+23 °С
Болотло

Бәйге Ҡара көртмәленән ҡаҡ

Белорет районының Аҙнағол яғы урмандары көртмәлегә бай. Уны йыйыуға хатта Белорет, Магнитогорск ҡалаларынан да киләләр. Ауылдың бренды булырҙай был емеш – Шываҡ, Ҡыраҡа, Ҡалмаҡ, Яулыҡ, Атау ташы, Мейес урыны тип йөрөтөлгән урындарҙың биҙәге. Емешле ерҙәр сама менән 34 гектарҙы биләй. Көртмәле – ябай ғына емеш түгел. Уның файҙаһын белгәндәр был мәлдә йоҡлап ятмай. Емеш йыйыу осоро бөтә йәштәгеләрҙе лә берләштергән күңелле ғаилә шөғөлөнә әйләнә, сөнки яҡшы килем сығанағы ла. Бер йәйҙә көртмәле һатып 70-80 мең эшләгән ғаиләләр ҙә бар. Ҡара көртмәленән үҙем яратып эшләгән ҡаҡ ҡойоу рецебын тәҡдим итәм.

Бәйге Ҡара көртмәленән ҡаҡБәйге Ҡара көртмәленән ҡаҡ
Бәйге Ҡара көртмәленән ҡаҡ

Кәрәк: 1 кг ҡара көртмәле, 2-3 алма, 2-3 ҡалаҡ бал, майлау өсөн көнбағыш майы.

  1. Әрселгән алмаларҙы, үҙәген алып, турағас, 15-20 минутҡа мейескә ҡуйып бешерергә.
  2. Бешкән алмаға ҡалған ингредиенттарҙы ҡушып, блендер менән өйрөлтөп алырға.
  3. Махсус киптергес (дегидратор) һауытын майлап, әҙер иҙмәне йоҡа ғына итеп йәйергә.
  4. Артабан дегидраторҙың температураһын 45-55 градусҡа ҡуйып, уны 12–15 сәғәткә ҡалдырырға. Киптереү ваҡыты, бүлмәләге дымлылыҡҡа ҡарап, әҙерәк йә күберәк булыуы мөмкин.

Оҙағыраҡ һаҡлау өсөн кипкән ҡаҡты полиэтилен ҡапсыҡтарҙа йәки быяла банкала тоторға.

 

Вәсилә Фәтҡуллина.

Белорет районы,

Аҙнағол ауылы.

 

Фото авторҙың шәхси архивынан

Автор:
Читайте нас