

- Ни тиклем егәрле кешеләрем шулай ҡөҙрәтле иткән бит был тупраҡты! Һөйләнә-һөйләнә, хәтирәләргә бирелеп, баҫыуҙың күҙ күреме майҙанына күҙ ташлайым. Ҡыл тартып үҫтергән кеүек тип тигеҙ баҫыу өҫтө талғын ғына үҫкән елгә сайҡалып киткәндәй. Шул сағында уйһыу-уйһыу һарғылтланып килгән иген, тулҡынланып китә лә үҙеңде диңгеҙ уртаһында ҡалғандай тоя башлайһың. Һирәк-һаяҡ йомран һыҙғырып ҡуя. Ана, ниндәйҙер ҡош фырлап осоп китте. Тыуған яҡ тулҡынландыра инде ул шулай. Зәңгәр күккә баҡтым да баҫҡан еремдә йәштәрсә бер әйләнеп ҡуйҙым. Ошо әйләнеүемдә минең менән бергә бөтә баҫыу әйләнгәндәй булды. Үҙемдә бер оло кинәнес тойоп, әйләнгән кеүек булған башыма һылтап, ергә ауҙым. Гүйә, мин бөтә баҫыуҙы ҡосаҡлап алғанмын да, күтәрергә көсөм етмәй, ерҙә ятам. Ҡуҙғалаһым, ҡыбырлайһым да килмәй. Рәхә-ә-әт! Бөтә хисемде иген еҫе биләгән. Аласыҡта ғына әсәйем ҡурмас ҡуралыр ҙа, шул ҡурмастың еҫе әленән әле минең танауымды ҡытыҡлайҙыр кеүек. Күҙҙәремде күктән алып, һарғайып бөтөр-бөтмәҫ арыш һабағына төшөрәм. Бамбук таяғы кеүек быуынлы-быуынлы. Был хикмәтле нәҙекәй генә һабаҡта ниндәй ҡөҙрәтле ниғмәт үҫкәнен беҙ, һуғыштан һуңғы тыуған балалар, яҡшы беләбеҙ шул.
Завод эшсеһе булғас, һағындырылған тәбиғәттең ысын ҡосағын. Эштәге төрлө газ еҫтәренән, шау-шауҙарҙан һуң ошо ҡурмас еҫе бөркөргә өлгөргән иген баҫыуы бигерәк ғәзиз ине миңә.
Ҡасандыр үҙемдең дә агроном булып, тыуған ауылыма ҡайтып, иген үҫтерергә хыялланып йөрөүҙәрем иҫкә төшөп китте. Тик ауыл мәктәбен тамамлағас, ишле ғаиләбеҙгә терәк кәрәклектән, оҙайлы уҡыу тәтемәне. Заводта тәүҙә өйрәнсек, унан инде ысын мәғәнәһендә эшсе булып кителгән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа әсәйемдең яңы бойҙайға тейенгәс, тәүләп икмәк бешергәне күҙ алдыма килде. Ул ваҡытта кем генә туйғансы икмәк ашарға хыялланмаған икән?! Ай-һай! Һәр кемдең уй-хыялында тик икмәк кенә булғандыр. Әсәйем дә беҙ йыйған арлы-бирле бойҙай башаҡтарын ағас килелә төйөп, ҡул тирмәне менән йәһәтләп тартып, “яңы ондан” икмәк бешереп һыйлай ине. Шул икмәктең бешеп еткәнен көтөп ала алмаҫыбыҙҙы һиҙептер, инде бәләкәй генә ҡамыр киҫәктәрен керәндилгә әүәләгән кеүек итеп, онда әүәләп һәр беребеҙгә “турғай” яһай торғайны. Мейестең ҡуҙҙарын оло тәртешкә менән усаҡҡа тарта ла әҙерәк кенә йөҙлөккә ҡуҙ ҡалдырып икмәк ултырта. Аҙаҡтан иң ҡыҙыу төшө – йөҙлөккә беҙгә генә тәгәйенләнгән турғайҙарыбыҙ теҙелә. Мейес ауыҙын тимер ҡапҡасы менән ҡаплағас, йүшкәне лә әҙ генә ҡалдырып тыҡҡас, беҙ ашхананы йыйыштырып сығабыҙ. Әсәйем самауырҙы ла алдан ҡойоп, еҙ түбәсәй менән күмере үлмәҫлек кенә итеп ҡыҫып ҡалдырған. Самауыр күптән әҙер, тик икмәктәр генә тиҙерәк бешһен тип теләйбеҙ. Баяғы турғайҙарыбыҙ көйөп китмәһен тип, әленән әле бер нисә тапҡыр асып ябыр ине әсәйем мейес ҡапҡасын. Беҙ уның һайын:
Ахырҙа әсәйем дә икеләнгәнен дөрөҫләргә теләгәндәй, бер турғайҙы уртаға бүлер ҙә, баш бармағы менән бүленгән урынына баҫып ҡарар ине. Әсәйемдең бармаҡ баҫкан урыны күңгелләнеп мөһөрләнһә, бешкән була икән тип уйлай торғайным мин.
