

Бер ояһынан 13 – 15 йомортҡаһын баҫып сығара икән ҡаҙ. Йомортҡаларын суҡышы менән әйләндереп, тигеҙ йылыта белә. Бәпкә сығыу ваҡыты – 29-30 көн. Күренгән берен өйгә индереп торалар, юғиһә, теремек нәмәләр, таралышып китеп инәләрен маҙаһыҙлайҙар, ти. Аҙаҡ бергә ҡушалар инде. Был ихатала ҡаҙҙарға тауыҡтарҙы ла «ярҙамға саҡыралар»: инәлеккә аҫтына һыймай ҡалғандарын улар баҫып бирә.
Үҙҙәренең бәпкәләре сығасаҡ ваҡытты тоҫмаллап инкубаторҙы белешәләр ҙә, биш көнлөк самаларында алып өйҙөкөнә ҡушып ебәрәләр. Көн аралары артыҡ булмағанда берегәләр, артыҡ айырма булғанда оло ҡаҙҙар алмаҫҡа ла мөмкин икән. Был мәлде лә тотоп ҡала белеү зарур.
Тәүге ай бәпкәләрҙе махсус ҡатнаш аҙыҡ (уларҙыҡы «Стартовый» тип атала) менән туҡландыралар. Бәпкә үләне, бәпембә япрағы йолҡоп һалалар. Аҫтарын ҡоро тоталар, был да мөһим, ти хужабикә. Нығына төшкәс, үләнгә сығаралар. Эстә оҙаҡ тоторға ла ярамай, бәпкәләрҙең үлән тартып муйыны нығынырға тейеш. Эҫелә күләгә тотоу хәйерле, ел-ямғырға ла тейҙереү кәрәкмәҫ бәләкәсендә. Өшөһә, үҫмәй ҡатып ҡалыусан ул ҡош.
– Ҡаҙға һыу күп кәрәк. Ҙур һауыт менән дә ҡуйырға мөмкин, ә инде эргәлә йылға-күл булһа бигерәк тә һәйбәт. Беҙ йылғаға ҡыуабыҙ, улар шунда йөрөп, йөҙөп, ылымыҡ-ҡом һәм үлән ашап, күтәрелеп китә, – тип дауам итә Гөлнур ханым. – Ҡаҙ ҡыуыу һылтауы менән үҙем дә яр буйҙарын ҡыҙырып ҡайтам. «Һыу өҫтөндә һары май: батмай ҙа, иремәй ҙә» тигән йомаҡтағылай, тәбиғәттең был һоҡланғыс тамашаһын күҙәтеп ултырып алам. Үҙенә күрә бер релакс.
Бына ошондай үҙенсәлекле ауыл кәсебен, үҙебеҙҙең борондан килгән ҡош аҫрау йолаһын йәшәтеүсе ул Гөлнур Әҙиәтова. Уға ҡаҙҙарының уңыуын һәм оя-оя булышып һыу буйҙарын биҙәп йөрөүен теләп ҡалабыҙ.
Нәғимә ИРСАЕВА.