулыр. Үҙҙәрен мәңгегә килгәндәй тойоп йәшәгән тормошҡа ҡомһоҙ кешеләр әжәлдең ҡотолғоһоҙлоғо алдында бер мәлгә тетрәнеп ҡалыр.

Һөйөү йәки нәфрәт, яҙмыш йәки йәшәйеш сеймәлткән төйөндәрҙе асырғанып сисергә маташабыҙ, ә Әжәл уларҙы бер һелтәүҙә киҫеп ырғыта. Барлыҡ бурыстарҙы юҡ итә, барыһы ла үҙенән-үҙе хәл ителә, бөтәһе лә яйға һалына – әлегә тере булғандар өсөн үлем шуға тетрәткес тә, ылыҡтырғыс талыр. Беҙ рәнйеткән, беҙ йолҡҡослаған кеше беҙҙән, ниһәйәт, азат булып, буй һәм уй етмәҫлек булып, алдыбыҙҙа ята. Донъялыҡтың бысрағынан, ғазабынан мәңгелектең наҙлы ҡосағына ҡасҡан йәне әҙәмдәрҙең ихтыярынан ҡотолдо.

Инеп-сығып, шым ғына һүҙ ярҙамы, ҡул ярҙамы тәҡдим иткән туған-тыумаса, күрше- күлән шул хаҡта уйлай.

Тик, мәңгелеккә килгәндәй уйһыҙ йәшәгән кешеләр ошондай мәлдәрҙә лә ипкә килмәй. Иламһыраған булып, шаулап-геүләп килеп ингән ҡарсыҡ шундай заттан. Уның бойороусан, ҡырҡыу, был осраҡта урынһыҙ дәртле тауышы әле бында, әле тегендә яңғырай, ҡысҡырып-ҡысҡырып үҙ ихтыярын тағырға тырыша. Килене ауырығаны бирле был тупһаға бик һирәк баҫҡан ҡәйнә ҡарсыҡ өсөн кеше үлеме мауыҡтырғыс театр уйыны кеүек. Шуға күрә уның был әһәмиәтле ваҡиғаны тиҙ генә теүәлләгеһе килмәй.

– Нишләп шул тиклем ашыҡтырып күммәксе булаһығыҙ, ҡоҙаса? – тип бәйләнә ул мәрхүмәнең еңгәһе Зәлифәгә. – Туғандары килеп өлгөрмәй бит...

Рәхимһеҙ ҡарсыҡҡа күптән асыуы килеп, уны мәрхүмә хаҡына ғына тышҡа сығармай түҙгән Зәлифә сабырлығының аҡтығын йыйып яуаплай:

– Күргеһе килгән туғандарының барыһы ла үҙе тере саҡта күреп, тәрбиәләшеп, хушлашып ҡайтты...

Ҡарсыҡ тәүге ҡарамаҡҡа тыныс ҡына әйтелгән был һүҙҙәрҙең асылына төшөнә һалып хәбәрҙе ҡуйыртмай, шулай ҙа:

– Ире ҡайтҡанын булһа ла көтөрһөгөҙ ул, – тип мыҫҡыллы һүҙ ҡыҫтырмай сыҙамай.

Үлем түшәгендәге ҡатынын ҡалдырып командировкаға киткән Мәхмүт бына-бына ҡайтып төшөргә тейеш.

Мәйет һаҡларға килгән әбейҙәр янына инеп ултырған ҡарсыҡ бында ла толҡа тапмай. Бойоҡ сырайлы тиҫтерҙәренең ара-тирә бышылдашып ҡына һүҙ ҡатып, күберәген доға уҡып ултырыуы уға күңелһеҙ. Шуға күрә, яйы менән файҙаланып, үҙ хәсрәтен бүҫкәртергә керешә: был ауырыу йәшен дә, ҡартын да аямай инде, бына уның да ҡыш буйы быуындары һыҙлап йонсоған, ҡан баҫымы юғары. Хәбәр һөйләгәндә уның ауыҙы тулы алтын тештәре ялтырап-ялтырап китә, йәштәрҙекеләй сағыу тауышы ҡолаҡты ярып бара. Әбейҙәрҙең ни эшләргә белмәй сирылышып бер-береһенә ҡарашҡанып күреп, Зәлифәгә тағы ҡыҫылырға тура килә.

– Һикһәнгә еткәс, һау-сәләмәт булып булмай инде, ҡоҙағый: ана, еләк кеүек йәштәр үлеп китә, ә беҙ бит, ыңғыр-шыңғыр йөрөһәк тә, йәшәйбеҙ әле.

