

1. Һыуҙы тороп түгел, ә ултырып эсеү.
Был ҡағиҙә зәм-зәм һыуына ҡағылмай(уны тороп эсәләр).
2. Һыуҙы ауыҙға уң ҡул менән килтереү.
3. Һыуҙы эскән саҡта өс йотом итеп эсергә(йәки биш, ете һ. б.)
4. Эсер алдынан "Бисмилла" тип әйтеү.
5. Эсеп бөткәндән һуң "ӘлхәмдүлилЛәх" тиергә.
6. Әгәр бер һауыттан бер нисә кеше эсә икән, тәүҙә уң яҡта торған кешегә бирергә.
7. Һыуҙы башҡаларға эсереп торған кеше ихэң аҙаҡтан эсергә тейеш.
8. Һыу эсеп бөткәндән һуң киләһе доғаны уҡыу:
الْحَمْدُ لِلَّهِ الَّذِي أَطْعَمَ وَسَقَى ، وَسَوَّغَهُ ، وَجَعَلَ لَهُ مَخْرَجًا
«АльхамдулиЛЛяхи ллязи ат’ама ва сака ва саввагаху ва джа’аля ляху махраджа»
9. Киләһе доғаны ла уҡыһаң була:
الْحَمْدُ لِلَّهِ الَّذِي سَقَانَا عَذْبًا فُراتًا بِرَحْمَتِهِ وَلَمْ يَجْعَلْهُ مِلْحًا أُجَاجًا بِذُنُوبِنَا
«АльхамдулиЛЛяхи ллязи сакона ‘азбан фуратан би рахматихи валям йадж’альху мильхан уджаджан би зунубина»
(Ибну с-Сунни и Табарани)
10. Һөт эскәндән һуң ошо доғаны уҡып ҡуйыу хәйерле булыр:
اللَّهُمَّ بَارِكْ لَـنَا فِيْهِ، وَزِدْنَا مِنْهُ
«Аллахумма барик ляна фихи ва зидна минху»
(Сунан Аби Дауд, хадис 3723; Сунан Тирмизи, хадис 3455; Ибну с-Сунни, хадис 474)