

Айҙаҡай ауылынан «Айс» позывнойлы гвардия сержанты Тау Ҡарабахында тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһын үтәй. Хәрби тәжрибәһе булған егет бөгөн махсус хәрби операцияла. Бөгөн ул пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүме подразделениеһы менән етәкселек итә. Яугирҙың профессионализмы, һалҡын ҡанлылығы һәм тәүәккәллеге хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәүҙең нигеҙе булып тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия эшләй. Бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы 122-се номерына бушлай шылтыратып бирергә мөмкин.
Фото, материал региональная газета "Атайсал"