– Ярай, улайһа, – ти ҡарсыҡ. – Мин бөгөнгә ҡайтайым, һуңғы айҙа ныҡ йонсоноң инде, ҡоҙаса, тағы бер көнгә генә сыҙаһаң.

Икенсе көндө балҡып сыҡҡан ҡояш, күркәм яҙҙың быйыл да яуыз ҡышты еңеп сыҡҡанын хәбәр иткәндәй, бар донъяны алтынһыу нурына ҡойондора. Түбәләрҙән тыпырҙашып тамған тамсылар ҙа, шатлығынан йөрәккенәһе ярылырҙай булып һайраған турғай тормоштоң барыбер тантана итәсәген үҙҙәренсә раҫлап кинәнә. Тик Фәриҙәнең ҡайғыһы ғына өс бүлмәле фатирына һыймай, туғыҙ ҡатлы йорттоң ихатаһына уҡ сыҡҡан. Уның менән хушлашып ҡалырға теләгән кешеләр төркөм-төркөм дә, берәм-берәм дә килә.

Был тормошта сәйер бер ҡапма-ҡаршылыҡ бар. Йүнһеҙ бәндәнең аҡтыҡ ҡылғаны яҡшылыҡ була. Ул үлеме менән бшҡаларға еңеллек килтерә. Ә тотош ғүмере изгелектән торған кешенең үлеме яуызлыҡта әйләнә, сөнки ул үҙен яратҡандарҙы ҡара ҡайғыға һалып китә

Бер кем менән дә бик аралашмаҫҡа тырышып шым ғына йәшәгән ҡатындың үлеме ҡасандыр үҙе дауалаған балаларҙы ла, уларҙың ата-әсәләрен дә, хеҙмәттәштәрен дә, башҡа әллә күпме кешеләрҙе лә битараф ҡалдырмаған. Инеүселәр баш ҡағып ҡына һаулаша ла, нурлы ҡояш та балҡыта алмаған, ҡайғы һөрөмөнән ҡарараңғыланған бүлмәләргә үтә. Ә мәрхумәнең ире Мәхмүт, ҡаҡса кәүҙәле, осло күҙле тәбәнәк кенә кеше, инеүселәрҙе үҙенең етерлек кимәлдә ҡайғылы булмағанына уңайһыҙланғандай ҡаршы ала. Кисәге кис ҡайтып тшөп, ҡатынының, ниһәйәт, ғазаптарҙан ҡотолғанын белгәс биләп алған еңеллек уны һаман ташламай. Тәрбәле кеше булараҡ, ул тойғоһоноң хилаф булғанын аңлай һәм уны кешеләрҙән йәшерергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта үҙенең ике йөҙлө булырға мәжбүрлегенә йәне көйә. Әле уны иң борсоғаны шул – иң кәрәк ваҡытта бер-ике бөртөк йәш һығып сығара алырмы, юҡмы? Бының бик еңел булмаҫын төшөнә, сөнки ул ҡотолоу тойғоһо биргән кинәнес кенә түгел, бөтөн булмышын йылытып, әллә ҡайҙан, күңелдең ҡараңғы төбөнән рәхәт бер нәмәнең ҡалҡыуын тоя. Тик әлегә ҡыуанырлыҡ түгел... Уға ваҡыт булыр...

Әлегә ул эске хәлен эргә-тирәләгеләрҙең абайлау ихтималынан һағая, шул уҡ ваҡытта туҡтауһыҙ илаған ҡыҙына йәне көйә.

– Шым, бөтәһе лә илағанда иларһың, – тип ыҫылдай шыпырт ҡына уның янына килеп.

– Илаһын. Әсәйҙең үлеме үлсәп кенә йәш ағыҙыр ҡайғымы һуң ул? – тип ҡаршы төшә ҡыҙҙы йыуатҡан Зәлифә еңгә. Уларҙың бер-береһенә йәшерен нәфрәт менән тулы ҡараштары зеңкеп ҡаҡлыҡҡан ике ҡылыс аяуһыҙлығы менән осраша. Әммә икеһе лә һуңғы түҙемлектәрен йыйып, урттарын сәйнәй-сәйнәй, асыулы һүҙҙәрен йота.

– Һин, исмаһам, яҡшы әсәйҙең нисек булғанын белеп, уның наҙында үҫеп, унан изгелеккә, эшкә өйрәнеп ҡалдың. Ғүмер буйы яуыз, үҙ-үҙен генә яратҡан ҡотһоҙ кешеләр ҙә бар.

