+14 °С
Облачно

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында кемдәр еңгән?

Йыл буйына "Айыҡ ауыл" республика конкурсы шаулап барҙы. Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылының был конкурста нисек ҡатнашҡанын төркөмөбөҙҙә күрһәтеп тә барҙыҡ. Лайыҡлы сығыш яһаны улар.Һәм бына, ниһайәт, һөҙөмтә билдәле булды:

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында кемдәр еңгән?"Айыҡ ауыл" республика конкурсында кемдәр еңгән?
"Айыҡ ауыл" республика конкурсында кемдәр еңгән?


 “Бәләкәй ауылдар” номинацияһы:
беренсе урын -  Асҡын районы Гөмбә ауылы;
икенсе урын - Борай районы Яңы Йәлдәк ауылы;
 өсөнсө урын -Тәтешле районы  Бәләкәй Бәлзүгә ауылы.

“Уртаса ауылдар” номинацияһы:
беренсе урын - Ауырғазы районы Татар Нуғаҙағы ауылы;
икенсе урын — Ҡалтасы районы Кәкүш ауылы;
 өсөнсө урын — Бүздәк районы Ҡаран ауылы.

“Ҙур ауылдар” номинацияһы:
беренсе урын - Ейәнсура районы Өмбәт ауылы;
икенсе урын - Краснокама районының Яңы Бөртөк;
өсөнсө урын -  Кушнаренко районының Ҡалтай ауылы.

“Эре ауылдар” номинацияһы:
беренсе урын - Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылы;
икенсе урын - Өфө районының Николаевка ауылы;
өсөнсө урын - Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы.


– Был ғәжәп конкурс, ул беҙҙең бөтә ышанысты аҡланы. Кешеләрҙә айыҡ йәшәү рәүешенә ынтылыш килеп сыға, команда характеры барлыҡҡа килә. Күңелдә яҡшылыҡҡа ышаныу тыуа. Конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Эльвира Айытҡоловаға рәхмәт. Олоһо ла, кесеһе лә унда ҡатнаша. Муниципалитет башлыҡтары бәйге өсөн ныҡ тырыша, — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы конкурста ҡатнашып, район этабында еңгән һәм республика этабында яҡшы сығыш яһаған, әммә еңеүселәр рәтенә инмәгән тағы бер ауылды бүләкләргә булды. Был – Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы. Ауыл халҡы конкурста еңһә, һыу үткәргес эшләргә теләгән. Әммә саҡ ҡына балдары етмәгән.

– Мин конкурсты ойоштороусыларҙың береһе булараҡ тәҡдим индергем килә. Ғәҙелгәрәй ауылы халҡы бик яҡшы заявка әҙерләгән, улар һыу үткәргес эшләргә теләгән. Мин финанслау сығанағын табасаҡмын, һыу үткәргес эшләйәсәк, – тине Радий Хәбиров.

 

Материал, фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-nagradil-pobediteley-VII-respublikanskogo-konkursa-trezvoe-selo-88632/

Автор:
Читайте нас