+16 °С
Ясно

Ирҙәрҙең аҫылдары Заман технологиялары белгесе

Алмас Азамат улы Садиҡов – Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы егете. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлап, бөгөн Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында физиканан уҡыта һәм «Башҡортостан кванториум»ы республика балалар технопаркында БПЛА, робототехника, хайтэк, лазер һәм аддиттив технологиялар буйынса өҫтәмә белем бирә. – Алмас Азамат улы, «Башҡортостан кванториум»ындағы эшмәкәрлегегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.

Ирҙәрҙең аҫылдары Заман технологиялары белгесеИрҙәрҙең аҫылдары Заман технологиялары белгесе
Ирҙәрҙең аҫылдары Заман технологиялары белгесе

– «Рәсәйҙең милли проекттары» сиктәрендә асылған республика кимәлендәге берҙән-бер кванториумда 2019 йылдан бирле эшләйем. Бында дизайн, программалаштырыу, IT-электроника, лего һәм башҡа йүнәлештәр бар. Беҙгә дүрт йәштән ун һигеҙ йәшкә тиклемге балалар йөрөй. Һәр төркөмдә ун бишәр уҡыусы шөғөлләнә. Иң мөһиме: уҡытыу бушлай.

Мин «Хайтэк цех»та эшләйем. Хайтэк – ул хәҙерге технологиялар буйынса йүнәлеш. FPV-дрондарҙы төҙөргә өйрәтәм. Ул дрондар менән оператор күҙлек кейеп идара итә ала. Элек дрон-технологиялар кино индустрияһында ғына кәрәк булған. Махсус хәрби операция башланғас, тулыһынса үҙгәрҙеләр. Хәҙер улар менән алыҫ араларға аҙыҡ-түлек, дарыу ташырға мөмкин. Дрондарҙы тыныс тормошта МЧС хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡуллана. Яҙғы ташҡын ваҡытында һыу баҫҡан ауылдар өҫтөнән осороп ебәреп күҙәтәләр. Ул дрондарға йөк элеп, кәрәкле урынға осорорға була. Уҡыусыларым үҙҙәре шундай дрондарҙы йыйып программалай. Яһалма зиһен менән дә ҡулланалар. Мин балаларға күбеһенсә ерҙәге механизмды – станок, двигатель, паять итеү станоктарын өйрәтәм. Үҙе йөрөй, үҙе ата торған, мина эҙләүсе роботтар эшләйҙәр, ракеталар осоралар, яһалма интеллект ҡуялар.

– Һеҙ һөнәри йүнәлеш тә бирәһегеҙ, юғары уҡыу йорттарына инергә ярҙам итәһегеҙ, шулай бит?

– Эйе, әгәр бала техник йүнәлешле вузға уҡырға инергә теләһә, уға өҫтәмә белем алырға кәрәк, сөнки унда БДИ имтихандары ғына етмәй, эске имтихан да бирәләр. Ул имтихан шунан ғибәрәт: ике сәғәт эсендә физиканан мәсьәләләр сисергә кәрәк, улар мәктәп программаларына нигеҙләнгән, әммә тағы ла тәрәнерәк. «Кванториум»да шөғөлләнеү юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеген күпкә арттыра. Бында беҙ физиканан уҡыусыларҙың белемен тәрәнәйтәбеҙ, практикала ҡулланырға өйрәтәбеҙ. Балалар менән проекттар эшләйбеҙ. Уҡыусыларҙың фекеренә лә ҡолаҡ һалам, сөнки балаларҙың башында идеялар шул тиклем күп, улар әллә ниндәй машиналар уйлап сығара ала. Проектҡа кәрәк булған эш материалдарын беҙ атай-әсәйҙәр менән бергә һатып алабыҙ һәм конкурсҡа тиклем ваҡыт әҙ ҡалһа, улар менән бергәләшеп, тиҙ генә эшләп бөтөрөп ҡуябыҙ. Уҡыусыларым менән етенсе кластан алып вуз һайлайбыҙ һәм унда инеү өсөн маҡсатлы рәүештә шөғөлләнәбеҙ, сөнки конкуренция ҙур. Техник белем алырға ниәтләгән абитуриенттарға түбәндәге вуздарҙы тәҡдим итәм: Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник универси-тетының космос факультетының ракета-космос техникаһы бүлеген, Мәскәү физика-технология институтын (МФТИ), Өфө дәүләт нефть техник университетының торба үткәргес транспорты факультетын, Өфө фән һәм технологиялар университетының (элекке Өфө авиация техник университеты) двигатель яндырыу, авиация двигателе бүлектәрен. Уларҙа физика, инженер белеме яҡшы бирелә, матди базалары шәп. Ғөмүмән, БДИ, ТДИ-нан ҡурҡмаҫҡа, күберәк предметтарҙан имтихан бирергә, документтарҙы төрлө вуздарға тапшырырға кәңәш итәм. Минең унлап уҡыусым, техник вуздарға инеп, күптәре уҡып бөтөп, инженер һөнәренә эйә булды инде.

 

– Уҡыусыларығыҙҙың уңыштары хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ...

– Әле яңыраҡ «Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар» тигән Бөтә Рәсәй конкурсында ике уҡыусым үҙҙәре эшләгән роботы менән беренсе урын алды. Сентябрь башында уларҙы Мәскәүгә, Дәүләт Думаһына, бүләкләү тантанаһына саҡырҙылар. Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург менән Өфө ҡалалары үткәргән халыҡ-ара конкурста ҡатнашабыҙ. Унда Башҡортостан, Һамар, Пермь, Силәбе һәм башҡа төбәктәрҙән өс йөҙҙән ашыу кеше көс һынаша. Минең уҡыусыларым проекттар эшләп, ҙур конкурстарҙа еңеп өйрәнгәс, бында ғына туҡталып ҡалмайҙар, артабан олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашалар, сөнки юғары уҡыу йортона инеү өсөн олимпиада һөҙөмтәләре ҙур роль уйнай.

Алмас Садиҡов – балаларҙың ғына түгел, ә уҡытыусыларҙың да остазы: «Кванториум»ға килгән йәш белгестәр һәм республикалағы башҡа педагог-остаздар менән эшләй, тәжрибәһе менән уртаҡлаша, өйрәтә.

Мәскәүҙә белем алған егет Өфөгә инженерҙар үҫтереү маҡсаты менән ҡайтҡан һәм ошо миссияһын әлеге көнгә тиклем намыҫ менән башҡара.

Роза Хөснуллина әңгәмәләште.

 

Фото А. Королев.

Ирҙәрҙең аҫылдары Заман технологиялары белгесе
Ирҙәрҙең аҫылдары Заман технологиялары белгесе
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас