+20 °С
Облачно

"Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙыл һәм бүләктәр от!

Ҡәҙерле дуҫтар!   Журналыбыҙға яҙылыу дауам итә! Алты айға яҙылыу хаҡы ни бары - 826 һум 56 тин.  Яҙылыусыларыбыҙға баҫмабыҙҙың спонсорҙары матур бүләктәр ҙә әҙерләгән.

"Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙыл һәм бүләктәр от!"Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙыл һәм бүләктәр от!
"Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙыл һәм бүләктәр от!
Гүзәл Альберт ҡыҙы Нәзмиева (1-се фотола) – Федоровка районы Бала Сытырман ауылынан. “Бәләкәйҙән йөн тетеп, иләп, ҡул эшен белеп үҫтем. Әсәйем дә, өләсәйем дә, инәйҙәрем дә – ғаиләләге һәр ҡатын-ҡыҙ күмәкләп ойоҡ, шәл, бирсәткәләр бәйләй торғайныҡ. Бәйләү һаулыҡ өсөн файҙалы: стресс кимәлен түбәнәйтә, бәхет гормоны серотониндың бүленеп сығыуына булышлыҡ итә. Ә инде биҙәкләп нағышлаған ҡул эшең тамамланып, һөҙөмтәһен күреү кәйефте күтәрә, уникаль әйберҙәр булдырыу теләге уята, үҙеңә ышанысты арттыра”, – ти ул.
Бәләкәйҙән күңеленә яҡын шөғөлө – бөгөнгө көндә Гүзәлгә килем сығанағы ла. Журналыбыҙға яҙылыусыға Гүзәл Нәзмиеванан бүләк – мамыҡтан бәйләнгән зауыҡлы жилет! Бүләкле булғығыҙ килһә, “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылығыҙ!
 
 
Асҡын районы Шишмә Ураҡай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Асҡын ауылында йәшәүсе Нурия Әхсән ҡыҙы Шәрәфетдинова () 2-се фотола журналға яҙылыусыға үҙе етештергән дарыу үләндәренән төрлө-төрлө сәйҙәр, емеш-еләктәрҙән ҡаҡ бүләк итәсәк. «Бала саҡтан өләсәйҙәрҙән үләндәрҙең шифалы үҙенсәлектәре тураһында һөйләгәндәрен тыңлап, ҡасан һәм нисек йыйырға кәрәклеге тураһында өйрәнеп үҫтем. Был белемде ҡулланып, кешеләргә файҙа килтерә алыуыма һөйөнәм», — ти ул.
 
 
Индира Нәҡип ҡыҙы Нуриева (3-сө фотола)– ынйы һәм тәбиғи таштарҙан үҙ ҡулдары менән нәфис биҙәүестәр эшләү оҫтаһы. Журналға яҙылыусы өс кешегә өс биҙәүес бүләк итәсәк. “Был уникаль аксессуарҙарҙың һәр детале һөйөү менән эшләнгән. Уларҙы тағып йөрөһәгеҙ, нәзәкәтле, зауыҡлы булырһығыҙ, яңы ҡаҙаныштарға илһамланырһығыҙ”, – ти ул.
 
Регина Камалова
"Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙыл һәм бүләктәр от!
"Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙыл һәм бүләктәр от!
"Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙыл һәм бүләктәр от!
Автор:Регина Камалова
Читайте нас