+11 °С
Облачно

«Юғалтыу-табыштарым»

– МХО башланды ла Рауил ағайым эшенән мобилизация менән яуға алынды. Өс йыл эсендә ябай һалдаттан кесе сержантка тиклем үҫте ул. Генерал Шайморатов һәм «МХО-ла ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнде,  «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» исемен алды. Һәр еңеүенә һөйөнөп, ғорурланып, тик яҡшы хәбәр генә көттөк унан. Аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды Ростовтан, моргтан «Рауил Рәмил улы Барыев табылған, танылған, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ» тигән яҙыу килгәс. Атай-әсәйемә бер һүҙ әйтә алманым, улар минең күҙҙәремә ҡарап барыһын аңланы. Ныҡ тетрәндек. Өләсәйемде генә ерләгән инек, уның артынса ағайымды һалҡын ер ҡуйынына һалып ҡуйҙыҡ, – ти Динара, һағышлы ҡарашын ситкә бороп. – Шул ваҡытта бирештем, хәлем бөттө лә ҡуйҙы, йәшәү мәғәнәһе юғалды, ағайымды юҡһынып, ул иҫән булған саҡтарҙы һағынып ҡайғырҙым.  

«Юғалтыу-табыштарым»«Юғалтыу-табыштарым»
«Юғалтыу-табыштарым»

Аяҡтары йөрөмәҫ, ҡулдары тыңламаҫ, бармаҡтары бөгөлмәҫ була Динараның. Туңдырғыстағы һуңғы продукцияһын таратып бөткәс, өйөнә бикләнә ул. Элекке тормошто, ағаһын хәтерләткән бер нәмә лә ҡалмаһын өсөн цехын ябырға ҡарар итә. Ун йәшлек Әмирә менән һигеҙ йәшлек Рәмис тә, әсәләрен борсомаҫҡа тырышып, бесәй кеүек шым ғына йөрөй өйҙә. Ә Динара бер нөктәгә төбәлгән килеш диванда ята бирә.  «Динара, нимә булды һиңә? Һинең ризыҡтарыңа өйрәнгәйнек, хәҙер нимә эшләйбеҙ инде?» «Һылыу, һинең генә билмәндәреңде ала инем, өйҙөкө кеүек тәмле булғанға, зинһар, ҡалдырма белгән эшеңде», – тигәнерәк смс-тар яуа ғына, әммә уларға яуап бирергә лә хәле булмай хәсрәтле ҡатындың.

Бер көндө Динара менән ғәжәп хәл була. «Диванда фотоларҙы ҡарап, уйҙарға бирелеп ултыра инем. Ҡолағыма ниндәйҙер тауыш салынып ҡалды. Ә өйҙә бер кем дә юҡ. Шымып тыңларға булып киттем. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ике тауыш бер-береһе менән һүҙ көрәштерә: «Меҫкен, күрәһеңме, биреште, күр ҙә тор, ҡайғынан баш күтәрә алмаҫ», – ти берәүһе. «Юҡ инде, ул һына торғандарҙан түгел, һин уны белеп бөтмәйһең, күрәһең, был юлы ла еңә ул», – тип ышаныслы өндәшә икенсеһе. Аҡылдан яҙҙыммы, әллә төшөм менән өнөм буталдымы тип, һикереп тороп, бүлмәләрҙе, ихатаны ҡарап сыҡтым – берәү ҙә юҡ. Белгән доғаларымды уҡып тынысланып алғас, ике иңемдәге фәрештәләрҙең һөйләшкәнен яңылыш ишеттемме әллә, тип уйға ҡалдым. Улайһа, изге фәрештәмә ышанайым, уға форсат бирәйем, тинем дә, йоҙағын асып, цехҡа индем», – тип үҙе менән булған серле ваҡиғаны бәйән итә эшҡыуар.

Ағаһын юғалтыу ҡайғыһы һәм ошо сәйер ваҡиға Динараның йәшәйешкә, кешеләргә ҡарашын үҙгәртә. «Донъя мөғжизәгә тулы, унда бөтә нәмә йәнле. Хәҙер хатта уҡыған китаптарымдағы геройҙар ҙа ысынбарлыҡта ҡайҙалыр йәшәй, улар тере кеүек минең өсөн. Күҙгә күренмәгән пәрҙә артында параллель донъя барлығына ла ышанам», – тигән фекерҙә ул. 

Күңел төшөнкөлөгөн  еңеп, алдында ҡапылда киңәйеп киткән офоҡтарға яңы көс менән артылып, йәшнәп йәшәй бөгөн Динара.

Улдарын юғалтыуҙан олоғайып киткән атаһы менән әсәһенә – үҙе ҙур терәк ул хәҙер, яҡындарын хәстәрләп, ҡурсалап ҡына тора. Был эшлекле ҡатынға ҡарап, уның ҡасандыр тетрәнеү кисереүенә һәм артҡа сигенә яҙыуына ышаныуы ла ауыр. Һис буш ваҡыты юҡ: өйҙән – билмән цехына, билмән цехынан – заказсыларына, шунан яңынан цехҡа ашыға.  2024 йылда Динара Рәмил ҡыҙын Ергән ауыл хакимиәтенә йәштәр эштәре буйынса белгес итеп алалар, йәштәрҙе төрлө кимәлдәге спартакиадаларға, бәйгеләргә йөрөтә ул. 2025 йылда эшһөйәр ханымға Ергән физик культура-һауыҡтырыу комплексының директор урынбаҫары эшен дә йөкмәткәндәр. Тағы бер мауығыуы –  белем эстәү.  Быйыл яҙ айырыуса уңышлы килде, ти тырыш ҡатын. Яңыраҡ Динара Башҡорт дәүләт аграр университетында технолог һөнәре буйынса ҡыҙыл диплом алып сыҡҡан. Әйтергә кәрәк: был – уның өсөнсө дипломы. Балаларының киләсәген хәстәрләп, Өфөнән фатир ҙа һатып алғандар.

Ағаһы иҫтәлегенә саңғы ярышы

МХО-ла батырҙарса һәләк булған Рауил Рәмил улы Барыев иҫтәлегенә Ергәндә йыл һайын саңғы ярышы ойоштороу ҙа матур бер традицияға әйләнгән. Төрлө тарафтарҙан яҡташ-тары йыйыла был сараға. Өлкәндәр, йәштәр, бәләкәстәр саф һауала шатланып стартҡа баҫа. Динара әсәһе һәм әхирәттәре менән тәмле ризыҡтар бешереп алып килә, сәй табыны ҡора, бүләктәр, дипломдар тарата.

 

Фото героиняның шәхси архивынан

Автор:
Читайте нас