+30 °С
Облачно

Иленең яугир ҡыҙы

Былтырғы май һанында беҙ 105 йәшлек ветеран  Мөсәйрә ФӘТИХОВА хаҡында яҙғайныҡ. Үкенескә ҡаршы, быйыл Еңеү байрамын Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙын ҡаршы ала алманы, уның да йәне башҡа полкташтары кеүек күккә осто. Ә шулай ҙа уның хаҡында хәтер - мәңгелек. Беҙ иленең яугир ҡыҙы хаҡында яҙмабыҙҙы ҡабатлап бирәбеҙ.

Иленең яугир ҡыҙыИленең яугир ҡыҙы
Иленең яугир ҡыҙы

Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова 1920 йылдың 10 ғинуарында Дүртөйлө районының Яңы Кәңгеш ауылында донъяға килә. Атаһы Ноғоман Сафиулла улы менән әсәһе Фәрхинур Бағман ҡыҙы бик уҡымышлы кешеләр була. Улар, рус телендә иркен аралашыуҙан тыш, ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен дә яҡшы белә. Мөсәйрә лә бәләкәстән белемгә ынтыла. «Бала саҡтан уҡырға яраттым. Тиҫтерҙәрем ҡурсаҡ уйнағанда минең ҡулымда һәр саҡ китап булды. Китаптарым шкаф тулып тора ине», – тип хәтерләй ул. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң Бөрө  педагогия  техникумын      тамамлай, артабан Дүртөйлө районы халыҡ мәғарифы бүлегенә инспектор итеп эшкә ебәрелә.

1942 йылдың майында Башҡортостандан 3600 комсомол ҡыҙ үҙ теләге менән Ватан өсөн изге яуға китә. Республика буйлап комсомолдарҙы, иң әүҙем, белемле, рухлы һылыуҙарҙы йыялар. Улар араһында Мөсәйрә Ноғоманова (ҡыҙ фамилияһы) ла була. Оло йәштәге атаһы ҡыҙына повестка килеүен бик ауыр кисерә. Бығаса дүрт балаһын юғалтҡас, иҫән ҡалған  ҡыҙын  һис кенә лә ут эсенә ебәргеһе килмәй. Әммә Дүртөйлө пристаненә ғәзиз балаһын үҙе оҙатып килә. Пароходҡа ултырыр алдынан ҡыҙҙарҙы парикмахерға инде-рәләр. Ҡулым бармай, тип Мөсәйрәнең сәсен киҫеүҙән баш тарта уныһы һәм ҡайсыны атаһына тоттора. Сөм ҡара, ҡалын толомдарын ҡырҡып, атаһы үҙе менән алып ҡайтып китә.

Беренсе Өфө ирекле комсомол ҡыҙҙар эшелоны тура Сталинградҡа юл ала. Бында уларҙы армияның  62-се һәм 64-се хәрби  частары составына ҡушалар. Ялан шарттарында ҡыҙҙар ун биш көн буйы хәрби эш нескәлектәренә төшөнә, ҡорал, кейем бирәләр. Винтовка ҡорорға, һүтергә техникумда яҡшылап өйрәткәндәр, шуға ул йәһәттән еңелерәк була.

Тәүге тапҡыр үлем менән осрашыуын шулай хәтерләй ветеран: «Ул көндө уҡыуҙар бара ине. Бер саҡ көтмәгәндә тылдан, Волга яғынан унлаған дошман самолеты килеп сыҡты ла бомбаға тота башланы. Беҙҙекеләрҙән бер ниндәй ҙә команда булманы. Беҙ, эргәмдәге ҡыҙҙар менән, башты эйҙек тә үлгән булып ятабыҙ. Бер кем дә атмағас, былар иркенләп йөрөй, аҫҡа уҡ төшәләр. Ағастар араһында әҙерләп ҡуйған снарядтарыбыҙҙы ла юҡ иттеләр. Тотош батарея һәләк булды...»

Ул хеҙмәтен 1079-сы зенит-артиллерия полкында приборсы булып башлай. Ҡыйыу ҡыҙҙы артиллерия батареяһы комсоргы, ә коммунистар партияһына ингәс, парторгы итеп тәғәйенләйҙәр. Фронтта хәрби корреспондент та була: «Бей врага!» тигән полк гәзитендә уның алғы һыҙыҡтан репортаждары, яуҙаштары тураһындағы мәҡәләләре, очерктары баҫыла.

Элемтәсе, телефонсы, тоҫҡаусы һөнәрҙәрен дә үҙләштерә ҡыҙ. Бына уның ҡыйыулығын күрһәткән хәтирәләрҙең   береһе.   Дондағы  Ростов ҡалаһы өсөн барған алыштарҙың береһендә полктары ике ярға бүленеп ҡала, бәйләнеш өҙөлә. Командирҙың бойороғо буйынса Мөсәйрә Дон буйына китә һәм төн эсендә бер үҙе ҡул аҫтындағы материалдарҙан йылға аша сым һуҙа – таңға табан бәйләнеш булдырыла... Ә Сталинград өсөн барған һуғышты ветеран ошолай итеп хәтерләй: «Өйҙәр, ағастар, ер, һауа, йылға... – бөтә донъя янған кеүек ине... Беҙ үҙебеҙҙе йәһәннәмгә эләккәндәй тойҙоҡ. Ул тамуҡ утынан сыға алмаҫбыҙ кеүек ине».

Шундай хәлдә лә кешеләрҙең күңеле ҡатмаған, йөрәктәрендә мәрхәмәт булған. Ут эсендә янған, аслыҡтан интеккән, үлем менән ҡапма-ҡаршы осрашҡан ҡыҙҙар теҙелеп үтеп барған йыртыҡ кейемле, ҡыҙғаныс ҡиәфәтле тотҡон немец һалдаттарын йәлләп ҡарап тора һаман да. Халыҡ араһынан кемдер уларға картуф, кемдер икмәк бирә. Айҙар буйы аслыҡтан, һыуыҡтан миктәгән кешеләр үҙ тамағын хәстәрләмәй, башҡаларҙы ҡайғырта...

Сталинград азат ителгәс, ете ай буйы йыуыныу күрмәгән ҡыҙҙар өсөн плащ-палатка, таҡталарҙан мунса яһайҙар. Һәр береһенә берәр тас йылы һыу бирәләр. Ғүмер буйы һыуҙы самалап тотонор була Мөсәйрә инәй – был ғәҙәт ошо йылдарҙа ҡанына һеңгән.

Һуғыш уйын түгел, аҙым һайын ғазраил һағалай унда. Бер саҡ полкка китеп барһа, немец каскаһын күреп ҡала. Шул ваҡыт берәү көслө ҡулдары менән итегенән тотоп ала ла ҡыҙҙы әллә ҡайҙа ырғытып ебәрә. Баҡһаң, шул немец йөрөгән ергә «Катюша»лар атырға йыйынған икән. Мөсәйрә саҡ ут аҫтына эләкмәй, мөғжизә менән генә иҫән ҡала.

Элемтәсе хеҙмәте һис кенә лә еңел түгел. Уралған тимер сымды күтәреп йөрөйһөң. Ул туҡтауһыҙ өҙөлә, шул урынды табып ялғарға тейешһең. Ә бит өҙөлгән урын күре-неп кенә ятмай, уның хатта емерел-гән өй аҫтында ҡалыуы ла бар. 

Еңеү көнөн Польша менән Германия сигендә ҡаршылай Мөсәйрә. Бер саҡ командирҙары парторгты саҡыра ла, барыһын стройға теҙеп, еңеү тураһында иғлан итергә ҡуша. Ниндәй строй ти! Мөсәйрә шатлығынан йүгереп сыға ла: «Һуғыш  бөткә-ән! Еңе-еү!» – тип ҡысҡыра башлай. Батареялар бит алыҫта урынлашҡан, һәр кем ишетһен! Барыһы йүгереп килеп йыйылып китә, әйҙә, еңеүҙе һөйөнсөләгән нескә генә кәүҙәле ҡыҙҙы күккә сөйә башлайҙар, әллә ҡайҙа өҫкә «осороп» ебәрәләр. «Ниңә генә әйттем икән быны, анау хәтлем һуғыш тамамланғандан һуң ошонда осоп төшөп үлерменме икән...» – тигән хафалы уй ҙа үтә башынан.

Һуғыш бөтһә лә, тыуған яғын тиҙ генә күрә алмай әле ул, бары 1945 йылдың көҙөндә генә әйләнеп ҡайта. Көҙгө саҡырылыш егеттәр килеп алмаштырғанын көттөрәләр. Шуныһы ғәжәп тә, ҡыуаныслы ла – уның менән бергә Дүртөйлө пристаненән киткән илле ҡыҙҙың барыһы ла тыуған тупрағына иҫән-һау килеш аяҡ баҫа. Аҙаҡ улар йыл һайын осрашып, аралашып торалар.

Яуҙағы ҡаһарманлыҡтары өсөн Мөсәйрә Фәтихова III дәрәжә Дан, Һалдат даны һәм  башҡа ордендар, «Сталинградты обороналаған өсөн», «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән наградлана.

Һуғыштан һуң Әсән ауылы мәктәбендә уҡыта, тарих, немец теле, рәсем дәрестәрен бирәләр. Ул саҡтарҙағы юҡлыҡ... Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы дәрескә лә һуғыштан ҡайтҡан гимнастеркаһында йөрөй. Белем алыу теләге менән Мәскәүгә сит ил телдәре институтына уҡырға инә. Тик диплом алырға яҙмай уға. Һуғышҡа тиклем бергә эшләгән таныш офицер Нәзиф Фәтиховтан хат килеп төшә. Ул әле һаман ҡайтып етмәгән, Кенигсбергта була. Үҙе йөрөгән яҡтарҙы күрергә саҡырыуын ҡабул итеп, Мөсәйрә юлға ҡуҙғала һәм... кейәүгә сығып янында тороп ҡала. Тормош иптәше 1948 йылда демобилизацияланғас, Өфөгә ҡайталар. Фәтиховты төрмә начальнигы итеп тәғәйенләмәкселәр.  Аристократ  холоҡло  ир риза булмай, үҙ районымда балалар уҡытам, тип теләген белдергәс, балалар йортона директор итеп ебәрәләр.

Фәтиховтар бергәләп Бөрө педагогия институтында уҡый. Шунан ғаилә башлығының тыуған ауылы Түбәнге Маншырға ҡайталар һәм шунда татыу ғүмер итәләр. Ике ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Рәзиф, Рәмил, Рәфиә өсөһө лә    нефтсе һөнәрен һайлаған. Биш ейән-ейәнсәре, ете бүлә-бүләсәре, ике тыуа-тыуасары бар бөгөн Мөсәйрә инәйҙең.

Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы ҡырҡ йылдан ашыу балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Нәзиф Фәтих улы тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен уҡыта, мәктәп директоры була.

«Элек кино алдынан хроника күрһәтә торғандар ине. 5-6-сы синыфтарҙа уҡыған сағым. Ниндәйҙер фильм алдынан хроника мәлендә әсәйемдең снаряд биреп торғанын күреп ҡалдыҡ», – тип хәтерләй Рәфиә апай. Ул иҫтәлекле таҫмалар ҡайҙалыр һаҡланалыр инде.

Ә атаһы менән әсәһе һуғыш тураһындағы нәфис фильмдарҙы бөтөнләй ҡарарға яратмай. Дөрөҫ күрһәтмәйҙәр, ти торған булалар. Киноларҙа йыш ҡына яу яланындағы мөхәббәт һүрәтләнә. Ысынында ундай хәлдең булыуы мөмкин түгел, беҙҙә иҫ китмәле тәртип, дисциплина ныҡ булды, тип һөйләйҙәр. Кемдер саҡ ҡына «гонаһ ҡылһа», штрафбатҡа ебәрәләр. Бындай ғәҙәттән тыш хәл өсөн командир ҙа ҡаты шелтә ала, ҡыҙыҡайҙы иһә оятҡа ҡалдырып тыуған еренә оҙатыр булғандар икән.

Һуғышта ир-егеттәргә «фронт 100 грамы» бүлгәндә, эсмәгән-тартмаған кешеләргә шоколад бирәләр. Фронттан ҡайтҡан ҡыҙҙарға ҡараш халыҡ араһында төрлө була. Уларҙы оятһыҙ рәүештә ғәйепләгәндәре лә осрай. Хатта ата-әсәләре лә аңламай ҡайһы саҡта. Бер мәл атаһы Мөсәйрә ҡыҙы менән һөйләшеп ултырғанда тартып ултырған тәмәкеһен ҡыҙының ҡулына тоттора. Ҡыҙ был хәлде бик ҙур кәмһетеү итеп ҡабул итә, атаһы менән байтаҡ ваҡыт һөйләшмәй йөрөй. Ысынында һуғыш сыныҡтыра, әммә инаныуҙарын боҙмай уның. Быуаттан ашыу йәшәү йылдарында спиртлы

эсемлекте ауыҙына ла алмай.

Калининградта никахтарын теркәгән көндө һалдаттар банкет ойоштора. Егеттәр спирт тапҡан, һеҙ ҙә килегеҙ, бер ыңғай өйләнеүеге­ҙҙе лә билдәләрбеҙ, тип саҡыралар. Мөсәйрә бармай, ирен дә ебәрмәй, паркка алып китә. Икенсе көнө шау-шыуға уяналар. Фашист йүнле нәмә ҡалдырып китәме – ағыулы спиртты эскән һалдаттарҙың барыһы ла тиерлек һәләк булған. Диверсант түгелме икән, тип яңы ғына килгән, банкетҡа бармаған ҡыҙҙы ла тикшерәләр. Бөтә биографияһын ентекләп өйрәнгәс кенә шиктәре тарала. Тәбиғи һиҙгерлегеме, ныҡлы холҡомо яңы ғына барлыҡҡа  килгән  ғаиләһен һаҡлап ҡала.

Ғөмүмән, һаулығына үтә иғтибарлы була Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы. Ни етте шуны ашамай, бары тәбиғи ризыҡ менән туҡлана. Майы ағып торған ит, яҡшы балыҡ ярата. Балдан, башҡа тәмле-татлынан бер ҡасан да баш тартмай, шоколад ашай. Көн һайын иртән күнегеүҙәр эшләй. Табиптарға күренергә яратмай. Ҡан баҫымы күтәрелмәй, холестерины, шәкәре лә нормала, шөкөр. Үҙенә лә, эргәһендәгеләргә ҡарата ла бик талапсан. Кәйефен гел яҡшыға көйләргә тырыша. Яулыҡ бәйлә-мәй ул, берет кейә. Ошо йәшендә лә ҡунаҡтарҙы матур итеп кейенеп ҡаршы ала.

Ә өйҙәренән кеше өҙөлмәй. Балалары ла, мәктәп уҡыусылары ла, төрлө кимәлдәге етәкселәр ҙә ки-леп, ветерандың хәлен белеп тора. Һуғыштың бар ауырлығын күргән, оло тормош юлы үткән ил инәһе һәр кемде ихлас ҡабул итә, үҙе     яҙған шиғырҙарҙы һөйләп ишеттерә:

«...Һинең тупрағыңды үбеп,

Сигенмәҫкә ант иттек,

Маяҡ булды ялҡының –

Һинән беҙ алға киттек...»

(«Сталинград» шиғыры)

Уның «Илем саҡырғас» тигән шиғырҙар йыйынтығы быйыл Хәрби-ватансылыҡ темаһына әҙәби, музыкаль, һынлы сәнғәт әҫәрҙәренең республика конкурсында «Утлы юлдар» махсус призына лайыҡ булды. «Әсәйем менән даими бәйләнештә булып, хәлен белеп торған, ветерандың тормош юлын өйрәнеп, башҡаларға еткергән 74-се мәктәпкә, музей хеҙмәткәрҙәренә,  шиғырҙарын  туплап, китап итеп сығарырға ярҙам иткән өсөн Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәновҡа бик рәхмәтлебеҙ», – тип күңел түрендәге һүҙҙәрен еткерә ҡыҙы Рәфиә Нәзиф ҡыҙы. 

Хәҙерге ваҡытта донъялағы хәлдәр аңына барып етмәй  ветерандың. «Тағы ниндәй һуғыш унда, беҙ бит инде күптән Украинаны азат иттек. Бандеровсыларҙы тамырынан юҡҡа сығарырға кәрәк булған икән», – тип ҡуя.  

Йәштәрҙе белем алырға, тыуған илен яратып йәшәргә өндәй ул. «Үҙеңде, халҡыңды, Ватаныңды яратырға кәрәк. Үҙен яратҡан кеше генә башҡаларҙы ярата ала. Еребеҙ бай, йылға-күлдәребеҙ ҙә, урман-ҡырҙарыбыҙ ҙа,  тау-таштарыбыҙ ҙа – барыһы ла етерлек беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа. Мин күп илдәрҙе үттем, тыуған еремдән дә матурырағын күрмәнем», – ти Мөсәйрә Фәтихова.

Ир-егеттәр  менән бер рәттән Ватанын һаҡлаған, йөрәгендә тыуған төйәгенә сикһеҙ һөйөү йөрөткән, ғүмерен иленә хеҙмәт итеүгә арнаған, шул уҡ ваҡытта гүзәл затҡа хас нескәлеген дә, ныҡлығын да юғалтмаған, һәр нәмәнән йәм таба белгән шиғри күңелле Башҡортостан ҡыҙының тормошо барыбыҙға өлгө булырлыҡ. Артабан да тирә-яҡҡа яҡты нур сәсеп йәшәүеңде дауам ит, хөрмәтле ветеран!

 

        Гөлшат ҠУНАФИНА.

 

Фото героиняның ғаилә архивынан

Автор:
Читайте нас