Ҡырт ҡына боролоп китеп барған Мәхмүт Зәлифә еңгәйҙең ҡыҙына әйткән кинәйәле һүҙҙәрен ишетеп, тешләнеп ҡуйҙы.

Мәрхүмәне әҙерләп бөткәс, һуңғы юлына алып сығыр алдынан ултырыштылар. Йәш кенә мулла һутлы, йомшаҡ тауыш менән йыназа уҡый башланы. Өй тулы кешенең көллөһө лә, илаһи доғаларҙың ҡөҙрәте менән, аңлатып бирә алмаҫтай тантаналы ҡайғы тойғоһона сорналды.

Ихтыярһыҙҙан моңло ауаздарҙың тәьҫиренә буйһонған Мәхмүт ниндәйҙер мәлдә үҙенең онотолоуын аңғарып һиҫкәнде, зәһәр зиһене яңынан зирәкләнде. Ул әҫәрләнеп хистәр тулҡынында тирбәлгән әҙәмдәргә айыҡ аҡылдың тәкәббер өҫтөнлөгө менән күҙ йөрөтөп сыҡты ла, ҡиәфәтенә сабыр ҡайғы ишараты сығарып, ҡарашын аҫҡа төбәне. «Аллаһы әкбәр» өсөн әҙерләп асылған усына ябыҡ пәрҙәләге бер семтем тишектән үтеп ингән яҡты нур төшкән. Шундай наҙлы һәм тәү ҡарашҡа күндәм генә нур – усыңа йом да кеҫәңә һал. Уйына көлөмһөрәп, Мәхмүт ҡулын йомдо: ус төбөндә ойоп ятҡан нур тышҡа һикерҙе. «Хас та Фәриҙә кеүек!» Күңел төбөндә ҡуҙғып ҡуйған ытырғаныулы ярһыуына ҡабат баһырау һалып, Мәхмүт һаман моңланған муллаға сабырһыҙ ҡараш ташланы. Яуырынын баҫып торған был күңелһеҙ мәшәҡәттәрҙән тиҙерәк ҡотолғоһо, өйөн иламһыраған кешеләрҙән, ҡайғынан, ә күңелен ҡатынының рухынан азат итә һалғыһы, тормошон яңыртҡыһы килде. Ҡатынынан, ҡатыны янындағы үҙенән ни тиклем арығанын әле яңы ғына аңлай башланы ир. Йылдар буйы уны көнләшеү, унан көнләшеү, уны юғалтыуҙан ҡурҡып ғазапланыу һәм шул ғазаптары өсөн уны уҡ күрә алмау Мәхмүттең күңелен кипкән, төбөндәге ләме шартлап ярғыланған, тәҡәтһеҙ үле күлгә әйләндергән.

Егерме йыл буйы ул Фәриҙәне үҙенә буйһондорорға, ихтыярын һындырырға, түҙемлегенең сигенә еткереп, сығырынан сығарырға тырышты. Уның сабырлығын юйып енләнеүен, йәмһеҙ итеп ҡыланыуын, тәмһеҙләшеуен кинәнеп ҡарап торғоһо килде. Шуға күрә ҡатынының үҙен генә түгел – туғандарын, уға оҡшаған китаптарҙы, гөлдәрҙе, хатта ул яратҡан ризыҡты хурланы. Йөҙөнә йылмайыу ҡунып өлгөрмәҫ – Мәхмүт уны өрөп һүндерә һалыр, шунан рәхәтлек табыр ине.

Ҡатынына таҡҡан ғәйептәрҙең төптө нахаҡ икәнен белеү генә түгел, уларҙы алдан, махсус рәүештә уйлап эшләр ине ул. Сөнки ҡатын-ҡыҙ асылы, ғөмүмән, боҙоҡ һәм зинасыл, тип уйлай, улар затын бөтөнләй әҙәмгә һанамау, түбәнһетеүҙән үҙенә ихтирамы арта, шуны мәртәбә күрә. Шул уҡ ваҡытта үҙенең Фәриҙәһең наҙына, йылыһына, һөйөүенә мохтаж булғанын һәм шул мохтажлығы уны үҙен ҡорбанына бығаулап ҡуйғанын тойоуы Мәхмүтте оторо ярһытып, аяуһыҙландырып ебәрә. Ҡатынының үҙенә хыянат итергә ихтималлығы хаҡында уйлауҙан ғына ла Мәхмүттең сәстәре үрә тора торғайны. Шуға күрә ул мәкерле аҡылы менән Фәриҙәнең бөтә юлдарын алдан уҡ томалап, ҡамап, үҙе әйтмешләй, хыянат менән зина «инфекцияһына» түҙгеһеҙ шарттар тыуҙырып ҡуйҙы.

Ҡатынында берәйһенә ҡарата ытырғаныу тойғоһо уятам тиһә: «Нишләп бер-берегеҙгә мыймылдап ҡараштығыҙ? Боҙоҡ эшегеҙ бармы әллә?» – тип шикләнеүе етә. Фәриҙәнең кешеләр менән ҡатнашып йәшәргә теләген дә еңел генә һүрҙе: «Һинең уйнашсы булмышың арҡаһында өйгә дуҫтарымды ла саҡыра алмайым бит», – тип ғәйепте уның өҫтөнә атҡарып уҡ ҡуйҙы. Хатта ҡатыны ауырымаһын, ауырыһа ла бәлә һалмаһын өсөн дә сараһын күрҙе: «Минең алда гонаһың булһа, башың сирҙән сыҡмаҫ, аяҡ-ҡулың ҡорор, сереп дөмөгөрһөң!» – тип ҡарғап ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта Мәхмүттең кешегә, бигерәк тә үҙен яҡшы тип һанаған, әхләҡле йәшәргә тырышҡан кешегә, етәкселек итеүҙең ҡайһылай еңел икәнен күреп, күңеле ҡайтып ҡуя. Сөнки Фәриҙә урынында сая, ҡарышҡаҡ, холоҡһоҙ, тиле бисә булһа, уны ҡулда тотоуы ҡатмарлыраҡ буласаҡ икәнеп яҡшы төшөнә ине. Шул уҡ ваҡытта ҡатынының, ни тиклем иҙелһә лә, рухы менән уға ҡол булмағанын, сабыр күндәмлек битлеге аҫтында буйһонмаҫ ҡөҙрәте йәшенгәнен тоя, үҙенең көсһөҙлөгөнә ғәрләнә ине.

Бөгөн Фәриҙәнең һуңғы туйына шул тиклем күп кешенең килеүен үҙен, Мәхмүтте, кәмһетеү кеүек ҡабул итте. Һуңғы йылдарҙа күҙен ҡалҡытып ҡарарға ла ҡурҡып йәшәгән бисара бисәнең, ғүмеренең аҡтыҡҡы минуттарында ҡурҡыуын еңеп, үҙен янынан ҡыуып сығарыуына, күргеһе килмәгәнен асыҡтан-асыҡ белдереүенә ҡаны ҡарайҙы, тыны ҡыҫылды.

– Зыярат яҡын түгел, йәмәғәт, – тине шул саҡ мулла. – Ҡояш байығансы йәһәтләйек.

– Йәһәтләйек, – тип хупланы Мәхмүт.

«Нурҙы усҡа йомоп булмай. Уның байы ҡояшты томалап, йондоҙҙо һүндереп була». Ошо фекере менән ул бына нисәмә йылдар ҡатыны менән үҙе араһында алып барған сәйер көрәшенә, ниһәйәт, нөктә ҡуйҙы. Үҙенең барыбер еңеп сыҡҡанын уйлап, күңеле күтәрелде.

Мәрхүмәне, йәне ҡоллоҡтан азат булыуына бер тәүлек тулғанда, ер ҡуйынына һалдылар.

Тағы бер үлемгә шаһит булып һиҫкәнгән тереләр, бер аҙға вайымһыҙлыҡтарынан арынып, үҙ тормоштарына ҡайтты. Был донъяға бәхет биреү, бәхет күреү өсөн килеп, бәхеткә сарсауҙан үлеп киткән ҡатын ҡыҙыл мәте өйөмө аҫтында бер үҙе ятып ҡалды.

III

Тереләр өсөн яҙ йыл һанын килә. Фәриҙәнең йыллығын уҡытырға йыйылған көн салт аяҙ ине. Мулла мәрхүмәнең рухына Ҡөрьән уҡып, хәйер өләшкәс, табындағы хәбәр донъяуи юҫыҡҡа китте. Сәйәсәттең, буталсыҡлығына, замандың болаһына зарланыштылар.

– Ә минең өсөн үткән йыл бик уңай килде, – тине шул саҡ Мәхмүт. – Диссертация яҡланым, машинамды яңырттым... – Унан кухня ишегенән башын тығып, ҡурҡып ҡына иренән бойороҡ көтөп торған йәш ҡатынына һирпелеп баҡты. – Өйләндем...

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас