

Уңыш ныҡыштарҙы ярата
– Ауылда эш юҡ бит инде, һаҡланып ятҡан туй аҡсаһына ирем менән бизнес асырға булып киттек, – тип һүҙен башлай Динара. – Тормош иптәшем: «Матур гөлләмәләрҙе һәр ҡатын-ҡыҙ ярата. Әйҙә, сәскә салоны асайыҡ», – тип тәҡдим итте. Ә мин өҙөлгән сәскәне бик яратмайым, өс-дүрт көндән кибә, сүплеккә сығып ята, йәлке. Шуға: «Беҙҙәге эшлекле халыҡҡа файҙалы, кәрәкле нәмә булһын, иң йылы, иң наҙлы әсә ҡулдарын хәтерләткән, әйҙә, өй билмәне эшләп һатайыҡ», – тинем. «Ергәндә билмән яһаған ете сауҙа нөктәһе бар – уныһы ла беҙ белгәне генә, шикле шөғөл, әгәр конкурентлыҡты еңә алһаң, тотоноп ҡарайыҡ һуң», – тигән булды ирем, миңә ғәжәпләнеп ҡарап. «Беҙ юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа, тәбиғи продукция менән алдырырбыҙ, тәмле, файҙалы ризыҡтар яҡташтарыбыҙҙың күңелен яулар», – тим сәмләнеп китеп. Шулай ярым фабрикаттар цехын асыу идеяһы барлыҡҡа килде. Әммә был ниәтте бойомға ашырыр өсөн байтаҡ көс түгергә кәрәк ине әле.
Йәш ҡатынға был ойотҡоно кем һалғандыр инде? Тота килеп ауылда ундай эште башлап ебәреү һәм йылдар дауамында тотороҡло алып барыу еңел булмағанын яҡшы аңлайһың.
– Шуныһы ҡыҙыҡ: нәҫелебеҙҙә сауҙа менән шөғөлләнгән кеше юҡ. Мин ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуҙым. Әсәйем – алдынғы һауынсы, атайым шофер булып эшләне. Рауил ағайым да сауҙанан алыҫ кеше ине, – тип һөйләй ул. – Бәләкәстән малайҙар кеүек шуҡ, тиктормаҫ булдым. Әле лә ҡул ҡаушырып ултыра белмәйем.
Туй аҡсаһы эш асыуға киткән бөтә сығымдарҙы ла ҡаплай алмай. Тормош иптәше Себергә эшкә сығып китергә мәжбүр була. Ә Динара яңы тыуған сабыйы һәм «идея»һы менән өйҙә ултырып ҡала. Шул ваҡытта бер туған Рауил ағаһы уға ярҙамға килә.
– Мин документтар тултырып,
инстанциялар буйлап йүгерәм, ә ағайым йүргәктәге сабыйымды ҡарап ҡала, бәүелтеп йоҡлата, ашата. Ул булмаһа, шәхси эш башларға ҡулымдан килмәҫ ине, тип уйлайым хәҙер. План төҙөйөм, бина эҙләйем – арманһыҙ булып ҡайтып йығылам. Ә ағайым сабыр ғына: «Һеңлем, тәүҙә шулай ҡыйын инде, һин көслө кеше бит, туҡталма, уңыш ныҡыштарҙы ярата», – тип ышаныс өҫтәп ебәрә. Һүрелеп, һүнеп барған ерҙән тағы тоҡанып дәртләнеп сығып китәм. Тәүге арала билмәнде өйөмдәге кухняла төндәрен эшләнем, үткәрелгән ит еҫе бөтә өйгә тарала, кейемдәрем, мебелем онланып бөтә ине. Артабан ихатабыҙ алдындағы гаражды цехҡа төҙөкләндерҙек: ремонт яһаныҡ, йылылыҡ үткәрҙек, махсус ҡорамалдар, туңдырғыстар, ҙур өҫтәлдәр һатып алдыҡ. Эшебеҙ яйланып киткәс, миңә үҙемдән дә нығыраҡ ышанған тормош иптәшем менән ағайымдың шатланғанын күрһәгеҙ! – ти Динара, ул йылдарҙы иҫкә алып.
Сифатлы ризыҡ – һаулыҡ нигеҙе
Сауҙа баҙарында тәжрибәһе, оҫталығы һәм даими һатып алыусылары булған конкуренттар менән ярышыу, әлбиттә, еңел булмай. Күптәр: «Аҡсаңды юғалтаһың инде, ҡайҙа тығылаһың ул?» – тип киҫәткәндә лә Динара бер кемде лә тыңламай. Бары тик эстәге интуицияһына таяна һәм сифатҡа баҫым яһай. Ышаныслы етештереүселәр, алдынғы хужалыҡтар менән генә хеҙмәттәшлек итә. ГМО, яһалма тәмләткестәр, соя кеүек өҫтәмәләр ҡулланмай.
«Мин билмән, манты, бәлештәргә һыйырҙың һум итен үткәреп, һуған, тоҙ, борос ҡына ҡушам, ә ҡамырҙы юғары сифатлы ондан ауыл йомортҡаһына баҫабыҙ», – ти уңғанбикә. Ауылдарынан дүрт кешене эш менән тәьмин иткән ул. Бер айҙа ике-өс һыйыр һуялар. Хәләл кәтлит, чебурек, тефтель, хинкали, голубцы, ваҡлап туралған тауыҡ итенән билмән, ваҡлап туралған һыйыр итенән манты, картуф билмәне кеүек ризыҡтар өйҙөкө кеүек тәмле, шуға тиҙ арала һатылып та бөтә. Тауыҡ итенән билмәнде тәүҙә үҙ балаларым өсөн яһағайным, уларға оҡшағас, һатыуға сығарҙым, тип йылмая хужабикә. Уның ҡул йылыһы һалып эшләгән хәләл тәғәмдәрен бер тапҡыр ауыҙ иткәндәр ҡабат килә. Мәләүез, Салауат, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан да заказсылары күп. Инәй-бабайҙар аят ашына, ифтарға тип тә унан билмән, манты һәм башҡа тәғәмдәр һатып алырға ғәҙәтләнгән. Өлкәндәрҙең хәлен аңлап, өйҙәренә тиклем үҙе алып барып бирә Динара Рәмил ҡыҙы.
Ун йыл эсендә ниндәй генә кәртә-ҡаршылыҡтарҙы үтмәй тырыш ҡатын: кесе эшҡыуарлыҡты йылдан-йыл быуып килгән һалымдар ҙа, ит менән онға хаҡтарҙың кинәт артып барыуы ла тыуған халҡына намыҫ менән хеҙмәт иткән эшҡыуарҙы яратҡан эшенән арындыра алмай. Әммә көтмәгәндә ғаиләләренә ҡайғы килә һәм донъяһының аҫты-өҫкә әйләнә уның.
Фото героиняның шәхси архивынан