Егеттең шул минутта уҡ көләгәс йөҙөн ҡара һөрөм баҫтымы ни. Башын эйеп, мине лә “ҡалмай” тигәндәй, артынан эйәртеп, һөйләнә-һөйләнә иген араһына атланы. Үрелеп башаҡ өҙөп усында ыуғас һанап ҡараны, аҙаҡ ашлыҡ бөртөктәрен әрәм булмаһын тигән кеүек ауыҙына оҙатты. Бер аҙ торғас, унан да бынан да усмалап иген йолҡоп, бер шәлкем яһаны. Әйләнеп килеп, миңә оҙаҡ ҡына карап торғас, күптәнге танышына серҙәрен сискәндәй һөйләп алып китте.
Мине уйҙарым әүәлге өләсәйҙәрҙең шулай “Нәүем урманы”, “Яхъя тауы”, “Хажи сабынлығы” тигәндәре иҫкә төшөп хәтирәләрем яңырып китте. Фәтих тә бер аҙға туҡталып ҡалды, эйелеп тупраҡ услап алып, уны усында һыуын сығарырға теләгәндәй, ныҡ итеп ҡыҫты. Егеттең усында йөрәк һүрәтенә ингән тупраҡ ҡалып йәнләнгәндәй бәүлеп ҡуйҙы.
Мин һағайып китем.
Мин эҫеле-һыуыҡлы булып киттем. Бер ни ҙә ҡыҫмаған үңәсемде һыпырҙым. Аяҡ быуындарым бәлтерәүгә юл буйындағы кибә башланған үләнгә сүгәләнем. Беҙ бер аҙға һүҙһеҙ ҡалдыҡ. Фәтих тә килеп эргәмә ултырҙы. Тештәрен ҡыҫыуҙандыр инде яңаҡ һөйәктәре бүртеп сыҡҡайнылар.
Фәтих килеп тығылған күҙ йәштәрен йәшерер өсөн күҙҙәрен аяҡ осона төшөрҙө. Ике бөртөк тере көмөш, ҡояш нурҙарында йылтырлап керфектәренә лә йоғоноп тормаҫтан, ергә төшөп киттеләр. Егет хушлашып та тормай, һикереп торҙо ла, мотоцикл янына китте. Мин дә уның хәтирәләренән ярһып, артынан эйәрергә тип торҙом. Фәтих йылмаған төҫлө ишара яһағас, ҡулындағы иген гөлләмәһен миңә тоттороп, ҡулын болғап китеп тә барҙы. Мин лып итеп ергә кире ултырҙым.
Агроном егеттең башаҡтар шәлкемен ҡосағыма алдым. Ҡуйыныма ҡояш кереп яттымы ни! Ошо башаҡ өсөн, башаҡтың һәр бер бөртөгө өсөн, йәнен-тәнен аямай әсе тирен көн-төн түккән игенсе килеп баҫты минең күҙ алдыма. Баяғы бер ҡосаҡ ҡояшты ҡосаҡлап машинам янына киттем. Һәлмәк баштарын түбән эйгән башаҡтар игенсе шулай хөрмәтләп, баш эйеп, аяҡ өҫтө ҡаршы алған кеүек күренһә, шул тиклем изге эштең ауырлығын, ҡәҙерен белмәй, икмәкте әтәм-шәрәм иткән кешегә күтәрелеп ҡарарға теләмәйҙәр кеүек күренделәр. Ошо минутта ғазиз икмәктең бешеп сыҡҡанын көтөп еткерә алмай ултырған, үҙәгемде өҙөп бала сағып, иҫемә төштө…
Бөтә донъя кешеләренең күңеленә “Икмәктең ҡәҙерен бел!” – тип мөһөр баҫып сығаһым килде…
17 ғинуар 1976 йыл, икмәктең ҡәҙере юҡ заманда яҙылды.