+30 °С
Болотло

Миссияға тоғролоҡ

– Хөрмәтле коллегалар, нисек уйлайһығыҙ, бөгөн журналистиканың роле, баһаһы ниндәй һәм һеҙҙе был өлкәлә нимә борсой?

Миссияға тоғролоҡМиссияға тоғролоҡ
Миссияға тоғролоҡ

Рәсүл Сәғитов:

– Мине, радио хеҙмәткәре булараҡ, телмәр оҫталығы кимәле борсой. Һүҙҙең, өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше. Әҙәбиәттә генә түгел, һөнәремдә лә тел күркәмлеге – төп шарт. Хәбәр итеү ярлы, хәбәриәт фәҡир. Ә тап радиола инде нимә һөйләүҙән ғәйре нисек һөйләү алда. Башҡортса һәм русса эшләгәнгә, Һүҙ ғәли йәнәптәрен 

тыштан ғына түгел, эстән дә күрәм. Этимологияһын аңларға тырышам. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең дә тамырҙарын ҡапшайым, телдә йөрөгән йәнһеҙ калька тип кенә күрмәйем. Шулай яңы һүҙ барлыҡҡа килә. Башҡорт телендә тәржемәһеҙ йөрөгән төшөнсәләрҙе тылмаслап ебәреү ҙә – бурысыбыҙ. Артыҡ ялғауҙы, яһалма ҡатмарлаштырыуҙы өнәмәйем. Артыҡлыҡ – аяҡ аҫтындағы нимәгәлер эләгеп-ҡолап барыу кеүек ул. Көрттән килә торғас, юлға сыҡҡанда еңел булып ҡала бит, бында ла шулай. Тел еңел булһын ул. Орфоэпия мәсьәләһе ҡалҡып сыға. Хәрефтәр – өндәрҙең яҡынса график билдәләнеше генә, ә өндәрҙе тәбиғәт булдырған. Шуға өн менән һөйләшергә тейешбеҙ. Бына бер миҫал: «ун биш» тиеүе ҡыйын, «умбиш» – телгә яғылып тора. «Сивай», «бавай» тигәндә лә шул уҡ хәл: «н» өнө «б» менән сиратлашҡанда «м» өнөнә әйләнә. Бына шул үҙенсәлектәрҙе һаҡлап ҡалыу етмәй.

Гөлдәр Яҡшығолова:

– Был йәһәттән риза түгелмен. Эйе, «умбиш», «бавай» тип тура эфир аша әйтергә мөмкиндер. Радиола халыҡсан һөйләү кәрәктер ҙә, әммә гәзит-журналдарҙа ҡәтғи тел нормалары бар. Бөгөн йәштәр, балалар хәреф менән һөйләй. Шуны белһә лә, шөкөр, тибеҙ. Журналистиканың роле – халыҡҡа ысын, актуаль мәғлүмәт еткереү, йәмәғәтселеккә төрлө фекерҙе күрһәтеү, проблеманы күтәреү. Төп бурысы – дөрөҫ, тиҙ һәм объектив мәғлүмәт. Ә күңелде ҡырғаны – башҡортса уйлай, яҙа, ижад итә белгән йәштәргә, тимәк, кадрҙарға ҡытлыҡ, баҫма матбуғаттың тиражы кәмеүе, эш хаҡының түбән  булыуы. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй даирәһендә беҙҙең ҡолаҡҡа ла  ятмаған хеҙмәт хаҡы алып эшләгән журналистар хаҡында ла ишетеп беләбеҙ. Бөгөн журналистика ҡыҙыҡлы, төрлө яҡлы, оператив һәм техник мөмкинлектәре күп. Ошо өлкәнән китә аламмы икән, тип уйланғаным да булды. Әммә хәҙер беләм – китә алмайым!

Айзилә Мортаева:

– Бүрене аяғы туйҙырған кеүек, журналистың да йөрөгән аяғына йүрмә эләгә, ашаған икмәге, ҡулындағы ҡоралы – яҙыу-һыҙыу, һүҙ, ҡағыҙ, ҡәләм. Ә баһаһына килгәндә, элекке замандарҙан ҡайтышыраҡтыр. Әүәле журналистарға ҡәҙер-хөрмәт тосораҡ ине. Уларҙың һүҙе лә үткерерәк, тәьҫир итеү көсө лә ҡеүәтлерәк булғандыр. Мәҫәлән, ауылға хәбәрсенең килеүе, ниндәйҙер проблеманы яҡтыртыуы, мәҡәләнең ташҡа баҫылыуы оло күренештәй ҡабул ителде. Үҙебеҙҙең журналды ғына алғанда ла, уға төрлө проблемалар, ғаилә мәсьәләләре менән дә мөрәжәғәт итеп, бихисап хат яҙғандар, кәңәш һорап килгәндәр. Журналистар сәфәр сығып, мәсьәләнең төбөнә төшөнөп, хәл итеүҙә ярҙам күрһәткән. Ысындан ҙур көс булған журналистика.

