+30 °С
Болотло

Сит өлкәләрҙә Бейеү рухландыра

Тыуған еренән ситтә милли йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе башҡаларға танытып, эргәһенә рухташтар туплап, маҡсатҡа ынтылып йәшәй Гүзәл Сәлихйән ҡыҙы Солтанова. Сахалинда һәм Мәскәүҙә «Гөлдәр» башҡорт бейеүҙәре хореографик коллективтары ойошторған ханымдың рухи көсөнә һоҡланмау мөмкин түгел.

Сит өлкәләрҙә Бейеү рухландыраСит өлкәләрҙә Бейеү рухландыра
Сит өлкәләрҙә Бейеү рухландыра

Мәктәптә уҡығанда Гүзәл сәхнәгә атлығып тормай, оялсан була. Яйы сыҡҡан һайын әсәһе уны йыр, бейеү менән төрлө сараларҙа сығыш яһата. Тыпырҙап бейергә, матур итеп йылмайырға өйрәтә. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, урта кластарҙа район кимәлендә уҙғарылған бейеү конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яулай ҡыҙ. Мәктәптән һуң Көньяҡ Урал аграр университетының агроинженер, Силәбе дәүләт университетының идара итеү факультеттарында белем ала. «Тормошомда алған дипломдарымдың кәрәге тейҙе. Визажист, фотограф, видеограф, СММ белгес һөнәрҙәре үҙләштереүем дә, идарасы булыуым да ун алты кешенән торған ансамблде етәкләүҙә ярҙам итә. Хәрби кешегә кейәүгә сығып, Сахалинда йәшәй башлағас, һәүәҫкәр хореография коллективы етәксеһе дипломына ла эйә булдым», – ти һәр яҡлап һәләтле ҡатын.

«Алыҫ Көнсығышта Башҡортостандан берәйһен күрһәң, ҡосаҡлап алаһың, ул кеше яҡын туғаныңа әйләнә. Бергә йыйылып, бейеү өйрәнеп, костюмдар тегеп, халыҡ-ара мәҙәни сараларҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, башҡорт халҡын, Башҡортостанды таныттыҡ. Әлбиттә, урыҫтар, нивхтар, корейҙар, ҡырғыҙҙар, бүрәттәр, татарҙар, казактар, әрмәндәр һәм башҡа милләттәр йәшәгән Сахалин ерендә башҡорт рухиәте айырым урын алһын өсөн күп тырышлыҡ талап ителде, уларҙы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырыуҙы миссиям кеүек ҡабул иттем», – ти ул хәтирәләре менән уртаҡлашып. Ансамбль менән хәҙер инде Мәскәү сәхнәләрен яулаған Гүзәл Сахалиндағы коллективын да ташламай, ойоштороу, репертуар эштәрен хәл итә, кәңәш бирә, барып та килә. «Һәр бейеүсенең уңышына һөйөнәм, ансамбль миңә балам кеүек ҡәҙерле», – ти етәксе.

 

Регина КАМАЛОВА.

 

Фото героиняның шәхси альбомынан

Сит өлкәләрҙә Бейеү рухландыра
Сит өлкәләрҙә Бейеү рухландыра
Сит өлкәләрҙә Бейеү рухландыра
Сит өлкәләрҙә Бейеү рухландыра
Автор:Регина Камалова
Читайте нас