+15 °С
Облачно

Ихласлыҡ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе, Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы Кәримова хаҡында материал яҙырға ултырғас та, уның булмышын ҡылыҡһырларлыҡ тос ҡына бер фекер эҙләгәндә, күңелемә иң беренсе шул һүҙ килде – ихласлыҡ. Арттырмай, шаштырмай, артыҡ биҙәмәй һәм шул уҡ ваҡытта шәхесен дә булған кимәлендә бирә алырлыҡ күрһәткесе ул уның, тәбиғи күренеше был баһа. Ихлас кеше ул, минең ҡарамаҡҡа хатта ки үтә ихлас...

ИхласлыҡИхласлыҡ
Ихласлыҡ

Өләсәй ҡулында тәрбиәләнә Рәмзиә. Оло кеше балаларын ҡара эш менән баҫа. Бармаҡ буйы көйө мал араһында ла, баҡсала ла, өй ығы-зығыһында ла йөрөтөп бешектерә. «Ҡара эш ҡараламай» тигәнде лозунг итеп ҡуя бөтә ауырлыҡтарҙы ла тик хеҙмәт менән генә үтеүгә күнеккән боронғо кеше. Шул уҡ ваҡытта өләсәйле булыуҙың бәхетле яҡтары ла матур иҫтәлектәр булып ғүмер буйы күңелен йылытып йәшәй Рәмзиәнең. Мәҫәлән, һәр көн иртәнсәк йылы өйҙә уяныуы һәм усаҡ ҡаҙанында бутҡа бығырлап бешеп, көлдөксәһендә майлы икмәктең тәмле еҫтәр аңҡытып ултырыуы. Балаларҙың мәктәпкә йылы аш, самауыр сәйе менән оҙатылыуы. Ә инде уҡыуҙан сыҡҡан ейәнсәрен өләсәйҙең сана һөйрәп килеп көтөп тороуы ҙурая бара бер мәрәкәгә әйләнеп китә. Өҫтәрен дә таҙа, бөхтә, бөтөн йөрөтә әбекәй, магазинға килгән матур күлдәктәрҙән дә мәхрүм итмәй. Шулай ҙа был йортта буш йөрөү тыйыла. Хатта һөйләшеп ултырғанда ла ҡулда бәйләм йә берәй ваҡ эш булырға тейеш икән. Бары тик китап тотоу ғына ҡотҡара ала. Ейәндәренең әсбап алыуын күргән өләсәй аяҡ остарына ғына баҫып йөрөй, әкрен генә һөйләшә, сөнки ғилемде әллә ни итеп күрә. Үҙе әлефте таяҡ тип белмәһә лә, уҡытыусы уның өсөн изге йән кеүек. «Мөғәллимдәреңә ҡаршы һүҙ өндәшеп ҡуйма», – тип кенә тора, мәктәпкә лә намаҙ уҡығандағылай йыуынып, байрамса кейенеп кенә бара.

------------------------------------------

«Экономия» тигән һүҙҙе әйтмәҫкә лә, уға күнекмәҫкә лә өйрәтә бөгөнгө психологтар. Тик халыҡ педагогикаһы икенсерәк лөғәтләй. Рәмзиәне лә өләсәй аҡсаға бик йыйнаҡ булырға өйрәтә. Хәлеңдән килгәнсә барыһын да үҙең башҡарырға ла, бик кәрәкле осраҡтарҙа ғына аҡсаға көс төшөрөргә икәнде һеңдерә. Бала сағынан тәмле-татлыға, ялтыр-йолторға, кәйеф-сафаға сығым сығарыуҙы аңламай ҡыҙыҡай. Стипендияһына тиклем ҡыҫып тотоп йыя ла... төҙөлөш материалдары ала. Сөнки өй төҙөйҙәр!        Армиянан ҡайтып йорт һалыуға        тотоноп киткән ағаһына ҡуш булып. Әбейҙәренең иҫ белгәндәренән   «донъяны яңыртырға ине» тип уфтанып-хыялланып һөйләнеүе балаларҙың мейеһенә шул тиклем ныҡ һеңгән була, улар был эштең оло бер йола, ауыр һәм сығымлы хеҙмәт икәнлеген дә аңламаҫтан, тырышып-тырмашып     тотона ла китә. Ҡаланан ялға килгәндә сумкаһында берәй төргәк сөй йә шарнир, йүшке йә ишек тотҡалары була студентканың. Ҡул менән бесән сабып әлһерәшеп ҡайтҡанда ла, мал-тыуарҙы ҡарағас, ағаһы менән электр уты яҡтыһында нигеҙ соҡойҙар, бүрәнә әрсейҙәр, таҡта йышалар. Йәш саҡта матур кейенге лә, танцыларҙа йөрөгө лә, дуҫлашҡы ла килә. Тик, бура бурағанда тап оса, тигәнгә күнә, йәғни оло идея менән йәшәгәндә ваҡ ҡорбандар була, йәки ҙур маҡсаттың ваҡ мәшәҡәттәре күренмәй. Быныһы ла өләсәйҙең тәрән аҡылы.

----------------------------------------

Илдары менән беренсе күрешкәнен үҙе лә белмәй ҡала Рәмзиә. Шәп      студент булғаны өсөн сит илгә юллама менән сәйәхәттә йөрөп килә лә, бер йәйге кис, тиҫтерҙәренә ярһып-ярһып күргәндәрен һөйләп ултыра икән. Ә Илдар, был ауылға киске уйынға килгән егет, әлеге төркөмдө ситтән генә тыңлап, ҡыҙҙы күҙәтеп тора ла, «ҡалай лекция уҡыған һымаҡ тытылдай әле был», тип уйлап китеп бара. Унан Өфөгә эшкә килгәс, танышы уны бер яҡташына ҡунып сығырға алып бара. Был инде телевидениела журналист булып йөрөгән Рәмзиәнең ятаҡтағы бүлмәһе. Барһа, юлсылар, абитуриенттар, ауылдан йомош менән килгәндәр тулышып ята икән. Мәңге эштә, юлда йөрөгән хужабикә бүлмәһендә кемдәр торлаҡ тапҡанын да белмәй, ти. Һәр береһенә ишеге асыҡ, ярҙам итергә, һыйындырырға, сәй эсереп сығарырға әҙер. Рәхмәтле кешеләр, бында туҡтап баш-күҙ алғандан һуң, һыуытҡысына күстәнәстәрен ҡуйып, записка яҙып сығып китәләр, унан ҡала үҙ таныштарына ла ҡапылда барып төртөлөр урын булмағанда әлеге адресты бирәләр икән. Шул осраҡлы килеп инеүендә таныша ла инде буласаҡ кәләше менән Илдар.

Байбулатовтар ғаиләһендә йәш киленде бөтөнләй икенсе йәшәйеш ҡаршы ала. Абруйлы, дәрәжәле, тоҡомло зат вәкилдәре була улар. Ҡайныһы – уҡытыусы, ҡәйнәһе – һатыусы. Был нигеҙҙә – патриархат. Бөтә нәмә ир аҡылына, ир фекеренә таянып башҡарыла. Һәм шул ваҡыт, һәр саҡ йөктө төптән төшөп һөйрәргә өйрәнгән ҡыҙ, үҙенең бында бары йәм, төҫ, матурлыҡ өсөн икәнлеген аңлап аптырап ҡала. Уға бер ниндәй талап ҡуймайҙар, ауырлыҡ һалмайҙар,     яраталар, иркәләтәләр. Хатта үҙен дә ауылда исеме менән түгел, ә «Байбулатовтарҙың килене» тип кенә билдәләйҙәр икән.

-----------------------------------------

Журналист булараҡ билдәлелек яулау ҙа ана шул ихласлығынан уның. Теле мәғлүмәт кенә биреп ҡалмай ул, ә кешеләрҙең проблемаһына башкөллө сума һәм ярҙам итеү юлдарын эҙләй белә. Таба ла уны. Мәҫәлән, Ҡунаҡбаевтар ғаиләһен алғанда ғына ла, ҡайһындай эштәр башҡарып, шуларҙы атҡарып сығыу өсөн ниндәй юлдар үткәнен бөтә республика менән күҙәттек. Социаль хеҙмәттәрҙе лә, медицина өлкәһен дә, хоҡуҡ яҡлаусыларҙы ла, хакимиәттәрҙе лә аяҡҡа баҫтырҙы һәм кәрәкле маҡсатҡа өлгәшә алды. Бындай ыҙанды бөтә журналист та үтә алмай һәм, дөрөҫөрәге, мәшәҡәтләнмәй ҙә ул. Мәҡәлә яҙыр, телевизорҙан күрһәтер ине, бәлки, кемдер, әммә шул мәҡәләләге проблемаларҙы хәл итеүгә тотоноп китмәҫ ине. Үҙ өҫтөнә     ошондай мәшәҡәттәр алған саҡтары күп Рәмзиәнең. «Күрә, белә тороп ярҙам итмәҫкә, күҙ йомоп китергә намыҫым етмәй»,  – ти ул был хаҡта.

Ә инде депутатлыҡ хеҙмәте тураһында ул бик ҡыҫҡа ғына итеп әйтте:

– Депутатлыҡ эшмәкәрлеге журналистиканан артыҡ айырыла, тип белдерә алмайым, бары тик кешеләргә ярҙам итеү мөмкинлеге күберәк. Мин депутат булып йәмәғәт башланғы-сында эшләйем, әммә был яуаплылыҡ-тан азат итмәй. Халыҡ һине ышанып һайлаған икән, уларҙың өмөттәрен аҡлау, хәлеңдән килгәнсә тырышыу шарт.

 

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

 

Фото героиняның шәхси архивынан

Автор:
Читайте нас