Заман да үҙ ролен уйнай, барыһы ла үҙгәрә, үҙгәреш, үҫеш – тәбиғәт, донъя законы ул. Уны яҡшы йә насар, тип нарыҡлап булмай, һәр дәүерҙең – үҙ прогресы һәм регресы.

---------------------------------------

 

– Бөгөн цензура бармы, журналист үҙ фекерен әйтә аламы? Уның һүҙе, мәҡәләһе йәмғиәттә фекер, ҡараш уятамы?

Рәсүл Сәғитов:

– Ҡаты цензуралы заман булды – барыбер үтә инек. Беҙҙең быуындың эсендә эске цензор ултыра. Профессионализм, тәжрибә лә быға булышлыҡ итәлер. Ҡайһы берҙә бөтә нәмәне асыҡтан-асыҡ әйтке килә, әммә был – милли журналистиканың бер һыҙаты шикелле: самаһыҙ түгелмәйбеҙ, өйҙәге һүҙ баҙарға ярамай, тигәндәй, тотанаҡлылыҡ, әҙәп ҡанундары көслө халҡыбыҙҙа. Шулай ҙа фекерҙе белдерә алабыҙ.

Айзилә Мортаева:

– Журналистарҙың ҡыйыу  һүҙе, мәҡәләһе, әлбиттә, йәмғиәттә фекер тыуҙырырға һәләтле. Тик ундайҙар хәҙер һирәк. Һүҙ азатлығы хаҡында һөйләһәк тә, цензура, баҫым элек тә, бөгөн дә бар. Ҡыйыу фекерле, үткер ҡәләмле журналистар хөкүмәт баҫмаларында, әлбиттә, эшләмәй. Үҙ гәзитен генә булдырмаһалар әгәр. Ләкин йәнә интернет, яңы технологиялар һәр кешенән «журналист» яһарға мөмкин, рәхәтләнеп һүҙ азатлығын шәхси диуарында ҡуллана, фекерен әйтә ала ул.

Гөлдәр Яҡшығолова:

– Яҙғандарым ҡаты тәнҡиткә эләккәне юҡ. Асыҡ рәүештә булмаһа ла, сикләүҙәр гел булғандыр, тием, үҙемдә лә эске цензор көслө. Бөгөн журналист, фекерен дөрөҫ, матур итеп нигеҙләп, үҙ һүҙен еткерергә мөмкин. «Атайсал» гәзитендә эшләгәндә ауыр хәлгә ҡалған бер апай тураһында яҙҙым: йәшәргә урыны ла, эше лә юҡ. Ауылдан ҡалаға күскән. Балалары күптән ҡырҙа, уларҙан ярҙам юҡ. Ошо хаҡта мәҡәләне уҡып, уны торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа эшкә саҡырҙылар, бүлмә бирҙеләр.

Һәр изге ынтылыштың һөҙөмтәһе була. Иң мөһиме – битараф ҡалмау. Бөгөн журналист, теләй икән, әллә ниндәй социаль проекттар, ярҙам акциялары ойоштора ала. Журналист һөнәренең бәҫе, баһаһы кәмене, тиһәләр ҙә, үҙем һүҙ көсөнә, уның тәьҫиренә ышанам.

-----------------------------------------------

 

– Хәҙерге журналистиканың көслө һәм көсһөҙ яҡтары...

Гөлдәр Яҡшығолова:

– Көслө яҡтары: интернет, яңы формат һәм технологиялар, тиҙлек, сығанаҡтар. Көсһөҙ яҡтары: фекер ярлылығы, еңел-елпе, тикшерелмәгән мәғлүмәт, финанс һәм хоҡуҡи яҡтан яҡлауһыҙлыҡ.

Рәсүл Сәғитов:

– Был хәбәрсенең шәхси кимәленән тора. Оҫталығыңды һуңғы тамсығаса һал, егелеп эшлә. Эйе, эш хаҡы түбән, әммә эшҡыуарлыҡ түгел ул хәбәриәт. Аҡса умырыу ысулына әйләндерһәң, уның асылы үҙгәрә, тыңлаусы-уҡыусың ышанмай. Мин матур, экранда күренгем килә, тип кенә килһәң дә, көслө журналист булып китә алмайһың. Редакцияла туғыҙҙан алтыға тиклем генә ултырыу түгел ул. Йөрө, күҙәт, еткер, һөнәреңде күтәр. Ҡыҙыҡһыныусан, киң даирәле кешенең генә мәҡәләләре уҡымлы. Хәбәриәтте көслө лә, көсһөҙ ҙә иткән – хәбәрсе үҙе.

 

Фото А. Королев

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас