+30 °С
Болотло

Һыртланда “Мөнәжәт байрамы”

Күптән түгел редакциябыҙға Мәләүез ҡалаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапханаһы хеҙмәткәре Рәзилә Ҡотлогилдина килеп, Мәләүез районы Һыртлан ауылына “Мөнәжәт байрамы”на саҡырып ҡайтты. Журналға яҙҙырырға ла мөмкинлек буласаҡ, яңы геройҙар табырбыҙ тигән маҡсат менән беҙ юлға сыҡтыҡ.

Һыртланда “Мөнәжәт байрамы”Һыртланда “Мөнәжәт байрамы”
Һыртланда “Мөнәжәт байрамы”

Һыртлан ауылы беҙҙе балҡып ҡаршы алды. Иң башта Әүлиә шишмәһенә алып барҙылар. Тау башынан ағып төшкән шишмә шул тиклем саф һәм таҙа, ә һыуы балдай татлы һәм шифалы. Ауыл халҡы шишмәләре менән ғорурлана: “Уны хатта күренекле композитор Нурия Абдуллина йырҙа данланы, - тиҙәр улар. – Ауылыбыҙға килен булып төшкән ҡыҙҙар ошо ергә таштай-ҡомдай бата, ғүмерлеккә тороп ҡала”.

Әүлиә шишмәһенән һуң ауыл клубына юлланабыҙ. Беҙҙе мәҙәни сараның ойоштороусыһы Миңлегөл Буранғолова ихлас йылмайып ҡаршы алды. Ә эстә аллы-гөллө милли күлдәктәрҙә, яулыҡтарҙа матур-матур ҡатын-ҡыҙҙар йыйылғайны.  

“Мөнәжәт — (ғәрәпсәнән) яңғыҙлыҡта үҙ-үҙең менән һөйләшеү, Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү, ярлыҡауҙы һорау тигән мәғәнәне аңлата: дини-интим эстәлектәге әҫәр, - тип, Миңлегөл Буранғолова был жанр тураһында ҡыҫҡаса аңлатма биреп үтте. – Быйыл “Мөнәжәт байрамы”н  беренсе тапҡыр үткәрәбеҙ, киләсәктә конкурс итеп үткәрергә уй бар”, - тип, беренсе һүҙҙе ауылдың абруйлы мөнәжәт әйтеүсеһе Сания Имелбаеваға һүҙ бирҙе. Ул көйләп төрлө мөнәжәттәр әйтте, бына береһе:

“Лә иләһә илләллаһ - ғәмәлдәрҙең изгеһе,
Лә иләһә илләллаһ - мөьминдәрҙең көҙгөһө.

 

Лә иләһә илләллаһ - ғәрши көрси баҫҡысы,
Лә иләһә илләллаһ -һигеҙ ожмах асҡысы.

 

Лә иләһә илләллаһ - ҡарамағыҙ әҙенә,
Лә иләһә илләллаһ - мәңге бөтмәҫ хазина.

 

Лә иләһә илләллаһ - тауҙар-таштар ватыр ул,
Лә иләһә илләллаһ - ожмахтарҙы асыр ул.

 

Лә иләһә илләллаһ - кәлимәһе ҙурҙыр ул,
Лә иләһә илләллаһ - ҡәберҙәрҙә нурҙыр ул.

 

Лә иләһә илләллаһты әйтәйек, дуҫтар, һәр заман,
Лә иләһә илләллаһты әйтмәгән ҡолдар яман.

 

Лә иләһә илләллаһ - тамуҡ утын һүндерер,
Лә иләһә илләллаһ - яҡшы юлға күндерер.

 

Лә иләһә илләллаһ,тип,яҡтыра беҙҙең күңел,
Лә иләһә илләллаһ,тип,сығыр йәнебеҙ еңел.

 

Лә иләһә илләллаһны күп әйткән Рәсүлулла,
Лә иләһә илләллаһ Мөхәммәт Рәсүлулла”.

Шулай уҡ Һыртлан ауылынан «Өмөт» төркөмө, Зөлфиә Исхаҡова, Мәстүрә Ҡунаҡбаева, Әминә Мөҙәрисова өгөт-нәсихәт, кәңәш биреүгә ҡоролған, тәрбиәүи мотивтар менән һуғарылған мөнәжәттәр әйтһә, Смаҡ ауылы ағинәйҙәре: Ғәлиә Татлыбаева, Рәмзиә Иманғолова, Гөлйемеш Асылбаева Мифтахетдин Аҡмулланың “Нәсихәттәре”н көйләп ишеттерҙе. Мәләүездән Дамира Байморатова иһә атаһы сығарған йырға, үҙе бер куплет өҫтәп, моңло йыр ишеттерҙе. Аптраҡ ауылынан Рәйсә Зәйнәғәбтинова kа дини доғалар уҡылған көй менән мөрәжәғәт әйтте.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Регина Камалова өләсәйе - Әлшәй районы Сурай ауылынан Ризуанова Ғәйшә Минияр ҡыҙынан яҙып алынғаy мөнәжәтте һөйләп ишеттерҙе:

Бисмиллаhи рахмани рахим.
Рәсүлалланан һорағандар:
"Ҡиәмәт көнө ҡасан етә? — тип, — Шуны беҙгә бәйән ит", — тигәндәр.
Мөхәммәт пәйғәмбәр яуабында әйткән:
"Бына hеҙгә бәйән ҡылам, — тигән, — Донъяла йәм бөтөр,
Шунда халыҡ китер уңға, һулға.
Изге ғәмәл hис ҡылмаҫтар,
Ләкин мал күп булыр ҡулда.
Ата-әсәгә ғиззәт бөтөр,
Балаларҙан шәфҡәт китер,
Туғандарҙан рәхим китер,
Бына шундай заман етер.
Ирҙәрендә ғәйрәт бөтөр,
Ҡатындарҙа хая китер,
Әғүҙүбисмилла бөтөр,
Бына шундай заман етер.
Йоҡолары нәүбәт булыр,
Хеҙмәттәре сәғәт булыр,
Ризыҡтары үлсәү булыр,
Бына шундай заман етер.
Биналары бейек булыр,
Эсе тулы йыhаз булыр,
Тик донъяһы боҙоҡ булыр,
Бына шундай заман етер.
Ғалимдар ялғанды һөйләр,
Ҡарийҙары ғәйбәт һөйләр,
Донъянан туйып әҙәм үлер,
Бына шундай заман етер.
Көфөр кейеме кейерҙәр,
Мине күрһен тиерҙәр.
Тәғәмде баҫып ашарҙар,
Бына шундай заман етер.
Ире, ҡатыны хәмер эсер,
Төрлө уйын ҡуйырҙар,
Ислам динен оноторҙар,
Ана шундай заман етер.
Кибеттәрҙә ризыҡ булыр,
Тик ямғырҙар һирәк яуыр.
Хәрәм ашауҙар йыш булыр,
Ана шундай заман етер.
Атаһыҙ балалар күп булыр,
Маллы кеше һаран булыр.
Мәсеттәрҙә мәжлес булыр,
Ана шундай заман етер.
Гонаhты ла һис белмәҫтәр,
Биш ваҡыт намаҙ ҡылмаҫтар,
Зәҡәт, фытыр ҙа бирмәҫтәр.
Ана шундай заман етер.
Балалары түрә булыр,
Ҡатындары солтан булыр,
Ә ирҙәре бер ҡол булыр,
Ана шундай заман етер.
Ғәйбәтте генә һөйләрҙәр,
Үҙҙәрен ҙурға ҡуйырҙар,
Уйҙарында тик аш булыр,
Шуның менән көн итерҙәр".

Мөнәжәттәр Рәзиф Салауатовтың матур йырҙары һәм Мәстүрә Ҡунаҡбаеваның суҡ үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре менән үрелеп алып барылды.

Ул көн Һыртлан ауылы клубы әйтелгән мөнәжәттәрҙән яҡтырып, балҡып торҙо. Ә байрамдан һуң Әүлиә шишмәһенән алынған һыуҙы күмер самауырында ҡайнатып, ауыл тәмлекәстәре менән һөйләшә-һөйләшә сәй эсеүе, Зөлфиә Абдрахимованың гармунына ҡушылып,  күмәкләшеп йырлау күңелдәрҙе бөтәйтте, үҙе бер байрам булды.

Сара аҙағында ауыл ҡатын-ҡыҙҙары журналыбыҙға яҙылды һәм беҙҙе тағы ла саҡырып ҡалдылар.

Роза Хөснуллина.

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас