+23 °С
Облачно

Беҙҙең тышлыҡта ГӨЛНАЗДЫҢ ТАРИХЫ

Әҙәм балаһына күтәрә алмаҫ һынауҙар һалынмай, тиелә. Әммә һәр йәндең күрәсәге – ул уныҡы, индивидуаль рәүештә бирелгәне, тик ул ғына кисерә, үткәрә һәм шул ғазаптар эсендә һауыға, үҫә, көс йыя алғаны. Башҡалар уға был ауырлыҡтарҙы күтәрешергә мөмкин, тик бүлешә алмай. Һәм һәр кеше һынауҙары эсендә нисек булырға икәнде үҙе хәл итә: ҡорбанға әйләнәме, әллә көрәшсегәме? Бөләме – еңеләме? Бешегәме – һынамы? Тағы ла нығыраҡ булып алға атлаймы, әллә юҡҡа сығамы? Һорауҙар күп, шулаймы? Ә яуаптары иһә – кеше яҙмыштарында. Сибай ҡалаһынан бына шундай бер ғәжәйеп героинябыҙ – Гөлназ Фәнис ҡыҙы АЗАТОВА менән таныштырмаҡсыбыҙ һеҙҙе, хөрмәтле журнал уҡыусыларыбыҙ.

Беҙҙең тышлыҡта ГӨЛНАЗДЫҢ ТАРИХЫБеҙҙең тышлыҡта ГӨЛНАЗДЫҢ ТАРИХЫ
Беҙҙең тышлыҡта ГӨЛНАЗДЫҢ ТАРИХЫ

Аяҡһыҙ бала саҡ

Гөлназ үҙен иҫләй башлағанда ул инде гипста ултыра. Өс йәшендәге етди диагноз уны аяҡһыҙ итә. Башта, ваҡытлыса тип һалынған был «бығау», алмалай ҡыҙ баланы оҙайлы йылдарға хәрәкәтһеҙ ҡалдыра. Әлбиттә, атай менән әсәй баш балаларының сирен дауалау өсөн бар тырышлығын һала, әле үҙҙәре лә йәш кенә булған ғаилә пары тиҙ олоғая, улар иңенә үтә лә ауыр йөк – бала ҡайғыһы төшә. Бит тормошта йыш ҡына шулай була, балаға ауыр диагноз ҡуйыла икән, ата менән әсә араһында аңлашмаусанлыҡ китә, күп осраҡта атайҙар ҡурҡа йә бындай мәшәҡәттәр йөгөнә түҙмәй, үкенескә ҡаршы – әсә ошондай проблемалар менән яңғыҙ ҡала. Тик Фәнис ағай ундай ир-егеттәрҙән түгел, ул ҡатыны Дилә менән бер тиң булып яуаплылыҡты күтәрә һәм ирле-ҡатынлы сабыйҙары өсөн көрәш юлына баҫалар.

– 90-сы йылдар башы, илдә тотороҡһоҙлоҡ, эш хаҡы юҡ... – тип башлай бала саҡ хәтирәләрен беҙҙең бөгөнгө Гөлназ. – Атайым – ауыл советы рәйесе, әсәйем – бухгалтер, икеһе лә яуаплы урындарҙа. Бергәләшеп мине һөйрәп сығып китә алмайҙар, атай хатта өйҙә лә һирәк күренә, уның биләмәһендә – ҙур ғына Иҫке Сибай ауылы. Шул уҡ ваҡытта ураған һайын баш ҡала дауаханаларына йөрөү зарур. Атай менән әсәй ултырып кәңәшләшә: ниндәй малды тотонорға, ҡайҙандыр ем барып алырға, уны ҡайҙалыр илтеп һатырға һәм юллыҡ аҡса тупларға, табиптарға күстәнәскә нимәләрҙе төйнәргә һәм башҡалар. Унан беҙ әсәй менән поезға ултырабыҙ... Артабан, төшкәс, әсәй ҡышын мине санала һөйрәп китә, башҡа миҙгелдәрҙә күтәрә... Үҫәм, йылдан-йыл ауыраям... Әсәкәйемдең көсө етмәй, йөҙө тәңгәлендәге муйын тамырҙары тиртеп сыға, тирләп төшә... Ултырып һығылып-һығылып илап ала ла артабан өҫтөрәй. Шул саҡтарҙа уның хәлен еңеләйткем – осоп киткем килә. Мин осоп ҡына барайым да, әсәйем былай ыҙаламаһын ине, тип уйлайым...

-----------------------------------------------------------

– Рәйфә Шаһый ҡыҙының өйөнә инеп диванына һуҙылып ятам да – уҡыйым, –  тип бер ҡыҙыҡ итеп һөйләй үҙе. – Уҡытыусым йорт мәшәҡәттәре менән булып йөрөй, мин ултыра алмағас ятам инде. Тик «поблажка» юҡ, уҡытыусым талапсан. Оҙайлы һәм төплө шөғөлләнәбеҙ. Йорт хужаһы ағай ҙа эштән ҡайтып инә. Ә мин түрҙе биләп ятам бит инде. Уңайһыҙланып торорға итһәм, ағай «ят-ят, бүленмәгеҙ, мин урын табам» ти ҙә, ситкә барып ултыра. Бына шундай оло йөрәкле кешеләр булды ул күршеләребеҙ.

Ә әсәһе һаман квота йүнләй. Өфөгә киткәнендә әле бәпес кенә ҡустыһын Гөлназ алып ҡала. «Балам, ошо ауыр мәлдәрҙе үткәрешһәң, артабан еңеләйер ул», – тип әүрәтә уны әсәһе. Яурын таяҡтарында тороп аш бешерә, һауыт-һаба йыуа, унан дүрт аяҡлап йөрөп иҙәндәрҙе һөртә, туғандарына әкиәт һөйләй. Апай ролен бар хәленсә үтәй ул.

– Ә беләһегеҙме мин шул ваҡытта ниндәй ҡиәфәттә инем? – тип сылтыратып көлөп тә ебәрә әңгәмәсем. – Ҡултыҡ таяҡтарында ғына йөрөп яурындарым киңәйгән, аяҡтарым һулыған да шуға кәүҙәм аңлайышһыҙ килбәттә. Гел эстә генә йәшәгәс, йөҙөм аҡ-күк төҫтә. Артыҡ аралашыу булмағас, дуҫтарым да юҡ. Ауыл балалары сит итеп ҡарай. Минең дә уларҙың моңһоҙ сағыу тормоштарында эшем юҡ. Бына шундай бер сит планета кешеһе инем.

---------------------------------------------------------------

«Адвокат булам»

Иҡтисадсы итергә теләй уны әсәһе, аяҡтарын аяп ултырып ҡына эшләр, тиҙер инде. Тик Гөлназ адвокат булырға ниәтләгән. Дауахана-ларҙа ятҡан яҡлауһыҙ балаларҙың эштәрен алып барырға тип ҡарар иткән инде үҙенсә. Хатта мәктәптә уҡығанда бер иншаһында «разводтарҙы яһай торған адвокат булам» тип тә яҙған икән. Әммә әсәһе уны етди ысынбарлыҡҡа нығыраҡ таянырға өндәй һәм ҡыҙы уны тыңлай. Сибай институтының иҡтисад бүлегенә уҡырға инә. Инә лә ятаҡҡа күсеп сыға. Был хәлгә лә ризалаша өйҙәгеләр.

– Мин оҙаҡ йылдар дауахана-ларҙа йөрөп үҙ аллылыҡҡа өйрәнгәйнем. Үҙемде үҙем хеҙмәтләндерергә, хәл итергә һәм өлкәндәрҙең эргәмдә артыҡ хәстәрләп күҙәтеп тормағанына. Ололарымды тыңланым, әммә үҙемсә йәшәгем килде, – тип аңлата героиням был аҙымын.

------------------------------------------------------------------

Диплом эше яҙырға мәл еткәс, Гөлназ тема һайлай башлай. Уҡытыусыһы Вилүр Йәмил улы Әхмәтов уға иҡтисади берәй проект уйлап табырға ҡуша ла ҡыҙ баш вата башлай.

– Бер мәл төрлөсә фаразлап ултырам, үҙем буҙа шөрпөлдәтеп ултырам. Уйлап ултырам, эсеп ултырам... Һәм ҡапыл башҡа килә: ә ни эшләп мин буҙа темаһын алмайым әле? – үҙ асышынан үҙе шаҡ ҡата Гөлназ һәм шул хистәрен беҙгә лә еткерә ала. – Вилүр Йәмилевич, һин бит биолог түгел, тиһә лә, ә мин уны иҡтисади юҫыҡтан ҡарайым, тием. Йәғни, буҙаны ҡойоу сығымдарын, уның ҡиммәтен һәм һатылыу, унан килем алыу юлдарын. Ризалашты уҡытыусым. Шулай итеп, буҙа буйынса иҡтисади анализ проекты менән диплом яҡланым.

Тағы ла саҡ ҡына артҡараҡ күсеп һөйләгәндә, тырыш ҡыҙ инде студент йылдарында уҡ ҡала үҙәгендә киоск тотоп, унда пирожки менән ҡамырға төрөлгән сосискалар бешереп һата. Водителгә уҡып, атаһы уға машина алып бирә. Яйлап буҙаны һатыуға сығара. Уның йәштәге ҡыҙ-егеттәр ниндәйҙер икенсе нәмәләр менән ҡыҙыҡһынғанда, Гөлназ, үҙе әйтмешләй, май еҫе аңҡытып йөрөгән һәм мәңге мәшәҡәттәрҙә янған бер һылыу була.

------------------------------------------------------------------

Буҙлата торған буҙа

– Хәҙер инде миңә егерме бер йәш. Дүрт-биш йыллап буҙаны туҡтауһыҙ эсәм, – тип һөйләй

героиням. – Шул шифалы эсемлектән быуындарыма көс ултырҙы, оҙаҡ йылдар хәрәкәтһеҙ булған организмым тулыһынса яңырҙы, тирем, сәсем яҡшырҙы һәм иң мөһиме – ашҡаҙанымдағы сир яйлап юҡҡа сыҡты. Быны табиптар ҙа дәлилләне. Бынан инде минең буҙаға булған мөнәсәбәтем тағы ла көслөрәк нығынды һәм уны пропагандалауҙы маҡсат итеп алдым.

Маҡсат – бер, уны тормошҡа ашырыу – икенсе мәсьәлә. Халыҡ белмәй буҙаның ни икәнен, йәки боронғо хәтерен онотҡан. Эшләгәнен кешеләргә эсереп ҡарауға, аңлатыуға, күрһәтеүгә тотоноп бөтә күп осраҡта. Алмайҙар. Баҙарға ла сығара. Һөт һатыусы апайҙар араһында тора. Кемдәрҙер «фуу» тип йөҙ сира, кемдәрҙер «тапҡанһың һатыр нәмә» тип көлөп китә, үтмәгәнен кире алып ҡайта, әсегәнен түгә. Йәшереп кенә буҙлап та ала. Өйҙә атаһы уның күңелен күтәреү өсөн «ҡыҙым, баҙарҙы бер итеп һатыулашып ҡайттыңмы» тип мәрәкәләп көлдөрә, әсәһе «һатыу эше шулай ул, йәки ныҡ булаһың, йәки ғәҙәти эшкә тотонаһың» тип шарт ҡуя. Ә Гөлназ бирешмәй. Илап ала ла ҡабаттан сыға баҙарға. Илап ала ла яңынан тотона буҙаға. Илап ала ла тағы йәбешә шул хыялына.

Буҙаһы буҙа менән, ә бит Гөлназдың был иң матур сағы – сәскә атҡан, һутҡа тулышҡан, хискә төрөнгән мәле. Әлбиттә, тәүге тойғолар ҙа килә уға. Бер егет менән дуҫлаша һәм ғашиҡ була. Тик егеттең мөхәббәткә ҡарашы ҡәнәғәтләндермәй уны, ташлашалар, унан бер йыл ғазапланғандан һуң, осраҡлы күрешеп, кире ярашалар. Эштәр яҙмыштарҙы бәйләүгә табан бара. Ҡыҙ уны ата-әсәһе менән таныштыра. Тик нимәлер етмәй, нимәлер ҡамасаулай һымаҡ уға был мөнәсәбәттәрҙә...

---------------------------------------------------------------

Бизнес юлы

Йәштәр егеттең туған йортонда йәшәй башлай. Буҙа темаһы бында ла дауам итә. Ҡайныһы килененә төкөтмәһен йүнәтеп бирә. Бәпестәре тыуа. Барыһы ла ярҙам итә йәш киленгә. Ҡайны бала ҡарай, ҡәйнә ҡайнатыша, һөҙөшә, ире таратыша. Берәү ҙә «юҡ, был эш килеп сыҡмай» тимәй. Ысынында ҡаршылыҡтар һәм уңышһыҙлыҡтар күберәк була. Быларын да мауыҡтырғыс итеп бәйән итә белә ул:

– Һалҡын ҡыш көнө ине. Өфөнән ҙур ғына заказ килде лә, баланы илата-илата, ҡәйнәм менән буҙа ҡойҙоҡ оҙон бер көн хитланып, бер көн ойотоп, әҙерләп, төнгө өстә таксиға тейәп ебәрҙек. Иртәнсәк өфөләр шылтырата, буҙалар өҫкө багажда килеп шаҡылдап туңған икән. Нимә эшләтәйек хәҙер был туңған тауарҙы, тиҙәр. Шул саҡ мин үҙемә әйттем: Гөлназ, етәр, еңмешләнмә, ҡуй был мәшәҡәтте, етте! Тегеләргә «Ташлағыҙ, аҡсаһы кәрәкмәй», – тинем дә, баламды ҡосаҡлап йоҡларға яттым...

----------------------------------------------------------------

Ҡайҙа ул бәхет?

– Барыһы ла яҡшы, барыһы ла һәүетемсә, етеш, тәртиптә кеүек бит инде, тик мин үҙемдә шәхси үҫеш тоймайым, – тип дауам итә Гөлназ үҙ тарихын. – Уйлап ҡараһаң, тағы нимә кәрәк, шулай бит? Юҡ, күңел төбөндә бер төйөр йөрөй һәм ул ваҡыт үткән һайын үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. Шул тиклем һыҙланыу һәм ғазапланыуҙарҙы мин ошо матди донъяны ҡыуыу өсөн генә кисерҙемме икән? Әгәр улай ғына булһа – аҙ түгелме? Ә бит ­һиҙемләүҙәрем икенсе төрлө, уйҙарым был сиктәрҙә генә түгел...

Һәм тағы ла күктәр үҙ юлын аса. Күңел торошонда тотороҡлоҡ кисереп йөрөгәндә уға энерготерапевт-нейромастер Кайрат Бекболат осрай һәм аң даирәһен күпкә киңәйтеп ебәрә. Башта уның лекцияларын тыңлай, аралаша, унан яҡынлашып ғаилә дуҫтары булып китәләр. Донъя фәлсәфәһендәге бәхет асылын аңларға ярҙам итә был остаз Гөлназға. Шәкерт булараҡ, үҙе иһә әллә күпме ҡатын-ҡыҙҙы артынан эйәртә. Һәм хатта ошо әңгәмә барышында ла уның бына тигән коуч-психолог булып өлгөрөп еткәнлеге һиҙелә.

----------------------------------------------------------------

Киң әҫәрлек тарихты бер нисә биттә йүгереп кенә һөйләп бирергә мәжбүрбеҙ. Баҫма күләме сикле. Әммә был мәҡәләнең, геройыбыҙҙың энергияһын тоя алғандар уның тап һеҙгә төбәлгән һәм һеҙгә өндәшкән урындарын, ым-ишараһын да таныр. Был хикәйәттең бер өлөшө генә булды, ә Гөлназдың тарихы – тормош, йәшәү, хеҙмәт, яратыу һәм эҙләнеүҙәр кеүек үк – дауам итә.

 

Миләүшә Ҡаһарманова.

Фото героиняның шәхси архивынан

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас