

Артабан ни эшләйбеҙ? Эйе, үҙебеҙгә тотонабыҙ. Кемдер прическаһын үҙгәртә, сәсенең төҫөн яңырта, берәүҙәр диетаға ултыра, икенселәр сағыуыраҡ, баҙығыраҡ кейемгә күсә, аҙымдар еңеләйә, эйәктәр күтәрелә төшә, ҡараштар нурлана. Эске көслө энергетик тулҡын тышҡа ла бәреп сыға. Ҡатын-ҡыҙ илһамланып йәшәргә – донъя көтөүгә тотона. Быға тиклем, йәғни һалҡын айҙарҙа, ул ғәҙәти тереклек иткән булһа, йылы килеү менән ижади процестарға ынтыла, алға китәһе пландар төҙөй.
Тәбиғәттән ҡасып булмай. Нисек кенә заман ҡарамағына ҡалһаҡ та, уның талаптарына яраҡлашһаҡ та, ер һынлы ерҙе йомшарырға ла орлоҡ шыттырырға мәжбүр иткән миҙгел беҙҙе лә үҙгәртә һәм яңырта. Һәм был һоҡланғыс та! Әйҙәгеҙ, үҫәйек, япраҡ ярайыҡ, сәскә атайыҡ, оя ҡорайыҡ, йәшәүгә мәҙхиә йырлайыҡ беҙ ҙә. Үҙгәрештәр осороноң айышына төшөнөп, уның файҙалы яҡтарын ҡулланып, матур һөҙөмтәләргә өлгәшеп ҡалайыҡ.
Миләүшә Ҡаһарманова.