

– Бөгөн һеҙ – балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтенең иң популяр авторы. Хәҙерге йәш быуынды нимәләр менән ҡыҙыҡһындырып була, ниндәй темаға ул битараф ҡалмаҫ ине икән?
– Бөгөн донъя бик үҙгәреүсән һәм балалар ҙа ҡай саҡ беҙҙән күпкә аҡыллы, белемле һәм киң ҡарашлы булып сыға. Тормошто бөтә төҫмөрҙәрендә аңлай, тоя, күрә беләләр. Шуға ла яҙыусыға, иң беренсе сиратта, уларҙың күңел донъяһын сағылдырған, мауығыуҙарына тап килгән әйберҙәр яҙыу шарт. Әҫәрҙәр бөгөнгө заман тураһында булырға тейеш. Үпкәләтеп әйтеүҙән түгел, әүәлге ваҡыттағы пионерҙар тормошон, колхозлашыу осорон һүрәтләү, шул замандағы фекерләүгә ҡоролған әҫәрҙәрҙең уҡыусыла ҡыҙыҡһыныу уятыуы икеле. Ә иң мөһиме – яҙыусы яҙғандарында ихлас булырға тейеш. Хәреф таный башлағанынан алып бәлиғ булғанына тиклемге баланы ниндәйҙер эскерһеҙ ихласлыҡ менән йәлеп итә белеү оҫталығына эйә булыу кәрәктер. Театр режиссерҙарынан да күп тапҡырҙар авторҙарҙың ҡуян, төлкө, бүре персонаждарынан ары китә алмауы хаҡында ишеткәнем бар. Ә бит кеше фантазияһының сиге юҡ, балалар бигерәк тә уйлап табыуға отҡор, зирәк була. Күптән түгел генә Факиһа Туғыҙбаева исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр конкурсы үткәрҙек, шунда йәш авторҙарҙан бай йөкмәткеле, матур әҫәрҙәр алып ҡыуандыҡ. Уларҙың хатта ойоҡбаштары ла һөйләшә, геройҙары ла икенсе донъяға барып сыға. Әҙәбиәткә көнүҙәк темалар менән бергә ниндәйҙер яңылыҡ та кәрәк.Үҙем йыш мөрәжәғәт иткән атай, әсәй, ғаилә темаһы ла үҫмерҙәргә яҡын, сөнки улар – мәңгелек темаларҙың береһе.
–Ҡаҙағстан балалары менән булған осрашыуҙарығыҙ хаҡында ла ишетәйек әле?..
– Ҡаҙағстанда йыш булырға тура килә. Әйткәндәй, китаптарымдың иң күбе ҡаҙаҡ телендә сыҡты, «Ҡалдырма, әсәй» ун тапҡыр нәшер ителде, «Әкиәтһеҙ бала саҡ» менән «Урам балалары» ла ҡабат-ҡабат баҫылды. Был телдә сыҡҡан баҫмаларҙың дөйөм тиражы – 100 меңдән ашыу. Ҡаҙағстанда театрҙар күп, шуларҙың алтыһында спектаклдәрем бара. Февраль айында тулы метражлы «Тастамашы, ана!» нәфис фильмы тамашасылар хөкөмөнә тәҡдим ителде. Кинофильмдың киң прокатҡа сығыуы ҡыҙыҡ процесс икән ул. Прокат старт алған көндә Ҡаҙағстандың йөҙҙән ашыу кино-театрында күрһәтелде. Көнөнә 8-9 сеанс, йәғни фильм бер көндө барлыҡ кинотеатрҙарҙа 800-900 тапҡыр ҡуйыла. Урам буйындағы баннерҙарҙа ла, электрон рекламаларҙа ла ошо хаҡта ғына мәғлүмәт. Ә фильмдың яҙмышына килгәндә, уның ҡуйылыу тарихы ла үҙенсәлекле һәм осраҡлы.
Сәбәпсеһе – Алтаир исемле үҫмер. Баҡтиһәң, «Ҡалдырма, әсәй!» китабын ул класташтары менән яратып уҡыған һәм ҡайтып әсәһенә: «Әсәй, һин бит кино төшөрәһең, әйҙә, ошо китапты уҡып ҡара әле, оҡшатһаң, бәлки, фильм да эшләрһең», – тигән. Ғаилә китапты уҡып сыҡҡан, оҡшатҡан һәм «ТТ Продакшн» шәхси киностудияһының продюсеры, Алтаирҙың әсәһе Жадыра Скабыл минең менән бәйләнешкә инде. Премьераға барғанда уларҙың өйөндә булып, был матур ғаилә менән танышыу, аралашыу бәхете тейҙе. Фильмды Ҡаҙағстандың киң йәмәғәтселеге: күренекле шәхестәре лә, мәктәп уҡыусылары ла йылы ҡабул итте. Алматы һәм Астанала премьера алдынан булған ябыҡ күрһәтеүҙә Ҡаҙағстан
Президенты кәңәшсеһе Малик Отарбаев ҡотланы. Донъяла танылыу яулаған, популяр йырсы Димаш Кудейбергендың ата-әсәһе лә сығыш яһаны. Бына шулай, осраҡлы рәүештә донъя күргән фильмдың яҙмышы матур.
Дала иленә юл төшкән һайын, мәктәп уҡыусылары менән күп осрашыуҙар көтә мине. Элек барыһына ла барырға, өлгөрөргә тырыша инем, хәҙер бер генә мәктәпте һайлайым, сөнки шул тиклем күп энергия сарыф ителә, арыта. Беҙҙәге кеүек балалар бик ихлас, ябай унда, холоҡтары менән дә оҡшаштар. Ғөмүмән, Ҡаҙағстанда ижадыма хөрмәт ҙур. Яҙыусылар союзы «Ҡаҙағстандың хөрмәтле яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исем дә бирҙе.
...
Айзилә Мортаева әңгәмәләште.
Фото геройҙың шәхси архивынан